Сыңғыҙхан
Сыңғыҙхан (монгол телендә — Чингиз хаан, үҙ исеме — Темуджин; 1162 йылдар тирәһе — 1227 йылдың 18 авгусы) — донъя тарихында иң ҙур империя — Монгол империяһын нигеҙләүсе.
Темуджин төньяҡ-көнсығыш Азияның күсмә ҡәбиләләрен берләштереп, Сыңғыҙхан исемен алғандан һуң, сит илдәрҙе баҫып алыу сәйәсәтен башлай. Үҙ ғүмере эсендә ул Азияның күпселек өлөшөн баҫып алыуға өлгәшә.
Бала сағы һәм ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тыуыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Темуджин 1162 йылдар тирәһендә Монгол ҡәбиләһендә Бурхан Халдун тауы, Онон һәм Керулен йылғалалары эргәһендә, Монголияның хәҙерге баш ҡалаһы Улан-Баторҙан йыраҡ түгел урында тыуа. Монгол тарих китабы буйынса, ул ҡулында ҡан төйөрө менән тыуа, был уның киләсәктә ҙур юлбашсы булыуына ишара була. Уның атаһы Есугей — тайчиут ҡәбиләһе нойондарының береһе — һәм әсәһе Оэлундың тәүге улдары була.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Темуджиндың атаһы яғынан туғандары — Хабул хан, Амбахай, Хотол хан — монгол ҡәбиләһенең хандары була. 1161 йылда, Цзинь династияһы — ул ваҡытта Азияла иң ҡеүәтле империя Ҡытайҙа хаким иткән династия — үҙ ҡурсауын монголдарҙан татарҙарға күсергәс, татарҙар Хабул ханды үлтерә. Сыңғыҙҙың атаһы Есугей (Боржигиндарҙың нойоны, Амбахай һәм Хотол хандың ҡустыһы) Монгол ҡабиләләренең юлбашсыһы булып ҡалҡып сыға, әммә уның хакимлығына Амбахайҙың тура вариҫы тайчиуттар ҡаршы сыға.
Бала сағы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]9 йәшлек сағында Темуджин атаһы менән унгират ҡәбиләһенә, буласаҡ ҡатыны Бортеның ғаиләһенә бара. Унгират ерҙәренән кире ҡайтҡан ваҡытта, уның атаһы оҙаҡ ваҡыт дауамында дошманлашҡан күрше татарҙар тарафынан ағыулана. Есугейҙың ырыуы йәш ырыу башлығының хакимлығын таныуҙан баш тарта, уларҙың малын ҡыуып, ғаиләһен ташлап китә. Оэлун балалары менән далала бөтөнләй яҡлауһыҙ ҡала.
Темуджин һәм уның ғаиләһе бер нисә йыл бик ярлы, төрлө емештәр менән, Темуджин һәм уның ағалары, ҡустылары ара-тирә һунарҙар ваҡытында алып ҡайтҡан ваҡ йәнлектәр менән туҡланып йәшәй.
1182 йылда Темуджин ғаиләһенең йыраҡ туғаны Таргутай-Кирилтух, Есугей үлгәндән һуң, уның ерҙәренә хужа булып ала. Ә Темуджинды, үс алыуынан ҡурҡып, әсирлеккә ала һәм үҙенең ҡоло итә. Темуджиндың муйынына баш өсөн урын ҡалдырып, ике таҡтаны ҡуша бәйләп кейҙерәләр. Әммә Темуджин һаҡсыһы, Чилаундың (һуңынан ул Сыңғыҙхандың ғәскәр башлыҡтарының береһе булып китә) атаһы ярҙамы менән, байрам ваҡытында ҡоллоҡтан ҡаса, үҙен ҡыуып килгән һыбайлыларҙан йылғала ҡаялар аҫтында йәшенеп ҡала.
Шул йылдарҙа Сыңғыҙхандың буласаҡ тоғро дуҫтары Джелме һәм Боорчу уға ҡушыла.
Берләштереү сәйәсәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урта Азия халҡы Темуджин йәшәгән осорҙа бер нисә ҡәбиләгә бүлгеләнгән була. Йыш ҡына был ҡәбиләләр бер береһенә ҡаршы барымталар, ҡарымталар менән барып, бер-береһен талар була.
Темуджиндың әсәһе Оэлун уны ҡырыҫ шарттарҙа тере ҡалырға өйрәтә, Монголияның сәйәси хәле менән таныштыра, башҡа ҡәбиләләр менән берлек кәрәклеген дә аңлатыусы була, әсәһенең һабаҡтары уның ҡәбиләләрҙе берләштереү сәйәсәтен башлауына булышлыҡ итә.
16 йәштәр тирәһендә, Темучин үҙенә йәрәшелгән Бортеға өйләнә. Уларҙың өйләнешеүенән һуң күп тә үтмәй, Бортены меркеттәр урлай һәм ул меркет һуғышсыларының береһенә ҡатынлыҡҡа бирелә. Темуджин ҡатынын ҡайтарыу өсөн ярҙам һорап, кирәйҙәр ханы, атаһының туғандаш дуҫы — андаһы Тоорилға бара. Тоорил үҙенең ҡәбиләһенән 20 000 һуғышсы йыя һәм шулай уҡ Темуджиндың баласаҡ дуҫы — андаһы, был ваҡытҡа джарджират ҡәбиләһенең ханына әйләнгән Джамуханы саҡыра. Был йыйылма ғәскәр меркеттәрҙе ҡыйрата һәм Темуджин ҡатынын әсирлектән ҡотҡара. Бортеның улы Жуси тыуғандан һуң, уның атаһы Темуджин булыуында күптәр, шул иҫәптән Темуджин үҙе лә шикләнә. Шулай ҙа, Темужин артабан, йола буйынса, бер нисә ҡатын алғас та, Борте уның төп ҡатыны булып ҡала.
Темуджин Тоорил хан менән берләшкәндән һуң, ҡеүәт йыя башлай. Уның нүкәрҙәре ла, малдары ла ишәйә. Меркеттәргә ҡаршы яуҙан һуң Джамуха менән Темуджин берҙәм урҙала йәшәй башлай, әммә оҙаҡ та тормай, Темуджин үҙенең нүкәрҙәре менән айырылып китә. Был ваҡытта Джамуханың ҡайһы бер нүкәрҙәре лә Темуджинға ҡушыла. Был андаларҙың аралары боҙолоуына сәбәпсе була.
Джамуха менән Темуджиндың тәүге бәрелешенә Джамуханың ҡустыһы Тайчарҙың ултерелеүе һылтау була. Тайчар дуҫтары менән Темуджин көтөүенән аттарҙы ҡыуып алып китергә маташа, был ваҡытта көтөүселәрҙен береһе Тайчарҙы уҡ менән атып үлтерә. Джамуха Темуджиндан ҡустыһының үлтереүсеһен уға биреүен талап итә, һәм кире яуап алып, яу менән килә. Был яу ваҡытында Темуджин еңелә һәм уның ғәскәре ярайһы ғына хәлһеҙләнә.
Унан һуңғы яуҙа — 1196 йылда Тоорил хан менән берлектә, Ҡытайҙан Цзинь ғәскәренә ҡушылып, татарҙарға ҡаршы барғанда, улар татарҙарҙы ҡыйратып, мул табыш алып ҡайтыуға өлгәшә. Цзинь хакимдары татарҙарҙы еңеү хөрмәтенә Темуджинға ҡытай титулы — Джаутхури, Тоорилға Ван титулын бирә. Темуджин үҙенең Ҡытай хакимдарынан алған титулын бер тапҡыр ҙа ҡулланмай, Тоорил иһә был яуҙан һуң Ван-Хан исемен йөрөтә.
1197—1198 йылдарҙа Тоорил менән Темуджиндың аралары боҙола башлай. Шул йылдарҙа көнсығыш Монголияның ҡеүәтле найман ҡәбиләһе ханы Инанча хан үлеп китә, хандың ике улы Буйрук хан һәм Таян хан араһыда вариҫлыҡ өсөн ыҙғыш ҡуба. Ошо ыҙғыштан файҙаланып, Ван-Хан, Джамуха, Темуджин Буйрук ханға ябырыла һәм уның ғәскәрен ҡыйрата, тик кире ҡайтҡан саҡта, найман ғәскәре юлдарын ҡамай. Иртән яу асырға һөйләшәләр, әммә, Джамуха менән Ван-Хан, Темуджиндың найман ғәскәрҙәренән ҡырылыуын теләп, төндә Темуджиндың ғәскәрен ҡалдырып ҡаса. Темуджин был хәйләне аңлап ҡала, яу асмайынса, сигенә һәм эҙен яҙҙыра. Найман ғәскәрҙәре, Темуджинды эҙәрлекләү урынына, Ван-Ханға ябырыла. Ван-Хан, ауыр яуҙы күтәрә алмай, ярҙам һорап Темуджинға мөрәжәғәт итә. Темуджин Тоорилға ярҙам итә.
1200 йылда Ван-хан менән Темуджин тайчиуттарға ҡаршы поход ойоштора. Тайчиуттарға ярҙамға меркеттәр килә, әммә еңеү Темуджин менән Ван-Хан ғәскәре яғында була, ә тайчиут ҡәбиләһе башлыҡтары, күп кешеләрен ҡалдырып, ҡаса. Был яу ваҡытында Темуджин уҡ менән яралана. Яуҙан һуң Темуджин ғәскәренә ҡушылырға теләгән яугирҙарҙың береһе нәҡ ул ханды яралауын таный, бының өсөн ул Темуджиндан Джебе — Уҡ исемен ала. Артабан ул хандың иң тоғро нүкәрҙәренең береһенә әйләнә.
1201 йылда татар, тайчиут, меркет, ойрат һәм башҡа ҡәбиләләрҙән йыйылған ҡоролтай Темуджинға ҡаршы берләшеп көрәшергә ниәтләп, ҡоролтай йыя, был ҡоролтай Джамуханы хандарҙың ханы — гурхан итеп һайлай. Тик Темуджинға ҡаршы яуҙа был берләшкән ғәскәр ҡыйратыла, ә еңелгән ғәскәр башлыҡтары Джамуханы гурхан итеп таныуҙан баш тарта.
1202 йылда Темуджин күптәнге дошмандары — татарҙарға ябырыла. Ҡаты яуҙан һуң татарҙар ҡыйратыла, атаһын, олатаһын үлтереүсе ҡәбиләнән Темуджин аяуһыҙ үс ала — ул ҡәбиләне бөтөнләй юҡҡа сығарырға бойора. Һөҙөмтәлә, татарҙар ҡәбиләһенең йәше-ҡарты, ҡатын-ҡыҙҙар — барыһы ла үлтерелә.
Тоорилдың улы Нилх Темуджиндың ҡеүәте үҫә барыуынан һәм уның атаһы менән йылы мөнәсәбәттә булынынан көнләшә. Ул кирәй ханлығы үҙенә түгел, Темуджинға бирелеүенән ҡурҡып, атаһын Темуджинға ҡаршы көйләй. Ван-Хан ҡыҙын Темуджиндың оло улы Джучиға бирергә риза булмауы ике хан араһы тулыһынса өҙөлөүгә һәм хатта араларында һуғыш тоҡаныуға килтерә. Тоорил Темуджиндың сәйәсәтен күптән ҡабул итмәй килгән Джамуха менән берләшә. Башта еңелеп, ҙур юғалтыуҙарға тарыһа ла, Темуджин тиҙ арала көс йыйып, Джамуха менән Тоорил ғәскәренә көтөлмәгәндә ябырыла. Шулай итеп, Тоорил еңелә, ә Джамуха ҡасып өлгөрә. Был һуғыштан һуң кирәй ҡәбиләһе тулыһынса тар-мар ителеп, юҡҡа сыға.
Артабан Темуджинға найман ҡәбиләһенән ҡурҡыныс янай — Джамуха һәм уның яҡлылары уларҙан яҡлау таба. Найман башлығы Таян хан Темуджинды юҡ итеп, монгол далаларында берҙән-бер ҡеүәтле көс булырға ниәтләй, Темуджин, быны күҙаллап, наймандарға ябырыла. Ҡаты яуҙан һуң наймандар еңелә, ә Джамуха яу барышында уҡ наймандарҙың еңелеүен һиҙемләп, ғәскәре менән ҡаса. Шул уҡ йылда Темуджин ғәскәре меркеттәрҙе ҡыйрата.
Бер нисә яуҙан һуң, 1206 йылда Джамуханы үҙ кешеләре Темуджинға тотоп бирә. Темуджин Джамухаға ҡайтанан дуҫлыҡ тәҡдим итә һәм үҙенең яғына сығырға әйҙәй. Джамуханы һатҡан кешене ул үлтерергә бойора — үҙенең ғәскәренә ул һатлыҡтарҙы ҡабул итмәй. Джамуха, күк йөҙөндә бер генә Ҡояш балҡый ала, тигән һүҙҙәр менән, Темуджиндың берләшеү тәҡдименән баш тарта һәм үҙен Темуджин үҙ ҡулдары менән ҡанһыҙ үлтереүен һорай. Монгол ҡанундары буйынса, Темуджин уны ҡан ҡойоуһыҙ, умыртҡа һөйәген һындырып үлтерә.
Шулай итеп, Темуджин монгол далаларында берҙән-бер хан булып ҡала, даланың меркет, найман, уйғур, кирәй, татар һәм башҡа ҡәбиләләре уға буйһондорола. Был оҙаҡ йылдар бер-береһе менән дошманлашып, Ҡытай династиялары тарафынан ҡыҫылып, иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ кисергән монголдар өсөн оло уңыш була. Артабан монгол хандары Ҡоролтайында Темуджин Сыңғыҙхан тип иғлан ителә.
Сит илдәрҙе баҫып алыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көнбайыш Си Ся династияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1206 йылда Сыңғыҙхан Монгол империяһын нигеҙләгән ваҡытҡа, уның көнбайыш күршеһе — Көнбайыш танғут Си Ся династияһы, көнсығыш һәм көньяҡтан төньяҡ Ҡытайҙа хакимлыҡ иткән һәм быуаттар дауамында монгол ҡәбләләрен үҙ хакимлығы аҫтында тотҡан Цзинь династияһы була.
Темуджин иң беренсе нәүбәттә ғәскәрен монгол ерҙәренә яҡыныраҡ торған Көнбайыш Си Ся империяһына ҡаршы алып бара. Ҡеүәтлерәк Цзинь династияһы Си Ся императорына ярҙамға килмәйәсәген ул алдан күремләй. Ысынлап та, танғуттар цзиндарҙан ярҙам һорай, ләкин уларҙың үтенестәре кире ҡағыла. Сыңғыҙхан 1209 йылда Көнбайыш Си Сяны баҫып ала.
Цзинь династияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1211 йылда Сыңғыҙхан Цзинь династияһын буйһондорорға ниәтләй. Цзинь династияһы ғәскәре башлығы тәүге мөмкинлек сыҡҡас та монголдарға ҡаршы яу асмай, хаталана. Уның урынына Цзинь ғәскәренең башлығы монгол яғына илсе ебәрә, уныһы иһә артылыштың икенсе яғында Цзинь ғәскәре тороуы тураһында әйтә. Был һуғыш ваҡытында монголдар Цзинь ғәскәренән меңләгән һуғышсыны ҡырып һала. 1215 йылда Сыңғыҙ Цзинь династияһының баш ҡалаһы Чжундуны (хәҙерге Пекин) ҡамап, баҫып ала һәм талай. Ҡытай императоры иленең төньяғын монголдарға ҡалдырып, баш ҡалаһын көньяҡҡа, Кайфын ҡалаһына күсерергә мәжбүр була.
Ҡара Ҡытай ҡағанаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был арала Кучулук — Темуджин баҫып алып, монголдарға буйһондорған найман ханы Таян хандың улы — көнбайышҡа ҡаса һәм һәм шунда яңы көс йыя. Сыңғыҙхан Ҡара Ҡытайҙы баҫып алып, Кучулукты еңеп сығырға ниәтләй. Был ваҡытҡа монгол ғәскәре унлап йылдар дауамында барған Көнбайыш Си Ся һәм Цзинь династияһына ҡаршы һуғыштан йонсоған була. Шуға Сыңғыҙ Кучулукҡа ҡаршы йәш ғәскәр башлығы Джебе етәкселеге аҫтында ике генә төмәнен ебәрә (20 000 һуғышсы).
Һуғышсыларҙың аҙлығы арҡаһында, монголдар һуғыш алымдарын үҙгәртергә мәжбүр була — улар Кучулук яҡлылар араһында ризаһыҙлыҡ ойоштора, был Ҡара Ҡытайҙы көсһөҙләндерә. Кучулук ғәскәре Ҡашҡарҙың көнбайышында монголдарҙан еңелә. Кучулук тағы ҡаса, әммә Джебенең ғәсҡәре уны ҡыуып етә һәм үлтерә. 1218 йылда, Ҡара Ҡытай ҡолағас, Монгол империяһы көнбайышта Балхаш күленә тиклем киңәйеп, Хәрәзм империяһы менән сикләнә.
Башҡорт иленең монгол ханлығына инеү үҙенсәлектәре төплө өйрәнелмәгән. Был хәрәкәтте тасуирлаған бер нисә фекер йәшәп килә. Шуларҙың береһе буйынса башҡорт иле монголдар тарафынан 1136—1242 йылдар араһында баҫып алынған. Л. Н. Гумилев фекеренсә «монгол-башҡорт һуғышы 14 йыл дауам итә… Башҡорттар байтаҡ һуғыштарҙы еңеп сыға, һәм ниһайәт дуҫлыҡ һәм берҙәмлек килешеүе төҙөп, артабан монголдар яуына ҡушылып китә»[1]. Венгр монахы Юлиандың юл яҙмаларына таянып, был ваҡиға 1220—1223 йылдар тирәһендә булыған тип иҫәпләнә. Шулай уҡ Алтын Урҙа тарихы буйынса күренекле белгес Г. А. Федоров-Давыдов башҡорттар монгол дәүләтенә иҙ ирке менән ҡушылыуы, һәм шул арҡала тархандары һәм бейҙәре юҡ ителеүҙән ҡотолоуҙыры тураһында фараз итә. Үҫәргән башҡорттары шәжәрәһендә Мөйтән бейҙең Сыңғыҙған менән Иртыш буйында осрашыуы тасуирлана. Был ваҡиғаның аныҡ ваҡыты билдәле түгел, шулай ҙа 1219 йылдың йәйендә булған тигән фекер бар[2]. Әхмәтзәки Вәлиди Туған фекере буйынса башҡорттар монгол дәүлетенә 1207—1208 йылдарҙа ҡушылған булырға тейеш. Башҡортостан дәүлетеселеге буйынса билдәле ғалим Зөфәр Еникиев фаразлауынса, был фекерҙәр барыһы ла урынлы. Сөнки Иртыш—Урал—Волга буйында төплөнгән, күп һанлы башҡорт ырыуҙарынан торған Башҡорт иле Алтын Урҙаға үҙ ирке менән дә һәм көс ҡулланып, баҫып алынып та ҡушылған. Көнсығыштағы башҡорт ырыуҙары берләшмәһе үҙ ирке менән ҡушылған булһа, Көнбайыштағы башҡорттар оҙаҡ ваҡыт ҡаршылыҡ күрһәтеп, Волга буйы Болғары ханлығы ҡолатылғас ҡына, монгол дәүләтенә инергә мәжбүр булғандар[3]. Сынғыҙхандың баҫып алыу сәйәсәте менән башҡорттарҙың сәйәсәте араһындағы мөнәсәбәттең төп үҙенсәлеге булып, башҡорттарҙың халыҡ булараҡ һаҡланып ҡалауҙары, баҫып алыусылар менән килеп төпләгән милләттәрҙе артабан башҡортлаштыра алыуы ихтибарға лайыҡ.
Хәрәзм империяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был ваҡытта Хәрәзм династияһы башында шаһ Ала әд-дин Мөхәммәт тора. Сыңғыҙхан Хәрәзм менән иҡтисади бәйләнеш тотоуҙы хуп күреп, империяға 500 кешелек каруан ебәрә. Әммә Хәрәзмдең Отрар ҡалаһы башлығы Иналха хан ҡарауанды Хәрәзмгә ҡаршы мәғлүмәт йыйырға иҫәп тотҡан монгол кешеләре тип, уға һөжүм итә. Сыңғыҙхан икенсе мәртәбә шаһтың үҙеңә илселәр ебәрә. Шаһ уларҙың береһен генә иҫән ҡалдыра, ҡалғандарының башын киҫтерә. Асыуланған Сыңғыҙхан иң ҙур баҫып алыу яуҙарының береһен башлай, был яуға ул 20 төмән — 200 000 кешене, иң оҫта ғәскәр етәкселәрен, үҙенең ҡайһы бер улдарын йыя. Хәрәзм
Сыңғыҙхандың үҙенең, ғәскәр башлыҡтарының һәм улдарының етәкселеге аҫтында монгол ғәскәре Тянь-Шань тауҙары аша үтеп, Хәрәзм ерҙәренә керә. Сыңғыҙхан ғәскәрен өс өлөшкә бүлә. Тәүге өлөшөн улы Джучи Хәрәзмдың төньяҡ-көнсығышына алып китә. Икенсе өлөшө Джебе етәкселеге аҫтында Хәрәзмдең көньяҡ-көнсығышына табан, Сәмәрҡәнд ҡалаһына табан юллана. Өсөнсө өлөшөн Сыңғыҙхан һәм Тулуй Хәрәзмдең төньяҡ-көнбайышына табан алып китә.
Шаһ үҙенең ғәскәрен бер нисә кесе өлөшкә бүлеп, төрлө ҡалаларға ебәрә. Төп ғәскәрҙең бүлгеләнеүе Хәрәзмдең еңелеүенә төп сәбәпсе була. Оҙон юлдан йонсоған монголдар оло ғәскәргә ҡаршы тороу урынына, Хәрәзмдең кесе өлөштәргә бүлгеләнгән ғәсҡәрен берәмләп тар-мар итә. Монгол ғәскәре Ортарҙы тиҙ арала баҫып ала, ҡала кешеләре ҡырыла, башлығы Иналханы Сыңғыҙ ҡолағына һәм күҙҙәренә иретелгән көмөш ҡойоп язаларға бойора. Шаһ үҙе ҡалаһынан ҡаса һәм билдәһеҙ сәбәптәр менән, империяһындағы кескәй генә утрауҙа үлә.
Монголдарҙың был яуы уғата ҡырағай алып барыла. Хәрәзмдең баш ҡалаһы Сәмәрҡәнд ҡолағас, ҡала башлыҡтары, ябай кешеләрҙе ҡалдырып, Бохараға ҡаса. Сыңғыҙхан шаһ биләмәләрен генә түгел, ҡалаларҙы, хатта яҡын-тирәләге ауылдарҙы тулыһынса юҡ итергә бойора.
Шаһтың улы Джәләл әд-Дин атаһының ғәскәрен етәкләп, күпмелер ваҡыт монголдарға ҡаршы тора. Әммә үҙ-ара килешә алмау сәбәпле, ғәскәр тағы бүленә һәм улар, тар-мар ителеп, Бохараға тағы ҡасырға мәжбүр була. Шулай итеп, Хәрәзм империяһы юҡҡа сыға.
1220 йылда, Хәрәзм ғәскәрен тулыһынса юҡҡа сығарғандан һуң, монгол ғәскәренең бер өлөшө Джебе һәм Сүбәдәй етәкселегендә көнбайыш ерҙәргә юллана. Монголдар Грузияға баҫып инә, Генуялағы Каффа (хәҙерге Феодосия) һәм Ҡырым ҡәлғәләрен ала. Артабан улар Ҡара диңгеҙ буйында ҡыш сыға һәм кире юлға борола. Мстислав Галичский һәм Мстислав III Киевский ғәсҡәренән торған, әммә насар ойошторолған 80 000 кешелек Киев Русияһы ғәскәре уның юлын ҡамай. Сүбәдәй славяндарға солох тәҡдим итеп, илселәр ебәрә, әммә илселәр үлтерелә. 1223 йылда, Калка йылғаһы буйындағы яуҙа Сүбәдәй ғәсҡәре күпкә ҙурыраҡ Киев ғәскәрен еңә, шул уҡ ваҡытта, Һамар ҡултығында күрше Волга Булғарҙары ғәскәренән еңелә. Хәҙер рус кенәздәре солох тәҡдим итә. Сүбәдәй кенәздәрҙе ғәфү итергә йыйынмай. Монгол ҡанундары буйынса, рус кенәздәренең алтыһы ла, шул иҫәптән Мстислав III Киевский, ҡанһыҙ үлемгә дусар ителә.
Сүбәдәй һәм Джебе был киң билдәле сәйәхәт ваҡытында бөтә Каспий диңгеҙе буйын урап үтә һәм юлында осраған бөтә ғәскәрҙе лә тиерлек ҡырып һала. Сыңғыҙхандың ейәне Батый етәкселеге аҫтында монголдар был ерҙәргә тағы килә һәм 1237 йылда Волга Булғарҙарын һәм Киев Русияһын баҫып алып, 1240 йылда кире борола.
Көнбайыш Си Ся һәм Цзинь династияһы менән һуғыш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Монгол ғәскәренең төп көсө Сыңғыҙхан һәм уның ғәскәр башлыҡтары менән Хәрәзм империяһына ҡаршы яу башлағас, Көнбайыш Си Ся Цзинь менән монголдарға ҡаршы берләшә. Улар Хәрәзмгә иғтибарын йүнәлткән монголдар берләшкән ғәскәргә ҡаршы тора алмаҫына иҫәп тота.
1226 йылда Сыңғыҙхан танғуттарға ҡаршы яу аса. Уның ғәскәре тиҙ арала танғут ҡалаларын ала. Ноябрҙә Сыңғыҙ Һары йылғаһы аша үтеп, төп танғут ғәскәрен тар-мар итә. 1227 йылда Сыңғыҙхан ғәскәре танғут баш ҡалаһын юҡҡа сығара. Яңы танғут императоры тиҙ үк үҙе монголдарға буйһона, тоҡанған ҡаршылыҡҡа асыуланған Сыңғыҙхан император ғаиләһен тулыһынса язалап үлтерергә бойора.
Сыңғыҙҙың үлеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1227 йылдың 18 авгусында, Цзинь династияһы һәм Көнбайыш Си Ся династияһына ҡаршы яу ваҡытында, Сыңғыҙхан үлә. Үлеменең сәбәбе аныҡ билдәле түгел. Ҡайһы бер фараздар буйынса, атынан ҡолай, икенсе фараздар буйынса, ул үпкә ауырыуынан үлә. Ҡайһы бер йылъяҙмалар әйтеүенсә, ул танғуттарға ҡаршы яу ваҡытында үлтерелә.
Сыңғыҙхан үҙен үҙ ҡәбиләһе ҡанундары буйынса, йәшерен ерләүҙәрен һорай. Үлеменән һуң уның кәүҙәһен Монголияға, фараздар буйынса, тыуған урынына ҡайтаралар.
Сыңғыҙхан һәм Монгол империяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сыңғыҙхан дәүерендә һәм унан һуң Монгол ерҙәрендә ул сығарған закондар йыйынтығы — Яса хөкөм итә. Монгол империяһы үҙенең ҙурлығы арҡаһында милләттәрҙең, мәҙәниәт, диндәрҙен күп төрлөләрен үҙ эсенә һыйҙыра, шаманизмдан башҡа диндәр ҡыҫырыҡланмай ғына түгел, Сыңғыҙхан хатта буддизм, даосизм кеүек диндәр менән үҙе лә ҡыҙыҡһына. Баҫып алыу яуҙары ваҡытында дини йорттарҙы таларға рөхсәт ителмәй, дин әһелдәре, уҡытыусылар яһаҡ түләүҙәрҙән азат ителә. Наймандарҙы баҫып алғандан һуң ул уҡыу — яҙыу менән ҡыҙыҡһына, үҙенең улдарына һәм ейәндәренә уҡытыусылар итеп найман кешеләрен тәғәйенләй.
Быуаттар буйына Сыңғыҙхан исеме монгол, төрөк халҡы араһында бөйөк еңеүсе, монгол дәүләтен ойоштороусы булараҡ ололап телгә алына, ә монгол ғәскәре үткән рус ерҙәрендә һәм Ираҡ, Иран кеүек илдәрҙә ул ҡан ҡойоусы, ҡыйратыусы булараҡ хәтерҙә ҡалған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йкяыинкйяыв и ссылку Йкеяыйкиняыйки Йкемявывмиияыв Йкениплдыявчмикней Йкяыинк
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Батулла. Чингис-хан 2011 йыл 25 июнь архивланған.
- Эренжен Хара-Даван «Чингисхан как полководец и его наследие»
- Сокровенное сказание монголов. Улан-Удэ, 1990
- Исай Калашников. Жестокий век: роман
- Всемирная история в лицах. Чингисхан — основатель и великий хан Монгольской империи
- Сумбур. Личности. Чингисхан 2008 йыл 20 август архивланған.
- Чингисхан. Биография 2007 йыл 23 октябрь архивланған.
- Всемирная История. Чингисхан 2010 йыл 5 март архивланған.
- Биографии знаменитых личностей 2009 йыл 28 декабрь архивланған.
- Дмитрий Песков «Русь и монголы. „Железный век“ русской истории»
- Скрынников Р. Г. Монгольское нашествие 2010 йыл 10 июль архивланған.
- Соловьев С. М. История России с древнейших времён 2018 йыл 25 август архивланған.
- Карамзин Н. М. История государства Российского 2008 йыл 11 ғинуар архивланған.
- Русский биографический словарь
- Завоевание Руси татаро-монголами. Интерактивная карта
- Основные моменты жизни Чингисхана
- Кузнец степной морали(недоступная ссылка)
- Темучин — каратель неразумных(недоступная ссылка)
- Правила боя(недоступная ссылка)
- Монгольское иго за Китайской стеной(недоступная ссылка)
- Коллекция 200 азиатских портретов Чингисхана 2015 йыл 6 февраль архивланған.
- Чингисхан на среднеазиатской миниатюре: Чингиз-хан принимает своих сыновей на берегу реки Сырдарьи 2009 йыл 14 ноябрь архивланған.
- Ярослав Бутаков. Кем был Чингисхан по национальности? Сайт «Кириллица», 2019, 10 ноября (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 ноябрь 2019)
Был мәҡәлә башҡорт Википедияһының һайланған мәҡәләләре исемлегенә керә. |