Эстәлеккә күсергә

Малай теле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Малай теле
Телдең үҙатамаһы

Bahasa Melayu, بهاس ملايو

Рәсми хәле

Малайзия Малайзия
Бруней Бруней
Сингапур Сингапур

Идара итеүсе ойошма

Малайзия һәм Брунейҙа тел һәм әҙәбиәт берлеге (Dewan Bahasa dan Pustaka), Индонезияла(Pusat Bahasa) тел үҙәге.

Был телдә һөйләшеүселәр һаны

10 296 000[1]

Телде белеүселәр

54

Классификация
Категория

Евразия телдәре

Австронезий төркөмө

Малай-полинезий тармағы
Көнбайыш бүлеге
Көнбайыш Зонд зонаһы
Малай-чам тармағы
Малайская группа
Әлифба

латиница, джави

Тел коды
ГОСТ 7.75–97

маз 420

ISO 639-1

ms

ISO 639-2

may (B); msa (T)

ISO 639-3

msa и др.

Был телдә Википедия

Малай теле (Bahasa Melayu) — австронезий телдәренең береһе (малай-полинезий тармағының, көнбайыш бүлеге). Суматра утрауында, Малакка ярымутрауында, Борнео утрауының яр буйы райондарында, шулай уҡ башҡа бәләкәй утрауҙарҙа таралған.

Тәүге урта быуаттан башлап малай теле этник-ара аралашыу теле һәм «яр буйы цивилизацияһының» малай ареалы (Малай архипелагы, Малакка ярымутрауы, Һинд-Ҡытайы һәм Яңы Гвинеяның яр буйы) илдәр-ара бәйләнеш теле булып тора. Ислам һәм христиан Dorofeeva, Tatiana V. (2011) Bahasa Melayu Seumpama Bahasa Latin di Rantau Nusantara (Малайский — латынь Нусантары). таратыусы тел. Малай телендә төрлө жанрҙағы (урындағы, тәржемә ителгән) бик бай әҙәби әҫәрҙәр бар.

Малай теленең беренсе ҡомартҡылары — Суматра һәм Бангка утрауҙарында ташҡа яҙылған көньяҡ һинд тибындағы хат-яҙмалар (VII быуат). Суматраның ҡайһы бер райондарында ныҡ үҙгәртелгән «каганга» һәм «ренчонг» тип аталған һинд хаттары ҡалған.

XIV быуаттан ислам дине менән бергә ғәрәп яҙмаһы «джави» тарала. XIX быуаттан латин хәрефтәре индерелә — Индонезияла был хәрефтәр XX быуат башында кодлаштырыла, Малайзия менән Сингапурҙа — 1957 йылдан һуң.

Малайзияла 1969 йылдан «малайзий теле» (Bahasa Malaysia) тигән атама индерелә, 1990 йылдан киренән «малай теле» (Bahasa Melayu) тигән ғәҙәти атамаһы кире ҡайтарыла.

Малай телендә махсуслашҡан билдәле лингвистар араһынан Асмах Хаджи Омарҙы һәм Абдулла Хассанды билдәләргә була.

Малай теле Малайзияла, Брунейҙа, Сингапурҙа (Сингапурҙа инглиз, ҡытай, тамил телдәре менән бергә), Индонезияла дәүләт теле булып тора. 1972 йылда латин хәрефтәре нигеҙендә берҙәм яҙма системаһы индерелә, орфографик ҡағиҙәләр яҡынайтыла.

Рәсми статуслы ерле һөйләш итеп малайзия һәм индонезия телдәрен иҫәпләргә була.

Минангкабау телен дә ҡай саҡ малай теленең ерле һөйләше тип йөрөтәләр.

Малай теле — агглютинатив тел. Һүҙ яһалышының 3 төрө бар: аффикстар ярҙамында, тамырҙары ҡушып төҙөлгән ҡушма һүҙҙәр, редупликаттар ярҙамында.

Һүҙҙең тамырына аффикстар ҡушып, тағы сикһеҙ күп аңлатмалар барлыҡҡа килтерергә мөмкин. Мәҫәлән, ajar (өйрәтергә); belajar (өйрәнергә); pelajar (уҡыусы); pengajar (уҡытыусы); pengajaran (дәрес); pembelajaran (уҡытыу, өйрәтеү) һ.б. Суффикстарҙан һәм префикстарҙан башҡа малай теленә шулай уҡ циркумфикстар һәм инфикстар хас.

Малай телендәге исемдәр зат менән айырылмайҙар, хатта исемдәрҙең күбеһе ике затта ла ҡулланыла. Мәҫәлән, dia алмашы ике заттыла аңлата. Сит телдәрҙән алынған һүҙҙәр генә зат менән үҙгәртелә — puteri (принцесса) һәм putera (принц).

Исемдәр шулай уҡ һан менән дә үҙгәрмәй, тамырҙы редупликациялап ҡына исемдең күплектәлеген сағылдырып була. Әгәр контекста күплелек аңлашылһа, редупликация ҡулланылмай. Редупликация шулай уҡ яңы һүҙҙәр яһаусы функцияһын да үтәй, мәҫәлән, kupu-kupu (күбәләк). Тик бындай һүҙҙәрҙе мотлаҡ күплектә тип иҫәпләргә булмағанлыҡтан бер ни тиклем ҡыйынлыҡтар тыуҙыра.

Малай һәм индонези телдәре араһында айырмалыҡтар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ошо ике тел оҡшаған һымаҡ булһалар ҙа (ҡайһы бер лингвистар индонези теле малай теленең диалекты, тип иҫәпләй), улар араһында айырма бик күп.

Ике телдең дә хәҙерге заман орфографияһындағы айырманың күп түгеллеге тарихи факторҙар менән бәйле. Мәҫәлән, аҡса һүҙе малай телендә — wang, индонези телендә — uang, тип яҙыла. Һүҙҙәрҙәң яңғырауында айырма күберәк, хәйер, әйтелеше ике тел сиктәренә ҡарағанда аныҡ төбәккә нығыраҡ бәйләнгән.

Ике тел араһында лексик айырмалар шаҡтай ҙур һәм төрлө телдәрҙән алынған һүҙҙәргә генә түгел (индонезия теленә голланд теленең йоғонтоһо ҙур, ә малай теленә — инглиз тел), шулай уҡ специфик лексикаға ла ҡағыла. Бер үк һүҙҙәрҙең семантикаһында бик ҙур айырмалар бар. Малай телендәге автомобиль һүҙе kereta була, индонези телендә — mobil, oto, ә kereta һүҙе индонезия телендә — поезд була. Башҡа миҫалдар (башҡ. — мал. — индон.): Раштыуа — Krismas — Natal; экспорт — eksport — ekspor; больница — hospital — rumah sakit; июнь — Jun — Juni; март — Mac — Maret; паспорт — passport — paspor.

Ике телдә лә бер төрлө әйтелгән ҡайһы бер һүҙҙәр төрлө мәғәнәле булыуы мөмкин. Мәҫәлән, polisi — һүҙе малайса — сәйәсәт (политика), индонезиса — полиция тигәнде аңлата, ә polis һүҙе — киреһенсә.

Специфик лексика, бигерәк тә фәнни терминдар, икенсе төрлө яҙыла: (башҡ. — мал. — индон.): халыҡ-ара — antarabangsa — internasional; БМО-ның Генераль Ассамблеяһы — Perhimpunan Agung BB — Majelis Umum PBB; — БМО-ның Хәүефһеҙлек Кәңәшмәһе — Majlis Keselamatan BB — Dewan Keamanan PBB; инженер — jurutera — insinyur; трактор — jentarik — traktor; самолёт — kapal terbang — pesawat terbang; танк — kereta kebal — tank.

Бер үк һүҙҙәрҙең семантик айырмалыҡтары бигерәк ҙур: bisa (мал. ағыу; индон. алыуб мөмкин булыу, көс, хәл), anngota (мал. тән ағзалары; индон. фирҡә ағзаһы), ahli (мал. фирҡә ағзаһы; индон. белгес).

Ике телдәрҙең орфография айырылғанға күрә, түбәндәге таблицала индонезия һәм малай хәрефтәре һәм хәреф бәйләнештәре күрһәтелгән.

Хәреф/хәрефтәр бәйләнеше IPA Уҡылышы
a [a] а
ai; ei [ɛi] эй, ай
ai [ai] ай
au [au] ао, aу
b [b] б
c (иҫк. tj, ch) [t͡ʃ] ч
d (иҫк. dh) [d] д
e (иҫк. é, ĕ) [ə], [ɛ] ә, э
eu [?] ё
f [f] ф
g [g] г
h [h] һ
i [i] и
Хәреф/хәрефтәр бәйләнеше IPA Уҡылышы
j (иҫк. dj) [d͡ʒ] дж
k [k] к
kh (иҫк. ch) [x] х
l [l] л
m [m] м
n [n] н
ng [ŋ] ң
ngg [ŋg] ңг
ngk [ŋk] ңк
ny [ɲ] нь
nj [nd͡ʒ] ндж
o [o] о
oe (иҫк.) [u] у
Хәреф/хәрефтәр бәйләнеше IPA Уҡылышы
oi [oi̯] / /ʊi̯/ ой
p [p] п
r [r] р
s (иҫк. th) [s] с
sy (иҫк. sj) [ʃ] щ, ш
t [t] т
u (иҫк. oe) [u] у
v /v/ ~ /f/ в
w w у, в
y [j] й, (я, ю)
z /z/ ~ /s/ з
'
(тамаҡ бәйләнеше)
[ʔ] к

Специализация булараҡ малай теле Рәсәйҙең М. В. Ломоносов исмендәге Мәскәү дәүләт университетының Азия-Африка илдәре институтында 1973 йылдан башлап өйрәнелә. Башҡа уҡыу йорттарында (Мәскәү дәүләт Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты, Санкт-Петербург дәүләт университеты һ.б) ул индонези телен өйрәнеүселәргә өҫтәлмә тел булараҡ уҡытыла.

Малайзияла малай теле инглиз теле менән берлектә ҡулланыла  Серем ҡалаһының католик сиркәүендә дине хеҙмәт малай телендә үтәлә. 
  1. Malay // Lewis, M. Paul (ed.), 2009. Ethnologue: Languages of the World, Sixteenth edition. Dallas, Tex.: SIL International
  • Дорофеева Т. В. История письменного малайского языка (VII — начала XX вв. М.: Гуманитарий, 2001.
  • Дорофеева Т. В., Кукушкина Е. С. Учебник малайского (малайзийского) языка. М. Академия гуманитарных исследований, 2006.
  • Дорофеева Т. В., Кукушкина, Е. С., Погадаев В. А. Большой малайско-русский словарь. Около 60 000 слов. Консультант почётный профессор Асмах Хаджи Омар. М.: «Ключ-С», 2013, 1024 с. ISBN 978-5-93136-192-5
  • Погадаев В. А., Ротт Н. В. Русско-малайзийский словарь. M.: «Русский язык», 1986.
  • Погадаев В. А., Захаров С. С. Русско-малайский разговорник (Kamus mini Rusia-Melayu). М., 1997.
  • Ротт Н. В., Погадаев, В. А., Павленко А. П. Малайзийско-русско-английский словарь. M.: «Русский язык», 1977.