Эстәлеккә күсергә

Паль Роберт Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Роберт Паль битенән йүнәлтелде)
Роберт Паль
Исеме:

Роберт Васильевич Паль

Тыуған көнө:

15 апрель 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (86 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Ауырғазы районы «Әлшәй» совхозы[1]

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы, шағир, тәржемәсе

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

рус, башҡорт

Паль Роберт Васильевич (15 апрель 1938 йыл) — шағир һәм яҙыусы, тәржемәсе, журналист. Башҡортостандың халыҡ шағиры (2021), 1969 йылдан СССР Яҙыусылар һәм журналистар союздары ағзаһы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988). «Алтын Урал» әҙәби премияһы (2008), Степан Злобин (1998) һәм Фәтих Кәрим исемендәге (2009) премиялар лауреаты.

Роберт Васильевич Паль 1938 йылдың 15 апрелендә Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районы «Әлшәй» совхозында (1992 йылдан Башҡортостан Республикаһы[2] ның Стәрлетамаҡ районы Первомайский ауыл Советы) тыуған. Һигеҙ йыллыҡ мәктәптән һуң Стәрлетамаҡ һәм Белорет педагогия училищеларында уҡый, 1961 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетын тамамлай. Юғары белем алғас, йүнәтмә буйынса Ҡырмыҫҡалы районы Подлуб ауылы мәктәбендә тарих уҡыта. Аҙаҡтан Башҡортостан китап нәшриәтендә мөхәррир, редакция мөдире һәм баш мөхәррир булып эшләй. 1986—1988 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзының әҙәби консультанты. 1988 йылдан Өфөлә рус телендә сыҡҡан «Бельские просторы» республика әҙәби журналында — бүлек мөдире, баш мөхәррир урынбаҫары вазифаларын башҡара. Төп хеҙмәт эшмәкәрлеге менән бер рәттән 1991—2001 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзының рус телендә яҙыусы әҙиптәренең ижади берекмәһен етәкләй.

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Роберт Паль әҙәби ижад менән уҙған быуаттың илленсе йылдарында, Стәрлетамаҡ һәм Белоретта педучилищелә уҡығанда шөғөлләнә башлай, был ҡалалар гәзиттәрендә уның тәүге шиғырҙары баҫыла. Башҡорт дәүләт университетында әҙәби-ижад түңәрәгенә йөрөй, был уның һиҙелерлек әүҙемләшеүенә булышлыҡ итә. Йәш әҙиптең «Живые маки» тип исемләнгән беренсе шиғри йыйынтығы Башҡортостан китап нәшриәтендә 1964 йылда донъя күрә. Артабан бер-ике йыл арауыҡ менән шиғырҙар һәм поэмалар тупланған «Горизонты романтики» (1966), «Третье свидание» (1968), «Высокое пламя» (1969), «Лебединое поле» (1972), «До высоты звезды» (1983), «Лицом к лицу» (1988), «Плач одинокой кукушки» (1993) тигән һәм башҡа шиғыр һәм поэма китаптары баҫылып сыға. Дөйөм алғанда, ул тиҫтәләгән шиғри йыйынтыҡ авторы. Роберт Паль шиғырҙарына яҡшылыҡ идеяларын тәүге урынға ҡуйыу, уларға дан йырлау хас. Шағирҙың лирик геройҙарында гел алдынғы сафтарҙа, уларҙа даими әүҙемлек һәм кешелек донъяһының тик ыңғай сифаттары ғына өҫтөнлөк итә.

Шиғри ижадта етәрлек дәрәжәлә тәжрибә туплаған әҙип прозала ла үҙен уңышлы һынап ҡараны. Төрлө быуын китап уҡыусылары уның «Иду до конца» (1973) һәм башҡорт халҡының ҡаһарман улы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы хәрби осоусы Муса Гәрәевҡа арналған «Есть у неба земля» (1975) повестарын бик йылы ҡаршыланы. Әҙиптең китап баҫыу тарихына арналған «Человек придумал книгу» тигән әҫәре, 1983 йылда Мәскәүҙең «Советская Россия» нәшриәтендә күп тираж менән баҫылып, тиҙ арала таралып бөттө. ХХ быуаттың беренсе ун йыллыҡтарында Көньяҡ Уралда булған революцион ваҡиғаларҙы әҙәби күҙлектән тергеҙеүгә арналған «Легенды будут потом», «На исходе ночи», «Отзовется в живых», «Бессмертники — цветы вечности» тип исемләнгән роман-хроникаларын әҙәби тәнҡит ыңғай ҡабул итте.

Әҫәрҙәре өсөн яңы темалар һәм геройҙар эҙләп, ҡәләмдәштәре менән берлектә әҙип республиканың ҡала һәм райондары буйлап ижади командировкаларға йыш сыға[3].

Яҙыусының 2008 йылда «Китап» нәшриәтендә донъя күргән «Заглянуть в бездну» исемле повестар китабы «Алтын Урал» әҙәби премияһына лайыҡ булды.

Роберт Паль әҫәрҙәре башҡорт, украин, ҡазаҡ, татар, сыуаш һәм башҡа телдәргә әйләндерелгән. Уның китаптары Өфө, Мәскәү, Ҡазан һәм башҡа ҡалаларҙа донъя күрҙе. Әҙиптең һуңғы ун йыллыҡтарҙа яҙылған шиғырҙары һәм повестары «Бельские просторы» журналында донъя күрә килә.

Поэзия һәм проза жанрҙары менән бергә Роберт Васильевич тәржемә өлкәһендә лә әүҙем эшләй. Ул башҡортсанан руссаға Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Рауил Бикбаев һәм Факиһа Туғыҙбаева, билдәле әҙиптәр Муса Ғәли, Ғилемдар Рамазанов, Яҡуп Ҡолмой, Тамара Ғәниева, Гөлфиә Юнысова, Әнисә Таһирова шиғырҙарын, Хәким Ғиләжев һәм Әхнәф Байрамовтың повестарын тәржемә итте. Башҡортостандың рус әҙәбиәтен һәм матбуғатын үҫтереүгә индергән шәхси өлөшө һәм ижади ҡаҙаныштары айҡанлы Роберт Васильевич «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ. Шағир, яҙыусы һәм тәржемәсенең хеҙмәт емештәре шулай уҡ Степан Злобин һәм Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премиялар менән баһаланды.

  • Живые маки: Стихи и поэма. — Уфа, Башкирское книжное издательство, 1964. — 78 с. (рус.)
  • Горизонты романтики: Стихи и поэма. — Уфа, Башкирское книжное издательство, 1966. — 72 с. (рус.)
  • Третье свиданье: Стихи. — Уфа, Башкирское книжное издательство, 1968. — 144 с. (рус.)
  • Высокое пламя: Поэмы. — Уфа, Башкирское книжное издательство, 1969. — 92 с. (рус.)
  • Лебединое поле: Стихи и поэмы. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1972. — 128 с. (рус.)
  • Иду до конца: Повесть. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1973. — 206 с. (рус.)
  • Железные люди, или Повесть о суровом времени, большом походе и верной мужской дружбе. — Уфа. Башкирское книжное издательство, 1974. — 104 с. (рус.)
  • Есть у неба земля: Повесть. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1975. — 112 с. (рус.)
  • Легенды будут потом: Роман. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1976. — 528 с. (рус.)
  • Прикосновение. Поэмы, баллады, переводы. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 144 с. (рус.)
  • На исходе ночи: Роман. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1979. — 448 с. (рус.)
  • Человек придумал книгу. — М., Советская Россия, 1983. — с. (рус.)
  • До высоты звезды: Стихи, поэмы. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1983. — 96 с. (рус.)
  • Отзовется в живых: Роман-хроника в подлинных судьбах и документах эпохи. — Уфа: Башкирское книжное издательство. Кн 1. 1995. — 296 с., Кн.2. — 1986. — 312 с. (рус.)
  • Лицом к лицу: Лирика. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1988. — 192 с. (рус.)
  • Бессмертники — цветы вечности. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1990. — 368 с. (рус.)
  • Плач одинокой кукушки: Стихи, поэмы. — Уфа: Китап, 1993. — 160 с. (рус.)
  • Книга судьбы: Лирика. — Уфа: Китап, 1999. — 352 с. (рус.)
  • Заглянуть в бездну. Повести. — Уфа: Китап, 2008. — с. (рус.)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостандың халыҡ шағиры (2021)[4]
  • Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988)
  • Степан Злобин исемендәге премия (1998)
  • Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премия (2009)
  • «Алтын Урал» әҙәби премияһы (2008)
  • Могучев А. Стихи, рожденные судьбой: о гражданском пафосе лирики Р. Паля // Истоки. — 2010. — сентябрь (№ 17) . — С. 4—5. (рус.)
  • Паль Роберт Павлович // Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 457. (рус.)
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 с. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)