7 ноябрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
7 ноябрь | |
![]() |
7 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 311-се көнө (кәбисә йылында 312-се). Йыл аҙағына тиклем 54 көн ҡала.
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер: Бөтә донъя ир-егеттәр көнө (ноябрҙең беренсе шәмбеһе)
Рәсәй: Бөйөк Октябрь социалистик революцияһы көнө (1918—1991).
Рәсәй: Дуҫлыҡ һәм татыулыҡ көнө (1996—2004).
Беларусь: Бөйөк Октябрь революцияһы көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1917: Бөйөк Октябрь социалистик революцияһы.
- 1924: Өфөлә В. И. Ленинға һәйкәл асыла.
- 1941: Рәсәйҙең хәрби дан көнө: Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанында хәрби парад үткәрелә.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әхмәров Ҡасим Закир улы (1900—11.2.1969), ғалим-башҡорт теле белгесе. 1938—1969 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, тел бүлеге мөдире. Филология фәндәре докторы (1963), профессор (1965).
- Мәмлиев Динәхмәт Нәбиулла улы (1905—1976), инженер-төҙөүсе, хужалыҡ эшмәкәре. 1949—1973 йылдарҙа «Череповецметаллургстрой» тресы идарасыһы. РСФСР-ҙың 6-сы сығарылыш (1963-1967) Юғары Советы депутаты, КПСС-тың XXIII съезы (1966) делегаты. РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1958), СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты. Вологда өлкәһе Череповец ҡалаһының почётлы гражданы (1967). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районынан.
- Алексеев Леонид Андреевич (1915—16.09.1980), театр рәссамы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1961—1980 йылдарҙа Стәрлетамаҡ рус драма театры рәссамы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1958).
- Мелкумов Георгий Арташесович (1925), ғалим-табип-фтизиатр, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1978—2000 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1990 йылға тиклем туберкулёз кафедраһы мөдире. 1978—2000 йылдарҙа Башҡортостан фтизиатрҙары йәмғиәте рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1972), профессор (1974). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1986), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1967). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән Сәмәрҡәнд ҡалаһынан.
- Секерин Александр Иванович (1925—25.01.1999), ғалим-тарихсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1976—1994 йылдарҙа Силәбе дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1976 йылдан ижтимағи фәндәр кафедраһы, 1978—1979 йылдарҙа КПСС тарихы кафедраһы мөдире, 1982—1989 йылдарҙа фәнни коммунизм кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы. Тарих фәндәре докторы (1970), профессор (1971). Октябрь Революцияһы (1971), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Дыуан ауылынан.
- Әминев Мәхмүт Шәймәрҙән улы (1925–27.01.1984), хеҙмәт алдынғыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1949—1975 йылдарҙа Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе Бензин станцияһының вагон депоһы эшсеһе, 1961 йылдан — бригадир. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1959). СССР-ҙың почётлы тимер юлсыһы.
- Муллағәлләмов Марат Сабит улы (1930), партия, дәүләт һәм хужалыҡ органдары ветераны, йәмәғәт эшмәкәре. 1962 йылдан партия органдары хеҙмәткәре, 1965 йылдан — хеҙмәтсәндәр депутаттарының Стәрлетамаҡ ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1979—1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары; 1997—2015 йылдарҙа Республика һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы рәйесе. Башҡорт АССР-ының 8—12 се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре (2000), өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1976, 1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1966), Салауат Юлаев (2021) ордендары, «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе (2010) кавалеры. Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Сермән ауылынан.
- Камалова Лира Шәрип ҡыҙы (1935), педагогик хеҙмәт ветераны. 1960 йылдан Хәйбулла районы Бүребай урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1964 йылдан директор урынбаҫары, 1971 йылдан — директоры; 1985 йылдан Өфөнөң 20-се урта мәктәбе директоры, 1987 йылдан — Башҡортостан мәғариф хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү институтының тәрбиә эше кабинеты мөдире, 1993—2010 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Квалификация күтәреү һәм һөнәри йәһәттән яңынан әҙерләү институты методисы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1975). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1978).
- Кәримова Роза Шәйхетдин ҡыҙы (1935), театр актёры. 1959—1989 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, 1989—1995 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актёры. 1961 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1985), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1977) артисы.
- Камилов Феликс Хөсәйен улы (1940), ғалим-биохимик, юғары мәктәп эшмәкәре. 1988—1994 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты ректоры. Медицина фәндәре докторы (1977), профессор (1979), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының (1991) һәм Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (2001), Рәсәй Иҡтисад академияһының ғәмәли ағзаһы (2001). Рәсәй Федерацияһының (2004) һәм Башҡорт АССР-ының (1991) атҡаҙанған фән эшмәкәре.
- Дубовский Анатолий Николаевич (1950), партия, дәүләт һәм хужалыҡ органдары ветераны, йәмәғәтсе. 1986—1990 йылдарҙа Өфө ҡалаһының Калинин районы Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары һәм рәйесе. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
- Хужина Рәйсә Гәрәй ҡыҙы (1950), хеҙмәт ветераны. 1980—2004 йылдарҙа Краснокама районының баш архитекторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған архитекторы.
- Ямаева Лариса Әсхәт ҡыҙы (1955), ғалим-тарихсы, юғары мәктәп эшмәкәре. 1974—2003 йылдарҙа (өҙөклөктәр менән) хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре һәм өлкән ғилми хеҙмәткәре. 2003 йылдан Көнсығыш иҡтисади юридик гуманитар академияһының Ватан тарихы кафедраһы мөдире, 2005 йылдан — тарих һәм хоҡуҡ факультеты деканы, 2006 йылдан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Гуманитар тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 2008 йылдан — бүлек мөдире. Тарих фәндәре докторы (2004).
- Бәхтейәрова Клара Зәки ҡыҙы (1960), ғалим-невролог. 1990 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2008 йылдан — Республика тарҡау склероз үҙәге етәксеһе. Медицина фәндәре докторы (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Күндерәк ауылынан.
- Букеева Лилиә Раднер ҡыҙы (1965), эстрада йырсыһы. 1996 йылдан Татарстандың Яр Саллы ҡалаһы «Энергетик» мәҙәниәт һарайы солисы. Башҡортостан (2021) һәм Татарстан (2016) Республикаларының атҡаҙанған артисы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Нәжиб Асанбаев (1921—28.03.20123), Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2006). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982), Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Емельянов Семён Иванович (1917—1999), педагог, совет-фин (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. РСФСР һәм Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы (1989).
- Попов Геннадий Петрович (1917—24.06.1976), Советтар Союзы Геройы (1945), юрист-хоҡуҡ белгесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. СССР Эске эштәр министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Эске хеҙмәт подполковнигы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Рыленко Владимир Данилович (1927—1.06.2015), комсомол органдары һәм дәүләт эшмәкәре. 1949—1960 йылдарҙа комсомол эшендә, шул иҫәптән 1957—1960 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты секретары. 1960—1962 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының эске эштәр министры урынбаҫары, 1962—1987 йылдарҙағы БАССР-ҙың эске эштәр министры, эске хеҙмәт генерал-лейтенанты (1975). СССР Эске эштәр министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған юрисы. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1967, 1977) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1981) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районы Яңы Троицкий ауылынан.
- Филиппов Александр Павлович (1932—15.10.2011), Башҡортостанда тыуып, рус телендә ижад итеүсе шағир, прозаик, тәржемәсе һәм сценарист, 1965 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1958 йылдан КПСС ағзаһы. Башҡортостандың халыҡ шағиры (2004), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1973), Салауат Юлаев ордены кавалеры.
- Хәзиев Вәкил Ғәлимйән улы (1937—2015), тарихсы-архивсы, 1963—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Үҙәк дәүләт архивы хеҙмәткәре, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Жирова Екатерина Николаевна (1947), хеҙмәт ветераны. Газпром Нефтехим Салауат берләшмәһенең элекке контролёры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы.
- Саитова Светлана Андреевна (1947), журналист, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кувыкин Степан Иванович (1903—16.09.1974), инженер-нефтсе, СССР-ҙың хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, 1942—1957 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһе начальнигы, 1965—1970 йылдарҙа СССР нефть сәнәғәте министры урынбаҫары. Техник фәндәр кандидаты (1957). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948),Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1957). СССР-ҙың 3—6-сы саҡырылыш, РСФСР-ҙың 2-се саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Ике тапҡыр (1946, 1950) Сталин премияһы лауреаты, дүрт Ленин (1942, 1948, 1953, 1965), өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1945, 1957) һәм «Почёт Билдәһе» (1973) ордендары кавалеры.
- Садиҡова Әҡлимә Ғариф ҡыҙы (1908—18.06.1993), Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының 1933—1983 йылдарҙағы актёры. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған (1972), Башҡорт АССР‑ының халыҡ (1955) артисы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).
- Никифоров Михаил Тихонович (1918—30.10.1993), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, 1936—1978 йылдарҙа Бүздәк районы «Бүздәк» совхозының тракторсыһы, шофёры, ферма мөдире, 1954—1978 йылдарҙа бүлексә идарасыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Казанка ауылынан.
- Ғүмәров Вәрис Зыяҡай улы (1928—27.08.2007), ғалим-табип, юғары мәктәп хеҙмәткәре. Медицина фәндәре кандидаты (1970). СССР Журналистар союзы ағзаһы. 1970—1992 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, 1992—2000 йылдарҙа «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәтенең әйҙәүсе мөхәррире. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1996). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Ясин ауылынан.
- Күҫәков Зиннәт Шәһит улы (1938—2015), Ейәнсура районы «Заветы Ильича» колхозының элекке зоотехнигы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған зоотехнигы.
- Ишбирҙин Дамир Әхмәт улы (1948), муниципаль хеҙмәт ветераны. 1992—2010 йылдарҙа Салауат районы Арҡауыл ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы. Салауат Юлаев ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Мәсетле ауылынан.
- Вәкилә Ҡалмантаева (1948—5.02.2021), театр һәм кино артисы. 2002 йылдан Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры актёры. 1976 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).
- Шәрипова Илүсә Тимерғәли ҡыҙы (1948), педагогик хеҙмәт ветераны. 1977—2011 йылдарҙа Краснокама районы Николо-Берёзовка урта мәктәбенең һәм бер үк ваҡытта 1991 йылдан Нефтекамалағы 1-се лицейҙың рәсем уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Үрмәт ауылынан.
- Мөҙәрисова Нурия Ғәлихан ҡыҙы (1963), спортсы. Ғәмәли‑хәрби күпбәйгеләр (полиатлон) буйынса 1987—1991 йылдарҙа СССР-ҙың, 1992—1995 йылда Рәсәйҙең йыйылма командалары ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1996), Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1999). Күп тапҡырҙар Европа, СССР, РСФСР һәм Рәсәй чемпионы, шул кимәлдәге ярыштарҙың көмөш һәм бронза призёры.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ибраһимов Әхмәт Йосоп улы (1919—1977), педагог. 1962—1976 йылдарҙа Баймаҡ районы мәктәптәре уҡытыусыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Михайлов Дмитрий Иванович (1919—5.12.2018), нефтсе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың 6‑сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1980), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған нефтсеһе (1965), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1969).
- Белов Михаил Ипатович (1924—24.02.2015), СССР-ҙың хәрби хеҙмәткәре, десантсы, генерал-майор (1979). Бөйөк Ватан һуғышында һәм Венгриялағы 1956 йылғы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Юғары хәрби мәктәп уҡытыусыһы, хәрби фәндәр докторы (1968), профессор (1971). Тарихсы-мемуарсы. 1944 йылдан КПСС ағзаһы. Ҡыҙыл Байраҡ (1956), ике 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944, 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) һәм 3‑сө дәрәжә «СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» (1975) ордендары кавалеры.
- Борисова Нинель Андреевна (1924—10.08.2019), ғалим-невролог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1995). Медицина фәндәре докторы (1972), профессор (1973). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1979). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971).
- Пустарнаков Владимир Павлович (1924—19.07.2000), СССР һәм Рәсәй рәссамы. 1964 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1995), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1993). 1‑се (1985) һәм 2‑се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
- Сәлимов Сәбих Мөхәмәҙиә улы (1929—22.12.1997), нефтехимик. 1957—1996 йылдарҙа хәҙерге «Башнефть-Өфөнефтехим» йәмғиәтенең өлкән операторы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975). СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1972).
- Чернов Виллий Васильевич (1939—25.05.2016), хужалыҡ эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе. Дуҫлыҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Бәләбәй ҡалаһының почётлы гражданы (2012).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1706: Карло Чечере, Италия композиторы.
- 1867: Мария Склодовская-Кюри, ғалим-экспериментатор (физик, химик), педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре. Ике тапҡыр Нобель премияһы лауреаты.
- 1879: Лев Троцкий, Совет Рәсәйе сәйәсмәне.
- 1901: Рина Зелёная, СССР-ҙың эстрада, театр һәм кино артисы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1970).
- 1929: Эрик Кандель, АҠШ психиатры.
- 1934: Марсель Сәлимйәнов, режиссёр, СССР-ҙың халыҡ артисы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1944: Рихард Зорге, СССР разведчигы, Советтар Союзы Геройы (1964 — үлгәндән һуң).
- 2000: Борис Заходер, СССР-ҙың балалар яҙыусыһы, шағир һәм тәржемәсе.
- 2005: Михаил Гаспаров, СССР һәм Рәсәй-ҙең әҙәбиәт белгесе, академик, тәржемәсе.
- 2005: Николай Трофимов, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1990).