Иравади

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иравади
бирм. ဧရာဝတီ
Характеристика
Оҙонлоғо 2170 км
Бассейн 411 000 км²
Һыу сығымы уртаса: 13 000−14 000 м³/с (түбәнге ағымында)
Һыу ағымы
Инеше ҡушылған йылғалар: Мали менән Нмай
 · Урынлашыуы Гималайҙарҙың көнсығыш битләүҙәре
 · Координаталар 25°42′35″ с. ш. 97°29′55″ в. д.HGЯO
Тамағы Андаман диңгеҙе
 · Координаталар 15°46′39″ с. ш. 95°03′49″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Ил Мьянма Мьянма
Иравади (Мьянма)
Точка
Точка
— инеше, — тамағы
Иравади Викимилектә

Ирава́ди[1] (бирм. ဧရာဝတီЭявади[2]) — Мьянманың иң ҙур йылғаһы.

Гидрография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Оҙонлоғо — яҡынса 2170 км, бассейн майҙаны — яҡынса 411 000 км².

Иравади Гималайҙарҙың көньяҡ-көнсығыш битләүҙәрендә Мали һәм Нмай йылғалары ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.

Сикайн ҡалаһы янында

Иравади йылғаһы Мьянма территорияһын төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай үтә. Иравади һәм уның ҡушылдыҡтары тәрән тарлауыҡтар, джунглиҙар аша үтә, йылға йырғаһы тупһалы. Мьичина ҡалаһынан түбәнерәк Иравади үҙәне киңәйә, йырғаһы 800 метрға барып етә. Артабан йылға Шан таулығының көнбайыш өлөшө аша 3 тарлауыҡ барлыҡҡа килтереп аға, бында йырғаның киңлеге 50-100 м тәшкил итә.

Урта һәм түбнге ағымында йылға киң Иравади тигеҙлеге буйлап аға. Тамағынан 300 км юғарыраҡ яҫы, ныҡ һаҙланған һәм джунглиҙар менән ҡапланған Иравади дельтаһы башлана. Дельтаның майҙаны яҡынса 30 мең км² (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 48 мең км²). Андаман диңгеҙе буйлап дельта 240 км-ға һуҙылған. Иравади дельтаһының 9 тармағы буйлап һыуҙарын Һинд океанына ҡоя.

Түбәнге ағымында уртаса һыу сығымы 13-14 мең м³/сек тәшкил итә; айырыуса көслө ямғырҙар осоронда 40 000 м³/с тиклем һәм унанда юғарыраҡ булырға мөмкин.

Иравади йылғаһы Мьянманың мөһим һыу транспорты артерияһы булып тора.

Фараз буйынса гидроним санскриттағы аиравати («фил йылғаһы») һүҙенән барлыҡҡа килә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 135.
  2. Инструкция по русской передаче географических названий Бирмы. — М.: Наука, 1978. — С. 25.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ