Һамар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡала
Һамар
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил Рәсәй
Координаталары 53°11′00″ с. ш. 50°07′00″ в. д. / 53.18333° с. ш. 50.11667° в. д. / 53.18333; 50.11667 (G) (O) (Я)Координаталар: 53°11′00″ с. ш. 50°07′00″ в. д. / 53.18333° с. ш. 50.11667° в. д. / 53.18333; 50.11667 (G) (O) (Я)
Ҡала хакимиәте башлығы Виктор Тархов
Нигеҙләнгән 1586
Майҙан 466 км²
Агломерация 1130000
Телефон коды +7 846
Почта индекстары 443xxx
Автомобиль коды 63, 163
ОКАТО коды 80401
Сайт http://city.samara.ru/
Награды Ленин орденыОктябрь Революцияһы ордены
Һамар (Рәсәй)
Һамар

Һамар (урыҫ. Самара) — Волга йылғаһының һул яҡ бейек ярында, Һамар һәм Сок йылғалары тамағында урынлашҡан Рәсәйҙең ҙур ҡалаһы, Һамар өлкәһенең административ үҙәге.

Совет осоронда, 1935 йылдың 27 ғинуарынан 1991 йылдың 25 ғинуарына тиклем дәүләт һәм партия эшмәкәре В. В. Куйбышев хөрмәтенә ҡала Куйбышев тип йөрөтөлдө.

Халҡы 1,135 млн кеше (2009 йылдың 1 ғинуарына). Рәсәй Федерацияһында, Мәскәү, Санкт-Петербург, Новосибирск, Екатеринбург, Түбәнге Новгород ҡалаларынан ҡалышып, 6-сы урында.

Архитектура һәйкәлдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Чапаевҡа һәйкәл[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Чапаевҡа һәйкәл

Чапаевҡа һәйкәл —граждандар һуғышы актив ҡатнашыусы Василий Иванович Чапаевҡа монумент. Һамар академия драма театры алдында майҙаны 1932 йылда ҡуйылған. Копияһы Санкт-Петербургтын С. М. Будённый исемендәге элемтә хәрби академияһы алдында майҙанда урынлашҡан. Дөйөм бейеклеге 4,5 м (постамент бейеклеге 1,3 м һәм скульптур төркөмө бейеклеге — 3 м). Бронза массаһы — 12 тонн.

Тарих. М. Г. Манизер скульпторы эше. Копия Санкт-Петербургта 1942—1943 йылдағы ҡышында ҡуйылды[1]. Композицияның үҙәгендә Василий Иванович Чапаев. Уның янында 7 кеше: башҡорт, комиссар, матрос, һалдат, эшсе, партизан, ҡыҙыл армейсы[2]. Һамарҙыҡы оригинал 1932 йылда Монументскульптура заводында ҡойолған. 1932 йылда Һамарҙа ҡуйылған. Санкт-Петербург өсөн копия 1932—1933 йылда ҡойолған. 2006 йылда Харбинда ул боҙдан эшләнғән.

Аэропорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡаланың төп аэропорты «Рәсәй аэропорттары» холдингҡа инә («Ренова» составында)[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Мемориальная табличка на постаменте памятника
  2. Б. Н. Калинин, П. П. Юревич. Памятники и мемориальные доски Ленинграда. — Л.: Лениздат, 1979. — 519 с.
  3. [ http://www.ar-management.ru/ ]