Сыуаш теле
Был бит һәйбәт төҙөкләндереү талап итә |
| Сыуаш теле | |
| cыу. Чăваш чĕлхи | |
| Ҡыҫҡаса атамаһы | чувашский, чуваська, чӑвашла һәм чувашаг |
|---|---|
| Дәүләт |
|
| Барлыҡҡа килгән | Сыуашстан |
| Административ-территориаль берәмек | Сыуашстан, Мәскәү, Татарстан Республикаһы, Башҡортостан Республикаһы, Һамар өлкәһе, Ульяновск өлкәһе, Һарытау өлкәһе, Красноярск крайы һәм Ырымбур өлкәһе |
| Алдағы | болғар теле[d] |
| Тел төрҙәре | агглютинатив телдәр |
| Килештәр | абессив[d] |
| Яҙыу | Чувашская письменность[d] һәм Кирил алфавиты |
| Телде көйләүсе | Гуманитар фәндәр буйынса Сыуаш дәүләт университеты[d] |
| Телдә һөйләшеүселәр | 738 070 кеше (2024)[4] |
| Телдең ЮНЕСКО статусы | 3 юҡҡа сығыу ҡурҡынысы аҫтында[d][5] |
| Ethnologue каталогында тел статусы | 2 Төбәк[d][6] |
| Тасуирлау биттәре | turkic.elegantlexicon.com/… |
| Аббревиатуралар таблицаһындағы ҡыҫҡартыу | чуваш. |
| Викимедиа проекттарында тел коды | cv |
Сыуаш теле (cыу. Чăваш чĕлхи, Çovaş Çölhi, چأۋاش چۀلخې) — сыуаш халҡының милли теле, урыҫ теле менән бер рәттән Сыуаш Республикаһының дәүләт теле итеп иғлан ителгән.
Сыуаш теле төрки телдәренең Иҫке Болғар бүлегенә ҡарай.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сыуаш теле — төрки телдәрҙең береһе (болғар төркөмө), Сыуашстандың дәүләт теле. Шулай уҡ Башҡортостанда, Татарстанда, Һамар, Ульяновск өлкәләрендә һәм Рәсәйҙең ҡайһы бер башҡа төбәктәрендә таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 1 млн 300 меңдән ашыу. Башҡортостанда 98 меңдән күберәк кеше сыуаш телен белә, шул иҫәптән уларҙың 91 меңдән ашыуы — сыуаштар (2002).
Тарихи нигеҙҙә болғар теленә барып тоташа. Сыуаш телендә 2 төп диалект айырып ҡарала: үрге (о‑лаштырып һөйләшеү) һәм түбәнге (у‑лаштырып һөйләшеү). Хәҙерге әҙәби сыуаш теле XIX быуаттың икенсе яртыһында үрге диалект нигеҙендә формалаша башлай. Сыуаш теле башҡа төрки телдәрҙән бик ныҡ айырыла.
Фонетик үҙенсәлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сыуаш телендәге [р] өнө дөйөм төрки [з], [л] — [ш] өндәренә тап килә, мәҫәлән, сыуашса «хур» (ҡаҙ) ху[р] — дөйөм төрки «ҡаз» ҡа[з], «утмãл» (алтмыш) утмã[л] — «алтмыш» алтмы[ш]; [ы] һуҙынҡы фонемаһы тик беренсе ижектә генә ҡулланыла, мәҫәлән, сыуашса «тымар» — башҡортса «тамыр», ҡалған һуҙынҡылар бөтә позицияларҙа ла осрай; сонор тартынҡылар төрлө фонетик позицияларҙа була ала; тартынҡыларҙың йомшаҡлығы һәм ҡатылығы уларҙың һүҙҙәге позицияһы менән билдәләнә, тик [л], [н], [т] тартынҡыларының йомшаҡлығы ғына позицион яҡтан сикләнмәгән — уларҙың үҙ аллы йомшаҡ варианттары бар [л'], [н'], [т']: «халь» (хәҙер) — «хал» (көс), «юрать» (ярай, бара) — «юрат» (яратырға) һ. б.
Морфология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Морфологияһы өсөн дөйөм төрки телендәге күплекте күрһәткән -лар урынына эйәлек аффиксы менән бер үк ваҡытта ҡулланылғанда, унан һуң килгән (башҡа төрки телдәрҙә — уға тиклем) -сем ҡулланыла, мәҫәлән, сыуашса «сěтел-ěм-ěр-сем» — башҡортса «өҫтәл-дәр-ебеҙ»; алмаш һүҙҙәр яһаған та-/те- һәм ни- префикстары ҡулланыла, мәҫәлән, «такам» (кемдер), «никам» (бер кем); төп һандарҙың тулы (абстракт иҫәпләүҙә ҡулланыла) һәм ҡыҫҡа (предметтарҙың һанын билдәләү өсөн) формалары бар, мәҫәлән, сыуашса «пěррě» һәм «пěр» — башҡортса «бер», «виҫҫě» һәм «виҫě» — «өс». Сыуаш теле синтаксисы зат мәғәнәһен белдергән хәбәрлектең суффиксы булмауы: «эпир студентсем» (беҙ студенттар); хәбәр алдынан әйтелгәндәрҙең мәғәнәүи үҙәген ҡуйыу менән характерлана: «пичче ыран яла каять» (өлкән ағай иртәгә бара ауылға), «пичче яла ыран каять» (өлкән ағай ауылға бара иртәгә) һ.б.
Сыуаш теленең алфавиты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сыуаш теле хәрефтәре кириллицаға нигеҙләнгән. Милли алфавитта улар 37.
| А а | Ӑ ӑ | Б б | В в | Г г | Д д | Е е |
| Ё ё | Ӗ ӗ | Ж ж | З з | И и | Й й | К к |
| Л л | М м | Н н | О о | П п | Р р | С с |
| Ҫ ҫ | Т т | У у | Ӳ ӳ | Ф ф | Х х | Ц ц |
| Ч ч | Ш ш | Щ щ | Ъ ъ | Ы ы | Ь ь | Э э |
| Ю ю | Я я |
| Хәреф | Исеме | IPA | Башҡортса |
|---|---|---|---|
| А а | а | [a] | Аа |
| Ӑ ӑ | ă | [ɒ~ɔ] | Оо |
| Б б | бӑ | [b] | Бб |
| В в | вӑ | [ʋ] | Вв |
| Г г | гӑ | [ɡ] | Гг |
| Д д | дӑ | [d] | Дд |
| Е е | е | [je] | Ее |
| Ё ё | ё | [jo] | Ёё |
| Ӗ ӗ | ӗ | [ɘ] | Өө |
| Ж ж | жӑ | [ʒ] | Жж |
| З з | зӑ | [z] | Зз |
| И и | и | [i] | Ии |
| Й й | йӑ | [j] | Йй |
| К к | кӑ | [k] | Кк; Гг |
| Л л | лӑ | [l] | Лл |
| М м | мӑ | [m] | Мм |
| Н н | нӑ | [n] | Нн |
| О о | о | [o] | Оо |
| П п | пӑ | [p] | Пп |
| Р р | рӑ | [r] | Рр |
| С с | сӑ | [s] | Сс |
| Ҫ ҫ | çӑ | [ɕ] | Щщ |
| Т т | тӑ | [t] | Тт |
| У у | у | [u] | Уу |
| Ӳ ӳ | ӳ | [y] | Үү |
| Ф ф | фӑ | [f] | Фф |
| Х х | хӑ | [χ] | Ҡҡ; Ғғ |
| Ц ц | цӑ | [ʦ] | Цц |
| Ч ч | чӑ | [ʧ] | Чч |
| Ш ш | шӑ | [ʃ] | Шш |
| Щ щ | щӑ | [ʃ͡ʧ] | Щщ |
| Ъ ъ | хытӑлӑх палли | Ъъ | |
| Ы ы | ы | [ɯ] | Ыы |
| Ь ь | çемçелӗх палли | [ʲ] | Ьь |
| Э э | э | [ɛ] | Ээ |
| Ю ю | ю | [ju] | Юю |
| Я я | я | [ja] | Яя |
Башҡортостанда cыуаш теле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһында cыуаш телен уҡытыу 27 мәктәптә һәм 4 мәктәп филиалында алып барыла; тел предмет булараҡ 93 мәктәптә өйрәнелә. Сыуаш теле буйынса белгестәр БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында (Стәрлетамаҡ педагогия академияһы), Бәләбәй педагогия колледжында һәм Стәрлетамаҡ киң профилле һөнәр биреү колледжында әҙерләнә. «Аургаза хыпарси» («Аургазинский вестник», «Урал сасси», «Щуда щул» гәзиттәре сыуаш телендә сыға).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ScriptSource - Russian Federation
- ↑ ScriptSource - Kazakhstan
- ↑ ScriptSource - Uzbekistan
- ↑ Ethnologue (ингл.) — 25, 19 — Dallas, Texas: SIL International, 1951. — ISSN 1946-9675
- ↑ Красная книга языков ЮНЕСКО
- ↑ Ethnologue (ингл.) — 25, 19 — Dallas, Texas: SIL International, 1951. — ISSN 1946-9675
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чувашский язык: история и современность. Чебоксары, 1994.
- Эктор Алос-и-Фонт, «Преподавание чувашского языка и проблема языкового поведения родителей», Чувашский государственный институт гуманитарных наук, 2015, Шупашкар.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Власова Л. В. Сыуаш теле // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Скоро чувашский язык останется «какой-то культурной традицией»
- Прощай, исчезающий чувашский язык?
- Чăваш чĕлхине Страсбургра хӳтĕлĕç
- Тутарстанра чӗлхе пирки сӑмахларӗҫ
- Об угрозе развала страны в будущем, о съезде ЧНК, и об обращении к президенту