Ғәйнетдинов Рамаҙан Бирғәли улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәйнетдинов Рамаҙан Бирғәли улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 март 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Уҫманғәле, Инйәр ауыл Советы, Белорет районы
Вафат булған көнө 14 октябрь 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (72 йәш)
Вафат булған урыны Йөйәк, Белорет районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө уҡытыусы
Уҡыу йорто Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хеҙмәт ветераны» миҙалы
БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы грамотаһы

Ғәйнетдинов Рамаҙан Бирғәли улы (15 март 1928 йыл — 14 октябрь 2000 йыл) — педагог. БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1971), БАССР-ҙың Белорет районы Уҫманғәле ауылында тыуған. Юғары белемле. 1958 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.

2000 йылдың 14 октябрендә Белорет районының Йөйәк ауылында вафат булған.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәйнетдинов Рамаҙан Бирғәли улы БАССР-ҙың Белорет районы Уҫманғәле ауылында 1928 йылдың 15 мартында тыуған. 1937 йылда, Рамаҙанға 9 йәш тулғанда, атаһы Бирғәли Ғәйнетдинов контрреволюцион эшмәкәрлектә ғәйепләнеп ҡулға алына.

«Дошман балаһы» тигән ҡушамат балалыҡ менән иртә хушлашыуға килтерә. Береһенән-береһе бәләкәй 5 бала ҡалған ғаилә бик күп яфалар, рәнйетелеүҙәр, аслыҡ-яланғаслыҡ кисерә. Иң кесе ҡустыһы Хәйерлезаман астан үлә.

Шулай ҙа Рамаҙан уҡыуын ташламай, йәйҙәрен леспромхозда миҙгелле эштәрҙә эшләп, өҫ-башын йүнәтә, үҙ көсө менән ул саҡта урта белем алыр өсөн түләрлек аҡса туплап, Инйәр урта мәктәбен тамамлап сыға. Тел, әҙәбиәт дәрестәрен ярата, бигерәк тә немец теле уға еңел бирелә.

хеҙмәт юлы

1951 йылда уны Белорет районының Арышпар мәктәбенә немец телен уҡытырға ебәрәләр.

Ул К. А. Тимирязев исемендәге Башкорт дәүләт педагогия институтына ситтән тороп уҡырға инә. Уны тамамларға ике йыл ҡалғанда, 1957 йылдың 20 июлендә, СССР Министрҙар Советы ҡарары менән дәүләт педагогия институты Башҡорт дәүләт университеты итеп үҙгәртелә. Юғары уҡыу йортонда уҡығанда ул бигерәк тә ғалим Жәлил Кейекбаев лекцияларын яратып тыңлай, уның менән яҡындан аралаша, уның немец теле буйынса һабаҡтарын ғүмер буйына иҫтә тота[1]

1955 йылда Р. Б. Ғәйнетдиновты Белорет районының Аҙналы (Мышы) ауылы мәктәбенә директор итеп ебәрәләр. Ул унда 1958 йылдың йәйенә тиклем эшләй. Яңы уҡыу йылын ул Белорет районының Йөйәк ете йыллыҡ мәктәбендә директор вазифаһында башлай.

Ут та, телефон бәйләнеше лә, юлдар ҙа булмаған төпкөл ауылда ул уҡыу-уҡытыу процесын алдынғы ысулдар ҡулланып яйға һала, мәктәпкә яңы бина төҙөтә, токарь станогы алып, хеҙмәт дәрестәрендә үҫмерҙәр менән ағастан төрлө кәрәк-яраҡ эшләйҙәр. Движок юллап алып, мәктәпкә ут үткәрәләр.

Уға мәктәп кәрәк-яраҡтарын һал менән дә, ҡыштарын ат менән дә ташырға тура килә, сөнки иң яҡын тимер юл станцияһына — Инйәргә 40 саҡрымға яҡын тау-урман юлдарынан ғына барып етеп була. Йәйҙәрен йыш ҡына арба менән дә үткеһеҙ була.[2]. Йөйәк мәктәбенең элекке директоры уҡытыусы-ветеран Ҡасим Арыҫлан улы Әлибаев хәтирәләренән:

Рамаҙан Бирғәле улы етәкләгән мәлдә мәктәптең яҡшы даны ауылда ғына түгел, тирә-яҡтарға ла тарала. Эҙләнеүсән, ҡыҙыҡһыныусан, яңылыҡҡа ифрат ныҡ ынтылған мәктәп директоры уҡытыусыларға ла, уҡыусыларға ла бер минут буш торорға бирмәй торғайны. Нәҡ ошо осорҙа мәктәп янында киң бүлмәле яңы ятаҡ бинаһы ҡалҡып сыҡты. Балалар һаны 50-нән ашып китте. Уҡытыу бүлмәләре етмәй башлағас, төкөтмә һәм яңы ятаҡ төҙөттөрҙө тынғыһыҙ етәксе Рамаҙан Бирғәле улы. 1975—1985 йылдарҙа Ғәбдөк, Ҡолмас ауылдарынан тыш, Берештамаҡ ауылынан да уҡыусылар килә башланы, сөнки уҡыу йәһәтенән дә, ятаҡта йәшәү буйынса ла Йөйәктәге кеүек уңайлы шарттар бер ауылда ла булмағандыр. Уҡыусылар һаны ул йылдарҙа 280-гә барып етте.[3].

1970 йылда ул В. И. Лениндың 100 йыллыҡ юбилейы миҙалы менән бүләкләнә.

Тырыш хеҙмәте өсөн 1971 йылдың 15 октябрендә БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

Рамаҙан Бирғәли улы мәктәп директоры булып эшләгән йылдарҙа уҡыусыларында белем алыуға ынтылыш тәрбиәләй һәм, төпкөл ауыл булыуға ҡарамаҫтан, юғары һәм урта белем алыусылар арта бара.Ул эшләгән ваҡытта Йөйәк мәктәбендә уҡығандар араһында:

Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • В. И. Лениндың 100 йыллыҡ юбилейы миҙалы (1970)
  • БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1971)
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1985)

Ғаилә хәле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атаһы Бирғәли Ғәйнетдиновтың эшен 1957 йылдың 12 авгусында БАССР-ҙың Юғары Суды Президиумы яңынан ҡарай, ул тулыһынса аҡлана.

Ҡатыны Факиһа Ситдиҡ ҡыҙы менән 5 балаға ғүмер биреп, эш һөйөүсән итеп үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Гүзәл һәм Зилә — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре.

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Зуяково  (рус.)
  • Призвание на всю жизнь (о педагогах Белоречья) — Белорецк, 2014. −26-я стр.
  • Г. Ситдиҡова. «Үҙемдеке түгел минең, илемдеке — үҙәктә» — «Ағиҙел», 2017, № 3 — 10-16 биттәр
  • О награждении медалью «Ветеран труда» [2](недоступная ссылка)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Урынлы тәҡдимгә ихлас ҡушылабыҙ [1]
  2. Г. Ситдиҡова. Үҙемдеке түгел минең, илемдеке — үҙәктә" — «Ағиҙел», 2017, № 3 — 10-16 биттәр
  3. Әлибаев Ҡ. Йөйәк ауылы мәғрифәте тарихы. — «Урал», 2012, 12 июль