Эстәлеккә күсергә

Мосолман исеме

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Мосолман (ислам) исемдәре (ғәр. الأسماء الإسلامية‎) — был исемдәр мосолман халыҡтары вәкилдәренә хас һәм Ислам донъяһында ғына түгел, унан ситтә лә таралыу алған.

Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең исеме (ғәр. محمد‎), Ән-Нәбәүи мәсете ҡапҡаһында яҙылған.

Улар араһында ислам йоғонтоһонда барлыҡҡа килгән, шулай уҡ был дин барлыҡҡа килгәнгә тиклем йәшәп килгән исемдәр бар. Мосолман исемдәрен таратыу теге йәки был йәмғиәттең исламлаштырыу (ғәрәпләштереү) аспекттарының береһе булып тора.

Исламда исемдең мәғәнәһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шәриғәткә ярашлы, һәр бала тыуғас та исем алырға һәм ул билдәле бер шарттарға тап килергә тейеш. Иң ҡулай исемдәр булып Абдулла (Ғабдулла) һәм Ғабдрахман, улар артынан башҡа теофор исемдәр (мәҫәлән, Абд әл-Ғәзиз — «Ҡеүәтленең ҡоло») һәм нәбиҙәр һәм пәйғәмбәрҙәр исемдәре килә (мәҫәлән, Ибраһим).

Исемдең мәғәнәһенә һәм килеп сығышына ҡарап, ул тыйылған йәки тейешһеҙ булырға мөмкин. Яман мәғәнәле насар яңғыраған исем йөрөтөүсе уны яҡшыраҡҡа алмаштырырға тейеш. Ғәҙәттә, яңы мосолмандар шулай эшләй. Ҡайһы бер илдәрҙә тыйылған исемдәр исемлеге бар, уның йөкмәткеһенә халыҡтың теге йәки был исемгә, ислам ағымдарына тоғролоғо йоғонто яһай. Сөнниҙәр өсөн ғәҙәти исемдәр шиғыйҙар өсөн ҡабул ителмәҫлек булыуы мөмкин һәм киреһенсә.

Башлыса мосолман исемдәре ғәрәп теле — ислам дине теленән алына, әммә был һәр ғәрәп исеме мосолманса тигәнде аңлатмай. Шулай уҡ традицион рәүештә мосолмандар менән тиңләштерелгән, әммә башҡа телдәрҙән килеп сыҡҡан бер нисә исем бар (мәҫәлән, фарсы теле).

Исем биреү ваҡыты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исламда бөтә ир-атҡа һәм ҡатын- ҡыҙға исем биреү мотлаҡ[1]. Мөхәммәт Пәйғәмбәр һәм уның сәхәбәләре тураһында төрлө хәҙистәр буйынса, ул ваҡытта балаға исем тыуғандан һуң өс, ете йәки туғыҙ көн үткәс бирелә. Билдәле хәҙис белгесе Әбү Бәкер Әл-Байхаҡи ете көнде иң яҡшы ваҡыт тип атай[2].

Мосолман исемдәрен тыйыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әгәр ҡайһы бер мосолман илдәрендә бик исламдан булмаған исемдәр тыйыуға эләгеүе ихтимал булған кеүек, атеистик илдәрҙә лә дәүләт сәйәсәте кире хәлгә килтереүе ихтимал. Бындай хәл Ҡытайҙа[3] һәм Коммунистик Албанияла[4] күҙәтелгән

ир-ат исемдәре

"Башҡорт исемдәре" китабында Мөхәммәт Пәйғәмбәргә бирелгән бик күп күркәм исемдәр, ҡушаматтар башҡорт исемдәре булып инеп киткәнен күрәбеҙ (ғәрәп теленән тәржемә итеп, аңлатмалар бирелгән):

  • Мөхәммәт - данлы, маҡтаулы (Мөхәммәт пәйғәмбәр исеменән)
  • Рәсүл - Аллаһ илсеһе
  • Мәхмүт - маҡтаулы, маҡталған;
  • Әхмәт - иң маҡтаулы, тоғро һүҙле;
  • Ҡасим, - Мөхәммәтҙең улының исеме, Әбүлҡасим - Ҡасимдың атаһы (Мөхәммәтҙең ҡушаматы);
  • Мостафа - һайлап алынған, башҡаларҙан өҫтөн;
  • Абдулла, Ғабдулла - Аллаһ ҡоло;
  • Борһан (Борхан), Әл-Борһан - дөрөҫлөктө иҫбатлаусы
  • Бәшир - һөйөнөс килтереүсе;
  • Ғәбит - баш эйеүсе, хеҙмәтсе (Аллаһы тәғәләгә);
  • Ғәзиз - ҡеүәтле, иң ҡәҙерле;
  • Закир - иҫкә алыусы;
  • Кәрим - йомарт, киң күңелле;
  • Ҡаҙый (Ҡазый) - хөкөм итеүсе;
  • Махиян - айға оҡшаған;
  • Мөждәбә - һөйөнөс, ҡыуаныс;
  • Мортаҙа - һайланмыш, яҡшы;
  • Мөхтәр - һайлап алынған;
  • Мофаҙҙал (Мофаззал) - һөйөклө, хөрмәтле;
  • Мөсәлим - килешеүсән,тыныс тәбиғәтле
  • Мөғәллим - өйрәтеүсе, уҡытыусы;
  • Мотаһар - саф, изге;
  • Мосадиҡ - дөрөҫлөктө яҡлаусы;
  • Мөьмин - ислам динендәге кеше;
  • Мансур - еңеүсе;
  • Мәғәфүр - ғәфү итеүсе;
  • Мәғмүр - йәшәүсе, сәскә атыусы;
  • Нәби - пәйғәмбәр, Аллаһ илсеһе;
  • Нәжем, Нәжми (Нәжметдин) - йондоҙ кеүек; дин йондоҙо
  • Нәзир - үрнәк, өлгө, алдан күреүсе;
  • Рәүеф - изгелекле, мәрхәмәтле;
  • Рәхим - мәрхәмәтле, рәхимле;
  • Сабир - сабыр, түҙемле;
  • Сираж - яҡтыртҡыс, шәм;
  • Сәхиб - юлдаш, дуҫ, иптәш
  • Һаҙый - юлбашсы, тоғро юлды күрһәтеүсе;
  • Таһир - таҙа, пак, ғәйепһеҙ;
  • Хәким - аҡыл эйәһе;
  • Хәтим - мөһөр, һуңғы бала (Мөхәммәт -мөһөрлө, һуңғы пәйғәмбәр)
  • Хәбиб - Аллаһының һөйөклөһө;
  • Харис - һаҡлаусы, яҡлаусы, ҡурсыусы;
  • Хаҡ (Хаҡмулла, Хаҡмырҙа) - хаҡлы;
  • Шакир- шөкөр итеүсе, рәхимле, ҡәҙер белеүсе;
  • Шәмс (Шәмсетдин, Шәмсулла һ.б.) - ҡояш кеүек;
  • Шәһит - хаҡ эш ҡорбаны;
  • Әлим, Ғәлим - белемле, уҡымышлы;
  • Ән-Нур, Әнүр - нур, яҡтылыҡ һибеүсе;
  • Әмин - тыныс, имен;[5] [6]
ҡатын-ҡыҙ исемдәре

Бик күп ҡатын-ҡыҙ исемдәре ир-аттыҡына "-ә, -а" аффиксы ҡушып яһалған. Шул уҡ ваҡытта Мөхәммәттең с.ғ.с. хәләл ефеттәренең, ҡыҙҙарының исемдәре лә ҡушылған, әле лә күптәре ҡулланылып килә:

Әминә, Ғәйшә, Фатима (ҡыҙы), Өммөгөлсөм (Гөлсөм - Үмм-Күлсүм исемле ҡыҙынан), Зәйнәб, Руҡая (Раҡия, Орҡоя), Хәҙисә (Хәдиджә), Сәүдә, Хафса, Өммөсәлимә (Сәлимә), Йүвәйриә, Сафия, Мәрйәм, Мәймүнә [7].

  1. Абу Зейд Б., 1995
  2. Ибн Каййим, 2009
  3. China Bans ‘Muhammad’ and ‘Jihad’ as Baby Names in Heavily Muslim Region (ингл.). The New York Times (25 апрель 2017). Дата обращения: 7 июнь 2020. Архивировано 11 сентябрь 2020 года.
  4. Ezzati A. The Spread of Islam: The Contributing Factors. — Лондон: Islamic College for Advanced StudiesPress, 2002. — P. 446. — 534 p. — ISBN 9781904063018.
  5. Прекрасные имена пророка Мухаммада
  6. Имена Пророка Мухаммада
  7. Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 223 бит


Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.