Бишкәк
Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһы | |||||
Бишкәк ҡырғ. Бишкек | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Координаталар | |||||
Эске бүленеш |
4 район | ||||
Башлыҡ | |||||
Нигеҙләнгән | |||||
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |||||
Элекке исеме |
Пишпек (1926 йылға ҡәҙәр) | ||||
Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһы с | |||||
Майҙаны |
169,9 км² | ||||
Высота |
750—900 м | ||||
Климат тибы |
ҡырҡа континенталь | ||||
Халҡы | |||||
Тығыҙлығы |
5307 кеше/км² | ||||
Агломерация |
1 млн. кеше[2] | ||||
Милли состав |
ҡырғыҙҙар — 66,2 % | ||||
Конфессиональ составы |
мосолмандар, христиандар һ. б. | ||||
Сәғәт бүлкәте | |||||
Телефон коды |
+996 312 | ||||
Почта индексы |
720001-720083[3] | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
B, E | ||||
Рәсми сайт |
meria.kg (рус.) | ||||
Бишкәк (ҡырғ. Бишкек) — Ҡырғыҙ Республикаһының баш һәм иң ҙур ҡалаһы. Айырым административ берәмек, республика әһәмиәтендәге ҡала. Боронғо исемдәре — Пишпек, Фрунзе (М. В. Фрунзе исеме бирелгән).
Ҡала Ҡырғыҙстандың төньяғында, Чүй үҙәнендә, Тянь-Шань тауҙары алдында, Ҡырғыҙ Алатауы һыртынан 40 км төньяҡта, диңгеҙҙән 700—900 м бейеклектә, Ҡаҙағстан сигенән 25 км алыҫлыҡта. Ҡала майҙаны 169,9 км²[4].
Административ бүленеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Административ яҡтан 4 районға бүленгән. Халыҡ һаны 2009 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса[5]:
- Октябрь районы — 242 382 (2009)
- Беренсе Май районы — 175 894 (2009)
- Свердлов районы — 231 801 (2009)
- Ленин районы — 201 626 (2009)
- Чоң-Арыҡ ҡасабаһы — 9 724 (2009)
- Урта-Сай ауылы — 4 100 (2009)
Райондар башлыҡтары дәүләт район хакимиәте башлыҡтары (әкимдәр) мэрия һәм ҡала кәңәше тарафынан тәғәйенләнә.
Исеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бер версия буйынса, ҡала исеме XVIII быуатта ошо тирәлә йәшәгән билдәле Бишкәк-Батыр исеменән, икенсеһе буйынса, «бишкәк» терминынан килеп сыҡҡан, йәғни күҫәк, суҡмар тигәнде аңлата.
Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тәүтормош кешеләре хәҙерге Бишкәк янында б. э. т. V—IV мең йыл элек торған. Ҡала өсөн һайланған урын Бөйөк Ебәк Юлына бәйле. Юлдың көнсығыш өлөшө Чүй үҙәне аша үтеп, Үҙәк Тянь-Шань тауҙары аша үткән икенсе юл менән осраша. Бишкәк ерендә VII—XII быуаттарҙа Джуль төрөк ҡаласығы урынлашҡан.[6] XVI быуатҡа ҡарай «ебәк юл», ҡалалар юғала. Чүй үҙәне Солто ырыуының (ҡырғыҙҙарҙың 40 ырыуының береһе) ҡышҡы көтөүлегенә әйләнә.[7]
1825 йылда хәҙерге ҡала ерендә Мадали-хан[7] фарманы буйынса Коканд (Ҡуҡан) ҡәлғәһе төҙөлә, бында кокандтар каруансыларҙан яһаҡ йыя.
1860 йылдың 4 сентябрендә, 1862 йылдың 24 октябрендә урыҫ ғәскәрҙәре ҡәлғәне баҫып ала. 1862 йылдың ноябрендә ҡәлғә емерелеп, ике йылдан урынында казак пикеты урынлаша, һуңынан бында баҙар йыйыла башлай. 1868 йылда Пишпек ауылы барлыҡҡа килә, 1878 йылдың 29 апрелендә ҡала статусын ала.
1924 йылда ҡалаға «Интергельпо» Чехословакия кооперативы килеп инә, ҡаланы замансаға үҙгәртә. 1924 йылдың октябренән Ҡара-Ҡырғыҙ автономиялы өлкәһенең үҙәге, 1925 йылдың майынан Ҡырғыҙ автономиялы өлкәһенең үҙәге булып китә. 1926 йылдың 12 майында Пишпек Фрунзе исемен ала (бында тыуған совет ғәскәре башлығы Михаил Фрунзе хөрмәтенә). 1936 йылдан Фрунзе ҡалаһы — Ҡырғыҙ ССР-ның баш ҡалаһы була.
1991 йылдың 1 февраленән Ҡырғыҙ ССР-ның Юғары Советы ҡарары менән ҡалаға Бишкәк исеме ҡайтарыла.


- Йылдың уртаса температураһы — +11,3 C°
- Уртаса ел тиҙлеге — 1,7 м/с
- Уртаса һауа дымлылығы — 60 %

Аталышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Фараз итеүҙәренсә, атама халыҡ ҡаһарманы XVIII быуатта ошо тирәлә йәшәгән Бишкәк-Батыр исеменән сығып бирелгән. Күҫәк йәки төйгөс тигәндән дә сыҡҡан булыуы ихтимал тип һанайҙар.
Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡала Чүй үҙәнендә, Ҡырғыҙ Алатауы итәгендә урынлашҡан. Ҡояш иң күп яҡтыртҡан ай — июль, — 322 сәғәт тәшкил итә, иң әҙе декабрҙә— 126 сәғәт. Бишкектә климат ҡырҡа континенталь, уртаса йыл температураһы +11,3 °C. СИң һыуыҡ ай — ғинуар (-10 °С), иң йылы — июль (+38 °C). Айына уртаса дымлылыҡ июндә һәм июлдә 44 % , мартта — 74 % , уртаса йыллыҡ күрһәткес — 60 %. Ҡала аэсенән Ала-Арча һәм Аламедин йылғалары аға, Бишкәктең көнсығышынан көнбайышҡа табан Оло Чүй Каналы урынлашҡан.
Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бишкәк — илдең иҡтисади үҙәге.
2011 йылда ҡалала 28108,4 млн сом (һум) күләмендә иҡтисад тауары етештерелгән. Республикала күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең 58,7 % Бишкәккә тура килә. 2011 йылдың ғинуар-ноябрь айҙарында уртаса хеҙмәт хаҡы 12035 сом тәшкил итә, был республикалағы кимәлдән 1,4 тапҡырға юғарыраҡ. Бишкәк республиканың башҡа төбәктәрен аҫрай. Баш ҡала тирәләп «Бишкәк» ирекле иҡтисади зонаһы иғлан ителгән.
Иҫтәлекле урындар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

- Тимерсе нығытмаһы
- «Ата-Бейит» мемориаль комплексы
- Дәүләт циркы
- Ипподром
- «Сейтек» балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика үҙәге
- Көньяҡ ҡапҡа
Майҙандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ала-Тоо (Алатау) майҙаны — Бишкәктең үҙәк майҙаны, бында «Миһырбанлы Манасҡа» монументы ҡуйылған
- Иҫке майҙан
- Еңеү майҙаны һәм монументы
- Вокзал янындағы майҙан
- Университет майҙаны
- Театр майҙаны
- Совет майҙаны — хакимиәт һәм филармония араһындағы архитектура комплексы.
Бульварҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Эркиндик (Иркенлек) бульвары[8]
- Йәш гвардия бульвары
- Чуй проспекты
Дин[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ислам[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бишкәктә 7 мәсет, 10 ислам дини фонды, бер Ислам университеты эшләп килә.[9]
Христианлыҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Урыҫ православие сиркәүенең 4 ғибәҙәтханаһы бар. Шулай уҡ протестантлыҡҡа ҡараған сиркәүҙәр ҙә бар[9].
Спорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бишкәктең «Алға» футбол клубы — 5 тапҡыр чемпион, 9 тапҡыр Ҡырғыҙстан кубогына эйә булыусы.
Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Туғанлашҡан ҡалалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Алма-Ата,Ҡаҙағстан (1997)
Астана, Ҡаҙағстан (2011)[10]
Измир, Төркиә (1994)[11]
Минск, Белоруссия (2008)
Тегеран, Иран (1994)[12]
Казвин, Иран (2003)
Хемниц, Германия (1997)
Куми, Корея Республикаһы (1991)
Доһа, Катар (2014)
Партнёр-төбәктәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Чүй өлкәһе, Ҡырғыҙстан (1993)
Иссыҡ-Күл өлкәһе, Ҡырғыҙстан (1993)
Силәбе өлкәһе, Рәсәй (1996)
Сәмәркәнд өлкәһе, Үзбәкстан (1993)
Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бейшеналиева Бюбюсара — билдәле балет артисы, СССР-ҙың халыҡ артисы
- Айытматов Сыңғыҙ Түрәҡол улы — донъяла билдәле ҡырғыҙ яҙыусыһы
- Акрамов Эрнст Хашим улы — күренекле хирург, йәмәғәт эшмәкәре
- Арзамасцев Николай Михайлович — Ҡырғыҙ ССР-ның баскетбол буйынса атҡаҙанған тренеры
- Мамакеев Мамбет Мамакеевич — күренекле хирург, йәмәғәт эшмәкәре
- Видугирис Альгимантас Стасевич — кинорежиссёр, оператор
- Курманов Карпек Шамсединович — атаҡлы ғалим-юрист, Ҡырғыҙ Республикаһының атҡаҙанған фәнни эшмәкәре
- Дараган Сергей Борисович — билдәле рәссам
- Брудный Арон Абрамович — күренекле психолог, философ, Ҡырғыҙстан Республикаһы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Численность населения областей, районов, городов и поселков городского типа Кыргызской Республики в 2015 г. постоянное население на 1 января 2015 года, наличное население 953,0 тыс. жителей
- ↑ Rafis Abazov, Historical Dictionary of Kyrgyzstan, с. 91, ISBN 0-8108-4868-6
- ↑ Отделения связи. Бишкек 2017 йылдың 3 май көнөндә архивланған.
- ↑ DEMOGRAPHIC YEARBOOK 2012.
- ↑ Перепись населения Киргизии 2009.
- ↑ VirCity.kg — информационно-справочный сайт г. 2014 йылдың 29 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ 7,0 7,1 История города . Сайт мэрии города Бишкек. Дата обращения: 2 октябрь 2012. Архивировано 16 октябрь 2012 года. 2012 йылдың 16 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Бишкек. Бульвар «Дзержинка» . central-asians.ru (10 ғинуар 2012). Дата обращения: 2 октябрь 2012. Архивировано 16 октябрь 2012 года. 2012 йылдың 13 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ 9,0 9,1 Религиозное положение в Бишкеке — Сайт мэрии города Бишкек 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- ↑ Астана и Бишкек – города-побратимы . Официальный сайт города Астаны (07.09.11). Дата обращения: 2 октябрь 2012. Архивировано 16 октябрь 2012 года. 2011 йылдың 21 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ İzmir'in kardeş kentleri . Архивировано 4 август 2012 года.автор 2012 йылдың 27 июль көнөндә архивланған.
- ↑ Международные связи . Официальный сайт мэрии Бишкека. Дата обращения: 2 октябрь 2012. Архивировано 16 октябрь 2012 года. 2016 йылдың 8 март көнөндә архивланған.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Официальный сайт мэрии г. Бишкек
- Бишкекский городской Кенеш депутатов
- Фрунзе — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- Пишпек // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- The Spektator — городской гид и журнал 2020 йылдың 23 июнь көнөндә архивланған.
- Коллекция 3D панорам города
- Фотосайт «Бишкек-Сити»: фотографии города Бишкек
- Карта города Бишкек 2009 йылдың 11 февраль көнөндә архивланған.
- Бишкек в энциклопедии Кирилла и Мефодия
![]() |
Бишкәк Викимилектә |
---|---|
![]() |
Бишкәк Викияңылыҡтарҙа |
![]() |
Бишкәк Викигид |
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |