Нәжиб Асанбаев
Нәжиб Асанбаев | ||||||||
Николай Васильевич Асанбаев | ||||||||
Тыуған көнө: | ||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны: |
Баҡалы районы, Ахман ауылы, Башҡорт АССР-ы | |||||||
Вафат булған көнө: | ||||||||
Гражданлығы: | ||||||||
Эшмәкәрлеге: | ||||||||
Ижад йылдары: |
1947-2013 | |||||||
Жанр: |
драма | |||||||
Дебют: |
«Кәрим» | |||||||
Премиялары: | Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы | |||||||
Наградалары: |
| |||||||
Нәжиб Асанбаев, Николай Васильевич Асанбаев (7 ноябрь 1921 йыл — 28 март 2013 йыл) — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2006). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982), Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
Биография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1921 йылдың 7 ноябрендә Башҡорт АССР-ы Баҡалы районының Ахман ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.
Тәүҙә ул үҙ ауылындағы башланғыс мәктәптә, унан һуң Мостафа һәм Балыҡлы ауылдары мәктәптәрендә укый.
1937 йылда Өфө финанс-экономика техникумын тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә, ләкин уны тамамламай.
1940 йылда Ҡыҙыл Армияһына алына. Рязань aртиллерия училищеһын тамамлағас, 1942—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында артиллерия батареяһы командиры була.
1949—1959 йылдарҙа «Ҡыҙыл таң» гәзите хәбәрсеһе булып эшләй.
1961—1963 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстар тамамлай.
1963—1965 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры була.
Төрлө йылдарҙа әҙип Башҡортостан Яҙыусылар союзында, СССР Тыныслыҡты яҡлау комитетының Башҡортостан республика бүлексәһендә, Башҡортостан Республикаһының Президент Советында эшләй.
Яҙыусы әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982) тигән маҡтаулы исемдәргә, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына (1983) лайыҡ була.
Нәжиб Асанбаев 2013 йылдың 28 мартында вафат була. Өфө ҡалаһының «Көньяҡ» зыяратында ҡатынының ҡәбере эргәһендә ерләнә.
Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нәжиб Асанбаевтың әҫәрҙәрендә күтәрелгән мәсьәләләрҙең ваҡытлы булыуы, конфликттың үткерлеге һәм жанр терлөлөгө хас. Н. Асанбаевтың байтаҡ әҫәрҙәре Башҡорт дәүләт академия драма театрында, Сибай башҡорт дәүләт драма театры, Салауат, Ырымбур, Әлмәт театрҙарында уңыш менән ҡуйыла.
- Кәрим. Хикәйәләр йыйынтығы. Өфө, 1947 й.
- Вәлимә. Хикәйәләр йыйынтығы. Өфө, 1953 й.
- Беҙгә егеттәр килде. Комедия. Өфө, 1955 й.
- Рәйсә. Пьесалар, Өфө, 1959 й.
- Фәйзи. Пьесалар, Өфө, 1964 й.
- Кәләш әйттергәндә. Комедия. Өфө, 1964 й.
- Ҡанат йәйгәндә. Драма. Өфө, 1969 й.
- Күктән төшкән бәхет. Комедия. Өфө, 1969 й.
- Алтын бишек. Пьеса. Өфө, 1971 й.
- Һыу юлы. Комедия. Өфө, 1971 й.
- Зәйтүнгөл. Пьеса. Өфө, 1975 й.
- «Ҡыҙыл паша» пьесаһы (совет дипломаты Хәкимов Кәрим Әбдрәүеф улы хаҡында). Өфө, 1982 й.
- Көҙән башҡорто. Пьеса (Әхмәтзәки Вәлиди Туған хаҡында). Өфө, 2004 й.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (07.02.1945)[1]
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (15.04.1945)[2]
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[3]
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (18.11.1943)[4]
- Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй, 1997)
- Салауат Юлаев ордены (2005)
- Баҡалы районының почётлы гражданы.
- Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2006)
- Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982)
- Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1983).
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2023 йылдың 23 ғинуарында Баҡалы район мәҙәниәт йортона Нәжиб Асанбаевтың исеме бирелде[5].
- Яҙыусының тыуыуына 100 йыл тулыу республика кимәлендә билдәләнәсәк[6].
- «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә (26 ғинуар 2016 йыл), Нәжиб Асанбаевтың тыуған ауылында уның йорт-музейы булдырыласаҡ<ref>[http://www.bashinform.ru/bash/809096/ БашНәжиб Асанбаев
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ В Башкирии имя писателя Нажиба Асанбаева увековечили на его малой родине. ИА «Башинформ», 24 января 2023 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 ғинуар 2023)
- ↑ В Башкортостане отметят 100-летие писателя Нажиба Асанбаева. ИА «Башинформ», 18 февраля 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 февраль 2021)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
- Нажиб Асанбаев : биобиблиогр. указ. / сост. Г. С. Ахмадиева, Г. Назарова, Г. М. Юмабаева; ред. З. Т. Агзамова; отв. за вып. А. А. Ибрагимов. — Уфа: Нац. б-ка им. А. — З. Валиди РБ, 2011. — 81 с.
- Бакалинская земля: история и люди. — Уфа: ГУП РБ УПК, 2010. — 320 с.: ил. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нәжиб Асанбаев // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 18 февраль 2021)
- Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан. Нажиб Асанбаев: Биобиблиографический указатель
- Р.Баимов. Нажиб Асанбаев.(недоступная ссылка)
- Три подвига победы Нажиба Асанбаева. «Республика Башкортостан» № 228 2016 йыл 4 март архивланған.
- Башкортостан отметит 85-летие Нажиба Асанбаева(недоступная ссылка)
- Умер Нажиб Асанбаев, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (рус.)
- Нәжиб Асанбаев 2016 йыл 8 март архивланған.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 7 ноябрҙә тыуғандар
- 1921 йылда тыуғандар
- Баҡалы районында тыуғандар
- 28 мартта вафат булғандар
- 2013 йылда вафат булғандар
- Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаттары
- Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй) кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Салауат Юлаев ордены кавалерҙары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- Башҡорт яҙыусылары
- Башҡорт драматургтары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары
- СССР Яҙыусылар союзы ағзалары
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусылар
- Шәхестәр:Башҡорт дәүләт академия драма театры