Джеймс Кук

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Джеймс Кук
James Cook
Тыуған көнө

27 октябрь 1728({{padleft:1728|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})

Тыуған урыны

Мартон, Йоркшир, Англия

Вафат булған көнө

14 февраль 1779({{padleft:1779|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (50 йәш)

Вафат булған урыны

Гавай утрауҙары

Гражданлығы

Англия

Эшмәкәрлеге

диңгеҙ сәйәхәтсеһе

Автограф

 Джеймс Кук Викимилектә

Джеймс Кук (ингл. James Cook; 7 ноябрь 1728 йыл — 14 февраль 1779 йыл) — Бөйөк Британия географы. Донъя океандарын өйрәнеү өсөн 3 экспедицияла ҡатнашҡан. Экспедициялар ваҡытында күп географик асыштар яһаған. Канада, Австралия, Яңы Зеландияның көнсығыш яҡтарын, Ньюфаундленд, Төньяк Америка, Тымыҡ, Һинд һәм Атлантик океандарын гиҙгән, уларҙы өйрәнеп картаға төшөргән.

Кук үҙе барған территорияларҙа төп халыҡҡа ҡарата үҙенең дуҫтарса мөнәсәбәттә булыуы менән билдәле була. Шул ваҡыттағы зәңге кеүек ҡурҡыныс һәм киң таралған ауырыуҙы уңышлы еңеп сығып, диңгеҙ сәйәхәтендә ул үҙенсәлекле революция яһай. Зәңгенән үлем осрағы уның диңгеҙҙә йөҙөү ваҡытында нулгә тиерлек ҡайтарып ҡалдырыла. Уның йөҙөп йөрөү ваҡытында Джозеф Банкс, Уильям Блай, Джордж Ванкувер, Иоганн Рейнгольд һәм Георг Форстер кеүек билдәле диңгеҙ сәйәхәтселәре һәм тикшеренеүселәренең тотош плеядаһы ҡатнаша.

Бала сағы һәм үҫмер йылдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Джеймс Кук 1728 йылдың 27 октябрендә Мартон ауылында (хәҙер Саут-Йоркшир графлығы) тыуған. Атаһының, ярлы шотланд батрагының, Джеймстан тыш дүрт балаһы булған. 1736 йылда ғаилә Грейт Айтон ауылына күсеп килә, бында Кукты урындағы мәктәпкә бирәләр (хәҙер музей). Биш йыл уҡығандан һуң Джеймс Кук шул ваҡытҡа идара итеүсе вазифаһын алған атаһының башланғысы аҫтында фермала эшләй башлай. Ун һигеҙ йәшендә Уокерҙарҙың күмерсе «Геркулесына» юнга булып яллана. Шулай башлана Джеймс Куктың диңгеҙ тормошо.

Карьераһының башы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кук дигеҙсе карьераһын карап хужалары Джон һәм Генри Уокерҙарға ҡараған Лондон — Ньюкасл йүнәлешендәге «Геркулес» сауҙа күмерсе-бригында ябай юнга булып башлай. Ике йылдан һуң Уокерҙарҙың икенсе — «Өс таған» карабына күсерелә.

Куктың күп ваҡытын китаптар уҡып үткәреүе тураһында Уокерҙарҙың дуҫтарының дәлилдәре билдәле. Эштән буш ваҡыттарын ул география, навигация, математика, астрономияны өйрәнеүгә арнай, уны шулай уҡ диңгеҙ экспедицияларының тасуирламалары ҡыҙыҡһындыра. Куктың Уокерҙарҙы ике йылға ҡалдырыуы билдәле, ул Балтикала һәм Англияның көнсығыш ярҙары буйында үткәрә, ләкин туғандарының үтенесе буйынса «Френдшипта» капитан ярҙамсыһы булып ҡайта.

Өс йылдан һуң, 1755 йылда, Уокерҙар уға «Френдшип» өҫтөнән етәкселек итеүгә тәҡдим итә, әммә Кук баш тарта. Уның урынына 1755 йылдың 17 июнендә ул Король хәрби-диңгеҙ флотына матрос булып яҙыла һәм һигеҙ көн үткәндән һуң 60-пушкалы «Игл» карабына тәғәйенләнә. Биографияһындағы был факт ҡайһы бер тикшеренеүселәрҙе аптырашта ҡалдыра — сауҙа флотындағы капитан вазифаһына ҡарағанда Куктың ауыр матрос хеҙмәтен өҫтөн күреүенең сәбәптәре билдәһеҙ. Әммә бер айҙан һуң Кук боцман була.

Тиҙҙән Ете йыллыҡ һуғыш башлана (1756 йыл). «Игл» Франция ярҙары буйында блокадала ҡатнаша. Шулай уҡ «Игл» карабының 1757 йылдың майында Уэссан утрауы янында француз карабы «Герцог Аквитанский» менән һуғышҡа инеүе билдәле. (судноның ауырлығы 1500 тонна, 50 пушкалы). Алыш барышында «Герцог Аквитанский» баҫып алына. Алышта «Игл» карабы ла зыян күрә һәм Англияға ремонтҡа китергә мәжбүр була.

Ике йыллыҡ стажы булғандан һуң, 1757 йылда, Джеймс Кук мастерға уңышлы имтихан тота (ингл. Sailing Master), ә 27 октябрҙә капитан Крейг етәкселеге аҫтында «Солебей» карабына тәғәйенләнә. Кукҡа был ваҡытта егерме туғыҙ йәш була. Ете йыллыҡ һуғыш башланыу менән ул 60-пушкалы «Пемброк» карабына тәғәйенләнә. «Пемброк» Бискай ҡултығындағы блокадала ҡатнаша, һуңынан 1758 йылдың февралендә Төньяҡ Америка яры буйына (Канада) ебәрелә.

Кук алдында Квебекты яулау буйынса төп әһәмиәткә эйә булған мөһим бурыс ҡуйыла, — Британия караптары Квебекҡа үтеп инә алыу өсөн Изге Лаврентий йылғаһы участкаһы фарватерын булдырыу. Был бурыс фарватерҙы картаға теркәүҙе генә түгел, шулай уҡ йылғаның караптар йөрөү участкаһын буйҙар менән билдәләүҙе үҙ эсенә ала. Бер яҡтан фарватерҙың ғәҙәттән тыш ҡатмарлы булыуы арҡаһында эш күләме бик ҙур була, икенсе яҡтан — француз артиллерияһы уты аҫтында, төнгө һөжүмдәрҙе кире ҡағып, француздар юҡ иткән буйҙарҙы тергеҙеп, төндә эшләргә тура килә. Уңышлы башҡарылған эш Куктың картография тәжрибәһен байыта, шулай уҡ Адмиралтейство ахыр сиктә тарихи һайлау буйынса тап унда туҡтала. Квебек ҡамала, һуңынан яулап алына. Кук хәрби хәрәкәттәрҙә туранан-тура ҡатнашмай. Квебекты алғандан һуң Кук «Нортумберленд» флагман карабына мастер булып ҡабул ителә, быны профессиональ дәртләндереү тип баһаларға мөмкин. Адмирал Колвилл бойороғо буйынса, Кук Изге Лаврентий йылғаһын 1762 йылға тиклем картаға төшөрөүҙе дауам итә. Куктың карталары адмирал Колвилл тарафынан нәшер итеүгә тәҡдим ителә һәм Төньяҡ Америка лоцияһында 1765 йылда баҫылып сыға. Англияға Кук 1762 йылдың ноябрендә әйләнеп ҡайта.

Канаданан ҡайтҡас, 1762 йылдың 21 декабрендә Кук Элизабет Баттсҡа өйләнә. Уларҙың алты балаһы була: Джеймс (1763—1794), Натаниэль (1764—1781), Элизабет (1767—1771), Джозеф (1768—1768), Джордж (1772—1772) һәм Хью (1776—1793). Ғаилә Лондондың Ист-Энд районында йәшәй. Кук вафат булғандан һуң Элизабеттың тормошо тураһында әҙ билдәле. Ул ире үлгәндән һуң тағы 56 йыл йәшәй һәм 1835 йылдың декабрендә 93 йәшендә вафат була.

Ер шары буйлап тәүге экспедиция (1768—1771 йылдар)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Куктың беренсе, икенсе һәм өсөнсө экспедицияһы

Экспедиция маҡсаттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Экспедицияның рәсми маҡсаты Венераның Ҡояш дискы аша үтеүен тикшереү була[1]. Әммә Кук алған йәшерен бойороҡта ул астрономик күҙәтеүҙәрҙе тамамлағандан һуң киескмәҫтән Көньяҡ материк тип аталған көньяҡ киңлектәрҙе эҙләүгә юлланырға тейеш була (шулай уҡ Terra Incognita кеүек билдәле)[2]. Экспедицияның маҡсаты булып шулай уҡ Австралия ярҙарын, бигерәк тә уның өйрәнелмәгән көнсығыш яры буйын билдәләү тора.

Экспедиция составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кук файҙаһына Адмиралтействоның һайлауына йоғонто яһаған түбәндәге сәбәптәрҙе билдәләргә мөмкин:

1. Кук диңгеҙсе, һәм шуға күрә Адмиралтействоға буйһона, ә уға экспедиция начальнигы сифатында үҙ кеше кәрәк була. Тап ошо сәбәп буйынса ошо уҡ исемгә дәғүә иткән Александер Далримпл Адмиралтействоға отошһоҙ була

2. Кук диңгеҙсе генә түгел, ә тәжрибәле диңгеҙсе

3. Кук хатта тәжрибәле диңгеҙселәр араһында картографияла һәм навигацияла ҙур тәжрибәһе менән айырылып тора, был турала уның Изге Лаврентий йылғаһының фарватерын үлсәүе буйынса уңышлы үткәрелгән эше раҫлай. Тәжрибә туранан-тура адмирал тарафынан раҫлана (Колвилл тарафынан), ул Куктың эштәрен нәшер итеүгә тәҡдим итеп, Кукҡа түбәндәгесә ҡылыҡһырлама бирә: «Тәжрибәм буйынса мистер Куктың һәләтен һәм уның отҡорлоғон белеп, мин уны ул үтәгән эш өсөн һәм шул уҡ төрҙәге башҡа ҙур эштәр өсөн етерлек кимәлдә квалификациялы тип һанайым»[3]

Экспедиция өсөн махсус йыһазландырылған ҙур булмаған күмер ташыусы класына ҡараған «Индевор» карабы бүленә. Ботаниктар Даниэль Соландер һәм Король йәмғиәте ағзаһы һәм уның буласаҡ президенты Джозеф Банкс була, ул шул ваҡытта уҡ хәлле кеше була. Рәссамдар — Александр Бьюкен һәм Сидни Паркинсон. Астроном Грин Кук менән бергә күҙәтеүҙәр алып барырға тейеш. Судно табибы доктор Монкгауз.

Экспедиция барышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Индеворҙың» реконструкцияһы
Куктың журналынан Яңы Зеландия ҡайығының һүрәте, 1769 йыл, авторы билдәһеҙ
Һулдан уңға: Дэниэль Соландер, Джозеф Банкс, Джеймс Кук, Джон Хоксфорд һәм лорд Сэндвич. Картина. Авторы — Джон Гамильтон Мортимер, 1771

1768 йылдың 26 авгусында «Индевор» Плимуттан сыға һәм 1769 йылдың 10 апрелендә Таити ярҙарына етә. Адмиралтействоның «бөтә саралар ярҙамында туземецтар менән дуҫлыҡты тоторға» тигән бойороҡтарын үтәп, Кук экспедиция ағзаларының һәм карап командаһының аборигендар менән аралашыуында ҡаты дисциплина булдыра. Урындағы халыҡ менән низағҡа инеү ҡәтғи тыйыла. Был бойороҡто боҙоу осраҡтары ҡаты язаға тарттырыла. Экспедиция өсөн яңы аҙыҡ-түлек Европа тауарҙарына алмаштырыла. Инглиздәрҙең бындай ҡылығы, прагматик йәһәттән эш ителһә лә (үҙеңә ҡарата нәфрәт тыуҙырыу файҙаһыҙ), шул ваҡыт өсөн нонсенс булған — европалылар, ғәҙәттә, үҙҙәренең маҡсатына көс ҡулланып, аборигендарҙы талап, үлтереп ирешкән (хатта сәбәһеҙ үлтереү осраҡтары ла булған). Тыныслыҡ яҡлы сәйәсәт үҙ емештәрен бирә — утрау кешеләре менән яҡшы мөнәсәбәттәр булдырыла, шунһыҙ Венераны күҙәтеүҙә етди ҡыйынлыҡтар булыр ине.

Күҙәтеүҙәр үтә торған яр буйҙарын контролдә тотоу маҡсатында, өс яғынан вал, урыны менән йырын һәм ҡойма менән уратып алынған форт төҙөлә, уны ике пушка һәм алты фальконет, 45 кешенән торған гарнизон һаҡлай. Иртән, 2 майҙа, унһыҙ эксперимент үткәреү мөмкин булмаған берҙән-бер квадрант урланғанлығы асыҡлана. Шул уҡ көндөң кисендә квадрант табыла.

7 июндән 9 июнгә ҡарай команда карапты ҡараштырыу менән мәшғүл була. 9 июлдә ҡуҙғалыуҙан алда диңгеҙ пехотаһы һалдаттары Клемент Уэбб һәм Сэмюэл Гибсон ҡаса. Утрау кешеләре ҡасҡындарҙы тоторға ярҙам итеүҙәренән баш тартҡас, Кук округаның бөтә иң баһалы башлыҡтарын эләктереп ала һәм уларҙы ебәреү өсөн ҡасҡындарҙы кире ҡайтарыуҙы шарт итеп ҡуя. Урындағы халыҡ ярҙамында дезертирҙарҙы карапҡа ҡайтарғас, башлыҡтарҙы ебәрәләр. Астрономик күҙәтеүҙәрҙән һуң Кук үҙе менән яҡындағы утрауҙарҙы яҡшы белгән һәм тәржемәсе була алған Тупия исемле урындағы башлыҡты һәм уның уның ялсыһы Тиатуны алып Яңы Зеландия ярҙарына юллана. Яңы Зеландия аборигендары менән, инглиздәрҙең тыныслыҡҡа ынтылыуына ҡарамаҫтан, яҡшы мөнәсәбәттәр урынлаштырыу мөмкин булмай. Экспедицияға бер нисә тапҡыр бәрелештә ҡатнашырға тура килә, уның барышында аборигендар бер нисә юғалтыу кисерә.

Көнбайыш яр буйлап барыуҙы дауам итеп, Кук якорҙа тороу урыны өсөн уңайлы бухта таба. Королева Шарлотта тип ул атаған был бухтала «Индевор» ремонтҡа туҡтала: карапты ярға сығаралар һәм яңынан һыҙлыҡлап сығалар. Бында уҡ, Королева Шарлотта ҡултығында асыш яһала — ҡалҡыулыҡҡа менеп, Кук Яңы Зеландияны ике утрауға бүлеүсе боғаҙҙы күреп ҡала. Был боғаҙ уның исеме менән атала (Кук боғаҙы).

1770 йылдың апрелендә Кук Австралияның көнсығыш ярына килә. Ҡултыҡтың ярында экспедиция элек билдәле булмаған күп үҫемлектәр төрөн таба, шуға күрә Кук был ҡултыҡты Ботаник тип атай. Ботаник ҡултығынан Кук Австралияның көнсығыш яры буйлап төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай юллана.

11 июндә тышлығына зыян килтереп, карап ҡомға барып терәлә. Һыу ҡалҡыу һәм карапты еңеләйтеү маҡсатында ҡабул ителгән саралар арҡаһында (борт тышына такелаждың запас өлөштәре, балласт һәм пушкалар сығарыла) «Индеворҙы» һай урындан сығарыу мөмкин була. Әммә зарар күргән борт тышлығынан карап эсенә һыу тула башлай. Тишектән һыу ағымы килмәһен өсөн беше киндер тығып ҡуялар, шулай итеп һыуҙың инеүен кәметергә мөмкин була. Шуға ҡарамаҫтан «Индевор» едти ремонтҡа мөхтәж була, сөнки әлеге хәлендә карапты йөҙмә торошонда помпа ҡоролмаларының өҙлөкһөҙ эшләүе талап ителә, ә бортындағы ҙур тишек менән йөҙөүҙе дауам итеү бөтөнләй ҡурҡыныс. Һәм Кук ремонтҡа туҡтау өсөн хәүефһеҙ урын эҙләй башлай. 6 көндән һуң ундай урын табыла. «Индеворҙы» ярға һөйрәп сығаралар, тишектәрен ямайҙар. Тиҙҙән караптың диңгеҙҙән Ҙур Барьер Рифы менән айырылғанлығы асыҡлана, шулай итеп экспедиция Австралия яры һәм риф араһындағы һай урындар һәм һыу аҫты ҡаялары менән ҡапланған тар һыу һыҙатында тороп ҡала.

Рифты урап үтеп, төньяҡҡа ҡарай 360 миль үтергә тура килә. Лотты даими ташлап, яй барырға, трюмдан бер туҡтауһыҙ һыуҙы һурҙырырға тура килә. Етмәһә карапта зәңге ауырыуы башлана. Әммә Кук, Рифтың тотош стенаһында ваҡыт-ваҡыты менән барлыҡҡа килгән тишектәргә иғтибар итмәй, ошо юл менән барыуын дауам итә. Эш шунда була, Ҙур Барьер Рифынан яйлап алыҫлашҡан яр бер мәлде асыҡ дигеҙҙән күҙәтеү өсөн йыраҡ була, был Австралия ярҙарын күҙ уңынан ысҡындырғыһы килмәгән Кук өсөн уңайлы булмай. Был ныҡышмалылыҡ үҙ емештәрен бирә — Риф һәм яр буйлап барыуын дауам итеп, Кук Яңы Гвинея һәм Австралия араһындағы боғаҙға тап була (ул саҡта Яңы Гвинея утраумы әллә Австралия материгының өлөшө икәнлеген белмәйҙәр).

Кук карапты ошо боғаҙ аша Батавияға (иҫке исеме Джакарта) йүнәлтә. Индонезияла карапҡа тапма ауырыуы үтеп инә. «Индевор» ғинуар башында Батавияға ингәндә ауырыу эпидемия характерын ала. Тупиа менән Тиату тапма ауырыуының ҡорбандары була. Карап кисекмәҫтән ремонтҡа ҡуйыла, уны тамамлағандан һуң Кук тиҙ арала Батавияны ҡалдыра. Әммә кешеләр үлеүен дауам итә.

Панаитан утрауында тапма ауырыуына дизентерия өҫтәлә, ошо мәлдән ул үлем осраҡтарының төп сәбәбе була. 14 мартта «Индевор» Кейптаун портына ингәндә, карапта эшкә һәләтле 12 кеше ҡала. Шәхси составта юғалтыуҙар ныҡ күп була, тик Батавиянан Кейптаунға тиклем юлда команданың 22 ағзаһы вафат була (башлыса дизентериянан), шулай уҡ бер нисә штатский кеше, шул иҫәптә астроном Грин да була. Артабанғы йөҙөү мөмкин булһын өсөн, команда тулыландырыла. 1771 йылдың 12 июлендә экспедиция Англияға әйләнеп ҡайта.

Беренсе экспедиция һөҙөмтәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп һоралған маҡсат — Венераның Ҡояш дискы аша үтеүен күҙәтеү — башҡарыла, һәм эксперимент һөҙөмтәләре, шул ваҡыттағы ҡорамалдарҙың етешһеҙлегенә бәйле үлсәмдәрҙең яңылышлыҡтарына ҡарамаҫтан, һуңғараҡ (планетаның ьашҡа нөктәләренән барлығы тағы дүрт күҙәтеү менән) Ерҙән Ҡояшҡа тиклем алыҫлыҡты теүәл иҫәпләү өсөн ҡулланыла. Икенсе бурыс — Көньяҡ материкты асыу — үтәлмәй, һәм, хәҙер билдәле булыуынса, Куктың беренсе экспедицияһында үтәлеүе мөмкин булмай.

Экспедиция шулай уҡ Яңы Зеландия — тар боғаҙ (Кук боғаҙы) менән айырылған ике үҙаллы утрау, ә элек ҡабул ителгәнсә, билдәһеҙ материктың өлөшө түгел икәнлеген иҫбатлай. Картаға шул ваҡытҡа бөтөнләй тикшерелмәгән Австралияның бер нисә йөҙ миль көнсығыш яры буйын төшөрөргә мөмкин була. Австралия һәм Яңы Гвинея араһындағы боғаҙ асыҡлана. Ботаниктар биологик өлгөләрҙең ҙур коллекцияһын йыя.

Тыуған иленә ҡайтҡас, Ҡукҡа 1-се ранг капитаны (Captain) дәрәжәһе бирелә.

Ер шары буйлап икенсе сәйәхәт (1772—1775 годы)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1772 йылда Адмиралтейство Тымыҡ океанға икенсе эксепдицияны әҙерләүгә тотона.

Экспедиция маҡсаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Куктың икенсе экспедицияһы (1772—1775) геограрфия һәм сәйәси проблемалар менән бәйле була. Француздар был ваҡытта көньяҡ диңгеҙҙәрҙә ҙур әүҙемлек күрһәтә. Кәмендә дүрт француз экспедицияһы алтмышынсы йылдар аҙағында Көньяҡ материкты эҙләү буйынса ебәрелә. Улар Они Бугенвиль, Сюрвиль, Марион-Дюфрен, Кергелен исемдәре менән бәйле була. Башланғыс шулай уҡ француз Ост-Инд компанияһынан да килә, нәҡ ул Сюрвиль экспедицияһын, шулай уҡ XVIII быуаттың беренсе яртыһында Кук телгә алған Буве экспедицияһын кәрәк-яраҡ менән тәьмин итә. Был француз экспедицияларының һөҙөмтәләре тураһында (Бугенвиль экспедицияһынан тыш) Лондонда әле белмәйҙәр, был хафаланыу өҫтәй. Ике карап ебәрергә (француздар 2—3-шәр карапты бергә ебәрә) һәм яңы экспедиция башында капитан Кукты ҡуйырға ҡарар ителә, уның уңыштары Англияла ҙур тәьҫир итә. Адмиралтейство был эш менән шул тиклем ашыға, хатта Кукҡа беренсе сәйәхәте тураһында ентекле отчет төҙөп бөткәс өс йыллыҡ йөҙөүҙән һуң ял итеү өсөн тик өс аҙна ваҡыт бирелә (1771 йылдың декабрендә).

Һис шикһеҙ, быға Король йәмғиәте лә шулай уҡ ярҙам итә — ул ярым хөкүмәт ойошмаһы була һәм йәмғиәттә ҡеүәтле көскә эйә була; шул ваҡыттың төп географтары, бигерәк тә Александер Далримпл, колонизациялау өсөн яраҡлы ҙур Көньяҡ материктың идеяһына ышаныуҙарын дауам итә. Кук көндәлектәрендә үҙенең инструкцияларын былай һүрәтләй:

3 июлдә Плимут каналында «Резолюшн» «Эдвенчур» менән осраша. Унан алда кис беҙ канал һыуҙарында лорд Сандвич менән осраштыҡ. «Глори» фрегаты һәм «Азард» кәмәһе оҙатыуындағы «Огаста» яхтаһында ул адмирал верфтарын урап үтте.

Беҙ уға ун ете атыу менән салют бирҙек. Лорд Сандвич һәм сэр Хью Пеллизер «Резолюшнға» килде һәм беҙҙең уңышлы юлланыу тураһында яңы, үҙҙәренең был юлы һуңғы хәстәрлектәрен күрһәтте. Караптың алыҫ йөҙөүгә тулыһынса минең талаптарға ярашлы әҙер икәнен шәхсән тикшерергә теләнеләр.

Плимутта мин 25 июндә ҡул ҡуйылған инструкцияны алдым. Был инструкцияла миңә «Эдвенчурҙы» үҙемдең етәкселегем аҫтына алырға, кисекмәҫтән Мадейр утрауына барырға, унда шарап менән запасланырға һәм Добрая Надежда моронона юлды дауам итергә ҡушылған. Артабан йөҙөү өсөн запастарҙы кәрәк-яраҡтар менән тулыландырып, мин Буве мәғлүмәттәре буйынса 54° көньяҡ киңлектә һәм 11°20' көнсығыш оҙонлоҡта ятҡан Сирконсисьон моронон табыу буйынса көньяҡҡа йүнәлергә тейеш булам. Был иорондо тапҡас, мин уның көньяҡ материктың өлөшө (уның барлығы тураһында электән лиңгеҙселәр һәм георгафтар бәхәс алып барған) йәки сағыштырмаса ҙур булмаған утрауҙың осо икәнлеген билдәләргә тейеш булам. Беренсе осраҡта яңы асылған ерҙәрҙе навигация практикаһы һәм сауҙа ихтыяждарын һәм фән өсөн бындай тикшеренеүҙәрҙең әһәмиәтен күҙ уңында тотоп ентекле өйрәнеү кәрәк. Әгәр ҙә был ерҙәрҙә йәшәүселәр булһа, мин ерле халҡының һанын билдәләргә, халыҡтың характеры, ғөрөф-ғәҙәте тураһында мәғлүмәттәр йыйырға һәм улар менән дуҫтарса мөнәсәбәт булдырырға тейеш. Бөтә осраҡтарҙа ла урындағы халыҡҡа ҡарата хәстәрлек күрһәтергә кәрәк.

Йә көнсығыш, йә көнбайыш йүнәлештә, йә үҙемдең ҡарамаҡҡа барып, көньяҡта яңы территорияларҙы асыу өсөн бөтә көсөмдө һалырға тейеш. Шул уҡ мәлдә юғары киңлекте күҙ уңында тоторға һәм беҙҙең запастар, команданың һаулыҡ торошо һәм караптарҙың торошо еткән тиклем көньяҡ полюсҡа йөҙөр кәрәк. Һәр хәлдә бортта Англияға кире уңышлы әйләнеп ҡайтыу өсөн етерлек аҙыҡ-түлектең булыуы мөһим. Икенсе осраҡта, әгәр ҙә Сирконсисьон мороно утаруҙың өлөшө була ҡалһа, мин уның теүәл урынлашыуын билдәләргә тейеш. Һуңынан мин уны табаммы әллә юҡмы, Көньяҡ материкты асыу буйынса өмөт булғанда көньяҡҡа ҡарай курсты тоторға тейеш. Шул саҡта мин курсты көнсығышҡа ҡарай алырға һәм көньяҡ ярымшарҙың билдәһеҙ өлөштәренең асылмаған ерҙәрен әҙләү буйынса тикшерергә тейеш.

Көньяҡ полюсҡа яҡын юғары киңлектәрҙә йөҙөп, мин ер шары тирәләй урап үтергә, Добрая Надежда моронона әйләнеп килергә, ә унан Спидхедҡа барырға тейеш.

Әгәр юғары киңлектәрҙә йылдың уңайһыҙ ваҡытында хәүефле булһа, мин кешеләргә ял бирергә һәм судноларҙы йүнәтеү өсөн ваҡытлыса төньяҡтараҡ урынлашҡан алдан һайланған урынға килә ала инем. Әммә инструкция был пункттан тәүге мөмкинлектә үк караптарҙың яңынан көньяҡҡа ҡарай юлланыуын талап итә. Әгәр ҙә «Резолюшн» юлда һәләк булһа, йөҙөүҙе «Эдвенчурҙа» дауам итергә кәрәк була.

Был инструкцияның күсермәһен ҡулланма кеүек һәм тайпылышһыҙ башҡарыу өсөн капитан Фюрноға бирҙем. Караптарҙың көтөлмәгән айырылып китеүе осрағында мин яҡындағы һәм артабанғы осрашыуҙар өсөн пункттар билдәләнем: беренсе осрашыу Мадейр утрауында, икенсеһе — Сантьягу утрауындағы Порту-Прайяла, өсөнсөһө — Добрая Надежда морононда, дүртенсеһе — Яңы Зеландия ярҙары буйында булырға тейеш.

Плимутта булған саҡта астрономдар Уолс һәм Бейли Дрейк утрауында карап хронометрҙарының дөрөҫлөгөн тикшереү өсөн күҙәтеүҙәр алып барҙы. Улар Дрейк утрауының 50°21’30" төньяҡ киңлектә һәм 4°20' көнбайыш оҙонлоҡта ятыуын билдәләнеләр. Гринвик меридиан беҙҙең тарафтан баштағы тип ҡабул ителде, һәм унан артабан көнсығыш, шулай уҡ көнбайыш ярымшарҙа 180° тиклем оҙонлоҡтар һаналды.

Экспедиция составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Экспедиция башлығына төп кандидаттар Джеймс Кук һәм Джозеф Банкс була. Эксепдицияға әҙерлек барышында Адмиралтейство һәм Банкс араһында килешмәүсәнлектәр килеп сыға, һәм һөҙөмтәлә Банкс экспедицияла ҡатнашыуҙан баш тарта. Экспедицияның етәксеһе ҡабаттан Джеймс Кук була. Экспедицияға ике карап — флагман ролен башҡарыусы 462 тонна ауырлыҡтағы «Резолюшн» һәм 350 тонна ауырлыҡтағы «Эдвенчур» карабын бүләләр. «Резолюшнда» капитан булып Кук үҙе, «Эдвенчурҙа» — Тобиас Фюрно тора. «Резолюшнда» лейтенанттар Джон Купер, Ричард Пикерсгилл һәм Чарльз Клерк була.

Экспедицияла натуралистар Иоганн Рейнхольд һәм Георг Форстеры (аталы-уллы), астрономдар Уильям Уэллс һәм Уильям Бэйли, рәссам Уильям Ходжес ҡатнаша.

Экспедиция барышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Резолюшн» һәм «Эдвенчур» Матавай ҡултығында(Таити). Картина. Авторы: Уильям Ходжес, 1776
«Резолюшн». Картина. Авторы — Джон Мюррэй, 1907

1772 йылдың 13 июлендә караптар Плимуттан сыға. 1772 йылдың 30 октябрендә Кейптаунға килгәс, экспедицияға ботаник Андерс Спаррман ҡушыла. 22 ноябрҙә караптар, көньяҡҡа курс алып, Кейптаунды ҡалдыралар. Ике аҙна дауамында Кук бер утрауҙы, — Буве тәүге тапҡыр күргән ерҙе эҙләй, әммә уның координаталарын аныҡ билдәләй алмай. Яҡынса, утрау Добрая Надежда морононан 1700 миль көньяҡтараҡ урынлаша. Эҙләүҙәр һөҙөмтә бирмәй, һәм Кук көньяҡҡа юллана.

1773 йылдың 17 ғинуарында караптар (тарихта беренсе тапҡыр) Көньяҡ поляр түңәрәген киҫеп үтә. 1773 йылдың 8 февралендә шторм ваҡытында, караптар күремлектән ситкә сыға һәм бер-береһен юғалта. Бынан һуң капитандарҙың эш итеүе түбәндәгесә була.

  1. Кук «Эдвенчурҙы» табырға маташып, өс көн дауамында йөҙөп йөрөй. Эҙләүҙәр һөҙөмтәһеҙ була һәм «Резолюшн» 60-сы параллелгә тиклем көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай курс ала, һуңынан көнсығышҡа борола һәм был курста 17 мартҡа тиклем ҡала. Ошонан һуң Кук Яңы Зеландияға курс ала. Экспедиция 6 аҙна Томанлы ҡултығында якорҙа тора, был ҡултыҡтың тикшеренеүҙәрен үткәрә һәм көс туплай, шунан һуң юғалыу осрағында алдан һөйләшелгәнсә осрашыу урынына - Шарлотта ҡултығына йүнәлә.
  2. Фюрно Тасманияның Австралия материгының өлөшө әллә үҙаллы утрау микәнен асыҡлау маҡсатында Тасмания утрауының көнсығыш яры буйына йөнәлә, әммә уңышҡа ирешмәй, Тасмания Австралияның өлөшө тип хаталы ҡарар итә. Һуңынан Фюрно «Эдвенчурҙы» Шарлотта ҡултығына осрашыу урынына йүнәлтә.

1773 йылдың 7 июнендә караптар Шарлотта ҡултығынан сыға һәм көнбайышҡа йүнәлә. Ҡышҡы айҙарҙа Кук Тымыҡ океандың Яңы Зеландияға яҡын ятҡан әҙ өйрәнелгән райондарын тикшереү менән шөғөлләнергә теләй. Әммә «Эдвенчурҙа» туҡланыу режимы боҙолоу менән бәйле зәңге киҫкенләшеүе арҡаһында Таитиға барырға тура килә. Таитиҙа команда рационына күп емеш-еләк кертелә, шулай итеп бөтә зәңге менән ауырыусыларҙы дауаларға мөмкин була.

Таитиҙан һуң Кук Хуахине утрауына бара, унда 300 сусҡа һатып ала. Утрау кешеләре һәм уларҙың башлығы менән һәйбәт мөнәсәбәттәр булдырылһа ла, экспедицияның ҡайһы бер ағзалары был утрауҙа енәйәтселәрҙең һөжүменә дусар була. Шулай, 6 сентябрҙә матрос Спарман талана һәм туҡмала, Кук үҙе лә һөжүм итеү ҡурҡынысына юлыға. 7 сентябрҙә, йөҙөп китеү алдынан, экспедицияға яҡындағы Ульетеа утрауы кешеһе Омай ҡушыла, унда Кук Хуахине утрауынан һуң ҡапыл барырға йыйынған була.

Ульетеа утрауын шул уҡ көндөң кисендә күрәләр. Был утрауҙа шул уҡ күләмдә сусҡа һатып алалар, уларҙың дөйөм һаны, Кук баһалауынса, 400 башҡа етә. Ульетеа утрауында Кук үҙе менән Эдидей исемле тағы бер утрау кешеһен ала.

Кук барған артабанғы утрауҙар Эуа һәм Тонгатабу була, уларҙың кешеләре Кукты үҙенең алсаҡлығы менән таң ҡалдыра, Кук яҡындағы өсөнсө утрау менән бергә был утрауҙарҙы Дуҫлыҡ утрауҙары тип атай. Был атама, артабан рәсми статусын юғалтып, әлегә тиклем ҡулланыла.

Яңы Зеландияның почта маркаһында Капитан Джеймс Кук — сәйәхәтсе, тикшеренеүсе һәм картограф 1940,

Дуҫлыҡ утрауҙарынан һуң Яңы Зеландия ярҙарында караптар штормға эләгә һәм яңынан айырыла. Кук боғаҙында штормдың туҡтауын көтөп, «Резолюшн» алдан килешелгән осрашыу урынына, Шарлотта ҡултығына әйләнеп ҡайта, әммә «Эдвенчур» бында һаман да булмай. Өс аҙна көтөү ваҡытында инглиздәр урындағы халыҡ араһында каннибализм күренештәре шаһиты була.

«Эдвенчурҙы» көтөп ала алмағас, Кук ярҙа капитан Фюрно өсөн яҙыу ҡалдырып, көньяҡҡа юл ала. Яҙыуҙа Кук поляр диңгеҙҙәренән ҡайтҡандан һуң барасаҡ урындарын билдәләй, һәм Фюрноға йә осрашырға тырышырға, йә Англияға ҡайтырға тәҡдим итә. «Эдвенчур» Шарлотта ҡултығына Кук йөҙөп киткәндән һуң бер аҙна тигәндә килә. 1773 йылдың 17 декабрендә ғәҙәттән тыш ваҡиға була — ярға яңы йәшелсәләр артынан ебәрелгән ике боцман етәкселегендәге һигеҙ матрос үлтерелә һәм утрау кешеләре тарафынан ашала. Капитан Фюрно Англияға ҡайтырға ҡарар итә (күрәһең, килеп сыҡҡан хәл арҡаһында). Икенсе көндә үк (18 декабрҙә) Фюрно Яңы Зеландияны ташлап китә һәм Кейптаунға юллана. Аҙыҡ-түлек запасын тулыландырып һәм Кукҡа яҙыу ҡалдырып, Фюрно Англияға ҡайта.

Кук ҡабаттан поляр һыуҙарына китә һәм 1773 йылдың 21 декабрендә икенсе тапҡыр Көньяҡ поляр түңәрәген киҫеп үтә. 1774 йылдың 30 ғинуарында «Резолюшн» 71° 10' көньяҡ киңлеккә еткәс, юлды тотош диңгеҙ боҙо ҡаплай. Был Куктың бөтә сәйәхәте ваҡытындғы иң юғары көньяҡ нөктәһе була.

Пасха һәм (1774 йылдың 12 марты) һәм Маркиз утрауҙарына (1774 йылдың 7 апрелендә), «Резолюшн» 1774 йылдың 22 апрелендә яңынан Таити ярҙарына яҡынлаша. Бында Кук Таити халҡының күрше Муреа утрауы кешеләре менән һуғышҡа әҙерләнеүенә шаһит була. Экспедицияға бигерәк тә Таити диңгеҙ флоты йоғонто яһай, уны Кук журналында былай тип һүрәтләй:

Флот 160 хәрби суднонан һәм аҙыҡ-түлек припастары өсөн 150 суднонан тора. Хәрби судноларҙың оҙонлоғо 40-тан алып 50 футҡа тиклем тәшкил итә. Уларҙың мороно өҫтөндә платформалар урынлашҡан, унда тулы ҡоралланған хәрбиҙәр тора. Ишкәкселәр аҫта платформаларҙы тотоп тороусы бағаналар араһында ултыра. Шулай итеп, был платформалар тик һуғыш өсөн тәғәйенләнгән. Ҙур судноларҙа ҡырҡышар кеше, ә бәләкәй судноларҙа һигеҙешәр кеше ултыра. Мин Таити флотында бөтәһе 7700 кеше торғанын һананым, әммә күп офицерҙар был һанды әҙ тип иҫәпләнеләр. Бөтә суднолар төрлө төҫтәге флагтар менән биҙәлгән һәм ул һыуҙарҙа беҙ күрергә өмөт итмәгән ҙур тамашаны булдырҙы. Алдан бер-береһе менән ҡушылған ике ҙур хәрби суднонан торған адмирал карабы бара. Унда флот менән етәкселек итеүсе оло йәштәге ҡыйыу йөҙлө адмирал Товга бара.

Таитиҙан һуң Кук посетил Хуахине һәм Раиатеа утрауҙарын, Дуҫлыҡ утрауҙарына бара. Фиджи утрауҙарында экспедиция аборигендар менән бер нисә тапҡыр бәрелешеп ала. Танна утрауында (Фиджи утрауының) аҙыҡ-түлек запастары тулыландырыла.

1774 йылдың 3 сентябрендә Яңы Каледония асыла. 1774 йылдың 18 октябрендә Кук Шарлотта ҡултығында өсөнсө тапҡыр якорға тора һәм унда 10 ноябргә тиклем була.

1774 йылдың 10 ноябрендә экспедиция Тымыҡ океан аша көнсығышҡа юллана, 17 декабрҙә Магеллан боғаҙына етә. Атлантик океанда инде Көньяҡ Георгия асыла, әммә был юлы Антарктидаға барып етеү мөмкин булмай.

1775 йылдың 21 мартында Кук Кейптаунға ремонт өсөн әйләнеп ҡайта, унда капитан Фюрно ҡалдырған яҙыуҙы ала. Кейптаундан «Резолюшн» туранан-тура Англияға йүнәлә һәм 1775 йылдың июлендә Спитхедҡа килә.

Экспедиция һөҙөмтәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тымыҡ океанда бер нисә рәт утрауҙар һәм архипелагтар асыла.

Көньяҡ киңлектәрҙә ниндәйҙер әһәмиәтле ерҙәр булмауы иҫбатлана һәм, шуға күрә был йүнәлештә эҙләүҙәрҙе дауам итеүҙең мәғәнәһе юҡ.

Реаль көньяҡ материк — Антарктида — асылмаһа ла, һәр хәлдә уның колониаль экспансия өсөн файҙаһыҙ булыуы билдәләнә.

Өсөнсө йөҙөү (1776—1779 годы)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Экспедиция маҡсаттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Адмиралтейство тарафынан Куктың өсөнсө экспедицияһы алдында ҡуйылған төп маҡсат, — Төньяҡ-көнбайыш үтеү юлын — Төньяҡ Америка континентын киҫеп үтеүсе һәм Атлантик һәм Тымыҡ океандарҙы тоташтырыусы һыу юлын асыу тора.

Экспедиция составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Экспедицияға, элекке кеүек үк, ике карап — флагман «Резолюшны» (462 тонна ауырлыҡтағы, 32 пушкалы), унда Кук донъя тирәләй икенсе сәйәхәтен башҡарғайны, һәм 350 тонна ауырлыҡтағы 26 пушкалы «Дискавери» бүленә. «Резолюшнда» капитан үҙе Кук була, «Дискавериҙа» — Чарльз Клерк, ул Куктың тәүге ике сәйәхәтендә ҡатнашҡайны. Джон Гор, Джеймс Кинг, Джон Уильямсон «Резолюшнда» капитандың беренсе, икенсе һәм өсөнсө ярҙамсылары була. «Дискавериҙа» беренсе ярҙамсы Джеймс Берни, икенсеһе — Джон Рикмен була. Рәссам сифатында экспедицияла Джон Уэббер эшләй.

Экспедиция барышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Джеймс Куктың һыны, Ваимиа, Кауаи утрауы (Гавайя утрауҙары)
Капитан Кук мемориалының арт яғындағы яҙыу, Ваимиа, Кауаи утрауы (Гавайские о-ва)
«Капитан Куктың үлеме». Шон Лайнхэн картинаһы
Джеймс Кук үлтерелгән урында обелиск, Кеалакекуа (бухта)
Карнелдә Джеймс Кукҡа арналған обелиск (Сидней яны ҡаласығы)

Англиянан караптар айырым китә: «Резолюшн» Плимуттан 1776 йылдың 12 июлендә, «Дискавери» 1 августа сыға. Кейптаунға юлда Кук Тенерифе утрауына бара. Кук 17 октябрҙә Кейптаунға килгәс, «Резолюшнды» бортының тышлығының торошо насар булғас, ремонтҡа ҡуырға кәрәк була. 1 ноябрҙә Кейптаунға килгән «Дискавериға» шулай уҡ ремонт яһала.

1 декабрҙә караптар Кейптаундан сыға. 25 декабрҙә Кергелен утрауына баралар. 1777 йылдың 26 ғинуарында караптар Тасманияға яҡынлаша, унда һыу һәм утын запасын тулыландыралар.

Яңы Зеландиянан караптар Таитиға юллана, әммә ҡаршы ел арҡаһында Кук курсты үҙгәртергә һәм башта Дуҫдыҡ утрауҙарына барырға мәжбүр була. Таитиға Кук 1777 йылдың 12 авгусында килә.

1777 йылдың 7 декабрендә караптар Төньяҡ ярымшарға юллана, экваторҙы 22 декабрҙә киҫеп үтә. Ике көндән һуң, 24 декабрҙә, Раштыуа утрауы асыла. Был утрауҙа булып, экспедиция ғояш тотолоуын күҙәтә.

1778 йылдың 18 ғинуарында Гавайя утрауҙары асыла, уларҙы Кук Адмиралтейство лордтарының береһе Сандвич исеме менән атай. Был исем XX быуаттың уртаһына тиклем ҡулланыла[4].

Гавайяла экспедиция 2 февралгә тиклем була, көс туплай һәм төньяҡ киңлектәргә йөҙөп китеү өсөн әҙерләнә, һуңынан төньяҡ-көнсығышҡа, Төньяҡ Американың көнбайыш яры буйына юл тота. Был юлда караптар штормға эләгә һәм өлөшләтә зыян («Резолюшн» бизань-мачтаһын юғалта).

1778 йылдың 30 мартында караптар Тымыҡ океан яғынан Ванкувер утрауына инеүсе оҙон һәм тар Нутка ҡултығында ремонтҡа туҡтай. 26 апрелдә, ремонтты тамамлап, улар Нутка ҡултығынан сыға һәм Төньяҡ Америка яры буйлап төньяҡҡа китә. Әммә Аляска ярҙары эргәһендә тағы ла ремонт өсөн туҡталалар, сөнки «Резолюшнға» һыу ныҡ ағып инә.

Август башында караптар Беринг боғаҙы аша үтә, Төньяҡ поляр түңәрәген киҫеп үтә һәм Чукот диңгеҙенә инә. Бында улар тотош боҙ ҡырына тап була. Төньяҡҡа юлды дауам итеү мөмкин булмай, ҡыш яҡынлаша, шуға күрә Кук көньяғыраҡ киңлектәрҙә ҡышты үткәреү ниәтендә караптарҙы кирегә бора.

1778 йылдың 2 октябрендә Кук Алеут утрауҙарына етә, бында ул рус сәнәғәтселәрен осрата, улар уға Беринг экспедицияһы төҙөгән үҙҙәренең картаһын тәҡдим итә. Рус картаһы Кук картаһына ҡарағанда күпкә тулыраҡ була, унда Кукҡа билдәһеҙ булған утрауҙар була, ә Кукта яҡынса билдәләнгән күп ерҙәрҙең һыҙылмалары юғары теүәллек һәм ентекле күрһәтелгән була. Куктың был картаны яңынан төшөрөп, Азия менән Американы айырып тороусы боғаҙҙы Беринг исеме менән атауы билдәле.

1778 йылдың 24 октябрендә караптар Алеут утрауҙарын ҡалдыра һәм 26 ноябрҙә Гавайя утрауҙарына килә, әммә караптар өсөн уңайлы тороу урыны тик 1779 йылдың 16 ғинуарында ғына табыла. Утрау кешеләре — гавайялылар — караптар тирәләй күп һанда туплана; Кук үҙенең яҙыуҙарында уларҙың һанын бер нисә мең тип баһалай. Һуңыраҡ утрау кешеләренең экспедицияға ҡарата юғары ҡыҙыҡһыныуын уларҙың Кукты үҙҙәренең бер аллаһы итеп ҡабул итеүҙәрендә икәнлеге асыҡлана. Әммә экспедиция ағзалары һәм гавайялылар менән баштағы яҡшы мөнәсәбәттәр тиҙ боҙола башлай; көн һайын гавайялыларҙың урлашыуы арта, ә урланған әйберҙе ҡайтарыу арҡаһында килеп сыҡҡан бәрелештәр киҫкенләшә бара.

Хәлдең киҫкенләшә барыуын тойоп, Кук 4 февралдә ҡултыҡтан китә, әммә тиҙҙән башланған шторм «Резолюшнға» едти зыян килтерә һәм 10 февралдә караптар ремонт өсөн кире әйләнә (яҡында башҡа якорь тороу урыны булмай). Парустарҙы һәм такелаждың өлөшөн ремонт өсөн ярға сығаралар. Гавайялыларҙың экспедицияға ҡарата мөнәсәбәте асыҡтан-асыҡ дошмандарса була. Тирә яҡта күп ҡоралланған кешеләр күренә. Уларҙың һаны арта. Урлашыуҙар ҙа арта. 13 февралдә «Резолюшн» палубаһынан ҡыпһыуырҙы урлайҙар. Уларҙы кире ҡайтарыу һөҙөмтәһеҙ була һәм бәрелеш менән тамамлана.

Икенсе көндә, 14 февралдә, «Резолюшндан» баркас урлана. Урланған мөлкәтте ҡайтарыу маҡсатында Кук урындағы башлыҡтарҙың береһе Каланиопаны бортҡа аманат сифатында ала. Лейтенант Филипс етәкселегендә ун диңгеҙ пехотаһынан торған ҡоралланған кешеләре менән ярға сығып, ул башлыҡтың торлағына килә һәм уны карапҡа саҡыра. Тәҡдимде ҡабул итеп, Каланиопа инглиздәр артынан эйәрә, әммә яр ситенә еткәс, ҡатынының өгөтөнә күнеп, артабан барыуҙан баш тарта.

Шул уҡ ваҡытта ярға бер нисә мең гавайялы йыйыла, улар Кукты һәм уның кешеләрен һыуға ҡыҫырыҡлап, уратып ала. Улар араһында инглиздәрҙең бер нисә гавайялыны үлтереүе тураһында хәбәр тарала (капитан Куктың көндәлегендә һүрәтләнгән ваҡиғаларға тиклем лейтенант Рикмендың кешеләре бер ерле кешене үлтереүе тураһында телгә алына), һәм был имеш-мимештәр, шулай уҡ Куктың тәртибе халыҡ төркөмөн дошмандарса эш итеүҙең башланыуына этәрә. Алышта Кук үҙе һәм дүрт матрос һәләк була, ҡалғандары карапҡа сигенә. Ул ваҡиғалар тураһында шаһиттарҙың бер нисә ҡаршылыҡлы мәғлүмәттәре бар, улар буйынса нисек булыуы тураһында фекер йөрөтөү ҡатмарлы. Етерлек кимәлдә тик шуны әйтергә мөмкин, инглиздәр араһында паника башлана, команда тырым-тырағай шлюпкаға сигенә, һәм ошо ығы-зығыла Кук гавайялылар тарафынан үлтерелә (сама менән елкәһенә һөңгө сәнселеп). Лейтенант Кингтың көндәлегенән:

«Куктың йығылыуын күреп, гавайялылар еңеүле ҡысҡыралар. Шунда уҡ уның кәүҙәһен ярға һөйрәп сығаралар, һәм уны уратып алған халыҡ төркөмө, түҙемһеҙлек менән бер-береһенән хәнйәрҙе тартып алып, уны сәнскеләй башлай, сөнки һәр береһе уны юҡ итеүҙә ҡатнашырға

Шулай итеп, 1779 йылдың 14 февралендә 50 йәшлек капитан Джеймс Кук Гавайя утрауҙары кешеләре тарафынан үлтерелә. Капитан Клерк үҙенең көндәлегендә әгәр Кук меңләгән халыҡ төркөмө алдында асыу килтерерлек тәртибенән баш тартһа, бәхетһеҙ осраҡ булмаҫ ине, тип раҫлай.

Дөйөм алғанда, әгәр Кук тулыһынса диңгеҙ пехотаһы һалдаттарының кәрәк саҡта ерле кешеләрҙе мушкет уты менән генә ҡыуып, утрау халҡы уратып алған кешегә яза бирергә маташмаһа, был хәл аҡтыҡ сиккә барып етмәҫенә мин ныҡ ышанам. Бындай фекер, һис шикһеҙ донъяның төрлө өлөштәрендәге төрлө индеец халыҡтары менән аралашыу тәжрибәһенә нигеҙләнгән, әммә әлеге бәхетһеҙ ваҡиғалар был осраҡта был фекерҙең хаталы икәнен күрһәтте.

Ерле кешеләр ул тиклемгә барып етмәҫ ине, әгәр капитан Кук, үкенескә ҡаршы, уларға атып ебәрмәһә тигән төплө дәлилдәр бар: быға тиклем бер нисә минут элек улар һалдаттарға ярҙағы шлюпкалар торған урынға барыу өсөн юлды аса, (был турала мин телгә алдым), шулай итеп капитан Кукҡа гавайялыларҙан китеү өсөн мөмкинлек бирергә маташалар.

Лейтенант Филипс һүҙҙәренә ҡарағанда, гавайялылар инглиздәрҙең карапҡа ҡайтыуҙарына ҡамасауларға, бигерәк тә һөжүм итергә йыйынмайҙар, ә йыйылған халыҡтың күплеге уларҙың королдәренең яҙмышы тураһында боросолоуы менән аңлатыла (Куктың Каланиопаны карапҡа саҡырыу маҡсатын күҙ уңында тотҡанда, нигеҙһеҙ түгел).

Куктың үлеменән һуң эксепдиция начальнигы вазифаһы «Дискавериҙың» капитаны Чарльз Клеркҡа күсә. Клерк Куктың кәүҙәһен тыныс юл менән ҡайтарыуҙары өсөн тырыша. Уңышһыҙлыҡҡа осрап, ул хәрби операция үткәрергә бойора, уның барышында пушкалар ышығы аҫтында десант яр буйы торлаҡтарын бөткәнсе яндыра һәм гавайялыларҙы тауҙарға ҡыуа. Ошонан һуң гавайялылар «Резолюшнға» ун фунт ит менән аҫҡы яңағы булмаған кеше башы һалынған кәрзинде еткерә. 1779 йылдың 22 февралендә Кук кәүҙәһенең ҡалдыҡтары диңгеҙҙә ерләнә. Англияға караптар 1780 йылдың 7 октябрендә кире ҡайта.

Экспедиция һөҙөмтәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Экспедицияның төп маҡсаты— Көнбайыш үтеү урынын асыу — үтәлмәй. Гавайя утрвуҙары, Раштыуа утрауы һәм башҡа утрауҙар асыла.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Боғаҙҙан тыш, сәйәхәтсе хөрмәтенә Тымыҡ океанда архипелаг атала; архипелаг исемен рус сәйәхәтсеһе диңгеҙсе Иван Крузенштерндан ала, сөнки Кук үҙе название Көньяҡ төркөмө утрауҙарында 1773 йылдан 1775 йылға тиклем була.
  • Бөйөк инглиз сәйәхәтсеһе исеме менән Яңы Зеландияның иң бейек түбәһе атала — Көньяҡ утрауҙың көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан Яңы Зеландия Көньяҡ Альптарындағы Кук тауы (маори атамаһы — Аораки).
  • Джеймс Кук командалыҡ иткән беренсе карап «Индевор» менән Аполлон-15 йыһан карабының команда модуле атала. Уның осошо барышында кешеләр дүртенсе тапҡыр Айға төшә. Шундай уҡ исемде йыһан караптарының береһе атала.
  • Джеймс Куктәң үлеме менән бәйле популяр мифҡа һылтанып, Владимир Высоцкий 1971 йылда «Одна научная загадка, или почему аборигены съели Кука» шаян йыр яҙа, унда Австралия хаталы телгә алына.
  • 1935 йылда Халыҡ-ара астрономия союзы Джеймс Куктың исеме менән Айҙың күренеп торған яғындағы кратерҙы атай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Кук, Джеймс. Глава 1-3 // Плавание на «Индеворе» в 1768—1771 годах
  2. Кук, Джеймс. Глава 1-3 // Плавание на «Индеворе» в 1768—1771 годах
  3. Маклин А. Капитан Кук — М.: Центрполиграф, 2001. — ISBN 5-227-01197-4
  4. Гавайи (Сандвичевы острова) // Карта Тихого океана (Масштаб 1 : 30 млн). Атлас командира РККА. М.: Изд. 7 отдела Генерального штаба РККА, 1938. Лист. 8.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кук, Джемс // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Жорж Блон. Великий час океанов: Тихий. — М.: Мысль, 1980. — 205 с.
  • Вернер Ланге Пауль. Горизонты Южного моря: История морских открытий в Океании. — М.: Прогресс, 1987. — 288 с.
  • Владимиров В. Н. Джеймс Кук. — М.: Журнально-газетное объединение, 1933. — 168 с. (Жизнь замечательных людей)
  • Януш Вольневич. Красочный пассат или странствия по островам южных морей. — М.: Наука, Гл. редакция восточной литературы, 1980. — 232 с. — Серия «Рассказы о странах Востока».
  • Георгий Иванович Кублицкий По материкам и океанам. Рассказы о путешествиях и открытиях. — М.: Детгиз, 1957. — 326 с.
  • Кук Джеймс. Плавание на «Индеворе» в 1768—1771 гг. Первое кругосветное плавание капитана Джемса Кука. — М.: Географгиз, 1960.
  • Кук Джеймс. Второе кругосветное плавание капитана Джеймса Кука. Плавание к Южному полюсу и вокруг света в 1772—1775 гг. — М.: Мысль, 1964. — 624 с.
  • Кук Джеймс. Третье плавание капитана Джеймса Кука. Плавание в Тихом Океане в 1776—1780 гг. — М.: Мысль, 1971. — 638 с.
  • Алистер Маклин. Капитан Кук. — М.: Наука, Гл. редакция восточной литературы, 1976. — 136 с. — Серия «Путешествия по странам Востока».
  • Яков Михайлович Свет. Мореплаватель туманного Альбиона. — М.: Географгиз, 1963. — 80 с. — Серия «Замечательные географы и путешественники».
  • Яков Михайлович Свет. Джемс Кук. — М.: Мысль, 1979. — 110 с. — Серия «Замечательные географы и путешественники».
  • Милослав Стингл. Очарованные Гавайи. — М.: Наука, Гл. редакция восточной литературы, 1983. — 332 с. — Серия «Рассказы о странах Востока».
  • Милослав Стингл. Приключения в Океании. — М.: Правда, 1986. — 592 с.
  • Милослав Стингл. Таинственная Полинезия. — М.: Наука, Гл. редакция восточной литературы, 1991. — 224 с.
  • Георг Форстер. Путешествие вокруг света. — М.: Наука, Гл. редакция восточной литературы, 1986. — 568 с.
  • Николай Корнеевич Чуковский Водители фрегатов. Книга о великих мореплавателях. — М.: Детская литература, 1985. — 479 с.
  • The Journals of Captain James Cook on His Voyages of Discovery. — Cambridge University Press, 1968. — Vol. I: The Voyage of the Endeavour 1768–1771.
  • Beaglehole John Cawte. The Life of Captain James Cook. — A & C Black, 1974. — ISBN 978-0713613827.
  • Collingridge Vanessa. Captain Cook: The Life, Death and Legacy of History's Greatest Explorer. — Ebury Press, 2003. — ISBN 978-0091888985.
  • Fernandez-Armesto Felipe. Pathfinders: A Global History of Exploration. — W.W. Norton & Company. — ISBN 978-0393062595.
  • Fisher Robin. Captain James Cook and his times. — Taylor & Francis. — ISBN 978-0709900504.
  • Hayes Derek. Historical Atlas of the Pacific Northwest: Maps of exploration and Discovery. — Sasquatch Books. — ISBN 978-1570612152.
  • Horwitz Tony. Blue Latitudes: Boldly Going Where Captain Cook Has Gone Before. — Bloomsbury. — ISBN 978-0747564553.
  • Hough Richard. Captain James Cook. — Hodder and Stoughton. — ISBN 978-0340825563.
  • Kemp Peter. The Oxford Companion to Ships and the Sea. — OUP. — ISBN 978-0198606161.
  • Kippis Andrew. Narrative of the voyages round the world, performed by Captain James Cook; with an account of his life during the previous and intervening periods. 2012 йыл 26 апрель архивланған.
  • McLynn Frank. Captain Cook: Master of the Seas. — Yale University Press. — ISBN 978-0300114218.
  • Moorehead Alan. Fatal Impact: An Account of the Invasion of the South Pacific, 1767–1840. — H Hamilton. — ISBN 978-0241907573.
  • Obeyesekere Gananath. The Apotheosis of Captain Cook: European Mythmaking in the Pacific. — Princeton University Press. — ISBN 978-0691057521.
  • Obeyesekere Gananath. The Apotheosis of Captain Cook: European Mythmaking in the Pacific. — Princeton University Press. — ISBN 978-0691057521.
  • Rigby Nigel. Captain Cook in the Pacific. — National Maritime Museum, London. — ISBN 978-0948065439.
  • Robson John. The Captain Cook Encyclopædia. — Random House Australia. — ISBN 978-0759310117.
  • Robson John. Captain Cook's War and Peace: The Royal Navy Years 1755–1768. — University of New South Wales Press. — ISBN 978-1742231099.
  • Sahlins Marshall David. Islands of history. — University of Chicago Press. — ISBN 978-0226733586.
  • Sahlins Marshall David. How "Natives" Think: About Captain Cook, for example. — University of Chicago Press. — ISBN 978-0226733685.
  • Sidney John Baker. The Australian Language: An Examination of the English Language and English Speech as Used in Australia, from Convict Days to the Present. — Melbourne: Sun Books. — ISBN 978-0725103828.
  • Stamp Tom and Cordelia. James Cook Maritime Scientist. — Whitby: Caedmon of Whitby Press. — ISBN 978-0905355047.
  • Sykes Bryan. The Seven Daughters of Eve. — Norton Publishing: New York City and London. — ISBN 978-0393020182.
  • Wagner A.R. Historic Heraldry of Britain. — London: Phillimore & Co Ltd. — ISBN 978-0850330229.
  • Wharton W.J.L. Captain Cook's Journal during his first voyage round the world made in H.M. Bark "Endeavour" 1768–71. 2012 йыл 22 март архивланған.
  • Albert Jean-Max. Les nouveaux voyages du capitaine Cook. — Angoûlème, France: Acapa.. — ISBN 978-2904353000.
  • Aughton Peter. Endeavour: The Story of Captain Cook's First Great Epic Voyage. — London: Cassell & Co.. — ISBN 978-0304362363.
  • James Cook: The Journals. — London: Penguin Books. — ISBN 978-0140436471.
  • A Voyage Round the World. — Wiley-VCH. — ISBN 978-3050001807.
  • Hawkesworth, John; Byron, John; Wallis, Samuel & Carteret, Philip (1773), «An account of the voyages undertaken by the order of His present Majesty for making discoveries in the Southern Hemisphere, and successively performed by Commodore Byron, Captain Wallis, Captain Carteret, and Captain Cook, in the Dolphin, the Swallow, and the Endeavour drawn up from the journals which were kept by the several commanders, and from the papers of Joseph Banks, esq», London Printed for W. Strahan and T. Cadell , Volume I, Volume II—III. Retrieved 1 January 2015.
  • Kippis Andrew. The Life and Voyages of Captain James Cook. — George Newnes, London & Charles Scribner's Sons, New York.
  • Richardson, Brian. (2005) Longitude and Empire: How Captain Cook’s Voyages Changed the World University of British Columbia Press. ISBN 0774811900.
  • Sydney Daily Telegraph (1970) Captain Cook: His Artists — His Voyages The Sydney Daily Telegraph Portfolio of Original Works by Artists who sailed with Captain Cook. Australian Consolidated Press, Sydney
  • Thomas, Nicholas The Extraordinary Voyages of Captain James Cook. Walker & Co., New York. ISBN 0802714129 (2003)
  • Villiers, Alan (инг.)баш. James Cook, Seaman (инг.) // Quadrant (инг.)баш. : newspaper. — Т. 1. — № 1. — С. 7—16.
  • Villiers, Alan John, Captain James Cook Newport Beach, California: Books on Tape (1983)
  • Captain Cook's Voyages: 1768–1779. — London: The Folio Society.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]