Эстәлеккә күсергә

Силәбе дәүләт мәҙәниәт институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Силәбе дәүләт мәҙәниәт институты
Нигеҙләү датаһы 1967
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе
Входит в состав списка памятников культурного наследия список объектов культурного наследия: Челябинск (часть 2)[d]
Мираҫ статусы Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты[d]
Рәсми сайт chgik.ru
Указания, как добраться улица Орджоникидзе, 36А, корпус 2
Карта
 Силәбе дәүләт мәҙәниәт институты Викимилектә

Силәбе дәүләт мәҙәниәт институты — мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белем биреү учреждениеһы. Ректоры — Владимир Яковлевич Рушанин, Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, сәнғәт фәндәре докторы, профессор.

Силәбе дәүләт мәҙәниәт институты СССР Министрҙар Советының 1967 йылдың 20 ноябрендәге № 1062 ҡарарына һәм РСФСР Мәҙәниәт министрлығының № 35 приказына (24 ғинуар 1968 йыл) ярашлы ойошторола. Был уҡыу йорто илдә бишенсе, Уралда һәм Көнбайыш Себерҙә беренсе шундай профилле юғары уҡыу йорто булып тора. Уҡыу йорто 1968 йылдың 1 октябрендә асыла, ә 1999 йылда — Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһы тип үҙгәртелә. 31.12.2015 алып академия рәсми рәүештә федераль дәүләт бюджет юғары белем биреүсе «Силәбе дәүләт мәҙәниәт институты» тип атала. Төбәк институты башлыса Силәбе, Ҡурған, Ырымбур, Свердловск, Төмән өлкәһе, Башҡортостан республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттары өсөн белгестәр әҙерләй. 40 йыл эшләү дәүерендә мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә 20 меңдән ашыу белгес әҙерләп сығарған.

  • биҙәү-ҡулланма ижады, деканы — Алексей Григорьевич Лешуков, культурология фәндәре кандидаты
  • документаль коммуникациялар һәм туризм, деканы — Мария Викторовна Кустов, педагогия фәндәре кандидаты, доцент
  • консерватория факультеты, деканы — Владимирович Михаил Ивашков, педагогия фәндәре кандидаты, доцент
  • культурология факультеты, деканы — Евгений Александрович Андреев, культурология фәндәре кандидаты, доцент
  • театр, кино һәм телевидение, деканы — Мария Германовна Шаронина, Рәсәй Федерацияһының Атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, педагогия фәндәре кандидаты, профессор
  • хореография факультеты, деканы — Панферов Виктор Иванович, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, профессор

Матди-техник базаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Институттың 4 уҡыу корпусы, 420 урынлы «Дебют» уҡыу театры, 230 урынлы М. Д. Смирнов исемендәге концерт залы, оркестр, хореография, хор, театр, компьютер һәм видеокласстары, тауыш яҙыу кабинеты, музыка, режиссура, фольклор, лингафон кабинеттары бар. Институтта локаль компьютер селтәре булдырылған, интернет менән файҙаланыла. Институттың 2 дөйөм ятағы, «Мелодия» йәйге спорт-һауыҡтырыу лагеры бар, 2013 йылдың октябрендә хәҙерге заманса уҡыу-күнекмәләр комплексы асыла.

  • Владимир Яковлевич Рушанин — ректор, тарих фәндәре докторы, Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәптәренең атҡаҙанған хеҙмәткәре, профессор, Силәбе өлкәһе закондар сығарыу йыйылышы ҡарамағындағы милли мәсьәләләр буйынса йәмәғәт советы рәйесе
  • Синецкий Сергей Борисович — ғилми-тикшеренеү һәм инновацион эштәр буйынса проректор. культурология фәндәре докторы, доцент
  • Борис Павлович Авдеев — административ-хужалыҡ эштәре буйынса проректор, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе
  • Сергей Владимирович Буцык — уҡытыу эштәре буйынса проректор, педагогика фәндәре кандидаты, доцент

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иститутта 20 художество коллективтары барлыҡҡа килгән, улар уҡыусылар-студенттар өсөн ижади лаборатория булып тора. Улар менән төбәктә билдәле музыканттар, хореографтар етәкселек итә. Силәбе, Озерск, Снежинск, Мейәс ҡалаларының музыка уҡыу йорттарында улар оҫталыҡ дәрестәре, соло һәм класс-концерттары күрһәтә. Институт Силәбе драма театрына, шулай уҡ М. И. Глинка исемендәге Силәбе дәүләт академия опера һәм балет театры өсөн кадрҙар әҙерләй.

Был юғары уҡыу йорто стеналарында Силәбе дәүләт камерный театры, Хәҙерге заман бейеү театры, пьесалар, «Бабы» исемле Яңы пьеса оҫтаханаһы, «Малахит» Дәүләт рус халыҡ оркестры барлыҡҡа килә. Институт уҡытыусылары һәм студенттары халыҡ-ара ғилми конференцияларҙа һәм конкурстарҙа ҡатнаша һәм төрлө концерт программаһы менән сит илдәргә гастролгә йөрөй (Португалия, Италия, Австрия, Болгария, Финляндия, Дания, Германия һ. б.)[2]

Билдәле ғалим, академия педагогтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Институтта билдәле ғалимдар: философия фәндәре докторы, профессор Цукерман B. C., тарих фәндәре докторы, профессор Толстиков B. C., педагогия фәндәре докторҙары, профессорҙар М. Е. Дуранов, Р. А. Литвак, философия фәндәре докторы, профессор Н. Г. Апухтин, ғалимә, философия фәндәре докторы, профессор. В. С. Невелева, сәнғәт фәндәре докторы, профессор В. В. Бычков, тарих фәндәре докторы, профессор В. Я. Рушанин, педагогия фәндәре докторы, профессор. В. Н. Худяков — эшләй.

Танылған ғалим, профессорҙар: Герасимов В. Г., Ивлев Л. Д., Т Нарская Т. Б., Лавришин В. И., Лебедев В. Г., шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының халыҡ артистары Зайцева Г. С., Лебедев В. Г., Глазков Н. Г. — институттың данын һәм билдәлелеген күтәрә.

Күп йылдар буйы институтта билдәле музыкант һәм педагог Виталий Абрамович Вольфович уҡыта.

Категорияны ҡарағыҙ Категория:Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтын тамамлаусылар

  • Пищугин. В. В.
  • Институт тарафынан 18 мең белгес сығарылған, улар араһында: 4 халыҡ артисы, 20 Атҡаҙанған артисы, 3 Атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, 114 Атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре бар.[<span style="" title="не указан источник на утверждение (13 февраля 2014)">1846 сығанағы көн күрһәтелмәгән</span>]
  1. (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
  2. Концертно-творческая деятельность. 2015 йыл 7 ғинуар архивланған.
  1. Владимир Рушанин: «Наше все» — это культура": интервью с ректором Челяб. гос. акад. культуры и искусств / записала Л. Старикова // Южноурал. панорама (Челябинск). — 2007. — 22 февр. — С. 4: фот.
  2. Вуз — для муз. Здесь готовые стандарты неуместны: беседа с ректором ЧГАКИ В. Я. Рушаниным / вела Е. Радченко // Россия. — 2007. — 15-21 марта: фот. — (Человек недели).
  3. Не в провинции, а в открытом обществе: беседа с ректором ЧГАКИ В. Я. Рушаниным / вела Е. Радченко // Челяб. рабочий. — 2007. — 10 февр. — С. 4: фот.
  4. От института культуры до академии: интервью с ректором ЧГАКИ В. Я. Рушаниным / подгот. И. Овсянникова // Урал. Федер. округ (Екатеринбург). — 2007. — № 4-5. — С. 58-59: фот.
  5. Роль ЧГАКИ в формировании единого образовательного пространства Уральского Федерального округа / В. Я. Рушанин // Вузы культуры и искусств в едином образовательном пространстве: Междунар. симпозиум (Москва, 17-18 мая 2007 г.): сб. ст. / Федер. агентство по культуре и кинематогр.; Моск. гос. ун-т культуры искусств. — М., 2007. — Т. 1. — С. 95-100.
  6. Федеральное государственное учреждение профессионального образования «Челябинская государственная академия культуры и искусств» / В. Я. Рушанин // Вузы культуры и искусств Российской Федерации / Федер. агентство по культуре и кинематогр.; МГУКИ. — М., 2007. — С. 143—151: ил.
  7. Кошелева, А. В поисках звезд и звездочек / Анна Кошелева // Муз. обозрение. — 2007. — № 4. — С. 21: ил.
  8. Челябинская государственная академия культуры и искусств // Пед. образование и наука. — 2007. — № 2. — С. 35-36. — (Регион крупным планом: Челябинск).
  9. Созвездие творческих судеб: крат. биографии выпускников Челяб. гос. акад. культуры и искусств / В. Я. Рушанин, В. С. Толстиков; под общ. ред. М. В. Лукиной. — Челябинск: Челяб. Дом печати, 2007. — 303 с.: фот., ил.
  10. Челябинская государственная академия культуры и искусств. Страницы истории / авт.-сост. В. С. Толстиков. — Челябинск: Юж.-Ур. кн. изд-во, 2003. — 196 с., цв. ил., фот., портр. — (К 35-летию академии).
  11. Челябинская государственная академия культуры и искусств: энцикл. / ред.-издат. совет: В. Я. Рушанин (пред.), Н. В. Овчинникова,
  12. В. И. Бурматов и др.; Челяб. гос. акад. культуры и искусств. — Челябинск, 2012. — 799 с.
  • Рәсәй музыка юғары уҡыу йорттары