Һинд-Ҡытай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һинд-Ҡытай
фр. Indochine
Характеристикалары
Майҙаныяҡынса 2 млн км²
Иң бейек нөктәһе3053 м
Урынлашыуы
16°00′ с. ш. 101°00′ в. д.HGЯO
Йыуыусы акваторияБенгал ҡултығы, Андаман диңгеҙе, Сиам ҡултығы, Көньяҡ-Ҡытай диңгеҙе
Азия
Точка
Һинд-Ҡытай
 Һинд-Ҡытай Викимилектә

Һинд-Ҡытай (франц. Indochine) — Көньяҡ-Көнсығыш Азияла урынлашҡан ярымутрау.

Этимология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атамаһын европалылар (француздар) «Һиндостан» һәм «Ҡытай» һүҙҙәренән төҙөгән, сөнки улар ярымутрау халҡында бер үк ваҡытта һинд һәм ҡытай һыҙаттарын күргән[1].

Урынлашыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ярымутрауҙың майҙаны яҡынса 2 млн км² тәшкил итә. Һинд-Ҡытай көнбайышта Һинд океанының Бенгал ҡултығы һәм Андаман диңгеҙе, Малакка боғаҙы, көньяҡта һәм көнсығышта Тымыҡ океандың Көньяҡ-Ҡытай диңгеҙе, Сиам һәм Бакбо (Тонкин) ҡултыҡтары менән уратып алынған. Ярымутрауҙың төньяҡ сиге Ганг һәм Брахмапутра йылғаларының дельтаһынан алып Хонгха йылғаһының дельтаһына тиклем шартлы рәүештә үткәрелә. Һинд-Ҡытайҙың көньяҡ осо Кра муйынан көньяҡтараҡ һуҙылған Малакка ярымутрауын барлыҡҡа килтерә. Бында Евразия материгының һәм Азия ҡитғаһының иң көньяҡ нөктәһе — Пиай мороно урынлашҡан.

Климат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Климаты субэкваториаль муссонлы, ә Малакка ярымутрауында — экваториаль. Ярымутрауҙың тигеҙлекле өлөшөндә уртаса температура 20°С-тан түбән төшмәй, яҙын һәм йәйен 28—30°С-ҡа тиклем барып етә. Тауҙарҙа температура 15°С-ҡа һәм унан да түбәнерәк төшә.

Елгә ҡаршы ятҡан көнбайыш тау битләүҙәрендә йылына 2,5—5 мең мм яуым-төшөм яуа, иң күп ямғырлы осоро — йәй. Ярымутрауҙың эске райондарында йылына урыны менән 1 мең мм-ҙан аҙыраҡ яуым-төшөм яуа. Һинд-Ҡытайҙың көнсығыш яр буйында иң күп ямғырлы осоро ҡыш миҙгеленә тура килә, бында йылына 2 мең мм-ға тиклем яуым-төшөм яуа.

Рельеф[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡултыҡтары һәм яр буйы утрауҙары күп булған Һинд-Ҡытайҙың көнбайыш өлөшөнән айырмалы рәүештә уның көнсығыш ярҙары бүленмәгән тиерлек. Ярымутрауҙың ландшафты нигеҙҙә таулы, һырттарҙың йүнәлештәре башлыса меридиональ һәм субмеридиональ. Һинд-Ҡытайҙың көнбайыш өлөшөндә иң бейек тубәһе Виктория тауы (3053 м) менән Аракан тауҙары урынлашҡан. Ярымутрауҙың үҙәк өлөшөндә Шан ҡалҡыулығы ята. Бында уҡ Танентаунджи һырты башлана һәм Малакка ярымутрауында тамамлана. Һинд-Ҡытайҙың көнсығыш өлөшөндә Чыонгшон (Аннам) тауҙары урынлашҡан. Һинд-Ҡытай ярымутрауының тауҙары киң уйһыулыҡтар менән бүленгән, шулар араһында Иравади, Менам һәм Камбоджа тигеҙлектәре, һәм тағы ла Корат платоһы бар.

Ярымутрауҙың иң ҙур күле — Тонлесап күле, ә иң ҙур йылғалары — Меконг, Иравади, Салуин, Чаупхрая интенсив рәүештә һуғарыу өсөн файҙаланыла.

Флора[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һинд-Ҡытай ярымутрауының флораһы башлыса ҡатмарлы составтағы дымлы тропик урмандарҙан тора, улар елгә ҡаршы көнбайыш тау битләүҙәрен ҡаплайҙар. Һаҙлыҡлы яр буйҙарында мангр ҡыуаҡлыҡтары өҫтөнлөк итә. Ярымутрауҙың тигеҙлектәре эшкәртелгән, төп ауыл хужалығы культураһы — дөгө. Малакка ярымутрауында каучук ағастары үҫтерелә.

Файҙалы ҡаҙылмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҡ ҡурғаштың һәм вольфрамдың ятҡылыҡтары нигеҙҙә Малакка ярымутрауында урынлашҡан.

Дәүләттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һинд-Ҡытай ярымутрауында түбәндәге дәүләттәр урынлашҡан: Вьетнам, Камбоджа, Лаос, Малайзия, Мьянма (күп өлөшө), Таиланд һәм тағы ла Бангладештың бәләкәй генә өлөшө[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Краткий топонимический словарь. — Москва: Мысль, 1966. — 32 000 экз.
  2. Индокитай — БСЭ — Яндекс. Словари 2014 йыл 14 август архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]