Эстәлеккә күсергә

Тбилиси

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тбилиси
груз. თბილისი
Байраҡ[d]
Нигеҙләү датаһы 455
Рәсем
Рәсми атамаһы თბილისი
Этнохороним Tbilissienne[1], Tbilissien[1], Tbilisano, тбілісец, тбіліска, тбілісцы, тбилисец, тбилиска һәм тбилисцы
Рәсми тел Грузин теле
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт  Грузия[2]
Административ үҙәге Грузия, Грузино-Имеретинская губерния[d], Картли-Кахетинское царство[d], Рейхскомиссариат Кавказ[d], Тифлис губернаһы[d], Тифлис өйәҙе[d], Грузия ССР-ы[d], Закавказская демократическая федеративная республика[d], Кавказ аръяғы Социалистик Федератив Совет Республикаһы[d], Социалистическая Советская Республика Грузия[d], Тбилисский эмират[d], Иберия, Грузия батшалығы, Картлийское царство[d], Грузия[d], Военный совет (Грузия)[d], Q3591823?, Грузия Демократик Республикаһы[d], Кавказ наместниклығы[d] һәм Тбилисская область[d]
Административ-территориаль берәмек Грузия[2]
Сәғәт бүлкәте UTC+4:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Кура[d]
Геомәғлүмәттәр Data:Georgia/Tbilisi.map
Хөкүмәт башлығы Кахабер Каладзе[d]
Етәксе орган Мэрия Тбилиси[d]
Закондар сығарыу органы Сакребуло Тбилиси[d]
Ойошма ағзаһы Всемирная федерация туристических городов[d][3]
Халыҡ һаны 1 118 035 кеше (2014)
Административ рәүештә бүленә Глдани[d], Дидубе (район)[d], Ваке[d], Исани[d], Крцаниси[d], Мтацминда[d], Надзаладеви[d], Сабурталинский административный район[d], Район Самгори[d] һәм Чугурети[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 575 метр
Валюта грузинский лари[d]
Туғандаш ҡала Саарбрюккен[d][4][5][6][…], Любляна[4][7][6], Инсбрук[8][4][9], Палермо[10][4][6][…], Киев[11][4][12][…], Вильнюс[13][14][15][…], Кишинёв[4][16][17][…], Краков[4][18][9][…], Львов[19][4][6], Одесса[20][4][6], Люблин[21][22][6], Рига[4][23][6], Харьков[4][9][24][…] һәм Баҡы[4][25][9]
Ҡулланылған тел Грузин теле, урыҫ теле, Әрмән теле, Әзербайжан теле һәм ҡорд телдәре
Майҙан 720 км²
Почта индексы 0100–0199
Рәсми сайт tbilisi.gov.ge
Урынлашыу картаһы
Подробная карта
Мисәттең/эмблеманың һүрәтләнеше
Вид в ночное время
Панорамный вид
Тема иҡтисады economy of Tbilisi[d]
Зимнее изображение
Вид с воздуха
Иң тәүге яҙма ваҡыты IV быуат
Урындағы телефон коды 32
Категория для почётных граждан субъекта Категория:Почётные граждане Тбилиси[d]
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Тбилиси[d]
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы Category:Films shot in Tbilisi[d]
Карта
 Тбилиси Викимилектә

Тбили́си (груз. თბილისი tʰ'biliˌsi Tbilisi.ogg [26][27] — «йылы сығанаҡ», урыҫса «тёплый источник») — Грузияның баш ҡалаһы[28]. Кура йылғаһы буйында урынлашҡан һәм 1,5 миллионға яҡын халҡы менән илдең иң ҙур ҡалаһы һанала. Уға V быуатта нигеҙ һалынған. Европа менән Азия сигендә урынлашыуы арҡаһында Тбилиси күп тапҡыр Кавказдағы төрлө көстәрҙең үҙ-ара бәхәсенә сәбәпсе була. Ҡаланың күп ҡырлы һәм бай тарихы уның архитектураһында сағылыш тапҡан: Руставели һәм Давид Агмашенебели проспекттарынан башлап, Нарикала районындағы иртә урта быуаттар осоронан һаҡланып ҡалған тар урамдарға хәтлем — барыһы ла үҙенсәлекле күренеште тәшкил итә.

Тбилиси — дәүләт әһәмиәтендәге ҡала, Грузияның административ-территориаль бүленешенә ярашлы, илдәге крайҙарға тиңләштерелгән Тбилиси муниципалитетын тәшкил итә. Майҙаны 726 км²[29], халҡы &&&&&&&&01113000.&&&&&01 113 000 кеше (2016 йыл)[30].

«Тбилиси» атамаһы тәүге тапҡыр IV быуатта телгә алына; уның килеп сығыуын ҡалала булған йылы көкөртлө сығанҡтар менән бәйләйҙәр (грузинса ტფილისი, [Тпилиси]; тбили — «йылы»); урыҫ телендә 1936 йылға тиклем грек әҙәбиәте аша үҙләштерелгән Тифли́с һүҙе ҡулланыла[31]. 1936 йылдың 20 авгусынан рәсми нигеҙҙә атама милли яңғырашҡа яҡыныраҡ булған Тбилиси формаһында алына[31].

Ҡаланың символдары: асҡыс, флаг, герб һәм мисәт.

Тбилиси флагы тура мөйөшлө формала, дүрт төҫтән тора: аҡ фонда асыҡ күк, алтын һәм ҡара-ҡыҙыл төҫтәге элементтар урынлашҡан: киң асыҡ күк һәм сағыштырмаса нәҙек алтынса һыҙаттар бер-береһенә перпендикуляр булып киҫешә. Нәҡ ошо киҫешеү нөктәһендә ҡара-ҡыҙыл фонда ҡала гербының график һүрәтләнеше, ә уны түңәрәкләп алтын төҫтәге ете мөйөшлө ете йондоҙ урынлаштырылған. Һыҙаттарҙың ошолай киҫелеше символик әһәмиәткә эйә.

Ҡала гербы яҙыулы түңәрәк формалағы композициянан ғибәрәт: баш «тан» хәрефенең ҡарсыға менән фазан формаһында график һүрәтләнеше һәм хәрефтәрҙең бер-бер артлы урынлашыуы баш ҡала тураһындағы легенданың асылын сағылдыра. Гербтың өҫкө ярым түңәрәге буйлап ете мөйөшлө ете йондаҙ урынлашҡан. Төп һүрәт мәңгелек һәм көс символы булған имән ботағы менән уратып алынған, уның нигеҙен «Тбилиси» тигән яҙыулы әүернә рәүешле һүрәт (крестообразное изображение) тәшкил итә. Гербтың үҙәк булмышы һыу темаһына бағышланған[32].

Тбилиси ҡалаһының мисәте уҙған быуаттың 80-се йылдары аҙағында эшләнә, ә 2005 йылдың 5 июнендә рәсми раҫла-на[33]. Ҡала гербының һәм мисәтенең авторы — Эмир Бурджанадзе.

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Физик-географик характеристика

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Тбилиси ботаника баҡсаһындағы шарлауыҡ

Ҡаланың географик урыны

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тбилиси, Ҡура йылғаһы үҙәнендә һәм уны өс яҡтан уратҡан тауҙар биттәрендә 30 саҡрымға тиерлек тар һыҙат булып һуҙылып, Тбилиси соҡоронда урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 380—770 метр. Ҡаланың тирә-яғында 6-, 7- һәм 8-баллы ер тетрәүҙәр булырлыҡ участкалар бар. Көнсығыштан, көньяҡтан һәм өлөшләтә көнбайыштан Тбилиси Гардабан районы, төньяҡтан һәм ҡалған көнбайыш яҡтан — с Мцхет районы менән сиктәш[34].

Ҡала климаты уртаса континенталь: оҙайлы эҫе йәй, ҡыҫҡа йылы яҙ һәм йомшаҡ, бер үк ваҡытта ҡоро ҡыш.

  • Уртаса йыллыҡ температура: +13,3 °C
  • Елдең уртаса йыллыҡ тиҙлеге: 1,5 м/с
  • Һауаның уртаса йыллыҡ дымлығы: 67 %
  • Температураның экстремаль (һуңғы сиктәге — иң түбән һәм иң юғары) күрһәткестәре: минимум −24,4° (21 ғинуар 1883 йыл); максимум +42,0° (17 июль 1882 йыл)
Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 19,5 22,4 28,7 34,4 35,1 40,2 42,0 40,6 37,9 33,3 27,2 22,8 42,0
Уртаса максимум, °C 6,6 7,7 12,6 18,9 23,1 28,1 31,2 30,9 26,4 19,8 12,8 8,4 18,9
Уртаса температура, °C 2,3 3,1 7,2 12,7 17,2 21,7 24,9 24,7 20,2 14,2 7,9 3,7 13,3
Уртаса минимум, °C −0,8 0,0 3,2 8,4 12,4 16,5 19,8 19,5 15,4 10,4 4,9 1,3 9,3
Абсолют минимум, °C −24,4 −14,8 −12,8 −3,8 1,0 6,3 9,3 8,9 0,8 −6,4 −7,1 −20,5 −24,4
Яуым-төшөм нормаһы, мм 18,9 25,8 30,3 50,5 77,6 76 44,9 47,5 35,6 37,5 29,9 21 495,5
Сығанаҡ: Погода и климат (температура), Всемирная метеорологическая организация (ВМО), Гонконг обсерваторияһы (яуым-төшөм нормаһы)

Туғанлашҡан ҡалалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ҡалалар дуҫлығын иҫкә төшөрөп торған юл күрһәткесе (Саарбрюккен, Германия)

Тбилиси менән туғанлашҡан ҡалалар:

  1. 1,0 1,1 http://cnig.gouv.fr/wp-content/uploads/2020/02/CNT-PVM_r%C3%A9vis%C3%A9_2020-01-27-1.pdf
  2. 2,0 2,1 GEOnet Names Server — 2018.
  3. https://cn.wtcf.org.cn/citys/4587-3.html
  4. 4,00 4,01 4,02 4,03 4,04 4,05 4,06 4,07 4,08 4,09 4,10 4,11 https://tbilisi.gov.ge/img/original/2018/6/12/tbilisiinfigures.pdf
  5. https://www.saarbruecken.de/rathaus/saarbrueckens_staedtepartnerschaften/partnerstadt_tbilissi_georgien
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 6,6 https://tbilisi.gov.ge/img/original/2024/4/22/%E1%83%97%E1%83%91%E1%83%98%E1%83%9A%E1%83%98%E1%83%A1%E1%83%98_%E1%83%AA%E1%83%98%E1%83%A4%E1%83%A0%E1%83%94%E1%83%91%E1%83%A8%E1%83%98_-_2023.pdf
  7. https://www.ljubljana.si/en/about-ljubljana/international-cooperation/intercity-cooperation/
  8. https://www.innsbruck.gv.at/page.cfm?vpath=buergerinnen--politik/innsbruck-international/innsbrucks-partnerstaedte#tbilisi
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 http://economicforum.ge/img/original/2024/5/29/%E1%83%97%E1%83%91%E1%83%98%E1%83%9A%E1%83%98%E1%83%A1%E1%83%98_%E1%83%AA%E1%83%98%E1%83%A4%E1%83%A0%E1%83%94%E1%83%91%E1%83%A8%E1%83%98-Print-21.09.23.pdf
  10. https://www.comune.palermo.it/js/server/uploads/_20032019122906.pdf
  11. https://old.kyivcity.gov.ua/files/2018/2/15/Mista-pobratymy.pdf
  12. https://kyivcity.gov.ua/kyiv_ta_miska_vlada/pro_kyiv/mista-pobratimi_z_yakimi_kiyevom_pidpisani_dokumenti_pro_poridnennya_druzhbu_spivrobitnitstvo_partnerstvo/
  13. http://www.ivilnius.lt/pazink/apie-vilniu/miestai-partneriai
  14. http://tbilisi.gov.ge/img/original/2018/6/12/tbilisiinfigures.pdf
  15. https://vilnius.lt/lt/tarptautinis-bendradarbiavimas/
  16. http://www.chisinau.md/pageview.php?l=ro&idc=1071&t=/Orasul/Descriere-orae/Tbilisi-Georgia&
  17. http://www.chisinau.md/ro/orase-infratite-20395.html
  18. https://www.krakow.pl/otwarty_na_swiat/2531,miasto,37,0,otwarty_na_swiat.html
  19. https://www.lvivrada.gov.ua/informacia/mista-partnery
  20. https://omr.gov.ua/ua/international/goroda-partneri/tbilisi-gruziya/
  21. https://lublin.eu/lublin/wspolpraca-miedzynarodowa/miasta-partnerskie-i-zaprzyjaznione/tbilisi-gruzja,9132,w.html
  22. https://lublin.eu/lublin/wspolpraca-miedzynarodowa/miasta-partnerskie-i-zaprzyjaznione/3,strona.html
  23. https://www.riga.lv/en/riga-twin-cities
  24. https://infocity.kharkiv.ua/obshchestvo/kharkivska-delehatsiia-vidvidala-hruziiu-foto/
  25. http://baku-ih.gov.az/az/page/26.html
  26. Pronúncia de Tbilisi: Como pronunciar Tbilisi em Georgiano, Tcheco, Italiano, Polonês, Inglês
  27. Tbilisi — Capital City of Georgia (Part One) — YouTube
  28. Столица Грузии 2016 йыл 5 март архивланған.
  29. თბილისი > გეოგრაფია და ბუნება 2016 йыл 15 октябрь архивланған. (груз.)
  30. йәки &&&&&&&&01108717.&&&&&01 108 717 кеше (2014 йылғы иҫәп алыу), шул иҫәптән ҡаланың үҙендә йәшәүселәр &&&&&&&&01062282.&&&&&01 062 282 кеше (2014 йыл), ҡала тибындағы дүрт ҡасабала — &&&&&&&&&&016015.&&&&&016 015 кеше (2014 йыл), 22 ауыл тораҡ пунктында — &&&&&&&&&&030420.&&&&&030 420 кеше (2014 йыл) теркәлгән
  31. 31,0 31,1 Поспелов Е. М. Географические названия мира: Топонимический словарь, М., «Русские словари», 1998, с. 412 — ISBN 5-89216-029-7
  32. Герб столицы — отображение легенды о столице 2013 йыл 27 март архивланған. // Муниципальный портал Тбилиси
  33. Tbilisi City Seal 2007 йыл 28 сентябрь архивланған.
  34. Месторасположение 2013 йыл 27 март архивланған. Муниципальный портал Тбилиси
  35. 35,00 35,01 35,02 35,03 35,04 35,05 35,06 35,07 35,08 35,09 35,10 35,11 Города-побратимы 2012 йыл 9 апрель архивланған.
  36. Oraşe înfrăţite // Официальный сайт Кишинёва
  37. Города-побратимы Томск и Тбилиси против войны. Российско-Грузинский аналитический сайт. Дата обращения: 29 ноябрь 2011. Архивировано 3 февраль 2012 года. 2012 йыл 28 ғинуар архивланған.
  38. Тбилиси и Доха стали городами-побратимами 2014 йыл 23 май архивланған.

Топографик карталар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Лист карты K-38-78 Тбилиси. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1982 год. Издание 1983 г.
  • Лист карты K-38-90 Марнеули. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1982 год. Издание 1983 г.