Тоҡбуға
Тоҡбуға | ||
| ||
---|---|---|
1312 — 1313 | ||
Үлгән: | 1313 |
Тоҡбуға (рус. Баджир Тук-Буга, Бадчкыр Токбуга; ? — 1313 йыл) — Алтын Урҙаның дәүләт һәм хәрби эшмәкәре. Алтын Урҙа хакимы (1312—1313).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тоҡбуға сығышы менән башҡорттарҙан. Бөйөк бей була.
Тоҡтағу (Тоҡта) хан хакимлығы осоронда Һырдаръя буйында диктатор итеп тәғәйенләнә.
«Сыңғыҙнамә»гә ярашлы, 1312 йылда Тоҡтағу (Тоҡта) хан вафат булғас, Алтын Урҙа тәхетен Тоҡбуға биләй.
Уның исеме Үтәмеш Хажиның «Сыңғыҙнамә»һендә «Баджир Туҡбуға», Хажи Абдулғафарҙың «Умдет әл-Тәуарих»ында «Баджар Туҡбуға», ә Ғәли Желайырҙың «Жами әл-Тауарих» әҫәрендә «Бадчҡыр Туҡбуға» тип яҙылған. Был боронғо әҫәрҙәрҙә ырыу-ҡәбиләгә бәйлелек шәхси исем алдына ҡуйылған һәм бөтә исемдең бер өлөшө булып тора.
Туҡбуға өлкән бей, әмир була. Көнсығыш сығанаҡтар хәбәр итеүенсә ул Тоҡтағу хан кеүек мәжүси булып, боттарға табынған. «Та’рих ал-Бирзали» әҫәренә ярашлы, был заманда «уйғыр» һүҙенең «буддист» мәғәнәһендә ҡулланылған.
«Сыңғыҙнамә»гә ярашлы, Алтын Урҙа юлбашсылары Ҡыйат Исәтәй менән Сиджут Алатай йәш Үзбәкте алып ҡайтып, 1313 йылда уны тәхеткә ултырталар, ә Тоҡбуғаны үлтерәләр. Артабан улар күп кенә әмир һәм аҡһөйәктәрҙе, буддистарҙы юҡ иткәндәр. Һуңынан ислам динен дәүләт дине булараҡ ҡабул ителгән. Шул уҡ ваҡытта башҡа көнсығыш сығанаҡтар буйынса, Тоҡтағу хандың улы Илбаҫар мосолман булған, әммә ул атаһынан иртәрәк вафат булған һәм хан үҙенең тәхетен ейәненә — Илбаҫарҙың улына мираҫ итеп ҡалдырған. Был осраҡта Тоҡбуға бәләкәй хан эргәһендә регент ролен үтәгән. Ә Үзбәк хан һәм уның ярандары хан тәхетен баҫып алыуҙы аҡлау өсөн күптәрҙе кафыр тип иғлан итеп, уларҙы юҡ иткәндәр.
Тарихта роле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сыңғыҙхан нәҫеленән бумаған Баджир Тоҡбуғаның Алтын Урҙа ханы тип иғлан итеү — был дәүләт тарихында берҙән-бер билдәле прецедент. В. П. Юдин билдәләүенсә, Волга һәм Яйыҡ йылғалары араһында башҡорттарҙың мөһим роль уйнаған. Шулай итеп, башҡорттарҙың вәкиле ҡыҫҡа ваҡытҡа булһа ла Алтын Урҙа ханы була[1].
Үзбәк хан хакимлығынан һуң (1313—1341) Башҡортостанда берҙән-бер хаким йөҙөндәге власть вертикале булыуы тураһында бер ниндәй ҙә хәбәр юҡ, ә һуңыраҡ башҡорт ҡәбиләләренең бейҙәре генә теркәлә. Әйтергә кәрәк, Алтын Урҙа ҡеүәтенең иң юғары нөктәһенә еткән хан Башҡортостанда урындағы династияны юҡҡа сығарған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Исянгулов Ш. Н. Утемиш-хаджи и хан Золотой Орды из башкир // Проблемы востоковедения : журнал. — 2009. — № 2 (44). — С. 73—78. — ISSN 2223-0564.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әхмәтзәки Вәлиди Туған. Башҡорттар тарихы. — Өфө: Китап, 2005. — С. 123. — 304 с.
- Утемиш-хаджи. Чингиз-наме / Факсимиле, перевод, транскрипция, текстологические примечания, исследование В. П. Юдина. — Алма-Ата: Гылым, 1992. — С. 64.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тук Буга // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.