Волга буйы федераль округы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Волга буйы федераль округы
Map of Russia - Volga Federal District.svg
ФО үҙәгеТүбәнге Новгород
Майҙаны1 038 000 км² (Рәсәй халҡының 6,8 % )
Халҡы30 241 581 кеше. (Рәсәй халҡының 21,3 % , 2008 й)
Ҡала халҡы % .70,7
Субъекттар һаны14
Ҡалалар һаны191
Сәнәғәт этештереү күләме1,3 трлн һум. (2002)
Йән башына төшкән табыш2940 һум. (2002)
Президенттың тулы хоҡуҡлы вәкилеИгорь Комаров
Рәсми сайтhttp://www.pfo.ru

Волга буйы федераль округы (рус. Приво́лжский федера́льный о́круг) — 2000 йылдың 13 майында Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән барлыҡҡа килгән административ ойошма. Округка Волганың урта һәм өҫкө ағамынында урынлашҡан, шулай уҡ Урал буйы менән Урал тауҙарының көнбайыш битләүенә ҡараған региондар, һәм Үҙәк Рәсәйҙә урынлашҡан ике регион ҡарай.

Ошо округ Рәсәй Федерацияһының 6,08 % майҙанын биләй.

Хоҡуҡи-административ торошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Федераль округ Рәсәй Федерацияһының административ берәмеге булып хисапланмай, йәғни Рәсәй Федерацияһының субъекты түгел[1].

Халҡы һәм милли составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2002 йылдағы бөтә рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәтенә ҡарағанда Волга буйы федераль округында 30 241 581 кеше, проценттар менән күрһәкәндә дөйөм Рәсәй халҡының 21,3 % тәшкил итә. Күбеһе ҡалаларҙа йәшәй.

Милли состав:[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Урыҫтар: 21 148 120 кеше (67,88 %)
  2. Татарҙар: 4 063 720 кеше. (13,04 %)
  3. Сыуаштар: 1 417 228 кеше (4,55 %)
  4. Башҡорттар: 1 349 633 кеше (4,33 %)
  5. Мордва халҡы: 655 926 кеше. (2,11 %)
  6. Удмурттар: 560 764 кеше (1,8 %)
  7. Марийҙар: 511 919 кеше (1,64 %)
  8. Украиндар: 401 614 кеше (1,29 %)
  9. Ҡаҙаҡтар: 228 016 кеше (0,73 %)
  10. Коми-пермяктар: 106 643 кеше (0,34 %)
  11. Әрмәндәр: 105 073 кеше (0,34 %)
  12. Белорустар: 94 158 кеше (0,30 %)
  13. Әзербайджандар: 84 183 кеше (0,27 %)
  14. Үҙ милләтен күрһәтмәгән кешеләр — 78 535 кеше (0,25 %)
  15. Немец халҡы: 71 460 кеше (0,23 %)
  16. Еврейҙар — 29 618 кеше (0,09 %)


Волга буйы федераль округында дөйөм рәсәй иҫәбен алғанда сәнәгәт етештереүе 23,9 % тәшкил итә — был иң юғары күрһәткес (икенсе урында Үҙэк федераль округ). 2005 йылдың II кварталында, ауыл хужалығы таурҙары етештереү буйынса Волга буйы федераль округы, дөйөм рәсәй кимәленән, 24,7 % ауыл хужалығы таурҙарын етештергән. Был округ 15,3 % инвестициялар йәлеп иткән (дөйөм рәсәй инвестицияларынан).


Иң ҙур ҡалалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Округтың составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Федерация субъекты Флагы Гербы Терри-
торияһы
(км²)
Халыҡ һаны
(2010 й. Иҫәп алыу буйнса)
Админист-
ратив үҙәге
Административ-территорриаль бүленеше
(ОКАТО ярашлы)
ОКАТО коды Муниципаль берәмектәр Эре ҡалалар (үҙәкһеҙ)
     Республикалар
1 Башҡортостан Республикаһы Flag of Bashkortostan.svg Coat of Arms of Bashkortostan.svg 142 947 4 072 100 Өфө 54 район һәм 21 ҡала 80 54 муниципаль район, 9  ҡала округы Нефтекама (ҡала), Октябрьский (ҡала, Башҡортостан), Салауат (ҡала), Стәрлетамаҡ
2 Марий Эл Республикаһы Flag of Mari El.svg Coat of Arms of Mari El.svg 23 400 696 300 Йошкар-Ола 14 районов и 4 города 88 14 муниципальных районов, 3 городских округа подробнее
3 Мордва Республикаһы Flag of Mordovia.svg Coat of arms of Mordovia.svg 26 100 834 800 Саранск 22 района и 7 городов 89 22 муниципальных района, 1 ҡала округы
4 Татарстан Республикаһы Flag of Tatarstan.svg Coat of arms of Tatarstan.svg 67 800 3 786 400 Ҡазан 43 района и 14 городов 92 43 муниципальных района, 2 ҡала округы
5 Удмурт Республикаһы Flag of Udmurtia.svg Coat of arms of Udmurtia.svg 42 100 1 522 700 Ижевск 25 район, 5 ҡала 94 25 муниципаль район
6 Сыуашстан Flag of Chuvashia.svg Coat of Arms of Chuvashia.svg 18 300 1 251 600 Чебоксар 21 район и 9 городов 97 21 муниципальный район, 5 ҡала округы
     Край һәм өлкәләр
7 Пермь крайы Flag of Perm Krai.svg Coat of Arms of Perm oblast.png 160 200 2 635 800 Пермь 33 района и 14 городов 57 42 район, 6 ҡала округы
8 Киров өлкәһе Flag of Kirov Oblast.svg Coat of arms of Kirov Region.svg 120 400 1 341 300 Киров 39 районов и 5 городов 33 39 муниципальных районов, 6  ҡала округы
9 Түбәнге Новгород өлкәһе Flag of Nizhny Novgorod Region.svg Coat of arms of Nizhny Novgorod Region.svg 76 600 3 310 600 Түбәнге Новгород 48 районов и 12 городов 22 48 муниципальных районов, 4  ҡала округы
10 Ырымбур өлкәһе Flag of Orenburg Oblast.svg Coat of arms of Orenburg Oblast.svg 123 700 2 032 900 Оренбург 35 районов и 12 городов 53 35 муниципальных районов, 13  ҡала округы Орск, Боғорослан, Быҙаулыҡ, Ҡыуандыҡ
11 Пенза өлкәһе Flag of Penza Oblast.svg Gerb of Penza region.jpg 43 400 1 386 200 Пенза 28 районов и 5 городов 56 28 муниципальных районов, 5  ҡала округы
12 Һамар өлкәһе Flag of Samara Oblast.svg Coat of Arms of Samara oblast.png 53 600 3 215 700 Һамар 27 районов и 10 городов 36 27 муниципальных районов, 10  ҡала округы
13 Һарытау өлкәһе Flag of Saratov Oblast.svg Coat of Arms of Saratov oblast.svg 101 200 2 521 800 Һарытау 38 районов и 13 городов 63 38 муниципальных районов, 4  ҡала округы
14 Ульяновск өлкәһе Flag of Ulyanovsk Oblast.svg Coat of Arms of Ulyanovsk Oblast.png 37 200 1 292 200 Ульяновск 21 район и 6 городов 73 21 муниципаль район, 4  ҡала округы

Иҫкәртмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Российская Федерация состоит из республик, краев, областей, городов федерального значения, автономной области, автономных округов — равноправных субъектов Российской Федерации (Конституция РФ, ст.5, п.1)