Алтын Урҙа

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алтын Урҙа
(Джучи Улусы, Ҙур Улус)
төр. Uluğ Ulus
татар. Олуг Олыс
Флаг
Флаг

Алтын Урҙа 1389 йыл тирәһе
Алтын Урҙа 1389 йыл тирәһе

 Flag of None.svg
1224 — 1483
Баш ҡала

Һарай-Батый
Һарай-Берке

Эре ҡалалары

Һарай-Батый, Ҡазан, Хажитархан, Үвәк һ.б.

Телдәр

башланғыс дәүерҙә: монгол теле

XIII—XIV бб. — ҡыпсаҡ теле[1][2]

артабанғы дәүерҙә: әҙәбиәт нигеҙендә[3][4][5][6][7][8][9][10]

иҫке татар теле[11] һәм ҡайһы бер ярлыҡтарҙа уйғыр теле ҡулланылған.

Дин

тәңрелек, православие (халыҡтың бер өлөшө өсөн), 1320 йылдан ислам

Майҙаны

6 млн км² (1310) тирәһе

Халҡы

төркиҙәр, славяндар, фин-уғырҙар һ.б.[12][13]

Предшественники и преемники
Commons-logo.svg Алтын Урҙа Викимилектә

Алтын Урҙа (Джучи Улусы, төрөк Ҙур Улус — «Бөйөк дәүләт»[14]) — Евразиялағы урта быуат дәүләте.

1224 йылдан 1266 йылға саҡлы Монгол империияһы тәркибендә булған[15].

1266 йылда Мәнгү-Тимер хан осоронда, империя үҙәгенә буйһоноуҙы формаль килеш һаҡлап, тулы үҙаллылыҡҡа өлгәшкән.

1320-се йылдар башында Үзбәк хан дәүерендә ислам дәүләт дине тип иғлан ителгән.

XV быуат уртаһына Алтын Урҙа бер нисә үҙ аллы ханлыҡҡа тарҡалған; уның номиналь рәүештә иң юғары тип һаналған үҙәк өлөшө — Ҙур Урҙа — XVI быуат башында йәшәүҙән туҡтаған.

Атамаһы һәм сиктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Алтын Урҙа» атамаһы Рустә 1566 йылда «Ҡазан тарихы» тигән тарихи-публицистик хеҙмәттә, ул дәүләт күп йылдар элек емерелгәндән һуң, тәүләп ҡулланылған. Быға тиклем бөтөн рус сығанаҡтарында ла «Урҙа» һүҙе «Алтын» сифаты менән ҡулланылмаған. XIX быуаттан башлап термин тарихнамәлә нығынды һәм Джучи улусын йәиһә (контекстан сығып) уның баш ҡалаһы Һарай ҙа ингән көнбайыш өлөшөн тулы итеп атау маҡсатында ҡулланыла.

Алтын Урҙа һәм көнсығыш (ғәрәп-фарсы) сығанаҡтарынан үҙ дәүерендә был дәүләттең берҙәм атамаһы ҡабул ителмәгәнлеге күренә. Ул ғәҙәттә «улус» терминына ниндәйҙер эпитет («Олоғ улус») йәиһә хаким исемен («Беркә улусы»), мотлаҡ хәҙерге заманда идара иткәнен дә түгел, мәҫәлән, элегерәк тәхеттә ултырғанын («Үзбәк, Беркә илдәренең хакимы», «Үзбәк ере хакимы, Туҡтамыш хан илселәре») ҡушып әйткәндәр. Бының менән бер рәттән ғәрәп-фарсы сығанаҡтарында йыш ҡына Дешт-һәм-Ҡыпсаҡ тигән иҫке географик термин ҡулланылған[16]. «Урҙа» һүҙе шул уҡ сығанаҡтарҙа хакимдың ставкаһын (күсереп йөрөтөлгән лагерь) аңлатҡан (ул һүҙҙе «ил» мәғәнәһендә ҡулланыу миҫалдары тик XV быуаттан башлап ҡына күҙәтелә). «Алтын урҙа» һүҙбәйләнешен(фарс. آلتان اوردون, Urdu-i Zarrin), «алтын парад сатыр» мәғәнәһендә, ғәрәп сәйәхәтсеһе Ибн Баттут Үзбәк хандың резиденцияһын тасуирлағанда ҡулланған. Рус йылъяҙмаларында (летопись) «урҙа» һүҙе ғәҙәттә ғәскәр тигәнде аңлатҡан. Ул һүҙҙе ил атамаһы сифатында даими ҡулланыу XIII—XIV быуаттар сигендә (рубеж) башланған, быға тиклем атама сифатында "Татарҙар"тигән термин ҡулланылған[17]. Көнбайыш-европа сығанаҡтарында был илде «Ҡомандар иле», «Ҡомания» йәиһә «татарҙар державаһы», «татарҙар ере», «Татария» тип атау ҡабул ителгән булған[16]. Ҡытайҙар монголдарҙы «татарҙар» (тар-тар) тип атаған[18].

Урҙаның сиктәрен XIV быуаттың беренсе ярты йыллығында йәшәгән ғәрәп тарихсыһы Әл-Ғүмәри былай тип билдәләгән:

Был дәүләттең Джейхун яғынан сиктәре — Хорезм, Сығанаҡ, Сайрам, Яркенд, Дженд, Һарай, Маджар ҡалаһы, Азака-Кака, Аҡса-Ҡәрмән, (Феодосия)Ҡафа, Судак, Саҡсин, Үкәк, Болғар, Себер өлкәһе, Ибир, Башҡурд һәм Сулман…[19]

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Батый, урта быуат ҡытай һүрәте

Джучи Улусының (Алтын Урҙаның) барлыҡҡа килеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сыңғыҙ хандың империияны үҙенең улдары араһында бүлгән 1224 йыл-Джучи Улусының барлыҡҡа килеү ваҡыты. Джучиҙың улы Батуҙың (рус йылъяҙмаларында Батый) Көнбайыш походынан һуң (1236—1242) улус көнбайышҡа табан киңәйгән һәм Түбәнге Волга буйы уның үҙәгенә әйләнгән. 1251 йылда Монгол империяһының баш ҡалаһы Ҡараҡоромда уҙған ҡоролтайҙа бөйөк хан итеп Толуйҙың улы Мүнкә тәғәйенләнә. Батый, «ырыуҙағы өлкән» кеше (аҡа), күрәһең, үҙенең улусында тулы автономияға эйә булыу теләгенән, Мүнкәне хуплаған[20]. Сығатай һәм Үгәҙәй тоҡомдары, джучисылар һәм толуидсыларҙың дошмандары, язаға тарттырылған, ә уларҙан тартып алынған (конфискацияланған) биләмәләрҙе Мүнкә, Батый һәм уларҙың власын таныған башҡа сыңғыҙлылар бүлешеп алған.

Монгол империяһынан айырылып сығыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Батый үлгәндән һуң уның Монголияла Мүнкә хан һарайында йәшәгән улы Һартаҡ тәхет вариҫы тип тәғәйенләнгән. Әммә өйгә ҡайтырға юлға сыҡҡан яңы хан көтмәгәндә вафат булған. Кескәй Улағсы — Батыйҙың икенсе улы хан тип иғлан ителгән[21] (башҡа мәғлүмәт буйынса Һартаҡтың улы, Батыйҙың ейәне[22]). Ләкин ул да тиҙҙән яҡты донъянан киткән.

Беркә (1257—1266), Батыйҙың ҡустыһы, Улус тәхетенә килгән. Беркә йәштән үк ислам динен ҡабул иткән, ләкин был күскенсе күмәк халыҡты исламлаштырыуға килтермәгән, күрәһең, уның сәйәси аҙымы ғына булғандыр. Хакимдың был аҙымы Иҙел Болгары һәм Урта Азиялағы әһәмиәтле ҡала үҙәктәре сауҙа даирәләренең хуплауына килтергән, белемле мосолмандарҙы хеҙмәткә йәлеп итеү мөмкинлеге биргән[23]. Ул идара иткән дәүерҙә ҡала төҙөлөшө әһәмиәтле масштабтарға еткән, урҙа ҡалаларында мәсеттәр, манаралар, мәҙрәсәләр, Ҡарауан- һарайҙар төҙөлгән. Беренсе сиратта, төҙөлөш был ваҡытта Һарай-Беркә, тип йөрөтөлгән (Һарай-Беркәне һәм Һарай аль-Джедидты бәхәсле тиңләүгә урын бар) дәүләттең баш ҡалаһына, Һарай-Батый ҡалаһына, ҡағылған[24]. Баҫып алынғандан һуң аяҡҡа баҫҡан Урта Иҙелдәге (Волга) Болғар ҡалаһы улустың иң мөһим иҡтисади һәм сәйәси үҙәктәренә әйләнгән.

Болғарҙың Собор мәсетенең Ҙур манараһы, 1236 йылдан һуң тиҙ арала төҙөлә башлаған һәм XIII быуат һуңында тамамланған[25]

Беркә Ирандан һәм Мысырҙан ғалимдарҙы, дин белгестәрен, шағирҙарҙы, Хорезмдан — һөнәрселәр һәм сауҙагәрҙәрҙе саҡырған. Көнсығыш илдәре менән сауҙа һәм илселек бәйләнештәре һиҙелерлек йәнләнгән. Яуаплы дәүләт вазифаларына Ирандан һәм ғәрәп илдәренән сыҡҡан юғары белемле кешеләр тәғәйенләнгән, был, әлбиттә, күскенсе монгол һәм ҡыпсаҡ юғары ҡатламының ризаһыҙлығына килтергән. Әммә ризаһыҙлығын әлегә асыҡтан-асыҡ күрһәтмәгәндәр.

Дунай улусының Иҙел улусы менән көрәше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәнгү-Тимер хакимлығы йылдарында (1266—1282) Джучи Улусы үҙәк хөкүмәттән тулыһынса бойондороҡһоҙлоҡ алған. 1269 йылда Талас йылғаһы үҙәнендә уҙған ҡоролтайҙа Мәнгү-Тимер, Бораҡ, Хайду берен-бере бойондороҡһоҙ хаким итеп танығандар һәм, әгәр үҙҙәренең бойондороҡһоҙлоғона ҡул һуҙа ҡалһа, Ҡытайҙа идара иткән бөйөк хан Хубилайға ҡаршы союз төҙөгәндәр[15]

Алтын Урҙала сүкелгән монетала Мәнгү-Тимер тамғаһы

Мәнгү-Тимерҙың вафатынан һуң илдә Нуғай исеме менән бәйләнгән сәйәси көрсөк (кризис) башланған. Нуғай, Сыңғыҙ хандың вариҫтарының береһе, Мәнгү-Тимер идаралығында дәүләттә әһәмиәте буйынса икенсе урында торған бәкләрбәк вазифаһын биләгән. Уның шәхси улусы Алтын Урҙаның көнбайышында (Дунай янында) урынлашҡан булған. Нуғай үҙ дәүләтен төҙөү маҡсатын ҡуйған, Туда-Мәнгү (1282—1287) һәм Тула-Буға (1287—1291) идара иткән йылдарҙа ул үҙенең власына Дунай, Днестр, Узеу (Днепр) буйындағы бик ҙур территорияны буйһондорған.

Нуғайҙың туранан-тура ярҙамы менән һарай тәхетенә Тохта (1291—1312) тәғәйенләнгән. Тәүҙәрәк яңы хаким үҙенең яҡлаусыһын гел тыңлаған, ләкин тиҙ арала, дала аристократияһына таянып, уға ҡаршы сыҡҡан. Оҙайлы көрәш 1299 йылда Нуғайҙың еңелеүе менән тамамланған, һәм Алтын Урҙаның берҙәмлеге аяҡҡа баҫтырылған.

Алтын Урҙаның ҙур үҫеш алыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сыңғыҙсы һарайының кирбес сынаяҡ (изразец) декоры фрагменттары. Алтын Урҙа, Һарай-Батый ҡалаһы. Керамика, ялтырауыҡ быялалы биҙәү, таш биҙәк (мозаика), йүгертелгән алтын. Селитра ҡаласығы. 1980-се йылдарҙағы ҡаҙылмалар. ГИМ

Үзбәк хан (1313—1341) һәм уның улы Жанибәк (1342—1357) идара иткән осорҙа Алтын Урҙа үҙенең ҙур үҫешенә өлгәшкән. 1320-се йылдарҙың башында Үзбәк-хан, «динһеҙҙәрҙе» физик юҡ итеү менән ҡурҡытып, исламды дәүләт дине тип иғлан иткән. Ислам динен ҡабул итергә теләмәгән әмирҙәрҙең[26] фетнәһе аяуһыҙ баҫтырылған. Уның ханлыҡ иткән йылдары ҡаты үс алыу, язалауҙар менән билдәле. Алтын Урҙаның баш ҡалаһына барырға тейешле кенәздәр, унда үҙ үлемен табыу ҡурҡынысынан, балаларына рухи васыят, атай нәсихәттәрен яҙып ҡалдырғандар. Уларҙың бер нисәһе унда, ысынлап та, үлтерелгән. Үзбәк Һарай әл-Джәдид («Яңы һарай») ҡалаһын төҙөгән, ҡарауан сауҙаһын үҫтереүгә күп иғтибар биргән. Сауҙа юлдары хәүефһеҙ генә түгел, төҙөк тә булған. Урҙа Көнбайыш Европа, Кесе Азия илдәре, Мысыр, Һиндостан, Ҡытай менән йәнле сауҙа мөнәсәбәттәрендә булған. Үзбәктән һуң рустар, «мәрхәмәтле», тип йөрөткән уның улы Жанибәк хан тәхеткә ултырған[27].

«Бөйөк солғаныш (замятня)»[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

"Мамай алышы тураһында хикәйәт"кә миниатюра

.

1359 йылдан 1380 йылға саҡлы алтын урҙа тәхетендә 25-тән артыҡ хан алмашынған, ә күп улустар бойондороҡһоҙ булырға тырышҡан. Рус сығанаҡтарында был осор "Бөйөк солғаныш (замятня)"тигән атама алған.

Джанибәк хан тере саҡта әле (1357 йылдан алдараҡ) Мәнгү-Тимер Шибан Улусы ханы тип иғлан ителгән[28]. Ә 1359 йылда Берҙебәк ханды (Джанибәктең улын) үлтереү Батуидтар династияһын юҡҡа сығарған, был хәл һарай тәхетенә Джучилар көнсығыш тармағынан төрлө претенденттарҙы килтергән. Үҙәк властың тотороҡһоҙлоғонан файҙаланып, Урҙаның ҡайһы бер өлкәләре, Шибан Улусы һымаҡ, үҙҙәренең хандарын ҡуйған.

Ялған исемдә йөрөүсе (самозванец) Көлпәнең Урҙа тәхетенә хоҡуғын үлтерелгән хандың кейәүе һәм бер үк ваҡытта бәкләрбәге төмәнсе Мамай тарафынан шундуҡ шикләнеп ҡабул ителгән. Нәтижәлә Мамай, Үзбәк хан дәүерендәге күренекле Исәтәй әмирҙең ейәне, Урҙаның көнбайыш өлөшөндә, Иҙелдең (Волганың) уң яҡ ярына саҡлы ерҙәрҙә, үҙ аллы улус булдырған. Сыңғыҙсы булмағанлыҡтан, Мамай хан титулын йөрөтә алмаған, шуның өсөн Батыйҙар ырыуынан булған марионетка-хандар эргәһендә бәкләрбәк вазифаһы менән генә силәнгән.

Шибан Улусы хандары, Мәнгү-Тимер вариҫтары, Һарайҙа нығынып ҡалырға тырышҡандар. Хакимдар калейдоскоп тиҙлеге менән алыштырылғанлыҡтан, улар ысынлап нығынырға өлгөрмәгән. Иҙел буйы сауҙагәрҙәренә көслө хан власы кәрәкмәгәнлектән, хандарҙың яҙмышы сауҙагәрҙәр юғары ҡатламының илтифатлығына, күңел ятышына ныҡ бәйләнгән булған.

Мамайҙың өлгөһөндә әмирҙәрҙең башҡа вариҫтары ла шулай уҡ үҙаллылыҡҡа ынтылыш белдергән. Диңгеҙ-Буға, ул да Исәтәйҙең ейәне, үҙаллы Һырдаръялағы улусын булдырырға тырышҡан. 1360 йылда Диңгеҙ-Буғаға ҡаршы баш күтәреп, уны үлтергән Джучидтар, үҙҙәренең араһынан хан иғлан итеп, барыбер уның сепаратизм сәйәсәтен дауам иткән.

Салчен, шул уҡ Исәтәйҙең өсөнсө ейәне һәм шул уҡ ваҡытта Джанибәк хандың да ейәне, Хажи-Тарханды яулап алған. Хөсәйен-Суфый, Нангудай әмирҙең улы һәм Үзбәк хандың ейәне 1361 йылда Хорезм бойондороҡһоҙ улусына нигеҙ һалған[29]. 1362 йылда литва кенәзе Ольгерд Днепр йылғаһы бассейнындағы ерҙәрҙе яулап алған.

Алтын Урҙалағы солғаныш, Мавераннахр — Мәүераннаһр әмире Тамерлан ярҙамы менән Туҡтамыш сыңғыҙсылары 1377—1380 йылдарҙа, башта Урус-хан улдарын ҡыйратып, Һырдаръя улустарын, ә һуңынан, Мамайҙың Мәскәү кенәзлеге (Вожала еңелеү (1378)) менән туранан-тура конфликтынан файҙаланып, Һарай тәхетен баҫып алғас ҡына, туҡтатыла. Туҡтамыш 1380 йылда Куликов ҡаты алышынан һуң Мамай йыйған ғәскәр ҡалдыҡтарын Калка йылғаһы буйында ҡыйратҡан[30][31].

Туҡтамыш хакимлығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Туҡтамыш (1380—1395) хакимлыҡ иткән йылдарҙа болалар туҡтатылған һәм үҙәк власть яңынан Алтын Урҙаның бөтөн төп территорияһын контролдә тотҡан. 1382 йылда хан Мәскәүгә поход ойошторған һәм урҙа ҡаҙнаһына яһаҡ түләтеүҙе яңынан тергеҙгән. Хәле нығынып алғас, Туҡтамыш алдараҡ союз мөнәсәбәттәрендә торған урта азия хөкөмдары Тамерланға ҡаршы сыҡҡан. 1391—1396 йылдарҙағы һәләкәтле походтары Һөҙөмтәһендә Тамерлан Туҡтамыштың ғәскәрен Теректа ҡыйратҡан (1395), иҙел буйы ҡалаларын, шул иҫәптән Һарай-Беркәне, Ҡырым ҡалаларын һ.б. яулап алған һәм емергән. Алтын Урҙа, ҡабат аяҡҡа баҫа алмаҫлыҡ булып, емертелгән.

Алтын Урҙаның тарҡалышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XIV быуаттың 60-сы йылдарынан, Бөйөк солғаныш (замятня) дәүеренән, Алтын Урҙа тормошонда мөһим сәйәси үҙгәрештәр булып үткән. Дәүләттең тарҡалыуы аҡрынлап башланған. Улус үҙәгенән алыҫыраҡ ятҡан идарасылар ысынбарлыҡта үҙаллылыҡ алған, айырым алғанда, 1361 йылда Урҙа-Эджен улусы үҙаллылыҡ алған. Әммә 1390-сы йылдарға тиклем Алтын Урҙа әле бер бөтөн дәүләт булып ҡалған, ләкин Тамерлан менән һуғышта еңелгәндән һуң һәм иҡтисади үҙәктәр таланғандан һуң, 1420-се йылдарҙан башлап тарҡалыу процесы шәбәйгән.

1420-се йылдар башында Себер ханлығы, 1428 йылда — Үзбәк ханлығы, шунан Ҡазан (1438), Ҡырым (1441) ханлығы, Нуғай Урҙаһы (1440-сы) һәм Ҡаҙаҡ ханлығы (1465) барлыҡҡа килгән[32]. Кесе Мөхәммәт хан үлгәндән һуң Алтын Урҙа берҙәм дәүләт булыуҙан туҡтаған.

Джучисылар дәүләттәре араһында төп дәүләт булып формаль рәүештә Оло Урҙа һаналған. 1480 йылда Оло Урҙа ханы Әхмәт Иван III-нөң буйһоноуын талап иткән, ләкин был тырышлыҡ уңышһыҙ тамамлана, һәм Русь тулыһынса татар-монгол иҙеүенән ҡотолған. 1481 йылдың башында, ставкаһына себер һәм нуғай атлыларының һөжүм итеүе һөҙөмтәһендә, Әхмәт үлтерелгән. Уның балалары осоронда, XVI быуат башында, Оло Урҙа йәшәүҙән туҡтаған.

Дәүләт ҡоролошо һәм административ бүленеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күскенсе дәүләттәрҙең традицион ҡоролошона ярашлы, Джучи Улусы 1242 йылдан һуң ике: уң (көнбайыш) һәм һул (көнсығыш) ҡанатҡа бүленгән. Батый Улусы уң ҡанаты, Өлкәне, тип һаналған. Монголдар көнбайышты аҡ төҫ менән күрһәткән, шуның өсөн Улус Батый Улусы Аҡ Урҙа (Ак Орда) тип аталған[33]. Уң ҡанаты көнбайыш Ҡаҙағстан, Иҙел буйы, Төньяҡ Ҡаф тауы территорияларын, дон һәм днепр далаларын, Ҡырымды үҙ эсенә алған. Һарай-Батый уның үҙәге булған.

Джучи Улусының Һул ҡанаты уң ҡанатына буйһонған хәлдә булған, ул үҙәк Ҡаҙағстандың ерҙәрен һәм Һырдаръя йылғаһы үҙәнен биләгән. Монголдарҙа көнсығыш күк төҫ менән билдәләнгән, шуның өсөн һул ҡанат Күк Урҙа (Кок Орда) тип йөрөтөлгән. Һул ҡанаттың үҙәге Урҙа-Баҙар булған. Унда хан итеп Батыйҙың өлкән ағаһы Урҙа-Эджен тәғәйенләнгән.

Ҡанаттар, үҙ сиратында, Джучиҙың улдары биләгән улустарға бүленгән. Башта бындай улустар 14-кә яҡын булған. 1246—1247 йылдарҙа көнсығышҡа сәйәхәт иткән Плано Карпини, ҡуналҡаларын күрһәтеп, Урҙала түбәндәге лидерҙарҙы: Днепрҙың көнбайыш ярында Куремсаны, көнсығышта Мауциҙы, дон далаларында Батыйҙың һеңлеһенә өйләнгән Картанды, Иҙелдә (Волга) Батыйҙың үҙен һәм Яйыҡтың (Урал йылғаһы) ике ярында ике мең башын күрһәткән. Беркәнең ерҙәре Төньяҡ Ҡаф тауында булған, ләкин 1254 йылда Батый был биләмәләрҙе үҙенә тартып алған, Беркәгә Иҙелдән көнсығышҡа күсергә бойорған[34][35].

Тәүҙәрәк улустарға бүлеү тотороҡһоҙлоҡ менән айырылып торған: биләмәләр башҡаларға бирелгән һәм сиктәрен үҙгәрткән. XIV быуат башында Үзбәк хан ҙур административ-территориаль реформа уҙғарған: Джучи Улусы башында хан тарафынан тәғәйенләнгән улус әмирҙәре (улусбәктәр) торған 4 эре улусҡа, Һарай, Хорезм, Ҡырым һәм Дешт-һәм-Ҡыпсаҡ улустарына, бүленгән[36]. Бәкләрбәк иң төп улусбәк булған. Вәзир әһәмиәте буйынса артабанғы юғары дәрәжәле түрә (сановник) булған. Ҡалған ике вазифаны айырым юғары дәрәжәле йәиһә ниндәйҙер уңышҡа өлгәшкән сановник биләгән. Ошо дүрт өлкә башында төмәнсе торған 70 ваҡ биләмәгә (төмәнгә) бүленгән[16].

Улустар улус тип аталған тағы ла вағыраҡ биләмәләргә бүленгән. Һуңғылары биләмә хужаһының рангыһына (төмәнсе, мең башы, йөҙ башы, ун башы) бәйләнгән төрлө дәүмәлдәге административ-территориаль берәмектән торған[16].

Һарай-Батый (хәҙерге Әстерхан янында) Батый осоронда Алтын Урҙаның баш ҡалаһы булған; XIV быуаттың беренсе яртыһында баш ҡаланы (хәҙерге Волгоград ҡалаһы янында хан Беркә (1255—1266) төҙөгән) Һарай-Беркәгә күсергәндәр. Үзбәк хан дәүерендә Һарай-Беркәнең атамаһын Һарай Әл-Джәдид тип үҙгәрткәндәр.

Армия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урҙа ғәскәрендә алышта уҡсыларҙың хәрәкәтсән (мобиль) атлы массаларын ҡулланған традицион тактиканы файҙаланған атлы ғәскәр өҫтөнлөк иткән. Уның үҙәгендә, нигеҙҙә урҙа хакимының гвардияһын тәшкил иткән юғары ҡатламдан торған ауыр ҡораллы отрядтар торған. Алтын урҙа яугирҙарынан тыш, хандар ғәскәренә буйһондоролған халыҡтарҙан һалдаттар, Иҙел буйы,Ҡырым һәм Төньяҡ Ҡаф тауынан ялланған һуғышсылар алғандар. Урҙа яугирҙары бик оҫта ҡулланған төп ҡорал йәйә булған. Беренсе тапҡыр уҡтар менән һөжүм иткәндән һуң күмәк һөңгө атакаһында һөңгө ҡулланыу ҙа киң таралған булған. Йөҙлө ҡоралдарҙың иң популяры палаш һәм ҡылыс булған. Һуҡма-ярсыҡлаусы ҡорал да: суҡмар, шестопёрҙар, һуҡҡыс-чекандар, клевецтар, киҫтән ҡулланғандар.

Урҙа яугирҙары араһында ламелляр һәм ламинар металдан панцирь, XIV быуаттан — һайман (кольчуга) һәм түңгәләкле-пластинкалы боронғо хәрби кейем һәм ҡорал (доспехи) киң таралған булған. Иң киң таралған боронғо хәрби кейем (доспех) эстән металл пластиналар (куяк) менән көсәйтелгән хатангу-дегель булған. Шуға ҡарамаҫтан, урҙалылар ламелляр панцирҙарҙы файҙаланыуын дауам иткәндәр. Монголдар бригантин тибындағы доспехтар менән файҙаланған. Ҙур көҙгөләр, муйынсаҡтар, беләҙектәр (наручи) һәм бысаҡ яндары (поножи) таралған булған. Ғәмәлдә меч-ҡылыстар сабля-ҡылыстар тарафынан ҡыҫырыҡлап сығарылған. XIV быуат һуңында ҡоралдар араһында пушкалар барлыҡҡа килгән. Урҙа яугирҙары ялан нығытмаларын, айырып алғанда ҡайһы бер хәрби-техник асыштар — арбалеттар ҡуллана башлағандар.

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алтын Урҙала төрөк (ҡыпсаҡтар, иҙел болғарҙары, хорезмийлылар, башҡорттар һ.б.), славян, фин-уғыр (мордва, сирмештәр, вотяктар һ.б.), төньяҡ ҡаф таулылар (ястар, аландар, черкастар һ.б.) халыҡтар йәшәгән.[13] Аҙсылыҡта булған монгол юғары ҡатламы урындағы төрөк халҡы араһында тиҙ арала ассимиляцияланған. XIV б. һуңына — XV б. башына Алтын Урҙаның күскенсе халҡы «татарҙар» этнонимы менән билдәләнгән[13][37].

Алтын Урҙала иҙел татарҙарының, ҡырым, себер татарҙарының этногенезы формалашҡан.[37] Алтын Урҙаның көнсығыш ҡанаты төрөк халҡына ҡараған хәҙерге ҡаҙаҡтар, ҡарағалпаҡтар һәм нуғайҙарҙың нигеҙен тәшкил иткән.

Ҡалалар һәм сауҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дунайҙан Иртышҡа тиклемге ерҙәрҙә XIV быуаттың беренсе яртыһында күтәрелеш кисергән көнсығыш матди мәҙәниәтенә хас тышҡы күренешле 110 ҡала үҙәге табыштары археологик рәүештә теркәлгән. Алтын Урҙа ҡалаларының дөйөм һаны, моғайын, 150-гә яҡын булғандыр.[38] Ҡарауан сауҙаһының ҙур үҙәге башлыса Һарай-Батый, Һарай-Беркә], Үвәк, Болғар, Хажи-Тархан, Бельджамен, Ҡазан, Джукетау, Маджар, Мохши, Азак (Азов), Ургенч һ.б. ҡалаларында урынлашҡан булған.

Генуэзлыларҙың Ҡырымдағы (Готия капитанлығы) һәм Дон тамағындағы сауҙа колониялары Урҙа тарафынан буҫтау, Туҡыма|туҡыма һәм етен киндере, ҡорал, ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре, зәргәр (ювелир) әйберҙәр, аҫыл таштар, тәмлекәстәр, хуш еҫле ыҫмала (ладан), иләп эшкәртелгән йәнлек тиреләрен, күн, бал, балауыҙ, тоҙ, иген, урман, балыҡ, ыуылдырыҡ, зәйтүн майы һәм ҡолдар|ҡолдар һатыу өсөн файҙаланғандар.

Ҡырым сауҙа ҡалаларынан көньяҡ Европаға ғына түгел, шулай уҡ Урта Азияға, Һиндостанға һәмҠытайға сауҙа юлдары башланған. Урта Азияға һәм Иранға илткән сауҙа юлдары Волгабуйлап уҙған. Волга-дон кәмәләрҙе һөйрәп сығарған урын (переволока) аша Дон менән, уның аша Аҙау һәм Ҡара диңгеҙҙәр менән бәйләнеш булдырылған.

Дәүләттең тышҡы һәм эске сауҙа мөнәсәбәттәре Алтын Урҙа сүкеп сығарған аҡсалар: көмөш дирхәмдәр, баҡыр пулдар һәм һумдар менән тәьмин ителгән.

Хөкөмдарҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алтын Урҙа башлыҡтары тәүге әҙерҙә Монгол империяһы бөйөк ҡағанының хакимлығын танығандар.

  1. Джучи, Сыңғыҙ хандың улы (1224—1227)
  2. Батый (1208 йыл тирәһе—1255 йыл тирәһе), Джучиҙың улы (1227—1255 йыл тирәһе), орлоҡ[39] (йыһангир) Улустың Йекэ Монголы (1235—1241)
  3. Һартаҡ, Батыйҙың улы (1255/1256)
  4. Улагчи, Батыйҙың улы (йәиһә Һартаҡтың улы) (1256—1257) Батыйҙың тол ҡалған ҡатыныБоракчин-ҡатын регентлығында
  5. Беркә, Джучиҙың улы (1257—1266)
  6. Мүнкә-Тимер, Туҡандың улы, Батыйҙың ейәне (1266—1269)

Хандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Мүнкә Тимер (1269—1282), Алтын Урҙаның Монгол империяһына буйһонмаған беренсе ханы
  2. Туда Мәнгү (1282—1287)
  3. Тула Буға (1287—1291)
  4. Тохта (1291—1312)
  5. Үзбәк хан (1313—1341)
  6. Тинебәк (1341—1342)
  7. Джанибәк (1342—1357)
  8. Берҙебәк (1357—1359), Батый ырыуының һуңғы вәкиле
  9. Көлпә (1359йылдың авгусы—1360 йылдың ғинуары)
  10. Науруз хан (1360 йылдың ғинуар-июне)
  11. Хызыр хан (1360 йылдың июне—1361 йылдың авгусы), Орда-Эджен ырыуының беренсе вәкиле
  12. Тимер-Хужа хан (1361 йылдың август—сентябре)
  13. Урҙамәлик (1361 йылдың сентябрь—октябре), Тоҡа-Тимур ырыуының беренсе вәкиле
  14. Килдебәк (1361 йылдың октябре—1362 йылдың сентябре)
  15. Мурад хан (1362 йылдың сентябре—1364 йылдың көҙө)
  16. Мир Пулад (1364 йылдың көҙө—1365 йылдың сентябре), Шибан ырыуының беренсе вәкиле
  17. Азиз шәйех (1365 йылдың сентябре—1367)
  18. Абдуллах хан (1367—1368)
  19. Хәсән хан, (1368—1369)
  20. Абдуллах хан (1369—1370)
  21. Мөхәммәт Булаҡ хан (1370—1372), Толонбәк-ханым регентлығында
  22. Урус-хан (1372—1374)
  23. Черкес-хан (1374 йыл—1375 йыл башы)
  24. Мөхәммәт Булаҡ хан (1375 йылдың башы—1375 йылдың июне)
  25. Урус-хан (1375 йылдың июнь—июле)
  26. Мөхәммәт Булаҡ-хан (1375 йылдың июле—1375 йылдың аҙағы)
  27. Ҡағанбәк (Айбек хан) (1375 йылдың һуңы—1377)
  28. Арабшах (Ҡары-хан) (1377—1380)
  29. Туҡтамыш (1380—1395)
  30. Тимер Ҡотлоғ (1395—1399)
  31. Шаҙыбәк (1399—1408)
  32. Пулад-хан (1407—1411)
  33. Тимер хан (1411—1412)
  34. Джалал әд-Дин хан (1412—1413)
  35. Кәримбирҙе (1413—1414)
  36. Кәпәк (1414)
  37. Чокре (1414—1416)
  38. Джаббар-Бирҙе (1416—1417)
  39. Дәрүиш хан (1417—1419)
  40. Ҡәҙербирҙе (1419)
  41. Хажи Мөхәммәт (1419)
  42. Оло Мөхәммәт (1419—1423)
  43. Бараҡ хан (1423—1426)
  44. Оло Мөхәммәт (1426—1427)
  45. Бараҡ хан (1427—1428)
  46. Оло Мөхәммәт (1428)
  47. Кесе Мөхәммәт (1428)
  48. Оло Мөхәммәт (1428—1432)
  49. Кесе Мөхәммәт (1432—1459)

Бәкләрбәктәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Нуғай, Джучиҙың бүләһе, бәкләрбәк (1256—1267, 1280—1300)
  • Иҡсар (Илбаҫар), Тохтаның улы, бәкләрбәк (1299/1300—1309/1310)[40]
  • Ҡотлоғ Тимер, бәкләрбәк (1309/1310—1321/1322 йылдар тирәһе)[41]
  • Алау, Джанибәктең бәкләрбәге
  • Мамай, бәкләрбәк (1357—1359, 1363—1364, 1367—1369, 1370—1372, 1377—1380)
  • Едигей, Манғыт Балтысаҡ бәктең улы, бәкләрбәк (1395—1419)
  • Мансур бей, Едигейҙың улы, бәкләрбәк (1419)
  • Наурус бей, Олоғ Мөхәммәт һәм Кесе Мөхәммәт эргәһендәге бәкләрбәк.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. ДОКУМЕНТЫ->ЗОЛОТАЯ ОРДА->ПИСЬМА ЗОЛОТООРДЫНСКИХ ХАНОВ (1393-1477)->ТЕКСТ
  2. Григорьев А. П. Официальный язык Золотой Орды XIII-XIV вв.//Тюркологический сборник 1977. М, 1981. С.81-89."
  3. Татарский энциклопедический словарь. — Казань: Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 1999. — 703 с., илл. ISBN 0-9530650-3-0
  4. Фасеев Ф. С. Старотатарская деловая письменность XVIII в. / Ф. С. Фасеев. – Казань: Тат. кн. издат., 1982. – 171 с.
  5. Хисамова Ф. М. Функционирование старотатарской деловой письменности XVI-XVII вв. / Ф. М. Хисамова. – Казань: Изд-во Казан. ун-та, 1990. – 154 с.
  6. Письменные языки мира, Книги 1-2 Г. Д МакКоннелл, В. Ю. Михальченко Академия, 2000 Стр. 452
  7. III Международные Бодуэновские чтения: И.А. Бодуэн де Куртенэ и современные проблемы теоретического и прикладного языкознания : (Казань, 23-25 мая 2006 года) : труды и материалы, Том 2 Стр. 88 и Стр. 91
  8. Введение в изучение тюркских языков Николай Александрович Баскаков Высш. школа,, 1969
  9. Татарская энциклопедия: К-Л Мансур Хасанович Хасанов, Мансур Хасанович Хасанов Ин-т Татарской энциклопедии, 2006 Стр. 348
  10. История татарского литературного языка: XIII-первая четверть XX в Институт языка, литературы и искусства (ИЯЛИ) имени Галимджана Ибрагимова Академии Наук Республики Татарстан изд-во Фикер, 2003
  11. http://www.mtss.ru/?page=lang_orda Э. Тенишев Язык межнационального общения золотоордынской эпохи
  12. Атлас истории Татарстана и татарского народа М.: Издательство ДИК, 1999. - 64 с.: илл., карт. под ред. Р. Г. Фахрутдинова
  13. 13,0 13,1 13,2 Историческая география Золотой Орды в XIII—XIV вв. Автор: В. Л. Егоров Издательство: Либроком Год: 2009
  14. Золотая Орда 2011 йылдың 23 октябрь көнөндә архивланған.
  15. 15,0 15,1 Почекаев Р. Ю. Правовое положение Улуса Джучи в Монгольской империи 1224—1269 гг.. — Библиотека «Центральноазиатского исторического сервера». Дата обращения: 17 апрель 2010. Архивировано 23 август 2011 года. 2011 йылдың 8 август көнөндә архивланған.
  16. 16,0 16,1 16,2 16,3 См.: Егоров В. Л. Историческая география Золотой Орды в XIII—XIV вв. — М.: Наука, 1985.
  17. Султанов Т. И. Как улус Джучи стал Золотой Ордой 2015 йылдың 24 сентябрь көнөндә архивланған..
  18. Мэн-да бэй-лу (полное описание монголо-татар) Пер. с кит., введ., коммент. и прил. Н. Ц. Мункуева. М., 1975, с. 48, 123—124.
  19. В. Тизенгаузен. Сборник материалов, относящихся к истории Орды (стр. 215), арабский текст (стр. 236), русский перевод (Б. Греков и А. Якубовский. Золотая Орда, стр. 44).
  20. Вернадский Г. В. Монголы и Русь = The Mongols and Russia / Пер. с англ. Е. П. Беренштейна, Б. Л. Губмана, О. В. Строгановой. — Тверь, М.: ЛЕАН, АГРАФ, 1997. — 480 с. — 7000 экз. — ISBN 5-85929-004-6.
  21. Рашид ад-Дин. Сборник летописей / Пер. с персидского Ю. П. Верховского, редакция проф. И. П. Петрушевского. — М., Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1960. — Т. 2. — С. 81.
  22. Джувейни. История завоевателя мира // Сборник материалов, относящихся к истории Золотой Орды. — М., 1941. — С. 223. Прим. 10.
  23. Греков Б. Д., Якубовский А. Ю. Часть I. Образование и развитие Золотой Орды в XIII—XIV вв. // Золотая Орда и её падение. — М.—Л., 1950.
  24. Егоров В. Л. Историческая география Золотой Орды в XIII—XIV вв. — М.: Наука, 1985. — С. 111—112.
  25. Соборная мечеть. — Сайт «Болгарского государственного историко-архитектурного музея-заповедника». Дата обращения: 17 апрель 2010. Архивировано 23 август 2011 года.
  26. Шабульдо Ф. М. Земли Юго-Западной Руси в составе Великого княжества Литовского 2011 йылдың 11 сентябрь көнөндә архивланған.
  27. Н. Веселовский. Золотая орда // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  28. Сабитов Ж. М. Генеалогия Джучидов в 13-18 веках // Генеалогия Торе. — Алма-Ата, 2008. — С. 50. — 1000 экз. — ISBN 9965-9416-2-9.
  29. Сабитов Ж. М. Указ. соч. — С. 45.
  30. Карамзин Н. М. История государства Российского.
  31. Соловьёв С. М. История России в древнейших времён.
  32. Р. Ю. Почекаев. Суд и правосудие в Золотой Орде. 2012 йылдың 26 март көнөндә архивланған.
  33. Существует точка зрения, что деление на Белую Орду и Синюю Орду относится только к восточному крылу, обозначая, соответственно, улус Орды-Эджена и улус Шибана.
  34. Гийом де Рубрук. Путешествие в Восточные страны.
  35. Егоров В. Л. Историческая география Золотой Орды в XIII-XIV вв. — М.: Наука, 1985. — С. 163-164.
  36. Егоров В. Л. Глава четвёртая. Административно-политическое устройство Золотой Орды // Историческая география Золотой Орды в XIII—XIV вв. / Отв. редактор В. И. Буганов. — М.: Наука, 1985. — 11 000 экз.
  37. 37,0 37,1 «Атлас истории Татарстана и татарского народа» М.: Издательство ДИК, 1999. — 64 с.: илл., карт. под ред. Р. Г. Фахрутдинова
  38. В. Л. Егоров. Историческая география Золотой Орды в XIII—XIV вв. Москва «Наука» 1985 г. с — 78, 139
  39. Монгол империяһы армияһының Баш командующийы
  40. Селезнёв Ю. В. Элита Золотой Орды. — Казань: Издательство «Фэн» АН РТ, 2009. — С. 9, 88. — 232 с.
  41. Селезнёв Ю. В. Элита Золотой Орды. — С. 116—117.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Карпини, Джованни Плано, Гийом де Рубрук. История Монголов. / Путешествие в восточные страны. — СПб.: 1911.
  • Греков Б. Д., Якубовский А. Ю. Золотая Орда и её падение. — М., Л.: Издательство АН СССР, 1950.
  • Егоров В. Л. Историческая география Золотой Орды в XIII—XIV вв. / Отв. редактор В. И. Буганов. — М.: Наука, 1985. — 11 000 экз.
  • Закиров С. Дипломатические отношения Золотой Орды с Египтом / Отв. редактор В. А. Ромодин. — М.: Наука, 1966. — 160 с.
  • Исхаков Д. М., Измайлов И. Л. Этнополитическая история татар в VI — первой четверти XV века. — Казань: Институт истории Академии наук Татарстана, 2000.
  • Карышковский П. О. Куликовская битва. — М., 1955.
  • Кулешов Ю. А. Производство и импорт оружия как пути формирования золотоордынского комплекса вооружений // Золотоордынская цивилизация. Выпуск 3. — Казань: Изд. «Фэн» АН РТ, 2010. — С. 73-97.
  • Кульпин Э. С. Золотая Орда. — М.: Московский лицей, 1998; М.: URSS, 2007.
  • Мыськов Е. П. Политическая история Золотой Орды (1236—1313 гг.). — Волгоград: Издательство Волгоградского государственного университета, 2003. — 178 с. — 250 экз. — ISBN 5-85534-807-5.
  • Сафаргалиев М. Г. Распад Золотой Орды. — Саранск: Мордовское книжное издательство, 1960.
  • Фёдоров-Давыдов Г. А. Общественный строй Золотой Орды. — М.: Издательство Московского университета, 1973.
  • Фёдоров-Давыдов Г. А. Религия и верования в городах Золотой Орды. 2016 йылдың 4 октябрь көнөндә архивланған..
  • Волков И. В., Колызин А. М., Пачкалов А. В., Северова М. Б. Материалы к библиографии по нумизматике Золотой Орды // Федоров-Давыдов Г. А. Денежное дело Золотой Орды. — М., 2003.
  • Широкорад, А. Б. Русь и Орда. М.: Вече, 2008.
  • Рудаков, В. Н. Монголо-татары глазами древнерусских книжников середины XIII—XV вв. М.: Квадрига, 2009.
  • Трепавлов, В. В. Золотая Орда в XIV столетии. М.: Квадрига, 2010.
  • Каргалов, В. В. Свержение монголо-татарского ига. М.; УРСС, 2010.
  • Почекаев Р. Ю. Цари ордынские. СПб.: Евразия, 2010.
  • Каргалов, В. В. Конец ордынского ига. 3-е изд. М.: УРСС, 2011.
  • Каргалов, В. В. Монголо-татарское нашествие на Русь. XIII век. 2-е изд. М.: Либроком, 2011 (Академия фундаментальных исследований: история).
  • Тулибаева Ж. М. «Улус-и арба-йи Чингизи» как источник по изучению истории Золотой Орды // Золотоордынская цивилизация. Сборник статей. Выпуск 4. — Казань: Институт истории им. Ш.Марджани АН РТ, 2011. — С. 79-100.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]