Эстәлеккә күсергә

Үзбәк хан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Үзбәк хан
татар. Үзбәк хан, ﺋوﺯﺒﻪﻙ
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Алтын Урҙа
Юань[1]
Тыуған көнө 1282[2]
Тыуған урыны Алтын Урҙа
Вафат булған көнө 1341
Вафат булған урыны Старый Сарай[d], Алтын Урҙа
Атаһы Тогрулджа[d]
Бер туғандары Кончака[d][3][4][5]
Хәләл ефете Тайдула[d]
Балалары Тинибек[d], Джанибек[d][1] һәм Абдуллах[d]
Нәҫеле Сыңғыҙиҙар
Һөнәр төрө хаким
Биләгән вазифаһы Хан (дәрәжә)
 Үзбәк хан Викимилектә
Үзбәк
татар. Үзбәк хан, ﺋوﺯﺒﻪﻙашҡ. Үзбәк хан, ﺋوﺯﺒﻪﻙашҡ. Үзбәк хан, ﺋوﺯﺒﻪﻙ
Үзбәк
Джучи Олоҫо ханы (Алтын Урҙа)
1313 — 1341
Алдан килеүсе: Тохта
Дауамсы: Тинебәк
 
Дине: ислам
Тыуған: ок. 1283
Алтын Урҙа
Үлгән: 1341({{padleft:1341|4|0}})
Старый Сарай[d], Алтын Урҙа
Нәҫел: Чингизидтар
Атаһы: Тоғрол
Ҡатыны: Баялун
Тайдула
Балалары:

Тимербәк
Тинебәк
Йәнебәк
Толонбәк
Иринбәк
Туғдыбәк

Хызыр-бәк

Үзбәк, ислам титулы — Солтан Гийас әд-Дин Мөхәммәт (башҡ. Үзбәк, ﺋوﺯﺒﻪﻙ, ҡаҙ. Өзбек, яҡынса 1283 — 1341) — 1313 йылдан Джучи Олоҫо (Алтын Урҙа)[6][7][8][9]; Тоғрол улы (Тоғролша, Тоғролсы), Менге-Тимерҙең унынсы улы; Тохта хан туғаны.

Алтын Урҙаның иң ҡеүәтле сағы Үзбәк хакимлығы осорона тура килә. рус йылъяҙмаларында Алабуға, Азбяк, Озбяк булараҡ билдәле.

XIV—XV быуаттарҙа ғәрәп-фарсы авторҙарының күбеһе Үзбәк ханды (ғәр./фарс. اوزبك خان) дәүләт эшмәкәре һәм кеше булараҡ һүрәтләй. 1333 йылда уның менән шәхсән осрашҡан Ибн Баттута ханға бик юғары баһа бирә: «Донъялағы иң бөйөк һәм иң ҡеүәтле ете батшаның береһе ул». Тарихсы-хроникасы әл-Муфаддаль: «… Был йәш кеше матур ҡиәфәтле, яҡшы холоҡлы, мөләйем мосолман, ҡыйыу һәм ғәййәр». Географ һәм тарихсы әл-Айни: «Ул батыр һәм ҡыйыу, диндар һәм тәҡүәле, хоҡуҡ белгестәрен хөрмәт итә, ғалимдарҙы ярата, уларҙы тыңлай белә [кәңәштәрен], уларға ышана, мәрхәмәтлелек күрһәтә, шәйехтәрҙә була һәм уларға ҡарата изгелек эшләй»[10].

Әл-Бирзали, мәҫәлән, былай тип яҙа: «Был батша [Тохта] вафат булғандан һуң тәхеткә утыҙ йәшлек йәш кеше — Үзбәк хан ултыра. Ул ислам динен тота, аҡылы, матур ҡиәфәте һәм һомғол буй-һыны менән айырылып тора». Икенсе урында шундай юлдар бар: «матур ҡиәфәтле, күркәм тәбиғәтле, һоҡланғыс мосолман һәм ҡыйыу егет». Әз-Заһаби ла уның тураһында үҙ фекерен әйтә: «…ҡыйыу батыр, ыҫпай ҡиәфәтле, бик күп әмирҙәрҙе һәм күрәҙәселәрҙе юҡ иткән мосолман». Хатта хулагуид тарихсыһы Вассаф, Үзбәк хан менән дуҫлыҡ мөнәсәбәтендә булмаһа ла уның тураһында бик күп маҡтау һүҙҙәре әйтеп ҡалдыра: «Хан улы Үзбәк бик тәҡүәле булды, — ти ул, — Тоглуҡ улы, Токтай улы, Мәнге-Тимер улы Аллаһы Тәғәләгә иман килтергән, шул уҡ ваҡытта батшаларға хас күркәмлелекә эйә»[11].

Үзбәк исеменең төркиҙәрҙән сығыуы һәм Урта Көнсығышта Сыңғыҙхан походтарына тиклем үк ошо исемдәге кешеләрҙең булыуы билдәле. Был исем Усама ибн Мункызаның (вафаты 1188 й.) "Өгөт-нәсихәт китабы"нда ла осрай; Иранда Һалйоғоттар осоронда булған ваҡиғаларҙы һүрәтләгәндә автор шундай билдәләмә ҡалдыра: хаким Хәмәдан Бурһыҡ ғәсҡәрҙәре етәкселәренең береһе 1115—1116 йылдарҙа «ғәскәр әмире» Үзбәк — Мосул хакимы була[12]. Рәшит әт-дин мәғлүмәттәре буйынса, Тәбриздә идара иткән Илдегизид төрки династияларының һуңғы вәкиленең исеме Үзбәк Мозафар (1210—1225)[13] була.

Власҡа килеү һәм исламды таратыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үзбәк хан Тохта хандың ағаһы йәки ҡустыһының улы. Тохтаның улы Иҡсар (Илбаҫар, Илбаҫмыш) ҡеүәтле көскә эйә булған әмир Ҡаҙаҡтың тырышлығы менән хан тип иғлан ителә, ә Ҡаҙаҡ үҙе баш вәзир булып ҡала. Ләкин 1313 йылдың ғинуарында Үзбәк хан бикләрбәк Ҡотло-Тимер менән бергә мәрхүм Тохта хандың яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашыу өсөн Гүргәнжгә килә һәм Иҡсар менән Ҡаҙаҡты үлтерә. Аҙаҡ Үзбәк Ҡотло-Тимер һәм атаһының ҡатыны Баялун ярҙамында Алтын Урҙала хакимлыҡты үҙ ҡулына ала[14].[15].

Үзбәк батша тәхетенә ислам яҡлылар ярҙамында ултыра. Был ваҡиғанан байтаҡ ваҡыт алда тәхет өсөн сәмле көрәш бара, сөнки күсмә тормошта йәшәүселәрҙең аҡһөйәктәре Урҙа тәхетендә Тохтаның вариҫын, традицион йолалар һәм тәңрелек яҡлыны күрергә теләй. Шуға ла ислам яҡлылар ярҙамында тәхеткә ултырған Үзбәккә һигеҙ йыл буйы Төньяҡ Арҡала (Дәште-Ҡыпсаҡта) йәшәргә тура килә. 1313 йылдың ғинуарында Үзбәк хан тәхеткә ултыра. Тик 1320 (1321) йылда ғына Баб Арыҫлан Йәнге-Аты тоҡомонан һәм уның вариҫы Сәйет-Атынан ислам динен рәсми рәүештә ҡабул итә. Баб Арыҫлан дини даирәлә ныҡ танылған суфый, төрки ҡәбиләләре идеологы Әхмәт Йәсәүиҙең остазы була.

XV быуаттың аноним авторы «Шәжәрә әл-әт-төрк» (төркиҙәр шәжәрәһе) яҙмаһында Үзбәк хандың һигеҙ йыл буйы Дәште-Ҡыпсаҡта йәшәүе һәм шунан һуң ғына ислам динен ҡабул итеүе тураһында бәйән итә[16]:

Хан булғас, Үзбәк Ҡотло-Тимер[17] талабы буйынса ислам динен ҡабул итә (Симеон йылъяҙмаһында шундай юлдар бар: «тәхеткә ултырҙы һәм басурманға әйләнде») һәм Мөхәммәт исемен ала. Ислам динен дәүләт дине итеп индерергә тырышыу Урҙа аҡһөйәктәре яғынан ҡаршылыҡҡа осрай. Оппозиция етәкселәре Тунғуз, Таз һәм Ҡотло-Тимер Һарайы әмире Үзбәк алдына шундай шарт ҡуя: «Һин беҙҙән күндәмлек, бер һүҙһеҙ буйһоноу көтәһең, ә беҙҙең ниндәй динде тотоуыбыҙҙа, ҡайһы Аллаға баш эйеүебеҙҙә һәм Сыңғыҙхандың законын һәм уставынан баш тартып, ғәрәп диненә күсеүебеҙҙә һинең ни эшең бар?», — тиҙәр улар. Әммә иҫке монгол йолалары һәм дине яҡлылар — әмирҙәр һәм уларҙың улдары язалап үлтерелә. 120 сыңғыҙиҙарҙың язаланыуы тураһында хәбәр ителә[18].

Үзбәк хан ҡаты ҡуллы хаким була һәм сик буйындағыларҙың кем менәндер бәйләнеш урынлаштырырға тырышыуын аяуһыҙ баҫтыра. Ул рус дәүләтендәге баҫҡаҡлыҡты (һалым йыйыу менән шөғөлләнеүселәр) бөтөрә, һалым йыйыу һәм уны Урҙаға ебәреү хоҡуғы рус кенәздәренә тапшырыла.

Үзбәк хан Урҙалағы эске низағтарҙы бөтөрөүгә һәм дәүләтте юғары кимәлгә күтәреүгә өлгәшә. XIV быуат башында ул эре административ-территориаль реформа үткәрә, уға ярашлы Джучи Олоҫының уң ҡанаты дүрткә бүленә: Һарай, Хорезм, Ҡырым һәм Дәште Ҡыпсаҡ, хан олоҫ әмирҙәрен (улусбәк) тәғәйенләй, шуға ла ҡаты хакимлыҡ вертикале барлыҡҡа килә, ә был, үҙ сиратында, Волга буйын, Хорезм, Ҡырым һәм Ҡыпсаҡ далаһын бер һүҙһеҙ уға буйһоноу мөмкинлеген тәьмин итә.

Алтын Урҙаның иң ҡеүәтле сағы Үзбәк хан хакимлыҡ иткән осорға тура килә. Был дәүер мәҙәни күтәрелеш һәм киң масштабта ҡала төҙөлөшөн алып барыу менән билдәләнелә. Яңы баш ҡала — Һарай әл-Йәдид төҙөлә. Хан сауҙаны үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. Каруан юлдарының хәүефһеҙ булыуы, уларҙы төҙөкләндереү тәьмин ителә. Урҙа Көнбайыш Европа илдәре, Кесе Азия, Мысыр, Һиндостан, Ҡытай менән йәнле сауҙа алып бара.

рус кенәздәре менән мөнәсәбәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Михаил Ярославич Тверской Үзбәк хан янында
В. П. Верещагин һүрәте
Үзбәк хандың үлеме. Лицевой йылъяҙма китабынан.

1317 йылда Үзбәк хан Мәскәү кенәзе Юрий Даниловичҡа һеңлеһе Кончакты кейәүгә бирә, хатта уға православие диненә күсергә рөхсәт итә, һөҙөмтәлә ул бөйөк кенәз Михаил Ярославич Тверской менән һуғышта ярҙамға иҫәп тота. Үзбәк хан Юрийға Урҙаның Ҡаугады етәкселегендәге отрядын бирә, әммә Михаил Ярославич Бортенев алышында берләштерелгән татар-монгол ғәскәрҙәрен ҡыйрата. Кончактың Тверҙә әсирлектә үлемендә Юрий Михаилды ғәйепләй, Кончакты ағыулап үлтергәндәр, тип аңлата ул Үзбәккә. Михаил Тверской Урҙаға саҡыртыла һәм ошонда Үзбәктең бойороғо буйынса үлтерелә.

«Үзбәк хан хакимлыҡ иткәндә уның ҡушыуы буйынса Урҙала биш бөйөк рус кенәзе үлтерелә: бөйөк кенәз Михайло Ярославич Тверской һәм уның ике улы, бөйөк кенәз Дмитрий Михайлович һәм уның ҡустыһы бөйөк кенәз Александр Михайлович, бөйөк кенәз Василий Рязанский, бөйөк кенәз Иван Ярославич Рязанский; өс удель кенәзе: кенәз Александр Новосельский, бөйөк кенәз Михаил Ярославич Тверскойҙың ейәне кенәз Федор Александрович һәм кенәз Федор Иванович Стародубский. Ошо уҡ Үзбәк хан заманында Урҙала бөйөк кенәз Дмитрий Михайлович Тверской бөйөк кенәз Юрий Данилович Московскийҙы үлтерә. Үзбәк хан Урҙала бөйөк кенәздәрҙән һәм удель кенәздәрҙән түғыҙ кешене үлтерә» (Лицевой йылъяҙма йыйынтығы).

Михаил Тверскойҙың улы Александр Мәскәү кенәзе Иван Калита менән һуғышыуын туҡтатмай, 1327 йылғы ихтилалда ҡатнаша. Шул ихтилал ваҡытында Тверь һуғышсылары Урҙа илсеһе Щелканды һәм уның һаҡсыларын тулыһынса ҡырып һала. Үзбәк хан, был турала белгәс, ныҡ асыулана һәм Мәскәү кенәзен килтереүҙәрен талап итә. Башҡа мәғлүмәт буйынса, Калита, Тверҙағы ваҡиғаны үҙ файҙаһына бороу өсөн Урҙаға килә. Үзбәк уға кенәзлек итеү ярлығы һәм 50 000 яугирҙан торған ғәсҡәр бирә. 1327 йылда Калита Суздаль отрядтары менән бергә Тверь ғәсҡәрен ҡыйрата, ихтилалды аяуһыҙ рәүештә баҫтыра һәм Тверь кенәзлеген бөлгөнлөккә төшөрә. Ошонан һуң Үзбәк Төньяҡ-Көнсығыш Русь территорияһын (Бөйөк Владимир кенәзлеген) ике өлөшкә бүлә, береһен Иван Калитаға, икенсеһен әллә ни билдәле булмаған, Суздаль кенәзе Александр Васильевичҡа бирә, уның вафатынан һуң 1331 йылда бөтә кенәзлек Иван Калитаға тапшырыла.

Александр Михайлович Тверской, Үзбәк хандың асыуынан ҡотолоу өсөн, Бөйөк Литва кенәзлегенә ҡаса. 1337 йылда ул ханға килеп ярлыҡауын үтенә. Үзбәккә кенәздең ҡыйыулығы оҡшай, һәм ул уны ғәфү итә. Әммә 1339 йылдың 29 октябрендә Иван Калитаның ошағы арҡаһында Александр һәм уның улы язалап үлтерелә.

1340 йылда яһаҡ түләргә теләмәгән Смоленск кенәзе Иван Александровичҡа Үзбәк ғәскәр ебәрә, шулай итеп Смоленск ере талана.

Үзбәк хан бик әүҙем тышҡы сәйәсәт алып барыуға ҡарамаҫтан, дәүләт территорияһы үҙгәрештәр кисермәй. Хан поляктарҙың Галиция-Волынь кенәзлеге яулап алыуына юл ҡуймаҫҡа тырыша. 1337 йылда берләшкән рус-урҙа ғәскәре Люблинға һуғыш менән бара. Артабан Галицын бояры Дмитр Дедко үтенесе буйынса король Казимир III-кә ҡаршы Үзбәк 40 меңлек ғәскәр ебәрә, әммә ул Вислала[19] тар-мар ителә.

Джучидтарҙың традицион сәйәсәтен дауам итеп, Үзбәк Кавказ аръяғы территорияларына дәғүә итә. 1318/1319, 1325 һәм 1335 йылдарҙа Урҙа ғәсҡәрҙәре Ширван и Арранға бәреп инә, ләкин һиҙелерлек уңышҡа өлгәшә алмай. Бикләрбәк Ҡотло-Тимер был һуғышҡа ҡаршы була, һуғыш сауҙаны һәм Урҙаның эске тотороҡлолоғон ҡаҡшатыр, тип уйлай ул.

Үзбәк хан Византия, Һиндостан, Көнбайыш Европа илдәре менән дипломатик мөнәсәбәттә йәшәй, Мысыр мәмлүктәре менән дә бәйләнештәр тергеҙелә. Хан Византия императоры Кесе Андроник II-нең ҡыҙына өйләнә, шулай уҡ Мысыр солтаны ән-Насыр Мөхәммәткә үҙенең ағаһының ҡыҙы Тулунбайҙы[20] кейәүгә бирә. Тиҙҙән солтан был ҡатынан айырып ебәрә, ә Үзбәктең (737/1336—1337) солтан ҡыҙҙарының береһенә өйләнергә теләүе тураһындағы үтенесенән ән-Насыр, ҡыҙҙарым бәләкәй әле, тип кире ҡаға[21]. Шуға ҡарамаҫтан, был ике мосолман иле араһындағы мөнәсәбәттәрҙе бик тығыҙ дуҫлыҡ ептәре бәйләй, — тип һыҙыҡ өҫтөнә ала солтан ән-Насырҙың сәркәтибе Ибн-Фадлуллах әл-Ғүмәри.

Үзбәк хан бер ни тиклем ваҡыт Византия менән яҡшы мөнәсәбәттә була. Әммә Андроник II хакимлығы аҙағына мөнәсәбәттәр ҡырҡа насарая. 1320—1324 йылдар тирәһендә Үзбәк-хан ғәсҡәре Фракияға баҫып инә һәм уны сираттағы тапҡыр талап сыға.

1341 йылда Үзбәк хан үлгәндән һуң Алтын Урҙала власть бик ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа уның улы Тинебәккә күсә.

  1. 1,0 1,1 1,2 Китайская биографическая база данных (ингл.)
  2. Beg Öz // NUKAT — 2002.
  3. Узбек (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1902. — Т. XXXIVа. — С. 610.
  4. А. Э. Кончака (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1895. — Т. XVI. — С. 149.
  5. Агафия, ханша монгольская (урыҫ) // Русский биографический словарь.СПб.: Русское историческое общество, 1896. — Т. 1. — С. 54.
  6. Узбек — хан Золотой Орды и положение в русских княжествах и соседних странах — Литве и Польше (1312—1341 годы) 2014 йыл 2 апрель архивланған.
  7. Encyclopedia of Mongolia and Mongol Empire, see: Golden Horde
  8. Mihail-Dimitri Sturdza, Dictionnaire historique et Généalogique des grandes familles de Grèce, d’Albanie et de Constantinople (English: Great families of Greece, Albania and Constantinople: Historical and genealogical dictionary) (1983), page 373
  9. Saunders, John Joseph. The history of the Mongol conquests. — University of Pennsylvania Press, 2001. — ISBN 978-0-8122-1766-7.
  10. Период могущества. Узбек-хан 2011 йыл 6 апрель архивланған.
  11. Личность Узбек-хана 2012 йыл 1 март архивланған.
  12. Усама ибн Мункыз. Книга назидания. пер. Ю. И. Крачковского. М. Изд-во восточной литературы, 1958, c.134
  13. Рашид ад-Дин Сборник летописей. Т.1., кн.1. М., 1952
  14. Селезнёв Ю. В. Элита Золотой Орды. — С. 199.
  15. Абу Бакр ал-Кутби ал-Ахари. Тарих-и шейх Увейс / Пер. М. Д. Кязимова и В. З. Пириева. — Баку: Элм, 1984. — С. 100.
  16. Родословие тюрков. Шаджарат ал-атрак
  17. Из летописи Бедреддина Элайни // Сборник материалов, относящихся к истории Золотой Орды / Пер. Тизенгаузен В. Г.. — СПб.: Типография Императорской Академии Наук, 1884. — Т. 1: Извлечения из сочинений арабских. — С. 515.
  18. Из «Продолжения Сборника летописей» // Сборник материалов, относящихся к истории Золотой Орды / Пер. В. Г. Тизенгаузена. — М.: Издательство АН СССР, 1941. — Т. 2. — С. 141.
  19. Пашуто В. Т. Образование Литовского государства / Отв. редактор Л. В. Черепнин. — М.: Издательство АН СССР, 1959. — С. 391. — 2500 экз.
  20. К вопросу о происхождении и составе узбеков Шейбани-хана. Оригинал: Труды академии наук Таджикской ССР. Том XII. 1953. — C.3-37 2012 йыл 3 март архивланған.
  21. [См. извлечения из (Арабская графика — А. Р.) «Книги летописи султанов, царей и войск», анонимного автора, заключающей жизнеописание султана ал-Малик-ан-Насыра Мухаммеда, в том же «Сборн. матер.», стр. 254 ар. текста и стр. 262—263 рус. перев.]
  • Вернадский Г. В. Монголы и Русь = The Mongols and Russia / Пер. с англ. Е. П. Беренштейна, Б. Л. Губмана, О. В. Строгановой. — Тверь, М.: ЛЕАН, АГРАФ, 1997. — 480 с. — 7000 экз. — ISBN 5-85929-004-6.
  • Греков Б. Д., Якубовский А. Ю. Золотая Орда и её падение. — М., Л.: Издательство АН СССР, 1950.
  • Егоров В. Л. Историческая география Золотой Орды в XIII-XIV вв. / Отв. редактор В. И. Буганов. — М.: Наука, 1985. — 11 000 экз.
  • Закиров С. Дипломатические отношения Золотой Орды с Египтом / Отв. редактор В. А. Ромодин. — М.: Наука, 1966. — 160 с.
  • Камалов И. Х. Отношения Золотой Орды с хулагуидами / Пер. с турецкого и науч. ред. И. М. Миргалеева. — Казань: Институт истории им. Ш. Марджани АН РТ, 2007. — 108 с. — 500 экз. — ISBN 978-5-94981-080-4.
  • Костюков В. П. Историзм в легенде об обращении Узбека в ислам // Золотоордынское наследие. Материалы Международной научной конференции «Политическая и социально-экономическая история Золотой Орды (XIII-XV вв.)». 17 марта 2009 г. : Сб. статей. — Казань: Издательство «Фэн» АН РТ, 2009. — В. 1. — С. 67-80.
  • Почекаев Р. Ю. Цари ордынские. Биографии ханов и правителей Золотой Орды. — СПб.: ЕВРАЗИЯ, 2010. — 408 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-91852-010-9.
  • Селезнёв Ю. В. Элита Золотой Орды. — Казань: Издательство «Фэн» АН РТ, 2009. — С. 199-201. — 232 с.
  • Юрченко А. Г. Какой праздник отметил хан Узбек в июне 1334 г. // Золотоордынское наследие. Материалы Международной научной конференции «Политическая и социально-экономическая история Золотой Орды (XIII-XV вв.)». 17 марта 2009 г. : Сб. статей. — Казань: Издательство «Фэн» АН РТ, 2009. — В. 1. — С. 109-126.