29 апрель
Перейти к навигации
Перейти к поиску
29 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 119-сы (кәбисә йылында 120-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 246 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | ||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1770: Британияның диңгеҙ капитаны Джеймс Кук беренсе булып Австралия ярҙарына аяҡ баҫа.
- 1882: Берлинда троллейбус линияһы файҙаланыуға тапшырыла.
- 1897: Британия физигы Джозеф Томсон электрондың булыуы тураһында белдереү яһай.
- 1905: АҠШ гражданы Дэниел Мелони аэростаттан ебәрелгән планерҙа тәүге осош яһай.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Казанская Людмила Васильевна (1905—5.10.1987), сәнғәт ғилеме белгесе. 1937 йылдан хәҙерге М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының ғилми һәм өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1941—1942 йылдарҙа директор вазифаһын башҡарыусы, 1950—1960 йылдарҙа фондтарҙың төп һаҡлаусыһы, бер үк ваҡытта 1947—1949 йылдарҙа Башҡорт театр-художество училищеһы уҡытыусыһы. Башҡортостандың тәүге профессиональ сәнғәт ғилеме белгесе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы Кушнаренко ауылынан.
- Әбделмәнов Йәмил Әбделәхәт улы (1965), йырсы (баритон), педагог. 1993 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта 1992—2001 йыылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы, 2000 йылдан — хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. 2002 йылдан Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2006) һәм Башҡортостан Республикаһының (1999) атҡаҙанған артисы. Төрлө кимәлдәге ижади конкурстар, Аҡмулла (2004) һәм М. Өмөтбаев (2010) исемендәге премиялар лауреаты.
- Шильников Алексей Борисович (1970), журналист. 1997 йылдан «Туймазинский вестник» гәзите хәбәрсеһе, 2002 йылдан — мөхәррире, 2006 йылдан — «Республика Башкортостан» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе. Башҡортостан Республикаһының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2011). Сығышы менән Туймазы ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Голов Вячеслав Николаевич (1962), журналист, 2005 йылдан «Вечерняя Уфа» гәзитенең баш мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Батенина Нина Викторовна (1913—1994), географ, геоморфолог, география фәндәре докторы, профессор.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғүмәров Хәлил Зәбир улы (1949), педагог. 1966–2005 йылдарҙа Баймаҡтағы 105-се һөнәрселек училищеһы уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1998).
- Һиҙиәтова Ирина Михайловна (1964), ғалим-генетик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2009), профессор (2011). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2015) һәм Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2015). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1686: Василий Татищев, Рәсәй империяһы тарихсыһы, географ, иҡтисадсы һәм дәүләт эшмәкәре.
- 1785: Карл Дрез, Германия инженер-уйлап табыусыһы (дрезина уның хөрмәтенә аталған).
- 1805: Огюст Барбье, Франция шағиры.
- 1805: Лев Пушкин, шағир Александр Сергеевич Пушкиндың энеһе һәм әҙәби секретары, Рәсәй империяһы офицеры.
- 1818: Александр II, 1855—1881 йылдарҙа Рәсәй императоры.
- 1875: Рафаэль Сабатини, Британия яҙыусыһы, мажаралы романдар авторы.
- 1885: Эгон Эрвин Киш, Чехия һәм Германия журналисы, яҙыусы, Интербригада ағзаһы.
- 1900: Иван Клюквин, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- 1901: Хирохито, Японияның 124-се императоры (1926—1989).
- 1905: Хэл Перейра, АҠШ рәссамы.
- 1915: Арнолдс Буровс, СССР һәм Латвия режиссёры, сценограф һәм рәссам-мультипликатор.
- 1930: Жан Рошфор, Франция киноактёры.
- 1930: Кёко Кисида, Япония актрисаһы, балалар яҙыусыһы.
- 1935: Андрей Зализняк, СССР һәм Рәсәй лингвисы, академик.
- 1950: Филлип Нойс, Австралия һәм АҠШ режиссёры, сценарист.
- 1955: Сергей Овчаров, СССР һәм Рәсәй кинорежиссёры, сценарист, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1994).
- 1955: Лариса Удовиченко, СССР һәм Рәсәй киноактрисаһы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (1998).
- 1960: Роберт Джеймс Сойер, Канаданың фантаст яҙыусыһы.
- 1970: Андре Агасси, АҠШ тенниссыһы, олимпия чемпионы.
- 1970: Ума Турман, АҠШ актрисаһы.
- 1985: Бар Пали, Израиль һәм АҠШ актрисаһы.
- 1988: Джонатан Тэйвс, Канада хоккейсыһы, ике тапҡыр олимпия чемпионы.
- 1995: Виктория Синицина, Рәсәйҙең боҙҙа бейеүсе фигурисы, Европа чемпионы (2020).
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1979: Әхмәлетдинов Фазылйән Фазлый улы, Советтар Союзы Геройы (1945).
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]