Монголия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Монголия
монг. Монгол Улс
Flag of Mongolia.svg Герб Монголии
Флаг Герб
Гимн: «Монголияның милли гимны»
Mongolia (orthographic projection).svg
Основано Б. э. т. 209 йыл — Хунн империяһы
1206 йыл — Монгол империяһы
Дата независимости 1921 йылдың 11 июле (Монголия дәүләте (1911—1921) (от Ҡытай Республикаһынан)
Официальный язык Монгол теле
Столица Улан-Батор
Крупнейшие города Улан-Батор, Эрдэнэт, Дархан
Форма правления парламент республикаһы[1]
Монголия Президенты
Монголия Премьер-министры
Халтмаагийн Баттулга
Ухнаагийн Хурэлсух
Госрелигия светское государство
Территория
• Всего
• % водной поверхн.
18-я в мире
1 564 116 км²
0,6
Халыҡ
• Оценка (2016)
Плотность

3 119 935[2] чел. (137-е)
1.99 чел./км² (195-я)
ВВП (ППС)
  • Итого (2012)
  • На душу населения

15,275 млрд[3]долл.
5 462[3] долл.
ВВП (номинал)
  • Итого (2012)
  • На душу населения

10,271 млрд[3]долл.
3 673[3] долл.
ИЧР (2015) 0,727[4] (высокий) (90-е место)
Названия жителей Монголы
Валюта Монгольский тугрик (MNT, код 496)
Интернет-домены .mn
Код ISO MN
Код МОК MGL
Телефонный код +976
Часовые пояса +7 … +8

Монго́лия (монг. Монгол Улс, иҫке монгол телендә Monggol ulus.svg) — Көнсығыш Азиялағы дәүләт. Төньяҡта Рәсәй Федерацияһы, көнсығышта, көньяҡта һәм көнбайышта Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән сиктәш. Майҙаны буйынса иң ҙур дәүләттәрҙең береһе, диңгеҙгә сығыу юлы булмаған ил.

Монголия Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының барлыҡ тиерлек, шулай уҡ күҙәтеүсе булараҡ — Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең ҡайһы бер структураларында ҡатнаша[5]. Рәсми тел — монгол теле, алфавиты кириллица нигеҙендә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Монголияның боронғо тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тарихҡа тиклемге осорҙа Монголия биләмәләрен урмандар һәм күлдәр ҡаплап алған булған, яҫы таулыҡтарҙа болон һәм далалар йәйелеп ятҡан. Ил территорияһында табылған кешегә оҡшаш маймыл ҡалдыҡтарының йәше 850 мең йылға яҡын.

Хунну империяһының ойошоуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беҙҙең эраға тиклем IV быуатта Гоби сүллегенә терәлеп ятҡан далала яңы хунну халҡы формалаша. Монголия биләмәлендә көн иткән күсмә хунну халҡы б. э. т. III быуатта ҡытай дәүләттәре менән көрәш башлай. Беҙҙең эраға тиклем 202 йылда күсмә кәбиләләрҙең тәүге дәүләте — Хунн империяһы төҙөлә, уның башында дала күскенселәре улы булған Модун Шань тора. Күсмә хунну халҡы империяһының булғаны хаҡында төрлө дәүер ҡытай сығанаҡтарынан яҡшы билдәле. Беҙҙең эраның 93 йылына тиклем хунну халҡы монгол далаларында хакимлек итә, уларҙан һуң бер нисә монгол, төрки, уйғур һәи ҡырғыҙ ханлыҡтары барлыҡҡа килә, улар тарихта Сяньби, Жужан, Көнсығыш-Төрки, Уйғыр, Ҡырғыҙ һәм Кидань (Ляо) ҡағанлыҡтары булараҡ билдәлелек алған.

Монгол дәүләтенең үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XII быуат башында быға тиклем тарҡау булған монгол ҡәбиләләре тағы ла бер дәүләткә берләшергә маташып ҡарай. Уларҙың берләшмәһе ҡәбиләләр берлеген хәтерләтә һәм тарихҡа Хамаг Монгол исеме аҫтында инеп ҡала. Уның беренсе хакимы Хайду-хан була. Ә иһә уның ейәне Хабул-хан Цзинь империяһының (1115—1234) күрше райондары өҫтөнән ваҡытлыса еңеүҙәргә өлгәшә алыу юғарылығына күтәрелә, һәм унан ҙур булмаған яһаҡ биреп ҡотола барғандар. Әммә уның вәриҫе Амбагай хан]] дошман монголдарҙың татар (был ҡәбилә исеменең артабанғы быуаттарҙа төрки халыҡтары атамаһы булараҡ ҡулланылышта нығынған «татар» һүҙенә туранан-тура бәйләнеше юҡ) ҡәбиләһе тарафынан тотоп алына һәм журчжэни (урыҫса) ҡәбиләһенә тапшырыла, бында уны ауыр язаға тарттыралар. Бер нисә йылдан татарҙар тарафынан яҡын киләсәктә Сыңғыҙхан исеме менән таныласаҡ Темуджиндың (монг. Тэмүүжин) атаһы —Есүгей баатар (монг. Есүхэй баатар) ҙа үлтерелә.

Темуджин власҡа аҡрынлап килә, башта уны Үҙәк Монголиялағы кереиттар башҡ. гәрәй хакимы Ван-хан үҙ ҡулы аҫтына ала. Етәрлек һанда яҡлаусыларын йыйғас, Темуджин Монголиялағы иң көслө өс ҡәбилә берләшмәһен: көнсығышта йәшәгән татарҙарҙы (1202 йыл), Үҙәк Монголиялағы ҡасандыр үҙен ҡурсалаған кереиттарҙы (1203) һәм көнбайышта көн иткән наймандарҙы (1204) үҙенә бойһондора. Монголдарҙың юғары ҡатлам вәкилдәре (аҡһөйәктәре)нең 1206 йылда йыйылған съезы — ҡоролтайҙа Темуджин барлыҡ монголдарҙың баш ханы итеп иғлан ителә һәм Сыңғыҙхан исемен (титулын) ала.

Сыңғыҙхан империяһының барлыҡҡа килеүе һәм Монгол империяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XIII быуаттағы Монгол империяһы сиктәре (ҡыҙғылт һары) һәм хәҙерге монголдарҙың таралыу биләмәләре (ҡыҙыл)

Монгол империяһы 1206 йылда Маньчжурия һәм Алтай тауҙары араһында йәшәгән монгол ҡәбиләләренең берләшеүе һәм Сыңғыҙханды баш хан итеп иғлан иткәндән һуң барлыҡҡа килә. Сыңғыҙхан Монголия менән 1206 йылдан 1227 йылғаса идара итә. Уның ҡанһыҙлығы һәм аяуһыҙлығы менән билдәле булған хәрби кампанияларынан һуң Монгол дәүләте иҫ китмәле булып ҙурая. Сыңғыҙхан Азияның күп өлөшөн һәм Ҡытай биләмәләрен (Бөйөк Хан улусы), Урта Азияны (Сағатай улусы), Иранды (Илхандар дәүләте) һәм Киев Русының бер өлөшөн (Джучи улусы йәки Алтын Урҙа баҫып ала. Шулай итеп, Монгол империяһы донъя тарихында сиктәш биләмәләрҙе үҙ эсенә алған иң ҙур империя була: ул көнбайышта хәҙерге Польша ерҙәренән алып көнсығышта Кореяға тиклем, төньяҡта Себерҙән башлап көньяҡта Оман ҡултығына һәм Вьетнамға тиклем майҙанда йәйрәп ята.

Әммә баҫып алған биләмәләрҙең мәҙәниәте төрлөсә булғанлыҡтан, дәүләт үҙе лә бер төрлө булмай, һәм 1294 йылдан уның әкренләп тарҡалыу процессы башлана.

Монгол Юань империяһы (1271—1368)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Атлас мира: Максимально подробная информация / Руководители проекта: А. Н. Бушнев, А. П. Притворов — Москва: АСТ, 2017. — Б. 54. — 96 б. — ISBN 978-5-17-10261-4.
  2. МОНГОЛ УЛСЫН ХҮН АМЫН ТОО, насны бүлэг, хүйсээр  (монг.). 23 июль 2017 тикшерелгән.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Международный Банк, World DataBank: World Development Indicators, версия от 27 ноября 2013 года
  4. 2015 Human Development Report Statistical Annex. United Nations Development Programme (2015). 14 декабрь 2015 тикшерелгән.
  5. Грузия проиграла, а СНГ будет жить вечно!. Обозреватель (19.08.2008). Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 август 2011.

Литература[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Археология и этнография Монголии. — Новосибирск, 1978.
  • Архивные материалы о монгольских и тюркских народах в академических собраниях России: Доклады научной конференции / Составитель Ирина Владимировна Кульганек. Ответственный редактор Сергей Григорьевич Кляшторный. — СПб.: «Петербургское востоковедение», 2000. — 160 с.
  • Баабар. История Монголии: От мирового господства до советского сателлита / Пер. с англ. Казань: Татар. кн. изд., 2010. — 543 с. — ISBN 978-5-298-01937-8 / 9785298019378
  • Балдаев Р. Л. Народное образование в Монгольской Народной Республике. — М., 1971.
  • Белов Е. А. Россия и Монголия (1911—1919 гг.). — М., 1999
  • Бира Ш. Монгольская историография (XIII—XVII вв.). — М., 1978.
  • Викторова Л. Л. Монголы. Происхождение народа и истоки культуры. — М., 1980.
  • Владимирцов Б. Я. Общественный строй монголов. — Л., 1934.
  • Владимирцов Б. Я. Работы по литературе монгольских народов. — М., 2003.
  • Ганжуров В. Ц. Россия-Монголия: история, проблемы, современность. — Улан-Удэ, 1997.
  • Геология Монгольской Народной Республики, т. 1-3. — M., 1973-77.
  • Герасимович Л. К. Литература Монгольской Народной Республики 1921—1964 годов. Л., 1965.
  • Герасимович Л. К. Монгольская литература XIII- начала XX в.: Материалы к лекциям. — Элиста, 2006. — 362 с.
  • Грайворонский В. В. Современное аратство Монголии. Социальные проблемы переходного периода, 1980—1995. — М., 1997.
  • Гунгаадаш Б. Монголия сегодня. — М., 1969.
  • Даревская Е. М. Сибирь и Монголия. Очерки русско-монгольских связей в конце ХIХ начале ХХ в. — Омск, 1994.
  • Железняков А.С. Монгольская цивилизация: история и современность. Теоретическое обоснование атласа. — М.: Весь Мир, 2016. — 288 б. — ISBN 978-5-7777-0665-2.
  • Жуковская Н. Л. Категории и символика традиционной культуры монголов. — М.: Наука, 1988.
  • История советско-монгольских отношений. — М., 1981.
  • Кара Д. Книги монгольских кочевников (семь веков монгольской письменности). — М., 1972.
  • Книга Монголии. Альманах библиофила. XXIV. — М., 1988.
  • Кочешков Н. В. Народное искусство монголов. — М., 1973.
  • Лиштованный Е. И. Монголия в истории Восточной Сибири (XVII—XX вв.) — Иркутск: ИГУ, 2001.
  • Лузянин С. Г. Россия -Монголия — Китай в первой половине ХХ в. — М., 2000.
  • Майдар Д. Памятники истории и культуры Монголии. — М., 1981.
  • Монголо-ойротский героический эпос. Перевод и вступление Б. Я. Владимирцова. — Пр.-М.: Госиздат, 1923. — 254 с.
  • Монгольская поэзия. — М., 1957.
  • MONGOLICA. К 750-летию «Сокровенного сказания». — М., 1993.
  • Неклюдов С. Ю. Героический эпос монгольских народов. — М., 1984.
  • Овчинников Д. Монголия сегодня // География и экология в школе XXI века. — 2015. — Номер 9. — С. 12-23.
  • Овчинников Д. Монголия сегодня // География — Первое сентября. — 2016. — Номер 1. — С. 23-33.
  • Пржевальский Н. М. Путешествие в Уссурийском крае. Монголия и страна тангутов. Москва, Дрофа, 2008. — ISBN 978-5-358-04759-4, 978-5-358-07823-9
  • Равдангийн Болд Независимость и признание. Монголия в треугольнике интересов: США–Россия–Китай, 1910–1973 — М.: Весь Мир, 2015. — 400 б. — ISBN 978-5-7777-0647-8.
  • Родионов В. А. Россия и Монголия: новая модель отношений в начале XXI века. — Улан-Удэ: Изд-во БНЦ СО РАН, 2009.
  • Рона-Таш А. По следам кочевников. Монголия глазами этнографа: Пер. с венгерского. — М., 1964.
  • Рощин С. К. Политическая история Монголии (1921—1940 гг.). — М., 1999.
  • Симуков А. Д. Труды о Монголии и для Монголии. В 2 т. / Сост. Ю. Конагая, Б. Баяраа, И. Лхагвасурэн. Осака, 2007. Т.1-977 с.; Т. 2 — 635 с.
  • Сотрудничество СССР и МНР в области науки и культуры. — Новосибирск, 1983.
  • Татаро-монголы в Азии и Европе. — М., 1970.
  • Уварова Г. А. Современный монгольский театр 1921—1945. — М.-Л., 1947.
  • Шара Туджи. Монгольская летопись XVII века. Сводн. текст, пер., введ. и примеч. Н. П. Шастиной. — М.-Л., 1957. — 199 с.
  • Эпос монгольских народов. — М.-Л., АН СССР, 1948. — 248 с.
  • Изобразительное искусство Монгольской Народной Республики. — М., 1956.
  • Живопись Монгольской Народной Республики.[Альбом]. — М., 1960.
  • Современное искусство Монголии. [Каталог]. — М., 1968.
  • Цултэм Ням-Осорын. Искусство Монголии с древнейших времен до начала XX в. — М., 1982.
  • Шинкарев Л. И. Монголы: традиции, реальности, надежды. — М.: Сов. Россия, 1981.
  • Юсупова Т. И. Монгольская комиссия Академии наук. История создания и деятельности (1925—1953). — СПб: Изд-во «Нестор-История», 2006. — 280 с.
  • Рыбы Монгольской Народной Республики — М., 1983.
  • «HISTORIA MONGALORUM», Giovanni da Pian di Carpine, 1245—1247, («История Монголов» Плано Карпини), пер. с ит. на монг. Л. Нямаа. — Улан-Батор: Интерпресс, 2006.
  • Ling, Elaine. Mongolia: Land of the Deer Stone. Lodima Press. 2009. — ISBN 978-1-888899-57-3, 2010. — ISBN 978-1-888899-02-6.
  • Левин Исаак Осипович (Isaak Levin). La Mongolie historique, géographique, politique: Avec une carte — Paris: Payot, 1937. — 252 p.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]