Дүшәмбе (ҡала)
Ҡала | |||
Дүшәмбе таж. Душанбе | |||
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Координаталар | |||
Эске бүленеш |
4 район (Исмоили Сомони, Сино, Шохмансур, Фирдавси) | ||
Ҡала рәйесе |
Махмадсаид Убайдуллоев | ||
Нигеҙләнгән | |||
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
1676 | ||
Элекке исеме |
Дүшәмбе (1924—1929), | ||
Ҡала с | |||
Майҙаны |
127.4 км² | ||
Бейеклеге |
706 м | ||
Халҡы |
▲863 400 кеше (2020) | ||
Тығыҙлығы |
6 316,5 кеше/км² | ||
Агломерация |
▲ 1 485 100 (2016) | ||
Милли состав |
тажиктар, үзбәктәр, урыҫтар һәм башҡалар | ||
Конфессиональ составы |
башлыса мосолмандар, христиандар | ||
Этнохороним |
душанби́нцы, душанби́нец, душанби́нка[1] | ||
Сәғәт бүлкәте | |||
Телефон коды |
+992 37 | ||
Почта индексы |
734000 | ||
Һанлы танытмалар | |||
Автомобиль коды |
СБ, ДБ (1959—1991) | ||
Рәсми сайт | |||
Дүшәмбе (таж. Душанбе) — Тажикстандың баш ҡалаһы, республика әһәмиәтендәге ҡала, илдең иң эре фәнни-мәҙәни, сәйәси, иҡтисади, сәнәғәт һәм административ үҙәге. Дүшәмбе ҡалаһында илдең юғары дәүләт власы органдары һәм Президент һарайында Тажикстан Республикаһы Президенты резиденцияһы урынлашҡан. 2016 йылдың 1 ғинуарына ҡала халҡы 802,7 мең кеше тәшкил итә, бөтә Дүшәмбе агломерацияһы — 1485,1 мең кеше.
1996 йылдан Дүшәмбе ҡалаһының рәйесе Махмадсаид Убайдуллоев була, ул шулай уҡ Тажикстан Юғары Йыйылышы Милли Совет рәйесе лә. Тажиктар яратҡан ҡала «Донъя ҡалаһы» премияһы менән наградланған. Был турала Дүшәмбе мэры һәм «Ебәк юлы» Фонды башлығы осрашыуынан һуң билдәле була. Был премия Тажикстан баш ҡалаһында ойошторолған «Ебәк юлы ынйыһы» девизы аҫтында үткән «Рәссамдар тыныслыҡ хаҡына» халыҡ-ара күргәҙмәһенә ярашлы тапшырыла. Ҙур кимәлдә үткән күргәҙмәлә Тажикстан Республикаһы президенты Эмомали Рахмон да ҡатнаша. Күргәҙмә барышында Дүшәмбе ҡалаһы мэры менән ошо күргәҙмәне ойошторған «Ебәк юлы» Фонды башлығы Шао Чанчундың осрашыуы була. Ошо сарала Дүшәмбе ҡалаһына «Донъя ҡалаһы» премияһы тапшырылыуы тураһында хәбәр ителә. Шулай уҡ Рим, Афина, Ашҡабад, Баҡы һәм Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһы Бишкәк тә ошо премияға лайыҡ була. Тажикстан Республикаһының баш ҡалаһы икенсе тапҡырға «Донъя ҡалаһы» була.
Был Дүшәмбенең тәүге премияһы булмай, теүәл 12 йыл элек уға ЮНЕСКО ҡарары менән ошо уҡ премия бирелә. Премия донъя ҡиммәттәрен һәм толерантлыҡты нығытыуға индергән өлөш өсөн тапшырыла.
Рәсми символдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дүшәмбе ҡалаһының рәсми раҫланған символы — герб авторҙары С.Ҡорбанов менән А. Н. Заневский.
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мышкин Владимир Александрович (29.08.1944), ғалим-токсиколог, хәрби хеҙмәткәр. 1969 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1987—1997 йылдарҙа уҡыу бүлеге начальнигы — хәрби һәм экстремаль медицина кафедраһы начальнигы урынбаҫары. 1998 йылдан — Өфөләге Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институтының бүлек етәксеһе һәм 2008 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәре. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2000). Медицина хеҙмәте полковнигы (1987)[2].
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дүшәмбе диңгеҙ кимәленән 750—930 метр бейеклектә, 38° төньяҡ киңлектә, 68° көнсығыш оҙонлоҡта, күп халыҡлы, уңдырышлы Гиссар уйһыулығында урынлашҡан. Майҙаны — 127 км². Ҡала аша төньяҡтан көньяҡҡа Варзоб (рус. Душанбинка йәки Дүшәмбе-Даръя) йылғаһы аға. Ҡаланан төньяҡта Варзоб тарлауығы бар, унда бик күп ял итеү базалары урынлашҡан. Ҡаланың сейсмик торошо юғары, XX быуаттың 30-40-сы йылдарындағы төҙөлөш нормалары буйынса 7-8 балл кимәлендә тип билдәләнә.[3] Ер тетрәүҙәре күҙәтеүен Дүшәмбе сейсмологик станцияһы алып бара.
Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бындағы климат эске континенталь субтропик, ҡаланың таулы урыны арҡаһында бер ни тиклем йомшара. Дүшәмбеләге йәй оҙайлы һәм эҫе, яуым-төшөм бик һирәк. Ҡыш, киреһенсә, бик ҡыҫҡа, яуым төшөмдөң юғары булыуы урта диңгеҙ буйы климатын хәтерләтә. Яҙ ямғырлы һәм сағыштырмаса оҙайлы, йәшенле. Көҙҙөң башы ҡоро, әммә һуңғараҡ ул ямғырлыға һәм еүешкә әйләнә. Июнь-октябрь айҙары ҡоро, ә декабрь-май дымлы миҙгел тип билдәләнә. Ғинуарҙың уртаса температураһы — 1 °С, июлдеке — 28 °С.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 21,6 | 23,1 | 29,6 | 33,8 | 38,8 | 42,8 | 49,0 | 42,8 | 38,9 | 36,8 | 29,7 | 24,3 | 49,0 |
Уртаса максимум, °C | 9,4 | 10,6 | 15,6 | 20,6 | 26,1 | 32,8 | 35,6 | 34,4 | 30,0 | 23,3 | 15,6 | 10,6 | 22,1 |
Уртаса температура, °C | 1,7 | 4,0 | 8,8 | 15,1 | 19,7 | 24,8 | 27,4 | 25,4 | 20,3 | 14,2 | 8,6 | 4,0 | 14,5 |
Уртаса минимум, °C | −0,6 | 1,7 | 5,6 | 9,4 | 13,3 | 17,8 | 19,4 | 17,2 | 12,8 | 7,8 | 3,3 | 0,6 | 9,0 |
Абсолют минимум, °C | −26,6 | −17,3 | −13,4 | −7,8 | 1,2 | 8,4 | 10,9 | 8,1 | 3,0 | −4,4 | −13,5 | −19,5 | −26,6 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 66 | 75 | 108 | 105 | 66 | 6 | 3 | 1 | 3 | 31 | 45 | 60 | 568 |
Сығанаҡ: Sistema de Clasificación Bioclimática Mundial Hong Kong Observatory |
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Уртаса максимум, °C | 7,9 | 10,5 | 17,8 | 23,2 | 28,2 | 33,8 | 36,2 | 35,7 | 31,5 | 24,9 | 17,0 | 10,1 | 23,1 |
Уртаса температура, °C | 3,1 | 5,9 | 12,2 | 16,7 | 21,0 | 25,4 | 27,0 | 26,5 | 22,0 | 16,3 | 10,8 | 5,1 | 16,0 |
Уртаса минимум, °C | −1,8 | 1,1 | 6,3 | 10,2 | 13,7 | 17,1 | 17,9 | 17,3 | 12,5 | 7,6 | 4,2 | −0,2 | 8,8 |
Сығанаҡ: www.weatheronline.co.uk |
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Душанбинка йылғаһы яры буйында беҙҙең эраға тиклем III, бәлки IV быуатта уҡ, Ҡушан батшалығы ваҡытында антик ҡала барлыҡҡа килә. Керамика табылдыҡтары ҡала стеналары артында шахракхо ауылдары булыуын дәлилиләй. Дүшәмбе ҡышлаҡтары тураһындағы тәүге яҙма иҫкә алыуҙар 1676 йылдар аҙағында була.[4]. Ҡала юл сатында барлыҡҡа килә, һәр дүшәмбе көнө һайын унда ҙур баҙар ойошторола. Ошонан ҡаланың исеме килеп сыҡҡан да инде. Тажик телендә «душанбе» аҙнаның тәүге көнөн дүшәмбене аңлата. Ҡышлаҡта 500-ҙән ашыу хужалыҡ була һәм яҡынса 8000 кеше йәшәй. 1826 йылда хәҙерге Дүшәмбе ҡалаһы Дүшәмбе-Ҡурған тип аталған. Был ҡала күрһәтелгән тәүге карта 1875 йылда төҙөлә. Ул ваҡытта ҡала текә ярҙа ултырған һәм 10 мең кеше йәшәгән ҡәлғә була. Йәмәғәтселек үҙәге булып Каруанһарай һанала. Ҡалала мәҙрәсәләр, мәктәптәр була.[5][6] Дүшәмбе Бохара әмирлеге составында була. 1920 йылда һуңғы бохара әмире бында килә һәм киләһе йылдың февралендә Ҡыҙыл Армияның эшсе-крәҫтиәндәр һөжүменән һуң бынан да кире ҡаса. 1922 йылдың башында ҡала Әнүәр-Паша етәкселегендәге баҫмасылар ғәскәре тарафынан баҫып алына, тик 1922 йылдың 14 июлендә[7] яңынан большевиктар власы аҫтына күсә һәм Үзбәк СССР-ы составындағы Тажик Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының баш ҡалаһы тип иғлан ителә. 1924—1929 йылдарҙа ҡала рәсми рәүештә Дүшәмбе тип йөрөтөлә. 1929 йылдың 16 октябрендә Иосиф Виссарионович Сталин хөрмәтенә Сталинабад тип үҙгәртелә. 1961 йылдың 10 ноябрендә ҡалаға Дүшәмбе тигән тәүге тарихи исеме кире ҡайтарыла.
1929 йылда тәүге тимер юлы һалына. Ул ҡаланы Ташкент һәм Мәскәү менән тоташтыра. Был иһә ҡалала туҡыусылыҡтың, электр һәм аҙыҡ-түлек, машиналар төҙөү сәнәғәтенең үҫешенә килтерә.
1990 йылда власть менән риза булмау арҡаһында Дүшәмбелә күмәк кеше ҡатнашаҡан тәртипһеҙлектәр башлана.
Административ-территориаль бүленеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дүшәмбе — Тажикстанда райондарға бүленгән берҙән-бер ҡала.
2013 йылдың 18 июлендә Дүшәмбе территорияһын өс тапҡыр киңәйтеү планы тураһында иғлан ителә.[8].
Дүшәмбе 4 районға бүленә. Уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ хакимәте (район хөкүмәте) бар:
Район исеме | Элекке исеме | Майҙаны, км² |
Халҡы, кеше (2016) |
Район рәйесе |
---|---|---|---|---|
1. Исмоили Сомони районы | Октябрь районы | 25,8 | 141 500 | Курбонов Аламхон Джамилович |
2. Сино районы | Фрунзе районы | 43,8 | 307 300 | Сафаров Зафар Абдуллоевич |
3. Фирҙәүси районы | Үҙәк район | 29,1 | 198 300 | Алиев Саиднуриддин Акрамович |
4. Шохмансур районы | Тимер юл районы | 27,9 | 155 100 | Бобоев Самандар Бобоевич |
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Книга:Русские названия жителей: Словарь-справочник|102|Душанбе
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Мышкин Владимир Александрович 2019 йылдың 28 август көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 28 август 2019)
- ↑ А.Х. Комилов. Сейсмостойкое строительство в Республике Таджикистан . Бюллетень строительной техники (декабрь 2011). Дата обращения: 19 сентябрь 2012. Архивировано 17 октябрь 2012 года. 2010 йылдың 1 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Официальный веб-сайт Государственного органа управления в сфере туризма Республики Таджикистан 2013 йылдың 3 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ Н. Сафаров, В. Новиков. Краткая историческая справка (билдәһеҙ). CEROI (01/09/2001). Дата обращения: 19 сентябрь 2012. Архивировано 17 октябрь 2012 года.
- ↑ Душанбе. Энциклопедия. / Главный научный редактор Диноршоев М. Д.. — Душанбе: Главная научная редакция Таджикской Национальной Энциклопедии, 2004. — С. 25. — 132 с. — ISBN 5-89870-071-4.
- ↑ Душанбе. Энциклопедия. / Главный научный редактор Диноршоев М. Д.. — Душанбе: Главная научная редакция Таджикской Национальной Энциклопедии, 2004. — С. 27. — 132 с. — ISBN 5-89870-071-4.
- ↑ Тажикстандың баш ҡалаһы территорияһы яҡында ятҡан райондар иҫәбенә өс тапҡырға ҙурайтыла.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
![]() |
Дүшәмбе (ҡала) Викимилектә |
---|---|
![]() |
Дүшәмбе (ҡала) Викияңылыҡтарҙа |
![]() |
Дүшәмбе (ҡала) Викигид |
- Дүшәмбе ҡала хакимиәтенең рәсми сайты
- Душанбе — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
- Справочник города Душанбе — поиск магазинов, ресторанов и предприятий сферы услуг в городе Душанбе
- Городской портал г. Душанбе 2016 йылдың 11 май көнөндә архивланған. — найти любую актуальную информацию о Душанбе