Алексеева Ирина Васильевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ирина Васильевна Алексеева
Тыуған көнө:

16 апрель 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (66 йәш)

Тыуған урыны:

Куйбышев, СССР

Гражданлығы:

СССР СССРРәсәй Рәсәй

Ғилми өлкәһе:

сәнғәт

Эшләгән урыны:

Өфө дәүләт сәнғәт институты

Ғилми дәрәжәһе:

сәнғәт ғилеме докторы

Ғилми исеме:

профессор

Уҡыу йорто:

Гнесиндар ис. МПИ

Images.png Тышҡы һүрәттәр
Image-silk.png Ирина Алексеева

Алексеева Ирина Васильевна (16 апрель 1954, Куйбышев, Куйбышев өлкәһе) — СССР һәм Рәсәй музыка педагогы һәм белгесе. Сәнғәт ғилеме докторы (2006), профессор (2006). Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2017), Башҡортостандың мәғариф отличнигы (2004).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алексеева Ирина Васильевна 1954 йылдың 16 апрелендә Куйбышев ҡалаһында тыуа.

1974 йылда ул Куйбышев музыка училищеһын тамамлай. 1979 йылда Мәскәүҙә Гнесиндар исемендәге Музыка-педагогия институтында уҡып сыға.

1978 йылдан алып Мәскәү өлкәһе Черноголовка ҡасабаһының сәнғәт мәктәбендә уҡытыу эшен алып бара. 1979 йылдан башлап Өфө дәүләт сәнғәт институтында эшләй. 2002 йылдан алып музыка теорияһы кафедраһының мөдире вазифаһын башҡара.

Бер үк ваҡытта 2007 йылдан алып «Проблемы музыкальной науки» журналының яуаплы секретары була.

2003 йылдан алып Өфөлә Башҡортостан йәш композиторҙары төбәк конкурсын үткәреү инициаторы һәм ойоштороусыһы.

2006 йылда Ирина Васильевна сәнғәт ғилеме докторы исемен яҡлай, шул уҡ йылда профессор дәрәжәһен яулай.

2004 йылда Башҡортостандың мәғариф отличнигы, 2017 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исемдәре менән бүләкләне.

Ирина Васильевна ғилми эшмәкәрлеге иң тәүҙә музыкаль поэтикаға һәм семантикаға арналған. Ул 40‑тан ашыу ғилми эш авторы була. Шулар араһында уҡытыу‑методик ҡулланмалар, музыкаль вуздар өсөн музыка семантика буйынса уҡытыу программалары бар.

Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Тематизм бассо‑остинатных жанров в инструментальной музыке западноевропейского барокко. Өфө, 2007

Наградалары һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостандың мәғариф отличнигы (2004)
  • Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2017)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]