Ситдиҡова Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Гүзәл Ситдиҡова битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ситдиҡова Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 10 июнь 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (67 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Белорет районы, Инйәр ауылы
Һөнәр төрө шағир, яҙыусы, журналист, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре, йәмғиәт эшмәкәре
Жанр шиғриәт, проза, публицистика[d], тәржемә һәм Балалар әҙәбиәте
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Commons-logo.svg Ситдиҡова Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Викимилектә

Ситдиҡова Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы (10 июнь 1952 йыл) — башҡорт шағиры, прозаик, публицист, тәржемәсе һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ы ХII саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты (1991—1995), Башҡортостан Республикаһының 1—3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (1995—2008), Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Йәмәғәт Палатаһы ағзаһы (2011—2012), Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе (2004—2011), Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы яҙыусылар берлектәре ағзаһы (1995), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007). Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2017)[1]. 2012 йылдан Башҡорт Википедияһының әүҙем мөхәррире.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡова 1952 йылдың 10 июнендә Башҡорт АССР-ының Белорет районы Инйәр ауылында тыуған. Йөйәк һигеҙ йыллыҡ мәктәбен, Белорет педагогия училищеһын, 1980 йылда Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтын тамамлай.

Хеҙмәт юлын Белорет ҡалаһындағы 1-се интернат-мәктәптә тәрбиәсе булып башлай. Артабан Белорет районы һәм ҡала гәзите «Урал»дың мөхәррире булып эшләй.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1990 йылда Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана.
  • 1995 йылдан Башҡортостан Республикаһының 1-се, 2-се һәм 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты була.
  • Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылышы Йәмәғәт Палатаһы ағзаһы.
  • 2004—2011 йылдарҙа республиканың Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтен етәкләй.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гүзәл Ситдиҡова ун ике китап авторы.

«Ағинәйҙәр ҡоро» хәрәкәтендә ҡатнаша, башҡортса Википедия үҫешенә күп көс һала: даими рәүештә мәҡәләләр яҙа, төҙәтмәләр индерә; Викикитапхана, Викиһүҙлек, Викиөҙөмтә Инкубатор проекттарын тулыландыра.

2017 йылда «Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы тарафынан яҙыусының «Ҡолонсаҡ — арғымыҡ булыр бер саҡ» (шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр. — Өфө, Китап, 2014. — 156 бит) китабы Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһына тәҡдим ителде[2][3].

Республика Башлығы указына ярашлы, 2017 йылда Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһы «Ҡолонсаҡ — арғымыҡ булыр бер саҡ» (шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр. — Өфө, Китап, 2014. — 156 бит) китабы өсөн ете дәғәүәсе араһынан яҙыусы һәм тәржемәсе Гүзәл Ситдиҡоваға бирелде[1][4][5].

Гүзәл Ситдиҡова «ЛиФФт-2017» Бөтә Рәсәй әҙәби фестивалдәр фестивале конкурсында еңеүселәрҙең береһе булды. Ул Марина Цветаеваның «Принц һәм аҡҡоштар» һәм «Иҫке Мәскәүҙең өйҙәре» шиғырҙарын тәржемә иткәне өсөн беренсе урынды алды[6].

Мемориалдағы тәржемәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өфөләге «Хәсрәтле әсә» мемориалында уйылған шиғырҙың башҡортсаға тәржемәсеһе. Тәржемә итеүенең тарихын ул «Хәтер тере тотҡан саҡта» тигән мәҡәләһендә бәйән итә[7]:

Көтмәгәндә килеп сыҡты был хәл. Ул ваҡытта Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты инем. Бер көн хеҙмәттәшем Дмитрий Николаевич Купцов килеп инде. Ул афған һуғышында булған, эске ҡораллы конфликттарҙа, Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандарға социаль ярҙам күрһәтеү фонды рәйесе ине. Миңә ҡағыҙ һондо:

— Гүзәл Рамаҙановна, һәйкәл асырға йөрөйбөҙ, унда ошо шиғыр яҙылырға тейеш. Тәржемә итеп бирегеҙ инде, зинһар.

Мин уңайһыҙланып киттем:

— Дмитрий Николаевич, һәйкәл бит — бик етди ҡомартҡы! Был эште беҙҙең күренекле шағирҙарға тәҡдим итеү дөрөҫөрәк булыр…

Ул хәрбиҙәргә хас ҡәтғилек менән өҙөп кенә яуапланы:

— Юҡ, беҙ хәл иттек инде — уны һеҙ тәржемә итергә тейеш! Кисектермәгеҙ, сөнки асыу ваҡыты билдәләнгән, рәссамға һуңламай эшкә тотонорға кәрәк!:

А нам с тобой не повезло:
К любимым нам не возвратиться.
Но матери всему назло
В толпе все ищут наши лица.
Все ждут, что мы придем домой,
Привычно постоим у двери.
Что мы убитые с тобой —
Они до смерти не поверят.
Вы верьте, мамы, мы живем,
Совсем вы нас не хороните.
Мы в добрых снах домой придем,
Вы только ждите, ждите, ждите…
Придем, обнимем нежно вас.
И слезы радости прольются.
Пускай не сами в этот час,
Пусть души наши к вам вернутся.

Яҙмаған беҙгә бәхеттәр:
Беҙ — һөйөлөп туймағандар.
Тик әсәләр һаман көтә,
Өмөттәрен юймағандар.
Һиҫкәнәләр, беҙҙер тиеп,
Елдәр ҡаҡһа ишек-ҡапҡа,
Улым тере, тере, тиеп,
Ышанмайса «ҡара» хатҡа.
Хәтерҙәрҙә йәшәгәндә
Ябылмаҫтар ҡайтыр юлдар,
Татлы төштәргә инербеҙ —
Шәһит булып ҡалған улдар.
Талпынып, йәнебеҙ осор,
Әсәйҙәр, һеҙ ҡалған яҡҡа.
…Беҙҙе үлем ала алмай
Хәтер тере тотҡан саҡта.

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт телендә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1. Текетек: шиғри әкиәт. — Өфө: Китап, 1994. — 16 б.
2. Бүрене еңгән бәрәс: шиғри әкиәт. — Өфө: Китап, 1999. — 24 б.
3. Башҡорттарҙың ғаилә тормошо — мәҡәлдәрҙә һәм әйтемдәрҙә. — Өфө: «Виртуал», 2002. — 79 б.
4. Үҙ Ҡояшым, үҙ Айым: шиғри әкиәт, мәҡәлдәр донъяһы, яҙмышнамә. — Өфө: Китап, 2002. — 240 б.
5. Йәннәт баҡсаһы. — Өфө: Полиграфдизайн, 2005. — 102 б.
6. Йәш ғаиләгә нәсихәттәр. — Өфө: Полиграфдизайн, 2006. — 11 б.
7. Күсле ил — көслө ил: күңел сәхифәләре, шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2007. — 448 б.
8. Ҡыштарҙың да бар бит үҙ ҡоштары: шиғырҙар. — Өфө: РУНМЦ МОРБ, 2010. — 136 б.
9. Машина ниңә «дүрт-дүрт», ти: шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр. — Өфө: Китап, 2010. — 112 б.
10. Гузаль Ситдыкова. Биобиблиографический указатель. — Уфа: Нац. Б-ка им. З. Валиди, 2012 (баш.) (рус.)
11. Йәннәт баҡсаһы. Юлъяҙмалар. Шиғырҙар. — Өфө: Уфимский полифграфкомбинат ДУП. 2014. — 232 бит  (баш.)
12. Ҡолонсаҡ — арғымаҡ булыр бер саҡ. Балалар өсөн шиғырҙар, хикәйәләр, әкиәттәр. — Өфө: Китап, 2014. — 154 б.

Йыйынтыҡтарҙа баҫылған әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

13. Июль ҡайтҡан; Далаларҙа: (шиғырҙар)// Йәш көстәр: шиғырҙар, хикәйәләр. — Өфө, 1984. — Б. 97—98
14. Шиғырҙар// Ете шишмә: шиғырҙар. — Өфө, 1988. — Б. 31—52
15. Муйылдар (хикәйәләр)//Мөхәббәткә хөкөм юҡ: повестар, хикәйәләр, юморескалар һәм пьесалар. — Өфө, 1997. — Б. 211—250
16. Ай һәм Ҡояш: (шиғырҙар)// Башҡорт шиғриәте антологияһы. — Өфө, 2001. — Б. 735—736
17. Туған тел: (шиғыр)// Халҡым теле — хаҡлыҡ теле. — Өфө, 2005. — Б. 117
18. Кем мин?: (шиғырҙар)// Из века в век. Башкирская поэзия. — М., 2008. — С. 498—505
19. Мәҡәл һәм әйтемдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙың ғаиләлә тотҡан урыны.// Статус и роль женщины в современном мире. — Өфө, «Ғилем», 2011 — 106—110 бб.

Рус телендә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

20. Соловьиная ива: (стихи)// Антология поэзии Башкортостана. Голоса веков. — Уфа, 2007. — С. 389—390
21. Кто я?: (стихи)// Из века в век. Башкирская поэзия. — М. — С. 498—505
22. Круговорот. Стихи. — Бельские просторы, 2014. — № 7. — с. 3—9
23. Возрождение традиций (о чаепитии) — Чай — дело тонкое (Автор-составитель В. Баюканский) — М.:ИПО «У Никитских ворот», 2015. — 416 с. — с. 61-68

Башҡортсаға тәржемәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Андерсен Г. Х. Стойкий оловянный солдатик //Книга для чт. для 1 кл.. пер. Г. Ситдиковой. — Уфа: Инеш, 2013. — С. 41—48.
  • Андерсен Г. Х. Гадкий утенок //Книга для чт. для 2 кл.. пер. Г. Ситдиковой. — Уфа: Инеш, 2013. — 152 с.
  • Андерсен Г. Х. Дюймовочка //Книга для чт. для 2 кл.. пер. Г. Ситдиковой. — Уфа: Инеш, 2013. — 152 с.
  • Андерсен Г. Х. Снежная королева//Книга для чт. для 3 кл.. пер. Г. Ситдиковой. — Уфа: Инеш, 2013. — С. 33—54.
  • Андерсен Г. Х. Дикие гуси //Книга для чт. для 3 кл.. пер. Г. Ситдиковой. — Уфа: Инеш, 2013. — С. 55—74.
  • Андерсен Г. Х. Сказки и истории (на баш. яз.) пер. Г. Ситдыковой ISBN 978-5-903622-51-1 — Уфа: Инеш, 2015. — 188 страниц
  • Л. Кэрролл. Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары. (Башҡортсаға Г. Ситдиҡова тәржемәһе) — Evertype (Ирландия), 2017. — 129 с. — ISBN-10 1-78201-201-X ISBN-13 978-1-78201-201-6

Ваҡытлы матбуғатта баҫылған әҫәрҙәре һәм мәҡәләләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙип һәм уның әҫәрҙәре хаҡында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Туғыҙбаева Ф. «Күк иңләргә тауҙар өйрәтте…» «Башҡортостан» гәзите, 2017, 1 март[11].
  • Баһуманова М. Гүзәлдең әйткәне күңелдә ҡалды. Шағирәнең «Үҙ Ҡояшым, үҙ Айым» китабын уҡығанда тыуған уйҙар. «Ағиҙел» журналы, 2016, № 8[12].
  • Ғилманов Д. Исемдәр есемгә тап килһен! «Башҡортостан» гәзите, 2015, 9 декабрь[13].
  • Оставаясь самим собой (К юбилею литератора и общественного деятеля Гузели Ситдиковой). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2012, 10 июнь[14].
  • Әлисәнең һәм Гүзәл Ситдиҡованың Сәйерстандағы мажаралары 2018, 10 ғинуар [15]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Определен лауреат Госпремии Башкортостана имени Хадии Давлетшиной. Bashinform logo-e1423154856921.jpg, 2017, 8 март (Тикшерелгән 8 март 2017) (рус.)
  2. Башҡортостандың Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итеүселәр билдәләнде. Bashinform logo-e1423154856921.jpg, 2017, 17 февраль (Тикшерелгән 2 март 2017)
  3. Премияға кем лайыҡ булыр? Bashkortostan logo.jpg, 2017, 21 февраль (Тикшерелгән 2 март 2017)
  4. Дәүләтбәкова Л. Ҡолонсаҡтан — арғымаҡҡа. Bashkortostan logo.jpg, 2017, 10 март (Тикшерелгән 10 март 2017)
  5. Рустэм Хамитов вручил государственные награды Российской Федерации и Республики Башкортостан. Глава Республики Башкортостан. Официальный сайт. Пресс-служба. Новости. Поздравления. 2017, 28 апреля (рус.) (Тикшерелгән 28 апрель 2017)
  6. 6,0 6,1 Башҡорт шағирәһе — Марина Цветаеваның шиғырҙарын тәржемәләү конкурсы еңеүсеһе. Bashinform logo-e1423154856921.jpg, 2017, 30 май (Тикшерелгән 30 май 2017)
  7. Хәтер тере тотҡан саҡта
  8. Bashkortostan logo.jpg, 2016, 9 сентябрь (Тикшерелгән 10 сентябрь 2016)
  9. Bashkortostan logo.jpg, 2015, 10 октябрь (Тикшерелгән 10 сентябрь 2016)
  10. Bashkortostan logo.jpg, 2012, 8 май (Тикшерелгән 10 сентябрь 2016)
  11. Тарих һөйләй әҫәрҙәре. Bashkortostan logo.jpg, 2017, 1 март (Тикшерелгән 2 март 2017)
  12. «Ағиҙел» журналы, 2016, № 8 (Тикшерелгән 1 сентябрь 2016)
  13. Bashkortostan logo.jpg, 2015, 9 декабрь (Тикшерелгән 1 сентябрь 2016)
  14. Оставаясь самим собой (К юбилею литератора и общественного деятеля Гузели Ситдиковой). Bashinform logo-e1423154856921.jpg, 2012, 10 июнь (рус.) (Тикшерелгән 7 март 2017)
  15. Bashkortostan logo.jpg,2018, 10 ғинуар  (Тикшерелгән 10 ғинуар 2018)
  16. СПИСОК награждённых государственными наградами Российской Федерации и Республики Башкортостан. Глава Республики Башкортостан. Официальный сайт. 2017, 28 апреля (рус.) (Тикшерелгән 28 апрель 2017)
  17. http://www.bashinform.ru/news/968624-opredelyen-laureat-gospremii-respubliki-imeni-khadii-davletshinoy/
  18. Аралбаева Л. В Башкирии появились новые баиковеды. ИА «Башинформ» (2015-06-22). 5 ғинуар 2016 тикшерелгән.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Статья в Башкирской энциклопедии, т.5
  • Ситдыкова Гузаль Рамазановна// Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005. — стр. 271, 284, 294
  • Ситдыкова Гузаль Рамазановна// По пути созидания. — Уфа, Галигиль, 2005. — стр. 31, 32
  • Гүзәл Ситдиҡова: биобиблиографик күрһәткес. — Өфө, Башҡортостан Республикаһы Ә. Вәлиди ис. Милли китапханаһы, 2011. − 40 б.
  • Гүзәл Ситдиҡова: биобиблиографик күрһәткес. — Өфө, Башҡортостан Республикаһы Ә. Вәлиди ис. Милли китапханаһы, 2012. — 58 б.
  • Фәүзиә Латипова. Донъяны биҙәй улар — Өфө, 2005. — 57—63, 142—149 б.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]