Ереван

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әрмәнстандың баш ҡалаһы, ҡала
Ереван
әрм. Երևան
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Армения

Ҡала

Ереван

Координаталар

40°11′ с. ш. 44°31′ в. д.HGЯO

Эске бүленеш

12 административ район

Мэр

Айк Марутян

Нигеҙләнгән

б.э.т. 782 тиклем

Беренсе мәртәбә телгә алынған

б.э.т. 782 тиклем

Элекке исеме

Эребуни,
Әриван (1936 йылға тиклем)

Майҙаны

223,28[1] км²

Бейеклеге

900-1300 м

Климат тибы

ҡырҡа континенталь[2]

Рәсми теле

армянский

Халҡы

1,068 млн[3] кеше (2014)

Тығыҙлығы

4783,2 кеше/км²

Милли состав

әрмәндәр (98.9%, 2011 г.[4])

Конфессиональ составы

христиандар (более 96.5%, 2011 г[5].)

Этнохороним

ереванлылар

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Телефон коды

+374 (10)

Почта индексы

0001—0099

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

01-10, 11-13 (с 2007),
14-18 (с 2008),
19 (с 2009),
61-65, 67, 68[6]

Код ISO 3166-2

AM-ER

Рәсми сайт

yerevan.am/ru/
 (әрм.) (рус.) (инг.)

Награды

Ленин ордены  — 1982

Ереван (Армения)
Ереван
Ереван

Ереван (арм. Երևան, А (арм.): [jɛɾɛˈvɑn]) — Әрмәнстандың баш ҡалаһы, халыҡ һаны һәм майҙаны буйынса иң эре ҡалаһы, донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе. 1936 йылға тиклем урыҫ транскрипцияһында Эриван тип билдәле булған. Арарат үҙәненең һул ярында, Аракс йылғаһы буйында урынлашҡан. Халыҡ һаны 1,068 млн кеше тәшкил итә (2014 йыл)[3]. Ҡаланың майҙаны — 223 км². Ереван — дәүләттең сәйәси, иҡтисади, мәҙәни һәм фәнни, шулай уҡ иң мөһим транспорт үҙәге. Ҡаланы 2 аэропорт, метрополитен, тимер юл вокзалы хеҙмәтләндерә.

Диңгеҙ кимәленән 900—1300 метр бейеклектә, бер өлөшө Арарат үҙәненән төньяҡтағы вулкан яйлаһында урынлашҡан.

Физик-географик һүрәтләмәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаланың йыһандан һүрәте

Ереван Әрмән ҡалҡыулығы үҙәгендә булған Арарат үҙәненең төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Ереван торған плато өс яҡтан тауҙар менән уратылған — төньяҡ-көнбайышта Арагац тауы, төньяҡта — Канакер яҫы таулығы, ә көнсығышта — Гегам тауы. Көньяҡҡа ҡарай Ереван соҡоро Аракс йылғаһы үҙәненә төшә, унан һуң Ҙур һәм Бәләкәй Арарат массивтары күтәрелә. Ереван рельефы үҙенсәлекле, бейеклек 400 метрға айырыла. Ҡала аша Раздан йылғаһы аға. Архитектура академигы А. Таманян 1924 йылда төҙөгән генераль план буйынса. Ереван үҙәге радиаль-ҡулсалы булһа, тарихи йүнәлеш һәм ҙур магистралдәр, мәҙәни һәм тарихи һәйкәлдәр һаҡлана. Буласаҡ пландар нигеҙенә күбеһенсә А. Таманян планы һалына[7].

Климат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ереван ике ландшафт зонаһында урынлашҡан: ярымсүллек-сүллекле зона 850—1000 метр бейеклектә, һәм ҡоро дала зонаһы — юғарыраҡ[8]. Йыллыҡ уртаса һауа температураһы 11,8 °C тәшкил итә, йәйен +25 °C, ҡышын −4-5 °C, абсолют максимум +42 °C, абсолют минимум −31 °C. Йыл һайын ҡояш яҡтылығы 2700 сәғәт тәшкил итә[8]. Ҡырауһыҙ 213—224 көн. Сағыштырмаса һауа дымлылығы 44-45 % йәйен, ҡышын 70-80 % тиклем[9].

Йәйге сезонда ҡоро һәм йылы һауа торошо 4 айҙан артыҡ дауам итә, уртаса һауа температураһы августта 22-26 °C, юғары температура 41,4 °C. Йәй иҫкән елдәр, көндөң икенсе яртыһында көсәйеп, ҡайһы саҡ секундына 15-20 метр тиҙлеккә етә. Ҡыш уртаса һыуыҡ: даими ҡарлы ҡатлам йыл да булмай. Уртаса температура ғинуарҙа −4-6 °C, түбәне — −31 °C. Яҙ ҡыҫҡа, тотороҡһоҙ һауа торошло. Көҙ йомшаҡ, ҡояшлы һәм елһеҙ. Уртаса йыллыҡ атмосфера яуым-төшөм күләме 250—370 мм. Иң күп яуым-төшөм майҙа була[8].

Өҫкө ер ҡатламдары төрлө: һоро-көрәндән алып күбеһенсә көрәнгә тиклем[8].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Еревандың нигеҙләнеү йылы тип б.э.т. 782 йыл тип һанала: Урарту Аргишти I бында Эребуни ҡәлғәһенә нигеҙ һалған[10][11][12][13][14][15]. Ҡаланы төҙөү өсөн б.э.т. 782 йылда Аргишти батша был яҡҡа Хати һәм Упан (Әрмән ҡалҡыулығының көнбайыш) өлкәләренән 6600 тотҡон алып килгән.

Атаманың халыҡ йәки ҡәбилә берлләшмәһенә ҡағылған Эри (Эриахи) этиконимынан килеп сыҡҡан, тип фаразлайҙар[16].

Әрмән легендалары Ереванды нигеҙләүҙе Нух менән бәйләй[17]. Йәнәһе, Нух Бәләкәй Арарат һыуҙан ҡалҡҡанын күргәс: «Еревац!» (Ул килеп сыҡты!), тип ҡысҡырып ебәргән.

Катогике сиркәүе, XII быуат
Петрос-Погос сиркәүе, V быуат

Әрмән телендә ҡаланы «Хаттар китабында» 607 йылда телгә алалар, Еревандан Даниил әрмән рухани исемлегенә инә. Ереван VII быуатта фарсы-византия һуғышы зонаһына эләгә[18], 650 йылда ғәрәптәр баҫып алырға уйдай, әммә килеп сыҡмай. Ғәрәптәр ҡаланы 658 йылда баҫып ала. 660 йылда әрмәндәр ғәрәптәргә ҡаршы баш күтәрә. Ғәрәп хакимиәте ҡолап, әрмән дәүләтселеге Багратидтарҙың Аний батшалығы составына инә; XI быуатта сельжуктар яулап ала. Ҡала Котайк тарихи өлкәһендә урынлаша[19], хәбәренә ҡарағанда, XIII быуат авторы Вардан Бөйөк хәбәр итеүенсә, «Котайк ҡалаһы өлкәһе Ереван менән»[20]. XIV быуатта ҡала халҡы 15-20 мең кеше тәшкил итә; әммә 1387 йылда Тамерлан болаһы ҙур юғалтыуҙарға алып килә. Ҡара-Ҡойонло һәм Аҡ-Ҡойонло хакимлек иткәндә, Ереван мөһим мәҙәни үҙәк булған[21]. Брокгауз һәм Ефрон Энциклопедик һүҙлегенә ярашлы, 1441 йылға тиклем әрмәндәр хакимиәте аҫтында булған[17].

XVI—XVII быуаттарҙа Әриванда (фарс. ايروانايروان), башҡа төбәктәр кеүек үк, осман-сефевид бөлдөргөс һуғыштары үтә, демографияға етди йоғонто яһай. Әрмән халҡы һаны һуғыш һәм депортация арҡаһында ҡырҡа үҙгәрә[22]. Ошо уҡ осорҙа төбәккә күскенсе төркиҙәр һәм ҡурҙылар килә башлай, улар ярҙамы менән урындағы хакимдар ултыраҡ халыҡты тарҡатырға тырыша[23][24]. Ғәббәскули-аға Бакиханов һүҙҙәренә ҡарағанда, «урындағы хөкүмәтте нығытыр өсөн, Исмаил (Сефеви) шах Ирактан Баят ырыуы халҡын өлөшләтә Эриванға, Дербенд һәм Шабранға күсерә»[25].

Осман империяһы һәм Сефевидтар араһындағы алыштар ваҡытында Әриван 14 тапҡыр ҡулдан ҡулға күсә. XVI быуатта ҡаланы Исмаил Сефеви шах яулап ала. 1554 йылда ике йөҙ меңлек османская төрөк армияһы Әриванды баҫып алып, бөлдөрә, шул уҡ ваҡытта бик күп халыҡты юҡҡа сығара. 1580 йылда ҡаланы Лала Мостафа-паша емерә, 60 000 христиан һәм мосолманды тотҡонлоҡҡа ала[26].

1635 йылда Әриванды (осман. روان) яңынан төрөктәр баҫып ала, әммә бер нисә айҙан һуң ҡамау фарсылар тарафынан кире ҡағыла. Төрөк-фарсы тыныслыҡ тураһындағы килешеүе буйынса, 1639 йылда ҡала тулыһынса Персия составына инә. Сефевид империяһы ҡолау менән, Эриванды төрөктәр тағы ла ҡулға ала (1724)[27].

Һуғыштар арҡаһында 1804 йылда Әриван халҡы 6 мең кешегә тиклем кәмей, ләкин 1827 йылда ҡала халҡы 20 мең кешегә арта[21].

Беренсе урыҫ-фарсы һуғышы ваҡытында Әриван ҡәлғәһе ике тапҡыр урыҫтар тарафынан уңышһыҙ ҡамап алырға тырыша (1804, 1808 йылдарҙа). 1827 йылдың 1 октябрендә Әриванды И. Ф. ПаскевичИ. Ф. Паскевича (граф Әриванский титулын алыусы) ғәскәрҙәре яулай[28]; киләһе йылда Төркмәнсай килешеүе шарттары буйынса, Әриван ханлығы Рәсәй империяһы составына инә. Әриван Әрмән өлкәһенең баш ҡалаһы була (1849 йылдан — Әриван губернаһы).

1918 йылдың май айында Ереван Әрмәнстан Республикаһы баш ҡалаһына әүерелә. 1920 йылдың декабрь башында ҡаланы Ҡыҙыл Армия баҫып ала; 1921 йылдың 18 февралендә Совет власы ҡолатыла, ә 2 апрелдә кире ҡалаға инеп, унда 70 йылға Совет власын урынлаштыра.

Административ-территориаль бүленеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Унике округтары Еревана
Унике округтары Еревана

Әрмәнстандың баш ҡалаһы булған Ереван 12 округка бүленә, улар, үҙ сиратында, кварталдарҙан тора[29].

Округтар
Округ Халыҡ,

мең кеше[30].

Майҙаны Кварталдар
Ачапняк

Աջափնյակ

108,2
25,68 км²
Анастасаван, Ваагни, Силикян, Норашен
Арабкир

Արաբկիր

117,7
12,35 км²
Аван

Ավան

53,2
8,37 км²
Аван, Аван-Ариндж, Аги Анк, Исаакян, Нарекаци, Ованнисян
Давташен

Դավթաշեն

42,8
6,71 км²
Эребуни

Էրեբունի

123,1
48,41 км²
Аргишти, Джрашен, Мушаван, Нор-Ареш, Нор-Бутания, Сари тах, Эребуни (массив)
Канакер-Зейтун

Քանաքեր-Զեյթուն

73,9
8,10 км²
Кентрон

Կենտրոն

125,5
14,20 км²
Айгестан, Конд, Дзорагюх
Малатия-Себастия

Մալաթիա-Սեբաստիա

132,9
25,80 км²
Андраник, Араратян, Ахтанак, Нор-Себастия, Нор-Киликия, Спандарян
Норк-Мараш

Նորք-Մարաշ

12
4,60 км²
Нор-Норк

Նոր Նորք

126,1
14,47 км²
Нубарашен

Նուբարաշեն

9,6
18,11 км²
Шенгавит

Շենգավիթ

135,5
40,5 км²

Рәсми символика[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ереван ҡалаһының гербы һәм флагы
Ереван гербы Ереван флагы

Гимн булып «Эребуни — Ереван» (һүҙҙәре — Паруйр Севак, музыка — Эдгар Оганесян) йыры һанала.

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса (мең кеше):

2001[31] 2003[32] 2004[32] 2005[32] 2006[32] 2007[32] 2008 йыл[32] 2009[32] 2010[32] 2011[33] 2012[32] 2013[32] 2014[32] 2015[32]
1 103,5 1 098,7 1 094,5 1 090,5 1 086,2 1 082,0 1 078,1 1 073,8 1 069,1 1 060,1 1 061,0 1 066,3 1 068,3 1 071,5
Йыл Халыҡ һаны
1914 29 006 [34]
1926 64 163 [34]
1932 102 325 [34]
Йыл Халыҡ һаны
1989 1 100 372
2001 1 088 389
2011 1 054 698 [35]
Йыл Халыҡ һаны
2016 1 074 000 [36]
2017 1 075 800 [37]
2020 1 084 000
Йыл Халыҡ һаны
2022 1 092 800 [38]

Милли составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаланың милли составы (халыҡ иҫәбен алыу, 2011 йыл)[39]:

Милләте Халыҡ һаны, кеше Халыҡ өлөшө %
Барыһы да халыҡ 1 060 138 100 %
Әрмәндәр 1 048 940 98,94 %
Урыҫтар 4 940 0,47 %
Езидтар 3 268 0,31 %
Украиндар 603 0,06 %
Фарсылар 468 0,04 %
Гректар 300 0,03 %
Грузиндар 264 0,02 %
Ассирийҙар 226 0,02 %
Белорустар 122 0,01 %
Ҡурҙы 93 0,01 %
Башҡа 860 0,08 %
Күрһәтелмәгән 54 0,01 %
Опера һәм балет театры

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Yerevan. Overall characteristic of district communities for 2011 (ингл.) 231-232. National Statistical Service of the Republic of Armenia.
  2. http://books.google.com/books?id=kKVOAQAAIAAJ&q=%22климат+еревана%22&dq=%22климат+еревана%22&hl=ru&sa=X&ei=oI9wU-W5GMTX7Abzt4GgBg&redir_esc=y
  3. 3,0 3,1 Численность постоянного населения РА на 1-е января 2014 г. (әрм.). Национальная статистическая служба Республики Армения (2014).
  4. Данные переписи населения Республики Армения 2011 года
  5. Данные переписи населения Республики Армения 2011 года
  6. Дискуссии по армянским номерам (ингл.). avto-nomer.ru (16 июль 2009). Архивировано 19 июль 2013 года.
  7. В. Н. Белый, И. В. Белая-Барсегян. Армения, Энциклопедия путешественника / С. Т. Амбарцумян. — Ереван: Армянская Советская Энциклопедия, 1990. — С. 101 - 144. — 318 с. — 100 000 экз. экз. — ISBN 5-89700-002-6.
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 Climate conditions (ингл.). Муниципалитет Еревана. Архивировано 7 июль 2013 года.
  9. Климат Еревана
  10. Iranica.
  11. Richard G. Hovannisian.
  12. Robert H. Hewsen.
  13. Britannica.
  14. J.R.Russel.
  15. Paul Zimansky.
  16. Твёрдый А. В. Топонимический словарь Кавказа.
  17. 17,0 17,1 Әриван // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  18. Sebeos — Encyclopædia Iranica. James Howard-JohnstonEncyclopædia Iranica.
  19. Ayrarat — Encyclopædia Iranica. R. H. HewsenEncyclopædia Iranica.
  20. Вардан Аревелци, «География»
  21. 21,0 21,1 Erevan — Encyclopædia Iranica. George A. Bournoutian and Robert H. HewsenEncyclopædia Iranica.
  22. Richard G. Hovannisian. The Armenian People from Ancient to Modern Times: Foreign dominion to statehood : the fifteenth century to the twentieth century. — Palgrave Macmillan, 2004. — Т. II. — С. 96.
  23. История Востока. В 6 т. Т. 2. Восток в средние века. М.: Восточная литература, 2002."
  24. Всемирная История, т.
  25. Аббас-Кули-Ага Бакиханов.
  26. Закарий Канакерци, Хроника, том I, Глава IX
  27. Россия и народы Закавказья, стр. 76
  28. Керсновский А. А. Глава 8. Покорение Кавказа // История русской армии // в 4 томах / ред. Купцовой В.. — М.: Голос, 1993. — Т. 2. — С. 99. — 336 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-7055-0864-6.
  29. Административные районы Еревана.
  30. перепись 2011-го года.
  31. Результаты переписи и учета жилищных условий населения РА 2001 года 2013 йыл 27 декабрь архивланған.
  32. 32,00 32,01 32,02 32,03 32,04 32,05 32,06 32,07 32,08 32,09 32,10 32,11 2015 — The Demographic Handbook of Armenia
  33. Предварительные данные переписи населения Республики Армения 2011 года (на армянском). Численность постоянного населения города Ереван — 1 060 138 человек.
  34. 34,0 34,1 34,2 Эривань (урыҫ) // Большая советская энциклопедия / под ред. О. Ю. Шмидт — 1 — М.: Акционерное общество «Советская энциклопедия», 1920.
  35. http://www.armstat.am/file/doc/99478218.pdf
  36. http://armstat.am/file/article/nasel_01.07.2016.pdf
  37. http://armstat.am/file/article/nasel_01.07.2017.pdf
  38. https://armstat.am/file/article/population_01_22.pdf
  39. Population statistics of Eastern Europe. 2020 йыл 31 октябрь архивланған.

Өҙөмтә хатаһы: <references> билдәләнгән "Populart_art_encyclopaedia_1986" исемле <ref> тамға алдағы текста ҡулланылмай.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Акопджанян С. Ереван (Историко-экономич. очерк). — Ереван, 1940.
  • Иофа Л. Е., Дульян С. М. Ереван: Столица Армянской ССР / Отв. ред. доктор географических наук проф. О. А. Константинов. — М.: Государственное издательство географической литературы, 1950. — 48 с. — 50 000 экз.
  • Ереван. Справочник-путеводитель. — Ер., 1957.
  • Акопян Т. X. История Еревана (1801—1879 гг.). — Ер., 1959.
  • Яралов Ю. С. Ереван. — М., 1960.
  • Симонян А. П. Ереван. Очерк истории, экономики и культуры города. — Ер., 1963.
  • Арутюнян В. М., Асратян М. М., Меликян А. А. Ереван. — М., 1968.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]