Быҙаулыҡ (Ырымбур өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡала
Быҙаулыҡ
рус. Бузулук
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ырымбур өлкәһе

Ҡала округы

Быҙаулыҡ Ҡала округы

Координаталар

52°46′00″ с. ш. 52°16′00″ в. д.HGЯO

Башлыҡ

Немков Николай Николаевич

Нигеҙләнгән

1736

Ҡала с

1781

Майҙаны

54,42[1] км²

Бейеклеге

70 м

Халҡы

82 816[1] кеше (2011)

Этнохороним

быҙаулыҡсылар, быҙаулыҡсы

Телефон коды

+7 35342

Почта индексы

461040

Автомобиль коды

56

ОКАТО коды

53 412

ОКТМО коды

53 712 000 001

Рәсми сайт

бузулук.рф

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Быҙаулыҡ (Рәсәй)
Быҙаулыҡ
Быҙаулыҡ
Быҙаулыҡ (Ырымбур өлкәһе) (Ырымбур өлкәһе)
Быҙаулыҡ

Быҙаулыҡ (рус. Бузулук) — Ырымбур өлкәһенең көнбайышында урынлашҡан ҡала. Быҙаулыҡ районының административ үҙәге. Ҡала округы район составына инмәй.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡала Ырымбур губернаһының Быҙаулыҡ өйәҙе үҙәге булды. Быҙаулыҡ өйәҙе ҡалаһы (1781 йылда алып) һәм административ үҙәге (1781—1920). 1736 йылда Быҙаулыҡ ҡәлғәһе булараҡ нигеҙ һалынған. 1795 йылда. Быҙаулыҡ 260 йорт иҫәпләнгән, шул иҫәптән дворяндарға 5 йорт ҡараған, хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм отставкалағы чиндарға — 138, канцелярия хеҙмәткәрҙәренә — 8, отставкалағы һәм хеҙмәттәге казактарға — 86, сауҙагәр һәм мещандарға — 18, руханиҙарға — 3, крәҫтиәндәргә — 2 йорт. 1811 йылда 1000 кеше йәшәгән, 1897 — 14471 кеше (урыҫтар — 13180, татарҙар — 847 һәм башҡа). XIX быуат аҙағында халыҡ башлыса сауҙа менән шөғөлләнгән. Йыл һайын 3 йәрминкә ойошторолған. Ҡыңғырау заводы эшләгән. Богородица ҡатын‑ҡыҙҙар һәм Спасо‑Преображение ир‑егеттәр монастыры, 5 сиркәү, 3 класлы ир һәм ҡыҙ балалар өсөн ҡала, 2 мәхәллә училищелары, 2 дауахана булған. 1920 ййылда алып Ырымбур губернаһы составында. 1934 йылға тиклем ҡала Һамар губернаһына һәм Уртаиҙел өлкәһенә ҡараған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 БД ПМО Оренбургской области. Город Бузулук

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]