Штат

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Штат (нем. Staat «дәүләт, хөкүмәт») — ҡайһы бер федераль субъекттарҙа (дәүләттәрҙә) билдәле бер кимәлдә суверенитетҡа эйә булған административ-территориаль берәмектәр атамаһы. Штаттың хоҡуҡи һәм юридик статусы, шулай уҡ уның власть органдарының компетенцияһы күләме һәм кимәле союздың конституцияһы менән билдәләнә[1]. Бынан тыш, ҡайһы бер дәүләттәрҙә штаттар үҙҙәренең конституцияларына эйә[1].

Штат башлығы булып, ҡағиҙә булараҡ, губернатор тора, ул халыҡ тарафынан һайлана йәки федератив дәүләттең состав өлөшө башлығы йәки унитар дәүләттең административ берәмеге башлығы итеп тәғәйенләнә.

Ил парламентының юғары палатаһында һәр штаттың үҙ вәкилдәре бар, уларҙың һаны закон менән билдәләнә — ул дәүләт халҡына бәйле булыуы мөмкин (мәҫәлән, Һиндостан), йәки һәр дәүләттең парламентта бер үк һандағы вәкилдәре бар (мәҫәлән, АҠШ, Бразилия)[1].

Федераль эквивалентҡа эйә булған вазифалар һәм штат органдары өсөн ғәҙәттә федераль кимәлдән башҡа терминология ҡулланыла (мәҫәлән: президент — губернатор, хөкүмәт — дәүләт советы, милли ассамблея - штаттың генераль ассамблеяһы)

Штаттары булған дәүләттәр исемлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ил Штаттар һаны Иң ҙур штат Иң бәләкәй штат Иң күп халыҡлы штат Иң аҙ халыҡлы штат
Австралия Австралия 6 Flag of Western Australia.svg Көнбайыш Австралия (2 645 615) Flag of Tasmania.svg Тасмания (90 758) Flag of New South Wales.svg Яңы Көньяҡ Уэльс (7 099 700) Flag of Tasmania.svg Тасмания (502 600)
Бразилия Бразилия 26 Bandeira do Amazonas.svg Амазонас (1 570 745) Bandeira de Sergipe.svg Сержипи (21 910) Bandeira do estado de São Paulo.svg Сан-Паулу (40 442 795) Bandeira de Roraima.svg Рорайма (451 227)
Венесуэла Венесуэла 23 Flag of Bolívar State.svg Боливар (240 528) Flag of Nueva Esparta.svg Нуэва-Эспарта (1 150) Flag of Zulia State.svg Сулия (3 620 200) Flag of Amazonas Indigenous State.svg Амасонас (142 200)
Һиндостан Һиндостан 28 Раджастхан (342 236) Гоа (3702) Seal of Uttar Pradesh.png Уттар-Прадеш (190 891 000) Seal of Sikkim color.png Сикким (540 493)
Малайзия Малайзия 13 Flag of Sarawak.svg Саравак (124 450) Flag of Perlis.svg Перлис (821) Flag of Selangor.svg Селангор (5 411 324) Flag of Perlis.svg Перлис (227 025)
Мексика Мексика 31 Flag of Chihuahua.svg Чиуауа (244 938) Flag of Tlaxcala.svg Тласкала (4016) Flag of Mexico (state).png Мехико (15 175 862) Flag of Baja California Sur.svg Көньяҡ Түбәнге Калифорния (424 041)
Федеративные Штаты Микронезии Микронезия 4 Flag of Pohnpei (1977-1992).svg Понпеи (346) Flag of Kosrae.svg Кусаие (110) Flag of Chuuk.svg Чуук (53 595) Flag of Kosrae.svg Кусаие (7 686)
Нигерия Нигерия 36 Нигер (76 363) Лагос (3 475) Кано (13 383 682) Эбоньи (1 739 136)
Америка Ҡушма Штаттары АҠШ 50 Flag of Alaska.svgАляска (1 717 854) Flag of Rhode Island.svg Род-Айленд (4 005) Flag of California.svg Калифорния (37 253 956) Flag of Wyoming.svg Вайоминг (532 668)

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 [ Штат] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә