Эстәлеккә күсергә

Сыуашстан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәсәй Федерацияһы субъекты

Сыуаш Республикаһы
Чӑваш Республики
 

Сыуашстан дәүләт флагы Сыуашстан дәүләт гербы

Сыуашстан

Баш ҡалаһы

Чебоксар

Майҙаны

75-се

- Барлығы
- һыу өҫтө %

18 343 км²
1,5

Халҡы

41-се

- Барлығы
- Тығыҙлыҡ

1 236 628[1] (2016)

67.42 кеше/км²

ТТП

47-се

- Барлығы (ағым. хаҡ.)
- Йән башына

152,5[2] млрд. һум (2010)

123,0 мең һум

Федераль округ

Волга буйы

Иҡтисади район

Волга-Вятка иҡтисади районы

Дәүләт теле

сыуаш, урыҫ

Республика Башлығы

Михаил Васильевич Игнатьев

Министрҙар Кабинеты Рәйесе

Иван Борисович Моторин

Дәүләт Советы Рәйесе

Юрий Алексеевич Попов

РФ субъекты коды

21

ISO 3166-2 коды

RU-CU

Сәғәт бүлкәте

MSD[d] һәм Европа/Москва[d][3]
Марка «50 лет Чувашской АССР». Почта СССР 1970 г.
Сыуашстан картаһы

Сыуашстан, Сыуа́ш Респу́бликаһы (cыу. Чăва́ш Ен, Чăва́ш Республики́) — Рәсәй Федерацияһы составындағы республика[4]. Көнсығыш Европа тигеҙлегенең көнсығыш өлөшөндә, Свияга һәм Сура йылғалары араһында урынлашҡан.

Көнбайышта — Түбәнге Новгород өлкәһе, төньяҡта — Марий Эл, көнсығышта — Татарстан, көньяҡта — Ульяновск өлкәһе һәм Мордовия менән сиктәш. Волга буйы федераль округына ҡарай. Майҙаны — 18,3 мең км². Баш ҡалаһы — Чебоксар[5].

1920 йылда Сыуаш автономиялы өлкәһе булараҡ барлыҡҡа килә, 1925 йылдан — Сыуаш АССР‑ы (1929—36 йылдарҙа Горький крайы составында), 1990 йылдан — Сыуаш ССР‑ы, 1992 йылдан — Сыуаш Республикаһы. 21 район, 9 ҡала, 8 ҡасабаны үҙ эсенә ала. Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң үҙәгендә урынлашҡан.

Сыуашстандың дәүләт телдәре — сыуаш һәм урыҫ телдәре[6].

«Инәй-ҡурсалаусы» монументы.

Хәҙерге Сыуашстан территорияһында тәүге кешеләр яҡынса 80 мең йыл элек килгәндәр.

IX быуат аҙағында Волга буйы Болғары дәүләте барлыҡҡа килә, уның составында төрлө ҡәбиләләр инә. Халҡы ер эшкәртеү, малсылыҡ, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ һәм умартасалыҡ менән шөғөлләнә. Ҡалалар һәм башҡа тораҡ пункттар төҙөлә, эске һәм тышҡы сауҙа үҫешә.

1243 йылда Урта Волга территорияһы Алтын Урҙа, ә ул тарҡалғандан һуң, 1438 йылда — Ҡазан ханлығы составына инә[7].

XVI быуат уртаһында сыуаштар Урыҫ дәүләте составына ҡушыла. XVI—XVII быуаттарҙа Сыуашстан территорияһы Ҡазан һарайы приказы менән идара ителә, XVIII быуат башында уның бер өлөшө Ҡазан губернаһы, икенсе өлөшө — Түбәнге Новгород губернаһы составында инә, ә 1775 йылдан һуң Ҡазан һәм Сембер губерниялары составында була. XVIII быуат уртаһында сыуаштарҙы христиан диненә суҡындырыу процессы башлана, әммә ғәмәлдә улар традицион динен тотоуҙы дауам итә[7].

Халыҡтың ихтыярын иҫәпкә алып, 1920 йылдың 24 июнендә Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты һәм РСФСР Халыҡ комиссарҙары советы тарафынан, В. И. Ленин һәм М. И. Калинин ҡултамғалары аҫтында, РСФСР составында Сыуаш автономия өлкәһе ойошторолоуы тураһында ҡарар ҡабул итәләр. 1925 йылдың 21 апрелендә Сыуаш АССР‑ы тип үҙгәртелә, 1929—1936 йылдарҙа Горький крайы составында була[8]. 1920-се йылдарҙа Сыуаш АССР-ын Болғар АССР-ы һәм сыуаштарҙы болғарҙар тип үҙгәртеү тураһында фекерләшеүҙәр була[9].

Совет осоронда республикала сәнәғәт һәм ауыл хужалығы үҫешә, милли мәҙәниәт, фән һәм мәғәриф алға китә. 1935 йылда Сыуаш АССР-ына Ленин ордены бирелә. Бөйөк Ватан һуғышында республиканан 208 меңдән ашыу кеше ҡатнаша[7].

1990 йылдың 19 октябрендә Сыуаш АССР-ын Сыуаш Совет Социалистик Республикаһы (Сыуаш ССР) тип үҙгәртелә. Сыуаш ССР-ның Юғары Советы «Сыуашстандың дәүләт суверенитеты тураһында» декларацияны ҡабул итә. 1992 йылдың 13 февраленән алып Сыуаш АССР-ы Сыуаш Республикаһы тип үҙгәртелә[10].

Республиканың төп законы булып, 2000 йылда ҡабул ителгән Сыуаш Республикаһы Конституцияһы булып тора.

Сыуаш Республикаһында иң юғары вазифалы кеше — Башлыҡ (2012 йылдың 1 ғинуарына тиклем — Президент). 1994 йылда тәүге Сыуашстан Президенты итеп Николай Васильевич Федоров һайлана.

Закондар сығарыусы власть

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сыуашстан Дәүләт Советы республикала юғары вәкәләтле, закондар сығарыусы һәм контроль органы булып тора.

Сыуашстан Министрҙар Кабинеты башҡарма һәм ойоштороусы дәүләт органы булып тора. Уны премьер-министр етәкләй.

Административ ҡоролош

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сыуаш Республикаһы 21 район, 9 ҡала, 8 ҡасаба һәм яҡынса 1700 ауылды үҙ эсенә ала.

Баш ҡала

Сыуашстан баш ҡалаһы — Чебоксар ҡалаһы. Унда 480 741[11] кеше йәшәй.

Муниципаль райондар
РайонХалҡы,
кеше.
Территория,
км2
Үҙәк
1Алатырь15 191[11]1940Алатырь ҡ.
2Аликово16 328[11]554.1Аликово а.
3Батырев35 142[11]994Батырево а.
4Вурнар32 773[11]1012.6Вурнары ҡсб.
5Ибреси23 894[11]1201.2Ибреси ҡсб.
6Канаш36 254[11]981.4Канаш ҡ.
7Козловка19 727[11]516.8Козловка ҡ.
8Комсомольск25 629[11]630.3Комсомольск а.
9Красноармейск14 616[11]456.3Красноармейск а.
10Красночетайск14 975[11]691.6Ҡыҙыл Четаи а.
11Мариин-Посад22 710[11]686.1Мариин Посад ҡ.
12Моргауши33 492[11]845.3Моргауши а.
13Порецк12 881[11]1116.9Порецк а.
14Урмары23 578[11]598.3Урмары ҡсб.
15Цивильск36 234[11]790.8Цивильск ҡ.
16Чебоксар62 487[11]1331.7Кугеси ҡсб.[12]
17Шемурша12 846[11]799.1Шемурша а.
18Шумерля9419[11]1047.6Шумерля ҡ.
19Ядрин26 915[11]897.5Ядрин ҡ.
20Яльчик17 950[11]567.2Яльчики а.
21Янтиково15 223[11]524.4Янтиково а.
3000-дән ашыу кеше йәшәгән тораҡ пункттар
Чебоксар480 741[11]
Новочебоксарск125 489[11]
Канаш45 716[11]
Алатырь35 591[11]
Шумерля29 954[11]
Цивильск14 039[11]
Кугеси12 143[13]
Вурнары9739[13]
Козловка9195[11]
Ядрин8585[11]
Мариин Посад8754[11]
Ибреси7881[13]
Яңы Лапсары6955[14]
Порецк5526[13]
Урмары5465[13]
Батырево5209[13]
Шыгырдан5396[15]
Комсомольск5345[15]
Красноармейск4726[15]
Шемурша4297[15]
Яңы Атлаш3753[15]
Моргауши3280[15]
Янтиково3690[16]
Ишлеи3441[15]
Сыуашстандың этник картаһы
Милләт1926 йыл,
мең кеше (*)
1939 йыл,
мең кеше (*)
1959 йыл,
мең кеше (*)
1970 йыл,
мең кеше (*)
1979 йыл,
мең кеше (*)
1989 йыл,
мең кеше (*)
2002 йыл,
мең кеше (* 2012 йыл 26 ғинуар архивланған.)
2010 йыл
мең кеше[17]
сыуаштар 667,7 (74,7 %) 777,2 (72,2 %) 770,4 (73,0 %) 856,2 (70,0 %) 887,7 (68,4 %) 906,9 (67,8 %) 889,3 (67,7 %) 814,8 (67,7 %)
урыҫтар 178,9 (20,0 %) 241,4 (22,4 %) 263,7 (24,0 %) 299,2 (24,5 %) 338,2 (26,0 %) 357,1 (26,7 %) 348,5 (26,5 %) 323,3 (26,9 %)
татарҙар 22,6 (2,5 %) 29,0 (2,7 %) 31,4 (2,9 %) 36,2 (3,0 %) 37,6 (2,9 %) 35,7 (2,7 %) 36,4 (2,8 %) 34,2 (2,8 %)
мордвалар 24,0 (2,7 %) 22,5 (2,1 %) 23,9 (2,2 %) 21,0 (1,7 %) 20,3 (1,6 %) 18,7 (1,4 %) 16,0 (1,2 %) 13,0 (1,1 %)
  1. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2016 года и в среднем за 2015 год. Дата обращения: 27 март 2016. Архивировано 27 март 2016 года.
  2. Валовой региональный продукт по субъектам Российской Федерации в 1998-2010гг. (xls). Росстат.
  3. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/europe
  4. Конституция Российской Федерации. Ст. 5, пп. 1, 2
  5. Конституция Чувашской Республики. Статья 67, п. 2
  6. Конституция Чувашской Республики. Статья 8.
  7. 1 2 3 Андреев В. В., Бойко И. И., Воронов Л. Н., Димитриев А. В., Димитриев В. Д., Долгова А. П., Егоров Л. В., Иванова С. В., Казанков Ю. К., Карягин Ф. А., Кириллов Г. В., Клементьев В. Н., Кондратьев М. Г., Кудров В. Ф., Кузнецов А. И., Мага­рин А. Н., Морозова Н. В. Чувашская Республика.// Чувашская энциклопедия [Электронный ресурс] / Чуваш. гос. ин-т гуманитар. наук, Чуваш. кн. изд-во. — Чебоксары, 2009.
  8. Хөсәйенова Г. Т. Сыуашстан // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. ISBN 978-5-88185-143-9.
  9. Денисов П. В. Этнокультурные параллели дунайских болгар и чувашей / авт. предисл. И. Д. Кузнецов. — Чебоксары: Чуваш. кн. изд-во, 1969. — 176 с.: рис.
  10. Закон ЧР от 13.02.1992 «Об изменении наименования Чувашской Советской Социалистической Республики» 2012 йыл 26 ғинуар архивланған.
  11. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31 Оценка численности постоянного населения Чувашской Республики на 1 января 2016 года и в среднем за 2015 год. Дата обращения: 3 апрель 2016. Архивировано 3 апрель 2016 года.
  12. Карта района. Чебоксарский район Чувашской Республики. Дата обращения: 23 февраль 2011. Архивировано 23 август 2011 года.
  13. 1 2 3 4 5 6 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  14. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, населённых пунктов Чувашской Республики. Дата обращения: 23 март 2015. Архивировано 23 март 2015 года.
  15. 1 2 3 4 5 6 7 Численность населения районов Чувашской Республики. Дата обращения: 23 март 2015. Архивировано 23 март 2015 года.
  16. Электоральный паспорт Янтиковского сельского поселения. Дата обращения: 10 октябрь 2015. Архивировано 10 октябрь 2015 года.
  17. Информационные материалы об окончательных итогах Всероссийской переписи населения 2010 года 2012 йыл 1 июнь архивланған.
  • Браславский Л. Ю. Ислам в Чувашии. Чебоксары, 1997.
  • Иванов В. П., Клементьев В. Н. Образование чувашской автономии: предпосылки, проекты, этапы. Чебоксары, 2010.
  • История родного края: Хрестоматия. Ч. 1 / Сост. Выйкин А. В., Григорьева Г. И., Никитин А. П., Ткаченко В. Г. Чебоксары, 1993.
  • История финансов Чувашии. Т. 1. Чебоксары, 2006.
  • История Чувашии новейшего времени. Кн. 1. 1917—1945 гг. Чебоксары, 2001; Кн. 2. 1945—2005. Чебоксары, 2009.
  • Культура чувашского края: Учебное пособие. Ч. 1 / Иванов В. П., Матвеев Г. Б., Егоров Н. И. и др. / Сост. Скворцов М. И. Чебоксары, 1994.
  • Кураков Л. П., Фёдоров Н. В. Состояние и перспективы развития экономики Чувашской Республики. М., 1997.
  • Национальная государственность чувашского народа: история и современность / Отв. ред. Клементьев В. Н. Чебоксары, 2011.
  • Смирнов Ю. П., Степанов В. Р. Индустриальное развитие Чувашии в 1946—1990 гг. Чебоксары, 1990.
  • Твёрдые полезные ископаемые Чувашской Республики: Геолого-экономическая и стоимостная оценка. Казань, 2003.
  • Ухтияров А. И. Конституционный процесс в Чувашии: практика, проблемы, теория. Чебоксары, 2007.
  • Филиппов В. Р. Чувашия девяностых: Этнополитический очерк. М., 2001.
  • Чувашская Республика. Социокультурный портрет. Чебоксары, 2011.
  • Чувашская Республика: проблемы национально-государственного строительства (история и современность) / Отв. ред. Клементьев В. Н. Чебоксары, 2005.
  • Чувашская энциклопедия. В 4 т. Чебоксары, 2006—2011.