Донъя телдәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Донъя телдәре
Был исемлектә тел[d]
Исемлеккә ҡараған категория Категория:Телдәр һәм Категория:Тел исемлектәре
Commons-logo.svg Донъя телдәре Викимилектә
Төп тел ғаиләләре картаһы
Тел ғаиләләре

Ерҙә  7 меңдән[1] ашыу тел бар.

Коммуникациялар үҫкән һайын йәнле телдәр һаны ике аҙнаға  1 тел тиҙлеге менән ҡыҫҡара бара [2].

Иң таралған 40 телдә Ер халҡының 2/3 өлөшө һөйләшә. Бөтәһенән элек ҡытай, һинд, инглиз, испан, ғәрәп, рус һәм португал телдәрендә һөйләшеүселәр күп.  Француз теле ярайһы уҡ киң таралған, әммә уны туған (беренсе) теле тип һанаусылар һаны сағыштырмаса әҙ.  

Әлеге ваҡытта юғалып барғандар иҫәбенә 400-ләп тел инә.  

Тел  шул телдә һөйләшкән һуңғы кеше менән бергә үлә, шунлыҡтан яҙмаһы булмаған халыҡтарға юҡҡа сығыу айырыуса көслө янай[3].

Телдәрҙең һәләк булыу сәбәптәренең береһе — һөйләшеүселәрҙең һибелеп ултырыуы. Планета халҡының 80 процентына —  80 тел, ә 3,5 мең телгә ни бары 0,2 процент тура килә.  Телдәрҙең юғалыуына килтергән төп сәбәптәр тип глобалләшеү һәм миграция атала. Кешеләр ауылдарҙан ҡалаларға китә һәм үҙ халҡының телен юғалта[4].

Әле булған телдәрҙең яртыһы тиерлек  XXI быуат уртаһына ҡулланыуҙан төшөп ҡаласаҡ[5]. Күп телдәр уларҙа һөйләшеүселәрҙең көслөрәк тел мөхитенә инеүе арҡаһында юғала, шунлыҡтан тәү сиратта дәүләтселеге булмаған әҙ һанлы халыҡтарҙың теленә юғалыу хәүефе янай. Әгәр телде балаларҙың 70 проценттан кәме өйрәнһә, ул юғалып барыусылар иҫәбенә инә.  ЮНЕСКО-ның «Юғалыу хәүефе аҫтындағы донъя телдәре атласы» мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта  Европала яҡынса  50 телгә юғалыу янай.

Австралия, Һинд-Ҡытай, Америка, Африкалағы һәм  утрауҙарҙағы ерле халыҡтарҙың  телдәре бигерәк тә ҙур хәүеф аҫтында.  

Телдәр систематикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғаилә —  бөтә тел систематикаһы нигеҙләнгән база кимәле. Ғаилә — база исемлегендәге (Сводеш исемлегенең йөҙ һүҙле варианты) һүҙҙәрҙең кәм тигәндә 15 проценты тап килгән һәм бер-береһенә ярайһы уҡ алыҫ туған булған телдәрҙең тупланмаһы. 

Һәр ғаилә тармаҡтарға, төркөмдәргә айырыла.  

Мәҫәлән, һинд-европа ғаиләһендәге тармаҡтар: анатолия, тохар, кельт, балт-славян, һинд-иран, герман, италий-роман, грек-македон, әрмән, албан һәм  шартлы рәүештә палеобалкан  зонаһына берләштерелгән боронғо телдәр.

Иң ныҡ таралған тел ғаиләләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Һинд-европа телдәре ~ 2,5 млрд кеше, был ғаиләгә һинд-арий телдәре, герман телдәре һәм   балт-славян телдәре лә инә;
  2. Син-тибет телдәре ~ 1,2 млрд кеше, төп  ҡытай теле  лә инә;
  3. Урал-алтай телдәре (ғаиләнән өҫтөн кимәл берләшмәһе) ~ 500 млн кеше, төп  төрки телдәр  ҙә инә.

Донъя әһәмиәтендәге телдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Түбәндәге  телдәрҙе хәҙерге халыҡ-ара телдәр тип иҫәпләргә була[6] (телдә һөйләшеүселәрҙең дөйөм һаны кәмей барыу тәртибендә):

50 миллиондан ашыу кеше өсөн туған тел булған телдәр. Мәғлүмәт сығанағы: Ethnologue[7] макротелдәрҙән (ҡытай, ғәрәп) тыш
Ранг Тел Туған тел Икенсе тел Һөйләшеүселәрҙең дөйөм һаны
1 Ҡытай теле[8] 1,2 миллиард 300 миллионға тиклем 1,5 миллиардҡа тиклем
2 Инглиз теле 500 миллион 1 миллиардҡа тиклем 1,5 миллиардҡа тиклем
3 Испан теле [9] 425 миллион 125 миллионға тиклем 550 миллионға тиклем 
4 Ғәрәп теле [10] 300 миллион 120 миллионға тиклем 420 миллионға тиклем 
5 Португал  теле[11] 230 миллион 30 миллионға тиклем 260 миллионға тиклем
6 Рус теле   160 миллион 100 миллионға тиклем 260 миллионға тиклем
7 Немец теле [12] 120 миллион 80 миллионға тиклем 200 миллионға тиклем
8 Француз теле [13] 75 миллион 195 миллионға тиклем 270 миллионға тиклем

Халыҡ-ара телдәрҙең таралыу картаһы  [үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ-ара телдәрҙең таралыуын күрһәткән карталар:

БМО-ның рәсми телдәре [үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Инглиз, ғәрәп, испан, ҡытай, рус һәм француз  телдәре Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының   рәсми телдәре  булып тора[14].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Иванов В. В. Языки мира // Лингвистический энциклопедический словарь / Главный редактор В. Н. Ярцева. — М.: Советская энциклопедия, 1990. — 685 с. — ISBN 5-85270-031-2.