Эстәлеккә күсергә

Әл-Күвәйт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Эль-Кувейт битенән йүнәлтелде)
Ҡала
Әл-Күвәйт

الكويت

Ил

Күвейт

Координаталар

29°22′30″ с. ш. 47°58′48″ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

XVIII быуат

Майҙаны

200 км²

Халҡы

151 000 кеше (2008)

Агломерация

2 388 688 (2005)

Сәғәт бүлкәте

UTC+3

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Әл-Күвәйт (Ер)
Әл-Күвәйт
Әл-Күвәйт


Әл-Күвәйт[1][2], Күвәйт[3] (ғәр. الكويت‎) — Күвейт дәүләтенең баш ҡалаһы.

Ҡала халҡының иҫәбе — 32,4 мең кеше (2005), ҡала яны менән бергә — 1 млн. ашыу кеше.

Ҡала тураһында тәүге мәғләүмәттәр XVIII быуатҡа ҡарай. Бер нисә быуат дауамында ҡала Күвәйт шәйехлегенең үҙәге була. Был шәйехлек XVI быуаттан Ғосман империяһы составында була, ә 1899 йылда Британ империяһы протектораты аҫтына күсә. Күвәйт территорияһында һәм баш ҡала тирәһендә бай нефть ятҡылыҡтары табылыуы илдең тиҙ иҡтисади үҫешенә булышлыҡ итә, әммә нефть сығарыуҙан һәм сәнәғәт етештереүенән төп килем АҠШҡа һәм Бөйөк Британияға киткән. Был эшселәрҙең генә түгел, ә төбәк олигархтары араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙырған. 1961 йылдың 19 июнендә баш ҡалала Бөйөк Британия хөкүмәте һәм Күвәйт әмире Абдаллаһ Әс-Сәбәх араһында 1899 йылғы договорҙы ғәмәлдән сығарыу тураһында килешеү төҙөлә. Күвәйт бойондороҡһоҙлоҡ ала. 1990 Әл-Күвәйт Ираҡ ғәскәрҙәре тарафынан оккупациялана һәм тик 1991 йылдың февралендә азат ителә. Хәҙерге ваҡытта Әл-Күвәйт — радиаль формаһында төҙөлгән, киңәйтелгән һәм йәшелләндерелгән урамдары менән хәҙерге заман ҡалаһы булып тора.

Ҡала Фарсы ҡултығының көнбайыш яр буйындағы берҙән-бер тәрән һыулы гавандә — Күвәйт ҡултығының уйһыулы көньяҡ яр буйында урынлашҡан. Ҡала өс зонаға бүленә: сәнәғәт (Шувәйхтең көнбайыш биҫтәһендә), уҡыу (бында университет, мәктәптәр һәм фәнни-тикшеренеү учреждениелары урынлашҡан) һәм сәләмәтлекте нығытыу (Әл-Джахра ҡалаһына йүнәлгән диңгеҙ ярындағы юлы буйлап һуҙылған).

Әл-Күвейт климаты субтропик сүлле, йәйге осор өсөн бик юғары температуралар хас. Йәйге уртаса максимумдар һирәк +45 °C-тан кәм була, ваҡыты менән күләгәлә температура +50...+55 °C-ҡа барып етә. Юғары температуралар һәм сүл бурандары арҡаһында йәйге осорҙа яуым-төшөм булмай. Ҡышын һауа торошо үҙгәреүсән. Ваҡыты менән төндә ҡырау төшөүе һәм әҙерәк һыуыҡ булыуы күҙәтелә. Бөтә яуым-төшөмдәр көҙгө-ҡышҡы осорға тура килә, был ваҡытта ҡалаға башлыса Һинд океанынан һирәк циклондар барып етә.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 30,6 35,8 41,5 45,6 49,0 51,9 51,4 53,5 49,2 44,5 38,1 30,5 53,5
Уртаса максимум, °C 18,5 21,2 26,2 32,8 39,6 44,5 46,4 45,9 42,6 36,0 26,9 20,5 33,4
Уртаса температура, °C 12,8 15,0 19,5 25,8 32,5 36,9 38,7 37,9 34,2 28,1 20,3 14,6 26,4
Уртаса минимум, °C 7,3 8,9 12,8 18,9 24,9 28,1 29,9 29,1 25,3 20,4 14,1 9,1 19,1
Абсолют минимум, °C −4 −1,6 −0,1 6,9 14,7 19,8 18,7 18,8 16,0 9,4 0,7 −1,5 −4
Яуым-төшөм нормаһы, мм 30,2 10,5 18,2 11,5 0,4 0,0 0,0 0,0 0,0 1,4 18,5 25,5 116,2

Ҡала Фарсы ҡултығының төньяҡ-көнбайыш өлөшөндәге эре порт булып тора. Күвейт халыҡ-ара аэропорты ҡаланан алыҫ түгел урында урынлашҡан.

  1. Ирак, Кувейт // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2009 г. ; гл. ред. Г. В. Поздняк. — М. : ПКО «Картография» : Оникс, 2010. — С. 121. — ISBN 978-5-85120-295-7 (Картография). — ISBN 978-5-488-02609-4 (Оникс).
  2. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 445.
  3. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 180.
  • Густерин П. В. Города Арабского Востока. — М.: Восток—Запад, 2007. — 352 с. — (Энциклопедический справочник). — 2000 экз. — ISBN 978-5-478-00729-4.