Атнабаев Әнғәм Ҡасим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Әнғәм Атнабаев битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әнғәм Атнабай
Atnabaev.jpg
Исеме:

Атнабаев Әнғәм Ҡасим улы

Тыуған көнө:

23 февраль 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Бөрө кантоны[1]Иҫке Күрҙем ауылы

Вафат булған көнө:

13 октябрь 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (71 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Эшмәкәрлеге:

шағир, драматург

Премиялары:

Ғәлимов Сәләм исемендәге премия

Наградалары:
II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы

Хата: рәсем дөрөҫ түгел йәки юҡ

Атнабаев Әнғәм Ҡасим улы (23 февраль 1928 — 13 октябрь 1999) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (1997), драматург, РСФСР-ҙың 1988) һәм Башҡорт АССР-ының (1977) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты, 1960 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әнғәм Ҡасим улы Атнабаев 1928 йылдың 23 февралендә Башҡорт АССР-ы-ның Бөрө кантоны[1] Иҫке Күрҙем исемле башҡорт ауылында тыуған. Урта мәктәптән һуң Ҡазан дәүләт педагогия институтын тамамлай һәм тыуған районы мәктәптәрендә бер нисә йыл тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы булып эшләй.

1951 йылда ул Өфөгә күсеп килә һәм республиканың «Ҡыҙыл таң» газетаһы редакцияһында башта — әҙәби бүлек хеҙмәткәре, һуңыраҡ әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире була. Артабан, хаҡлы ялға киткәнсе, республиканың «Һәнәк» сатирик журналында хеҙмәт итә, шул иҫәптән баш мөхәррир урынбаҫары вазифаһын башҡара.

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әнгәм Атнабаев әҙәбиәткә XX быуаттың илленсе йылдарында килә. Уның «Йөрәк менән һөйләшеү» исемле тәүге шиғыр йыйынтығы 1958 йылда донъя күрә. Артабанғы дүрт тиҫтә йыл ижады һөҙөмтәһендә егерменән артыҡ китап нәшер итә. 1972 йылда «Йөрәгем юлдары» тигән поэтик йыйынтығы өсөн Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы бирелә.

Алтмышынсы йылдарҙан ул драматургия өлкәһендә лә танылыу ала, «Ул ҡайтты» (1959), «Йәйҙең һуңғы конө» (1961, «Әсә хөкөмө» (1963)) «Законлы никах менән!» (1965), «Шоңҡар» (1967), «Мөхәббәт тураһында Йыр» (1968), «Балаҡайҙарым» (1969), «Игеҙәктәр» (1971), «Ут» (1975), «Ҡаҙ ҡанаты» (1978), «Ауыр бәхет» (1980) тигән драматургик әҫәрҙәрен ижад итә. Театр сәнғәте өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн ул 1977 йылда «БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» тигән исемгә лайыҡ булды.

1997 йылда Әнғәм Атнабаевтың күп йыллыҡ һәм төрлө жанрҙарҙағы емешле ижады тейешле һәм юғары баһаһын ала: уға «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт драматургияһы антологияһы
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелгән 28 июль 2017)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелгән 28 июль 2017)
  • Атнабаев, Әнғәм.Балаҡайҙарым : пьесалар / Ә. Ҡ. Атнабаев ; [мөх. Р. Х. Хәйруллин] .— Өфө : Башҡ. кит. нәшр., 1974 .— 232 б.
  • Атнабаев, Әнғәм.Мөхәббәт юлы : [шиғырҙар, шиғри шәлкемдәр, драматик поэма] / Ә. Атнабаев ; [мөх. Р. Х. Ниғмәтуллин] .— Өфө : Башҡ. кит. нәшр., 1982 .— 208 б.
  • Атнабаев, Әнғәм.Шиғырҙар Һәм поэмалар / Ә. Атнабаев ; [мөх. Ғ. Байбурин] .— Өфө : Башҡ. кит. нәшр., 1966 .— 192 б.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар