Әҙәп (әҙәбиәт)
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Әҙәп (ғәр. أدب) — әхлаҡи-дидактик әҙәбиәт жанрын билдәләгән ислам термины. Йәмғиәттең эшмәкәрлек даирәһен камиллаштырыу бурысын үҙ өҫтөнә алған әҙәбиәтсе әҙип тип аталған. Әҙәптең иң сағыу вәкилдәре Әл-Жахиҙ, Ибн Ҡотайба һәм Әбү Хәйән әт-Тәухиди була.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]IX быуатта ғәрәп-ислам мәҙәниәтендә ата-бабаларҙан мираҫ итеп алынған «маҡтаулы тәртип образы» әҙәбиәте аша тәрбиә биреүҙе маҡсат итеп ҡуйған йүнәлеш формалаша[1]. Әҙәп әҙәбиәте төрлө йыйынтыҡтар, трактаттар, антология һәм очерктар рәүешендә була. Әҙәп йыйынтыҡтарына нәфис һүҙ, тәү сиратта шиғриәт өлгөләре, шулай уҡ Ҡөрьән һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең сөннәтенән өҙөктәр ингән[2].
Ислам хоҡуғында әҙәп термины «ҡушылған һәм тыйылған» төшөнсәһенә яҡын йә туранан-тура мәғәнәгә эйә (әл-әмр үә ән-нәхй). Был мәғәнәлә ул «хаж әҙәбе» «Ҡөрьән уҡыу әҙәбе» (Ҡөрьәнде ҡасан ала алаһығыҙ, ҡайҙа уҡырға, ҡайҙа ҡуйырға мөмкин һ.б.) һүҙҙәрендә ҡулланыла [2].
"Мосолман ренессансы " дәүерендә (IX—XI быуаттар), һуңыраҡ хакимдар һарайында ғалимдар, аҡыл эйәләре, шағирҙар, музыканттар, шулай уҡ уларҙы ҡурсалаусылар осрашыуҙары үтә. Әҙәп нигеҙендә рухи традицияларға эйәреү ята, ә уның маҡсаты донъяуи белем биреү була. Әҙәп дәреслектәре уҡыусыға математика, грамматика, тарих өлкәһендә башланғыс белем бирә[1] ғәрәп шиғриәте, ғәрәп ҡәбиләләре шәжәрәһе, риторика, этика һ. б. өйрәтә
Хәҙерге ғәрәп илдәрендә әҙәп нәфис әҙәбиәтте аңлата.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Кругосвет
- ↑ 2,0 2,1 Смирнов А. В., 2001
- ↑ Ибн аль-Мукаффа Калила ва димна. 1210
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Смирнов А. В. Адаб // Этика. Энциклопедический словарь / Под ред. Р.Г.Апресяна и А.А.Гусейнова. — М.: Гардарики, 2001.
- Адаб // Краткая литературная энциклопедия / Гл. ред. А. А. Сурков. — М.: Советская энциклопедия, 1962. — Т. 1: Аарне — Гаврилов. — С. 77.
- Пелла Ш. Вариации на тему адаба // Арабская средневековая культура и литература. — М., 1978.
- El Cheikh, Nadia Maria Adab Literature: 9th to 13th Century // General Editor Suad Joseph Encyclopedia of Women & Islamic Cultures. — Brill Online, 2015.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Адаб // Энциклопедия «Кругосвет».