Эстәлеккә күсергә

Волкова Екатерина Станиславовна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Волкова Екатерина Станиславовна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 16 март 1964({{padleft:1964|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (60 йәш)
Тыуған урыны Һамар, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө патофизиолог
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d]

Волкова Екатерина Станиславовна (16 март 1964 йыл) — патофизиолог. Юғары мәктәп уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2004), профессор (2005).

Екатерина Станиславовна Волкова 1964 йылдың 16 мартында Куйбышев өлкәһендәге Куйбышев (хәҙер Һамар) ҡалаһында тыуған[1]. 1992 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Ошо уҡ ваҡытта, 1989 йылдан алып, Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы Ғилми-тикшеренеү институтында эшләй. 1997 йылдан — 2-се Өфө медицина училищеһында, 2000 йылдан алып Өфө дәүләт авиация техник университетында уҡыта. 2009 йылдан башлап — Башҡорт физик культура институтының кеше морфологияһы һәм физиологияһы кафедраһы мөдире.

Докторлыҡ диссертацияһын «Экспериментальное моделирование патологии печени и механизмы ее коррекции» темаһы буйынса яҡлай[2].

Фәнни тикшеренеүҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни тикшеренеүҙәре кешенең спортта экстремаль һәм патологик хәлен өйрәнеүгә арналған. Е. С. Волкова тарафынан биологик актив матдәләр һәм дарыу препараттары (крезацин, оксиметилурацил һәм башҡалар.) ҡулланып ауыл хужалығы малдарының продуктлылығын арттырыу (Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығында индерелгән); һаулығында кәмселектәре булған спортсыларҙың морфофункциональ торошон тикшереү буйынса тәҡдимдәр эшләнә[1].

136 фәнни хеҙмәт (шул иҫәптән 3 монография); 30 уҡытыу — методик эштәре һәм 1 уйлап табыу авторы[3].

Төп ғилми хеҙмәттәре[1]

Морфофункциональные изменения в печени животных после действия ксенобиотиков. Уфа, 2001 (авторҙаш);

Реактивные изменения в организме животных при патологии. Уфа, 2001 (авторҙаш);

Экспериментальные токсические гепатопатии и их коррекция. М., 2003.