Куала-Лумпур
Город | |||||
Куала-Лумпур мал. Wilayah Persekutuan Kuala Lumpur джавиكوالا لومڤور ингл. Federal Territory of Kuala Lumpur ҡыт. 吉隆坡联邦直辖区 там. கோலாலம்பூர் | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Штат | |||||
Координаталар | |||||
Мэр |
Хаким бин Борхан | ||||
Майҙаны |
243 км² | ||||
Һыу өҫтө кимәле бейеклеге |
21,95 м | ||||
Халҡы |
1 809 699 кеше (2009) | ||||
Тығыҙлығы |
7427,5 кеше/км² | ||||
Агломерация |
6 900 000 | ||||
Сәғәт бүлкәте | |||||
Телефон коды |
+60 3 | ||||
Почта индексы |
40xxx - 48xxx, 62xxx - 64xxx | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
W | ||||
Рәсми сайт | |||||
Куа́ла-Лу́мпур[1] (мал. Wilayah Persekutuan Kuala Lumpur, тәржемәһе: «бысраҡ тамаҡ»; джавиكوالا لومڤور) — Малайзияның баш ҡалаһы.
2009 йылға ҡарата халҡы 1 809 699 кеше тәшкил итә.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Куала-Лумпур ҡалаһы Малакка ярымутрауының көньяҡ-көнбайышында Кланг һәм Гомбак йылғалары араһындағы түбән таулы үҙәндә урынлашҡан.
Климат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Куала-Лумпур экваториаль климат бүлкәтендә ята. Күп миҡдарҙа яуым-төшөм (йылына уртаса 2627 мм) күҙәтелә. Йыл әйләнәһенә эҫе һәм дымлы була. Ҡойма ямғырҙар тигеҙ дәүмәлдә йыл дауамында тиерлек яуа, июнь-август айҙарында уның күләме аҙыраҡ кәмей.
Ҡалала температура бер ваҡытта ла 38,5 °C-тан юғары күтәрелмәй һәм 17,8 °C-тан төшмәй. Уртаса тәүлек максимумдары 30—33 °C кимәлендә, минимумдары — 23—25 °C.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 38,0 | 36,2 | 36,7 | 37,2 | 38,5 | 36,3 | 36,3 | 38,0 | 35,8 | 37,0 | 36,0 | 35,5 | 38,5 |
Уртаса максимум, °C | 32,0 | 32,8 | 33,1 | 33,1 | 33,0 | 32,8 | 32,3 | 32,3 | 32,1 | 32,0 | 31,7 | 31,5 | 32,4 |
Уртаса температура, °C | 26,9 | 27,3 | 27,6 | 27,7 | 28,0 | 27,9 | 27,4 | 27,5 | 27,2 | 27,1 | 26,8 | 26,7 | 27,3 |
Уртаса минимум, °C | 23,4 | 23,6 | 24,0 | 24,3 | 24,6 | 24,3 | 23,8 | 23,9 | 23,8 | 24,0 | 23,8 | 23,6 | 23,9 |
Абсолют минимум, °C | 17,8 | 18,0 | 18,9 | 20,6 | 20,5 | 19,1 | 20,1 | 20,0 | 21,0 | 20,0 | 20,7 | 19,0 | 17,8 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 193 | 198 | 257 | 290 | 197 | 131 | 148 | 162 | 214 | 265 | 321 | 252 | 2627 |
Сығанаҡ: Погода и Климат |
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Куала-Лумпурға 1857 йылда нигеҙ һалына. 1880 йылдан алып 1978 йылға тиклем — Селангор провинцияһы (штаты) үҙәге. 1946—1957 йылдарҙа шул уҡ ваҡытта британия колонияһы үҙәге, 1957—1963 бойондороҡһоҙ Малайя Федерацияһының баш ҡалаһы[2].
Һуңғы модернизм һәм постмодернизм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Петронас башнялары (452 метр, 88 ҡат — донъялағы иң бейек ҡоролмаларҙың береһе)
-
Петронас башнялары төндә
Башҡа иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 5 ҙур парктар (иң әһәмиәтлеһе — «Үҙәк күлле парк» (мал. Taman Tasik Perdana): орхидеялар паркы, күбәләктәр паркы, ҡоштар паркы, Милли мәсет, Ислам сәнғәте музейы, Милли монумент, кәмә станциялары, спорт һәм балалар майҙансыҡтары, асыҡ эстрада менән) һәм бихисап скверҙар.
- ҡала янында «Zoo Negara» гигант зоопаркы.
- ҡайһы бер битләүҙәрҙә кеше аяғы баҫмаған һаҡланған урман участкалары (Bukit Nanas).
- ҡытай кварталы.
- музей менән һөнәрселек комплексы (Kompleks Kraf).
- Royal Selangor фабрикаһының туристик үҙәге.
- ҡала үҙәгендә Kampung Bahru малай ауылы.
- П. Рамли мемориаль музейы.
-
Ҡоштар паркы өҫтөнән ауы
-
Ҡоштар паркындағы күренеш
-
Фламинго менән быуа
-
Ҡояшлы аратинга
-
Токо тукан
Туғандаш-ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дәүләт | Ҡала | Хеҙмәттәшлек | Иҫкәрмәләр |
---|---|---|---|
Германия | Берлин | туғандаш-ҡала | [3][4] |
Һиндостан | Ченнаи | туғандаш-ҡала | [3][5] |
Һиндостан | Дели | туғандаш-ҡала | [3][6] |
Иран | Шираз | туғандаш-ҡала | [7] |
Иран | Исфахан | туғандаш-ҡала | [3][8][9] |
Иран | Мәшһәд | туғандаш-ҡала | [3][10] |
Япония | Осака | ҡала-эш партнеры | [3][9][11] |
Малайзия | Малакка | туғандаш-ҡала | [3][9] |
Марокко | Касабланка | туғандаш-ҡала | [3][9] |
Пакистан | Карачи | туғандаш-ҡала | [12] |
Пакистан | Лахор | туғандаш-ҡала | [12] |
Төркиә | Анкара | туғандаш-ҡала | [3][9][13] |
Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре | Дубай | туғандаш-ҡала | [3] |
Бөйөк Британия | Лондон | туғандаш-ҡала | [3] |
АҠШ | Нью-Йорк | туғандаш-ҡала | [3] |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ф. Л. Агеенко. Словарь собственных имён русского языка . Издательство «Мир и Образование» (2010). Дата обращения: 9 март 2014.
- ↑ Погадаев, В. А. Куала-Лумпур. — в Малайзия. Карманная энциклопедия. М.: Муравей-Гайд, 2000, с. 31
- ↑ 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 3,10 3,11 KL’s Город-побратим . Poskod Malaysia. Дата обращения: 20 май 2013.
- ↑ US twin city for Subang Jaya? The Star. Дата обращения: 20 май 2013. 2009 йыл 22 февраль архивланған.
- ↑ Chennai, Kuala Lumpur sign Город-побратим pact, The Hindu (26 November 2010). 26 ноябрь 2010 тикшерелгән. 2010 йыл 29 ноябрь архивланған.
- ↑ Kumar Das, Arun. Delhi to London, it's a sister act, The Times of India (7 July 2002). 30 август 2008 тикшерелгән.
- ↑ Sister Cities of Shiraz
- ↑ Sisterhoods . Isfahan Islamic Council (2005). Дата обращения: 4 декабрь 2007. Архивировано 12 октябрь 2007 года.
- ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 About Members: Kuala Lumpur . Asian-Pacific City Summit. Дата обращения: 3 ноябрь 2007. 2011 йыл 25 апрель архивланған.
- ↑ Mashad-Kuala Lumpur Become Sister cities, FARS News Agency (14 October 2006). 4 декабрь 2007 тикшерелгән. 2011 йыл 14 июль архивланған.
- ↑ ビジネスパートナー都市 (BPC) (билдәһеҙ). Osaka City Government (28 декабрь 2009). Дата обращения: 23 сентябрь 2010. 2013 йыл 20 ғинуар архивланған.
- ↑ 12,0 12,1 Eight Pakistani cities have 47 sister cities around the world . Associated Press of Pakistan. Дата обращения: 8 июль 2013. 2015 йыл 20 декабрь архивланған.
- ↑ Kardeş Kentleri Listesi ve 5 Mayıs Avrupa Günü Kutlaması [via WaybackMachine.com] (билдәһеҙ). Ankara Büyükşehir Belediyesi — Tüm Hakları Saklıdır. Дата обращения: 21 июль 2013. Архивировано 14 ғинуар 2009 года. 2009 йыл 14 ғинуар архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Я познаю мир: Детская энциклопедия: Города мира. Автор Е. Чекулаева; — М.: ООО «Фирма „Издательство АСТ“»; ООО «Издательство „Апрель“», 1999—480 с.: ил.
- Pogadaev, Victor. Dari Kuala Lumpur ke Moscow //Dewan Bahasa. Mac 2004, 24—29.