Эстәлеккә күсергә

Ҡырым

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡырым
урыҫ Крым, укр. Крим, крымскотат. Qırım, Къырым
Ҡырымдың спутниктан төшөрөлгөн һүрәте
Ҡырымдың спутниктан төшөрөлгөн һүрәте
Характеристикалары
Майҙаны27 000 км²
Иң бейек нөктәһе1545 м
Урынлашыуы
45°24′ с. ш. 34°00′ в. д.HGЯO
Йыуыусы акваторияАҙау диңгеҙе, Ҡара диңгеҙ
Европа
Точка
Ҡырым
 Ҡырым Викимилектә

Ҡырым (рус. Крым, укр. Крим, ҡырымтат. Qırım, Къырым; шулай уҡ — Ҡырым ярымутрауы, рус. Крымский полуостров, укр. Кримський півострів, ҡырымтат. Qırım yarımadası, Къырым ярымадасы, элегерәк — Таврида (грек. Ταυρίδα)) — Ҡара диңгеҙҙең төньяғындағы ярымутрау, төньяҡ-көнсығыштан Аҙау диңгеҙе менән йыуыла.

Ярымутрауҙың күпселек өлөшө Рәсәй менән һәм Украина араһындағы территориялар буйынса бәхәсле булып тора. Ҡырым Рәсәй Федерацияһына ҡушылды, һәм ул 2014 йылдың мартынан Рәсәй Федерацияһы котролендә. БМО-ға ҡараған илдәрҙең күпселеге (БМО Генераль Ассамблеяһы Резолюцияһы 68/262) бөтөн Ҡырымды Украина өлөшө тип ҡарауҙы дауам итә[1][2].

Рәсәйҙең федератив ҡоролошона ярашлы, Ҡырымдың бәхәсле территорияһында Рәсәй Федерацияһы субъекттары — Ҡырым Республикаһы һәм федераль әһәмиәтендәге ҡала Севастополь урынлашҡан. Украина административ бүленешенә ярашлы, бында Ҡырым Автономиялы Республикаһы һәм Севастополь ҡала советына буйһонған территориялар (махсус статустағы Севастополь ҡалаһы) инә. Арабат уғының төньяҡ өлөшө Украинаның Херсон өлкәһенә ҡарай һәм территориаль бәхәстәр объекты булып һанала.

Атамаһы

Антик дәүерҙәрҙән ярымутрауҙы, Ҡырымдың көньяғында йәшәгән бик боронғо тавр ҡәбиләләре исеме менән Таврика (грек. Ταυρικῆ) тип атап йөрөтөү нығынған. Хәҙерге атамаһы «Ҡырым»дың хәҙерге исеме XIII быуатта һуң ғына ҡулланыла башлай, Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйын монголдар баҫып алғас, Алтын Урҙа ханы наместнигының резиденцияһы урынлашҡан «Къырым» ҡалаһы атамаһы менән бәйле килеп сыҡҡан, тип фаразларға кәрәк. Шулай уҡ, «Ҡырым» атамаһы Перекоп муйыны атамаһы менән бәйлелер (рус һүҙе «перекоп» — ул төрөксә «qirim», рус телендә «ров», башҡ «соҡор, ур»). Ҡырымда генуэз колониялары торған осорҙа (1266—1475), әрмәндәр 1400 йылға бөтөн Генуэз республика биләмәләре халҡының 2/3 өлөшөн тәшкил иткәнлектән, ул осор сығанаҡтарынан билдәле булғанса, уны Диңгеҙ Әрмәнстаны (Armenia Maritime) йәки Оло Әрмәнстан (Armenia Magna) тип тә йөрөткәндәр[3].

«Къырым» Һүҙенең этимологияһы асыҡ билдәле түгел, һәм уның килеп сығыуы тураһында бер нисә фараз бар:

  • Боронғо төрөк телендәге *qurum ‎(«һаҡлау, оборона») һүҙенән[4]
  • Боронғо грек телендәге κρημνοί ‎(саҡматаш, «ҡаялар») һүҙенән[5]

XV быуаттан Ҡырым ярымутрауын Таврия тип, ә 1783 йылда ул Рәсәйгә ҡушылғандан һуң — Таврида тип йөрөткәндәр. Бөтөн Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйы — Ҡара һәм Аҙау диңгеҙҙәренең төньяҡ яр буйы һәм уларға яҡын ятҡан дала территориялары ла шулай тип аталған[6].

Төп мәғлүмәт

Географияһы

Ярымтрау Ҡара диңгеҙ эсенә тәрән инеп ултырғанлыҡтан, көньяҡтан һәм көнбайыштан уны диңгеҙ йыуа; Ҡырым ярымутрауы, үҙен көнсығыштан йыуыусы Аҙау диңгеҙен Ҡара диңгеҙҙән айыра. Ҡырым ярымутрауының яр буйы оҙонлоғо 2 500 километрҙан артыҡ; шуның 50 % яҡыны Сиваш буйы ярына, 750 километры — Ҡара диңгеҙгә[7] һәм 500 километрға яҡыны — Аҙау диңгеҙенә тура килә[8].

Ярымутрау материк менән, шоссе һәм тимер юлдары булған тар (8 км-ға саҡлы) Перекоп муйыны аша тоташҡан, шулай уҡ бынан Төньяҡ Ҡырым каналы йырҙаһы һәм ЛЭП (юғары вольтлы электр линияһы) үтә. Перекоп муйынынан Ҡырымдың материк ярымутрауы Көнсығыш Рогты Литва ярымутрауы менән яҡшыртылған грунт юл һалынған грунтлы дамба тоташтыра. Тағы ла көнсығышҡараҡ Сиваш акваторияһы дамбаһы буйлап ҡырым мороно Джангара һәм континенталь Кутара моронон тоташтырыусы асфальт автомобиль юлы һәм юғары вольтлы ЛЭП үтә; көнсығышҡараҡ дамба һәм быуа (плотина) буйлап, Чонгар боғаҙы аша грунтланған юл, артабан көнсығышҡа боғаҙ аша дамба һәм күпер буйлап тимер юл үтә, ә боғаҙҙың иң тар көнсығыш өлөшөндә шоссе үткән автомобиль күпере һалынған; Сиваштың көнсығышында Ҙур гирла ҡылымығы (проток) аша автомобиль күпере һалынған (Генический боғаҙы), Ҡырым ҡомаяғы (коса) төньяҡ сиге Арабатский моронон (стрелкаһын) континент менән тоташтыра. 2015 йылда, Ҡырымды Тамань ярымутрауы менән тоташтырыу маҡсатында, Керчь боғаҙы аша автомобиль һәм тимер юл күпере төҙөлөшө башланды.

Ҡырым ярымутрауының майҙаны — 26 860 км² самаһы, шуның 72 % —тигеҙлек, 20 % — тауҙар һәм 8 % — күлдәр һәм башҡа һыу объекттары.

Ҡырым ярымутрауы геологик яҡтан ҡарағанда, Көнсығыш Европа платформаһы Украин кристалл ҡалҡанының көньяҡ өлөшөн кәүҙәләндерә, шуның сиктәрендә Скиф плитаһы һәм Ҡырым тауҙары (Ҡырым йыйырсыҡлы тау теҙмәләре өлкәһе) айырылып тора.

Ҡырым тауҙары

Рельеф характеры буйынса ярымутрау өс тигеҙ булмаған өлөштәргә бүленә: Тарханкут ҡалҡыулығы менән бергә Төньяҡ-Ҡырым тигеҙлеге (территорияның 70 % -ҡа яҡыны), Бысраҡ вулканлыҡ күрһәткесле Керчь ярымутрауының грядово-холмистые тигеҙлектәр һәм арҡырыһына тигеҙлектәр менән бүлгеләнгән өс ҡалҡыулыҡ – Баш (көньяҡ), Эске һәм Тышҡы (төньяҡ) – булып йәйрәп ятҡан Ҡырым тауҙары. Ҡырымдың тау ҡоролмалары Альп йыйырсыҡлы тау теҙмәләре геосинклиналь өлкәһенең бер өлөшө. Таулы Ҡырымдың йыйырсыҡлы тау теҙмәләре өлкәһе — көньяҡ өлөшө Ҡара диңгеҙ кимәленә тиклем төшкән эре ташлы ҡалҡыулыҡ. Ул интенсив дислоцирлашҡан триас-юр флиш ҡатламдарынан һәм оҙаҡ йылдар буйына ятҡан юғары юр карбонат һәм ҡомло-балсыҡлы аҡбур, палеогенлы һәм неогенлы ҡалынлыҡтарҙан төҙөлгән. Улар менән тимер мәғдәне, төрлө тоҙ, флюслы эзбизташтар һ.б. файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтары бәйләнгән[9].

Делилиман бухтаһы
Яңы Донъя

Ҡырым тауҙарының Баш теҙмәһе — иң бейеге (1545 м, Роман-Ҡош тауы), представляет собойтәрән каньондар менән бүлгеләнгән айырым ялпаҡ түбәле эзбизле массивтарҙан (яйла) (ҡара:Оло каньон (Ҡырым)) тора. Баш теҙмәнең көньяҡ ипкене Ҡырым суб урта диңгеҙлеге (субсредиземноморье) булараҡ билдәләнә. Эске һәм Тышҡы теҙмәләр Ҡырым тау алды теҙмәләрен барлыҡҡа килтерә.

Бейек тау түбәләре:

  • Роман-Ҡош — 1545 м;
  • Демир-Капу — 1540 м;
  • Зейтин-Ҡош — 1534 м;
  • Кемаль-Эгерек — 1529 м;
  • Эклизи-Бурун — 1527 м;
  • Ангара-Бурун — 1453 м.

Ҡырымдың иң төньяҡ нөктәһе Перекоп муйынында, иң көньяҡ нөктәһе — Николай мороно, иң көнбайыш нөктәһе — Тарханкут ярымутрауындағы Прибойный (мороно, Ҡара диңгеҙ, Ҡара-Мрун), иң көнсығыш нөктәһе — Керчь ярымутрауындағы Фонарь мороно. Көнбайыштан көнсығышҡа аралары (Кара-Мрун һәм Фонарь морондары араһы) — 326 км, төньяҡтан көньяҡҡа (Перекоп муйынынан Николай моронона тиклем) — 205 км. Көнбайыштан көнсығышҡа ара — 360 км, төньяҡтан көньяҡҡа — 180 км. Ҡырым ярымутрауының үҙәге Аҙау ауылы янында.

Ярҙары аккумулятив (геология) тигеҙләнгән. Яр буйы линияһы оҙонлоғо 980 км, шуның 76 % — абразион (геология) ярҙар (йәғни, ҡаяларҙың тулҡындар тәьҫирендә емерелеүе)[10]. Ҡара диңгеҙ яры буйындағы иң эре ҡултыҡтар: Каркинитский ҡултығы, Каламитский ҡултығы, Феодосия ҡултығы. Аҙау диңгеҙе яры буйында: Сиваш, Казантипский ҡултығы, Арабатский ҡултығы. Ҡырымдың көнсығышында Керчь ярымутрауы урынлашҡан, көнбайышында — Тарханкут ярымутрауы, көньяғында — Гераклей ярымутрауы, төньяғында — Тюп-Тархан ярымутрауы.

Ҡоро юл һәм диңгеҙ юлы сиктәренең дөйөм оҙонлоғо 2500 километрҙан артыҡ.

Климат

Ҡырым, территорияһы сағыштырмаса ҙур булмаһа ла, климатының төрлөлөгө менән айырыла. Ҡырым климаты өс подзонаға бүленә:

  • Дала Ҡырымы (Ҡырымдың күпселек өлөшө, төньяғы, көнбайышы һәм үҙәге).
  • Ҡырым тауҙары
  • Ҡырымдың көньяҡ яры
Алупка паркы
Ялтала Ленин исемен йөрөткән яр буйындағы пальмалар

Төньяҡ өлөшөнөң климаты уртаса-континенталь, көньяҡ ярында — субтропик климатҡа яҡын. Ғинуарҙың уртаса температураһы −1… −3 °C дала зонаһының төньяғында +1… −1 °C дала зонаһының көньяғында, на Южном берегу Ҡырымдың Көньяҡ ярында +2…+4 °C. Ҡырымдың көньяҡ һәм көнсығыш өлөшөнөң: Керчь һәм Феодосияның июль айына хас уртаса температураһы +23…+25 °C. Төньяҡтағы тауҙарҙа йыллыҡ яуым-төшөм 300—400 мм-ҙан 1000—2000 мм-ға тиклем.

Ҡырымдың дала өлөшөндә (июлдең икенсе яртыһында) көндөҙгө һауа температураһы +35…+37 °C күләгәлә, төндә+23…+25 °C етә. Башлыса ҡоро климат, миҙгел (сезон) ҡыуан елдәре өҫтөнлөк итә. Йәй көнө Ҡара диңгеҙ +25 °С.ҡа саҡлы, Аҙау диңгеҙе +27…+28 °Сҡа саҡлы йылына. Ҡырымдың дала өлөшө уртаса климаттың дала зонаһына ҡарай. Ҡырымдың был өлөшө оҙайлы ҡоро һәм бик эҫе йәйе һәм йомшаҡ, йыш ҡына епшек көндәре һәм үҙгәреүсән һауа торошо, аҙ ҡарлы ҡышы менән айырылып тора. Ҡырым тауҙарына бейеклеге буйынса поястарға бүленгән тау климаты характерлы. Йәй шулай уҡ бик эҫе һәм ҡоро, ҡыш еүеш һәм йомшаҡ. Ҡырымдың Көньяҡ ярына субтропик урта диңгеҙ климаты хас. Ҡар япмаһы тик ваҡытлыса ғына була, уртаса алғанда 7 йылға бер ята, арктик антициклондар үткәндә генә һыуыҡтар булғылай.

Гидрографияһы

Ҡырым территорияһы буйлап 257 йылға аға (иң ҙур йылғалар — Салгир, Ҡара диңгеҙгә ҡойоусы йылға - Кача, Альма, Бельбек), Индол, Биюк-Ҡарасу, Ҡара (Чёрная), Бурульча. Ҡырымдың иң оҙон йылғаһы — Салгир (220 км), иң тулы һыулы — Бельбек (һыу ҡулланыу — секундына 1500 литр). Ҡырымда 50-нән ашыу тоҙло күл бар, шуларҙың иң эреһе — Сасык (Һаҫыҡ) күл - Сиваш — майҙаны 205 км². Ҡара диңгеҙ буйы артезиан бассейнында урынлашҡан. Дала өлөшө орошение каналдар менән йырғысланған, ул каналдарҙың иң ҙуры – Төньяҡ-Ҡырым каналы.

Тәбиғи-ҡурсаулыҡ фонды 158 объект һәм территория (шуларҙың 46-һы дөйөм дәүләт әһәмиәтле, һәм уларҙың майҙаны Ҡырым ярымутрауының 5,8 %-н тәшкил итә) берләштерә. Ҡурсаулыҡ фондына дөйөм биләмәһе 63,9 мең га майҙанды тәшкил иткән 6 тәбиғи ҡурсаулыҡ: «Аҡҡош утрауҙары» филиалы менән Ҡырым тәбиғи ҡурсаулығы, Ялта тау-урман тәбиғи ҡурсаулығы, Мартьян мороно ҡурсаулығы, Ҡарадағ тәбиғи ҡурсаулығы, Казантип тәбиғи ҡурсаулығы, Опукский тәбиғи ҡурсаулыҡтары ҡарай.

РФ тәбиғи ресурстар һәм экология министры Сергей Донской мәғлүмәте буйынса Ҡырым территорияһында нефть запасы 47 миллион тонна, газдың — 165,3 млрд кубометр тәшкил итә. Был байтаҡ существенный күрһәткес, һәм бынан тыш - 18,2 миллион тонна газ конденсаты бар. Уның һүҙҙәре буйынса, ярымутрау территорияһында 44 месторождения углеводород сеймалы, улар араһында 10 нефть, 27 газ һәм 7 газ конденсаты ятҡылығы бар. Бынан тыш, Ҡара диңгеҙ шельфында 5 газ һәм 3 газ конденсаты ятҡылығы, Аҙау диңгеҙе шельфында — 6 газ ятҡылығы бар[11].

Файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар: минераль тоҙҙар, төҙөлөш сеймалы, яғыулыҡ газы, термаль һыуҙар, тимер мәғдәне запасы бар. Тәбиғи рекреацион ресурстар: йомшаҡ климат, йылы тәбиғәт, сихәтле тәбиғи бысраҡ, минераль һыуҙар, йәмле тәбиғәт (живописные) пейзаждары бигерәк ҙур әһәмиәткә эйә.

  • Индол-Ҡобан нефть һәм газ илтеүсе газоносная) өлкә
  • Ҡара диңгеҙ буйы-Ҡырым нефть һәм газоносная өлкә
  • Керчь тимер мәғдәне бассейны.

Ер тетрәүҙәр

  • б.э.т. 63 йыл (Понтия)
  • 292 йыл
  • 480 йыл (сентябрҙә-октябрҙә)
  • 1341 йыл
  • 1471 йыл
  • 1790 йыл
  • 1793 йыл
  • 1802 йыл — 6 балл
  • 1838 йыл
  • 30 сентябрь, 1869 йыл (Форос эргәһендә)
  • 13 июль, 1875 йыл— 7—8 балл
  • 1902 йыл
  • 18 май, 1908 йыл
  • 24 октябрь, 1908 йыл — 5—6 балл
  • 26 декабрь, 1919 йыл
  • 1927 йыл (26 июнь һәм 1927 йылдың 11 сентябренән 12 сентябрь төнөнә)
  • 1980 йыл (Мускатный ауылында)

Ҡырымдың флораһы һәм фаунаһы

Ҡырымдың хайуандар донъяһы географик яҡтан башҡа сиктәш, Ҡаф тауы, Балҡан һәм Украинаның материк өлөшөндәге, фаунанан юғары кимәлдә изоляцияла булған төрҙәрҙең уникаль комплексын һынландыра. Юғары кимәлдәге эндемизм менән: тау-урман (Көнбайыш Ҡаф тауы менән оло бәйләнеш) һәм тигеҙлек-дала (материк яғынан Аҙау диңгеҙе буйы) фауна комплекстары сочетаниеһы менән характерлана. Ҡырым фаунаһында Көнсығыш Европала таралышы тик Ҡырым менән генә сикләнгән фауна төрҙәре бар.

Ҡырымда үҫемлектәрҙең яҡынса 2400 биологик төрө, шулар араһында: ағастарҙың — 77 төрө, ҡыуаҡлыҡтар төрҙәре күберәк — 113 төр таралған[12]. Ҡырым үҫемлектәренең 118 төрө урындағы власть органдары тарафынан Ҡыҙыл китапҡа индерелгән һәм ҡурсаулыҡта һаҡланырға тейеш тип билдәләнгән[13].

Халҡы

Йәниҫәп мәғлүмәте буйынса Ҡырым халҡының милли составы (Севастополде индереп):[14][15]

Йылдар Барыһы Рустар Украин-
дар
Ҡырым
татар-
ҙары
Бело-
рустар
Татар-
ҙар
Әрмән-
дәр
Йәһүд-
тәр
Молда-
вандар
Поляк-
тар
Грек-
тар
Немец-
тәр
Болғар-
ҙар
Сиған-
дар
1897[16] 546592 180963 64703 194294 2058 8317 24168 272 6929 17114 31590 7450 944
1926 713823 301398 77405 179094 3842 10713 45926 556 4514 16036 43631 11377 649
1939 1126429 558481 154123 218879 6726 12923 65452 1483 5084 20652 51299 15344 2064
1959 1201517 857883 267938 26433 1202
1970 1813502
1979 2182927 1493122 558829 15280 4365 24012 6548 4365
1989 2430495 1629542 625919 38365 50054 10762 2794 17731 6609 6157 2684 2356 2186 167
2001 2401209 1450394 576647 245291 35157 13602 10088 5531 4562 4459 303 2790 2282 1905
2014 2284400 1492078 344515 232340 21694 44996 11030 3144 3147 2843 2877 1844 1868 2388
Милли нисбәтте сағыштырып ҡарау (%)
Йылдар Барыһы Рустар Украин-
дар
Ҡырым-
татар
ҙары
Белорус-
тар
Татар-
ҙар
Әрмән-
дәр
Йәһүд-
тәр
Молдаван-
дар
Поляк-
тар
Грек-
тар
Немец-
тар
Болгар-
ҙар
Сиған-
дар
1897[16] 100,00 33,11 11,8 35,55 0,38 1,52 4,42 0,05 1,27 3,13 5,78 1,36 0,17
1926 100,00 42,22 10,84 25,09 0,54 1,50 6,43 0,08 0,63 2,25 6,11 1,59 0,09
1939 100,00 49,58 13,68 19,43 0,60 1,15 5,81 0,13 0,45 1,83 4,55 1,36 0,18
1959 100,00 71,40 22,30 2,20 0,10
1970 100,00
1979 100,00 68,40 25,60 0,20 1,10 0,30
1989 100,00 67,05 25,75 1,58 2,06 0,44 0,11 0,73 0,27 0,25 0,11 0,10 0,09 0,07
2001 100,00 60,40 24,01 10,22 1,46 0,57 0,42 0,23 0,19 0,19 0,13 0,12 0,10 0,0
2014 100,00 65,31 15,08 10,17 0,95 1,97 0,48 0,14 0,14 0,12 0,13 0,08 0,08 0,10
XVIII-XIX быуаттарҙа Ҡырым халҡы

Ҡалалары

Севастополь

Ҡырымда, Рәсәй Федерацияһына ҡараған Ҡырым Республикаһында һәм Севастополдә, 2016 йылдың 1 ғинуарына даими йәшәүсе халыҡ һаны 2 323 369 кеше тәшкил итә, шуның эсенән Ҡырым Республикаһында — 1 907 106 кеше. Ҡырымстат мәғлүмәте буйынса, 2014 йылдың 1 октябренә, Ҡырым Республикаһының даими йәшәүсе халҡы 1 965 262 кеше булған (шул иҫәптән 1 223 045 ҡала халҡы, йәки 62,23 %, һәм 742 217 ауыл халҡы, йәки 37,77 %)[17]. Күптән түгел генә ҡалала 968 721 кеше, ауылда — 938 385 кеше йәшәгән тигән һан килтерелгән булған. Был мәғлүмәттең сығанағын табып булманы. Ҡырым ярымутрауының иң ҙур ҡалалары: Севастополь, Симферополь, Керчь, Евпатория һәм Феодосия. Тарихтан билдәле булыуынса Севастополь һәм Симферополь 1-се урын өсөн һәр ваҡыт «ярышып» йәшәйҙәр. 1897 йылдағы бөтөн Рәсәй йәниҫәбе мәғлүмәтенән билдәле булыуынса, Керчь ҡалаһы халыҡ һаны буйынса 3-сө урын биләгән.

Иҡтисады

Бер нисә километр бейеклектән ҡырым йөҙөм плантациялары күренеше

Ҡырым иҡтисадының төп тармаҡтары — сәнәғәт (530-ҙән артыҡ эре һәм уртаса предприятие), төҙөлөш, ауыл хужалығы, сауҙа, һаулыҡ һаҡлау. Үҫешкән туризм (ҡара: Ҡырымда туризм).

Транспорт

Ҡырымда һәр ҡала һәм башҡа йәшәү тораҡ пункттар автобустар маршруттары бәйләнеше менән тоташҡан. Ҡала-ара троллейбус маршруттары (на трассе Симферополь аэропорты — Симферополь — Алушта — Ялта трассаларында,ҡарағыҙ: ҡырым троллейбусы) бар. Евпаторияла пассажирҙарҙы трамвайҙар хеҙмәтләндерә. Ялта, Феодосия, Керчь, Севастополь, Черноморское һәм Евпатория диңгеҙ маршруттары менән бәйләнгән. Севастополдә Төньяҡтан Көньяҡҡа һәм кире йүнәлештә ҡала транспорты хеҙмәтен катерҙар үтәй. Солёное Озеро — Севастополь (Евпатория йүнәлеше менән), Армянск — Керчь (Феодосия йүнәлеше менән) тимер юл һыҙаттары Ҡырымды континент менән тоташтыра. Ярымутрау ике диңгеҙ менән йыуыла. Евпатория, Севастополь, Ялта, Феодосия һәм Керчь - Ҡара диңгеҙ порттары. Керчтә Ҡырымды Рәсәйҙең Краснодар крайы менән бәйләүсе Керчь боғаҙы аша борам (паром) менән сығыу урыны (Ҡафтау порты) бар. Аҙау диңгеҙе яр буйының транспорт әһәмиәте юҡ. 2015 йылда Рәсәй Керчь боғаҙы аша күпер (транспорт үткәүеле) төҙөлөшөн башланы. Тузла утрауын Керчь һәм Тамань ярымутрауҙары менән бәйләүсе ике күпер төҙөү планлаштырыла.

Тарихы

Б.э.т. II быуатта Ҡырым

          Боспор батшалығы      Языгтар      Роксолантар      Сирактар      Меоттар      Таврҙар

Таврия Херсонесы — Боронғо Греция нигеҙ һалған антик ҡала
Генуя ҡәлғәһе (Феодосия)
Хан һарайы (Баҡсаһарай)
Файл:Дейнека оборона Севастополя.jpg
А. А. Дейнека. Севастополде обороналау, 1942
Черчилль, Рузвельт, Франклин Делано Рузвельт, Иосиф Виссарионович Сталин Ялтала. Февраль, 1945
  • Ҡырымдың таулы һәм көньяҡ ярында йәшәгән тарихтан билдәле халыҡ — таврҙар.
  • Б.э.т. XII быуатта дала Ҡырымында шартлы рәүештә киммерийсылар тип йөрөтөлгән халыҡ йәшәгән.
  • Б.э.т. VIII—IV быуаттарҙа — Ҡырымға Боронғо Грециянан килгән колонистар Пантикапей (б.э.т. VII быуат), Феодосия, Таврия Херсонесына (б.э.т. быуат)нигеҙ һалғандар, Боспор батшалығы барлыҡҡа килгән; ярымутрауҙың дала өлөшөн скифтар биләгән.
  • Б.э.т. III—II быуаттарҙа — көнсығыштан күсеп килгән сарматтар баҫымы аҫтында Ҡырымға Днепр ярҙары буйынан скиф дәүләтенең үҙәге (хәҙерге Симферополь урынында торған Скиф Неаполе) күсерелгән.
  • Б.э.т. 108 йылда — Митридат VI Евпатор заманында (б.э.т. 132 — б.э.т. 63 йй.) Боспор Понтия батшалығы составына ингән.
  • Б.э.т. 63 йылда — Понтия батшалығы Рим империяһы тарафынан яулап алынған, ҡырым ҡалалары римляндар идаралығына күскән. Боспор батшалығы үҙаллығы кире ҡайтарылған. Шул осорҙан Ҡырымда Рим империяһы хакимлыҡ итә башлайған.
  • 257 йыл — Ҡырымды готтар буйһондорған, Скиф дәүләте юҡҡа сыҡҡан.
  • 370 — 380 йылдар — һундарҙың баҫып инеүе, улар, Боспор дәүләте эргәһенән елдереп үтеп, Германарихтың «гот дәүләтенә» ябырылған.
  • IV—V быуаттар — Таулы Ҡырымда аҡрынлап Византия (Рим) империяһы власының яңыртылыуы. Һундар нашествиеһынан тере ҡалған готтар Византия власын ҡабул иткән. Боспор дәүләте VI быуат башына тиклем йәшәгән. V быуаттың икенсе яртыһы дауамында һәм VI быуатта Боспорҙа Һун союзы тарҡалғандан һуң Европаҡа кире әйләнеп ҡайтҡан һун ҡәбиләһе утигурҙарҙың «протектораты» урынлаштырылған. 520 — 530-се йылдарҙа Византия Боспорҙа үҙенең туранан-тура власын урынлаштырған.
  • VII быуат — Византия власы аҫтында ҡалған Херсонестан башҡа, Ҡырымды, тулыһынса тиерлек, хазарҙар баҫып алған.
  • XIII быуат — Византия власы көсһөҙләнгән; уның биләмәләренең бер өлөшө генуэзлылар ҡулына күскән, икенсе өлөшө үҙ аллы Готия (Феодоро) кенәзлегенә ингән.
  • XII—XV быуаттар — Ҡырымдың бер нисә өлкәһенә әрмәндәрҙе күсереп ултыртҡанлыҡтан, унда әрмән колонияһы барлыҡҡа килгән.
  • 1239 йыл — Ҡырымды Батый хандың монгол ғәскәре баҫып алған. Дала Ҡырымы Алтын Урҙаның Ҡырым улусына әйләнгән.
  • XIV — XV быуат уртаһы — Ҡырымдың көньяҡ яры ерҙәре өсөн Генуяның Феодоро кенәзлеге менән һуғышы.
  • XIV — XV быуаттың уртаһы — генуя осоронда Ҡырымдың көнсығыш райондарына бик күп адыгтар килеп урынлашҡан[18][19].
  • 1441 йыл — бойондороҡһоҙ Ҡырым ханлығы барлыҡҡа килгән.
  • 1475 йыл — Гедик Әхмәт паша командалығындағы Ғосман империяһы ғәскәре генуя биләмәләрен Феодоро кенәзлеген яулап алған. Ҡырым ханлығы Ғосман империяһынан вассал буйһоноуға эләккән. (шулай уҡ ҡарағыҙ: Рускә ҡырым-ноғай баҫҡынсылығы).
  • 1774 год — Кючук-Кайнарджий килешеүе буйынса Керчь һәм Еникале ҡәлғәләре Рәсәйгә күскән, Ҡырым ханлығы бойондороҡһоҙ дәүләт тип иғлан ителгән һәм ярымутрауҙың алдараҡ ғосман биләмәләре булып һаналған (Көньяҡ һәм Көньяҡ-Көнсығыш) ерҙәре лә уға ҡушылған.
  • 1778 йыл — Александр Васильевич Суворов әрмәндәрҙе һәм гректарҙы Ҡырымдан Аҙау губернаһына күсергән.
  • 1783 йылдың 19 апрелендә — рәсәй императрицаһы Екатерина II Ҡырымды Рәсәй империяһына ҡушыу тураһында Манифесҡа ҡул ҡуйған[20].
  • 1783 — Севастополгә нигеҙ һалынған, Рәсәй империяһының Ҡара диңгеҙ флоты булдырылған.
  • 1853 — 1856 йылдар — Ҡырым (Көнсығыш һуғышы). * 1905 йылдың ноябре - лейтенант Пётр Петрович Шмидт етәкселегендәге Сеавстополь ихтилалы.
  • Ҡырымда күп кеше йәлеп ителгән террор (1917—1918).
  • 1917—1920 йылдар — Рәсәйҙә Граждандар һуғышы. Ҡырым территорияһында «аҡтар» һәм «ҡыҙылдар» хөкүмәттәре берен-бере бер нисә тапҡыр алмаштырған, шул иҫәптән Таврида Совет Социалистик Республикаһы, Ҡырым Совет Социалистик Республикаһы һ.б.
  • 1920—1921 — Ҡырымда ҡыҙыл террор.
  • 1921 йылдың 18 октябрендә —РСФСР составында Ҡырым Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы барлыҡҡа килгән.
  • 1921—1923 йылдар — Ҡырымда 100 мең кеше ғүмерен (шулар иҫәбендә 75 мең ҡырым татарының) ғүмерен ҡыйған аслыҡ [21].
  • 1925 йылдың 16 июнендә Артек пионер лагеры эшләй башлаған.
  • 1941 йылдың май-июлендә Ҡырымда Одесса хәрби округының 9-сы уҡсылар корпусы урынлаштырылған (дислокацияланған).[22],[23],[24]. Сентябрҙән герман оккупанттарына ҡаршы һуғыштарҙа Ҡырымда СССР-ҙың 51-се Айырым армияһы ғәскәрҙәре ҡатнашҡан. Шул армия ғәскәрендә 9-сы уҡсы корпусы һәм[22], 1941 йылда төҙөлгән 3-сө Ҡырым мотоуҡсылар дивизияһы ла булған[25].
  • 1941 йылдың 12 сентябренән — 1942 йылдың 10 июленә саҡлы Севастополь оборонаһы.
  • 1941—1944 йылдар — Германия Өсөнсө рейхы һәм Румыния нацистары Ҡырымды оккупациялаған.
  • 1941 йылдың 26 декабрендә — 1942 йылдың 15 майында совет ғәскәрҙәренең еңелеүе менән тамамланған Керчь-Феодосия десант операцияһы.
  • 1942 йылдың 16 майы - 30 октябрендә РККА ғәскәрҙәренән тороп ҡалған Ҡырым фронты батырҙарының Аджимушкай каменоломняларын обороналауы.
  • 1943 йылдың 31 октябренән 11 декабренә Керчь ярымутрауын азат итеү маҡсатында Керчь-Эльтиген десант операцияһы.
  • 8 апреля — 12 мая 1944 йылдың 8 апреле – 12 майында Ҡырымды азат итеү менән тамамланған Ҡырым һөжүм итеү (наступательный) операцияһы.
  • 1944 йыл — ҡырым татарҙарын (18 май), әрмәндәрҙе, болғарҙарҙы һәм гректарҙы депортациялау (26 июнь).
  • 1945 йылдың 4-11 февралендә Антигитлер коалицияһына ингән өс Бөйөк держава лидерҙарының Ялта конференцияһы.
  • 1945 йылдың 30 июне — указом Президиума ВС СССР Юғары Советы Президиумы Указы (Бойороғо) менән Ҡырым автономияһы юҡҡа сығарылған; Ҡырым АССР-ы была преобразована в Ҡырым өлкәһе тип үҙгәртелгән[26]. 25 июня 1946 йылдың 25 июнендә РСФСР Юғары Советы ла автономияны юҡҡа сығарыуҙы раҫлаған[27], шулай уҡ ярымутрауҙа һәм уға яҡын ятҡан райондарҙа халыҡ йәшәгән тораҡ атамалары ла үҙгәртелгән.
  • 1948 йыл — указом Президиума ВС РСФСР Юғары Совет Президиумы Бойороғо менән Севастополь ҡалаһы айырым административ-хужалыҡ үҙәге (республика бойондороҡлоғондағы ҡала) тип иғлан ителгән.
  • 1954 йылдың 19 февралендә — Ҡырым өлкәһе РСФСР составынан УССР (Украина) составына бирелгән.
  • 1978 йыл — УССР-ҙың яңы конституцияһында Севастополь ҡалаһы УССР республика бойондороҡлоғондағы ҡала тип иғлан иткән.
  • 1987 йыл — депортацияланған ҡырым татар халҡының Ҡырымға бик күпләп кире ҡайтыуы башланған.
  • 1991 йылдың 12 феврале — 1991 йылдың 20 ғинуарында ойошторолған бөтөн ҡырым референдумына ышанмаусанлыҡ белдергән (бойкот) депортация урындарынан кире әйләнеп ҡайтҡан ҡырым татарҙары уның һөҙөмтәһенә көслө тәьҫир яһаны[28]: Ҡырым өлкәһе УССР составындағы Ҡырым АССР-ы тип үҙгәртелде.
  • 2014 йыл — Ҡырым де-факто Рәсәй Федерацияһына ҡушылды, һәм уның территорияһында Рәсәйҙең ике яңы субъекты — Ҡырым Республикаһы һәм федераль әһәмиәтле Севастополь ҡалаһы ойошторолдо. Украина һәм БМО ағзаһы булып торған илдәрҙең күпселеге Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуын танымайҙар.

Көньяҡ, Таврия, тарихи иҫтәлектәрҙең мөғжизәле берләшмәһе: герман һуғышы, адмирал Колчак, 1917 йылдағы һуғыштар, бында шулай уҡ грек һәм рим осоро, генуя һәйкәлдәре лә йәнәшә генә. Һеҙ даими рәүештә тарихтың ҡатмарлы йоғонтоһонда йәшәйһегеҙ… Севастополь кампанияһы, һәм шул уҡ ваҡытта контраст булып бөгөнгө моряк тора…

2014 йыл ваҡиғалары түбәндәге мәҡәләләрҙә ентекле сағылдырылған:

  • Ҡырым Автономиялы Республикаһы * Ҡырым кризисы
  • Ҡырым статусы тураһындағы референдум (2014)
  • Ҡырым Республикаһы (бойондороҡһоҙ дәүләт)
  • Ҡырымдың Рәсәй Федерацияһына ҡушылыуы
  • Ҡырымдың ҡайҙа ҡарауы проблемаһы
  • Ҡырым Республикаһы
  • Ҡырымдың күсеү периоды
  • «Ваҡытлыса оккупацияланған Украина территорияһында граждандарҙың хоҡуғын һәм азатлығын тәьмин итеү һәм хоҡуҡи режим тураһында» Украина законы
  • Украинала 2014 йылғы ваҡиғалар менән бәйләнгән санкциялар

Мәҙәниәт

Ҡырым — Көнсығыш Европаның юғары үҫеше осоронда Боронғо Греция һәм Боронғо Рим антик мәҙәниәтенә яҡын торған аҙ райондарының береһе булған. Урта быуаттарҙағы Ҡырым Византия һәм Урта диңгеҙ мәҙәниәте менән тығыҙ бәйләнгән. Антик замандарҙа нигеҙ һалынып, бөгөнгә саҡлы һаҡланып ҡалған Херсонес емереклектәре боронғо грек һәм иртә урта быуат византия архитектураһы мираҫы ул. Ярымутрауҙың урта быуат мәҙәниәтендә мосолман мәҙәниәте йоғонтоһо, атап әйткәндә, татар һәм ғосман архитектураһы йоғонтоһо сағыла. Ярымутрау бар дәүерҙәрҙә лә төрлө халыҡтар вәкилдәре, скифтар һәм гректар, римлеләр һәм византийлылар, болғарҙар, хазарҙар, ҡыпсаҡтар (половцы), бәшәнәктәр (печенег), әрмәндәр һәм готтар теләп йәшәргә ынтылған урын булған. Ҡырымда урындағы һәм килмешәк элементтар нигеҙендә ҡырымлылар (уларға рустар «ҡырым татарҙары» тигән экзоэтноним биргән)[29]), урумдар[30], ҡырымчаҡтар[31] һәм ҡараимдар[32] формалашҡан. Ҡырымды Рәсәй империяһы яулап алғас, ярымутрауҙа рустар, украиндар, болғарҙар, немецтар һәм башҡа халыҡтар күренә башлаған.

Фороста йәкшәмбе сиркәүе

Ҡырым менән рәссам Иван Айвазовский, яҙыусылар һәм шағирҙар Александр Сергеевич Пушкин, Адам Мицкевич, Алексей Апухтин, Лев Николаевич Толстой, Антон Чехов, Максимилиан Александрович Волошин, Александр Степанович Грин, Аркадий Аверченко, Сергей Николаевич Сергеев-Ценский, Иван Алексеевич Бунин, шағирәләр Леся Украинка, Марина Цветаева һәм Юлия Друнина, ҡырым татар мәғрифәтселәре Исмаил исемдәре бәйле.

Дин

Ҡырымда диндәр

Ҡырым әҙәбиәттә һәм сәнғәттә

  • Александр Пушкин. «Баҡсаһарай фонтаны».
  • Лев Толстой. «Севастополь хикәйәләре».
  • Евгений Львович Марков. «Ҡырым очерктары».
  • Влас Михайлович Дорошевич. «Әҫәрҙәр йыйынтығы. III том. Ҡырым хикәйәләре».
  • Ҡырым легендалары.
  • Сергей Сергеев-Ценский. «Севастополь страдаһы».
  • Василий Аксёнов. «Ҡырым утрауы».

Ҡырым һынлы һүрәт сәнғәтендә (живопистә)

Айвазовский Иван Константинович. Феодосияла флот.
Иван Айвазовский. Аю-Даг күренеше.
Константин Алексеевич Коровин. Гурзуф. 1913
Карло Боссоли. Баҡсаһарай. 1857
Карло Боссоли. Евпатория
Г. Г. Мясоедов. Ялта порты. 1890
Архип Иванович Куинджи. Диңгеҙ. Ҡырым. 1898—1908

Астронимикала Ҡырым

Ҡырым ярымутрауы менән бәйле атаманы астероид, кесе планеталар йөрөтә: Таврида (814) (лат. Tauris) һәм Ҡырымстан (1140) (лат. Crimea) (беренсеһе боронғо атама менән бәйле, икенсеһе — хәҙерге атама менән бәйле), уларҙы 1916 йылдың 2 ғинуарында, 1929 йылдың 30 декабрендә Симеиз обсерваторияһында рәсәй (Союз Совет Социалистик Республикалар Союзы) астрономы Григорий Николаевич[33][34]Неуймин асҡан[35][36].

Фән

Ҡырымда — океанографик (Севастополдә һәм Керчтә), эколог-биологик (Ҡара-Дағ (вулкан массив) биостанцияһы), тарихи-археологик, курортологик, дөйөм медицина, аграр һәм шарап эшләп сығарыу, хәрби-космик, авиация һәм хәрби-диңгеҙ профилле эре ғилми үҙәктәр бар. Киң мәсьәләләр буйынса ғилми-тикшеренеү алып барған — В. И. Вернадский исемендәге Ҡырым федераль университеты, Севастополь дәүләт университеты, Ҡырым инженер-педагогик университеты эшләй. Ҡырымдың көньяғында Ҡырым астрофизик обсерваторияһы һәм уның филиалы — Симеиз обсерваторияһы урынлашҡан.

Ижтимағи сфера

Ҡырымда университет булдырыу тураһындағы проект XIX быуатҡа барып тоташа, ләкин тик 1918 йылда ғына ҡырым ғилми йәмәғәтселеге тырышлығы менән Таврия милли университеты асылған. 1922 йылда университеттың аграр факультеты махсус тармаҡлы Ҡырым ауыл хужалығы институтына әүерелә. 1931 йылда, тарихы 1918-1922 йылдарҙа Таврия университетының медицина факультетынан башланған, Ҡырым медицина институты асылған. Һуғыштан һуң квалификациялы техник кадрҙар етмәгәнлектән, уны тултырыу һәм ҡырым сәнәғәтен үҫтереү маҡсатында, Одесса политехник институты базаһында Севастополь приборҙар төҙөү институты (һуңғараҡ Севастополь милли техник университеты) барлыҡҡа килә. 1993 йылда депортация урындарынан кире әйләнеп ҡайтҡан халыҡ вәкилдәренән белгес әҙерләү маҡсатында Симферополдә Ҡырым инженер-педагогик университеты асылды. 2001 йылда ярымутрауҙағы юғары белем системаһында мөһим урын биләгән Мәскәү хөкүмәтенең ярҙамы менән Севастополдә Мәскәү дәүләт университетының Ҡара диңгеҙ филиалы эшләй башлаған. Ҡырым һаулыҡ һаҡлау тарихы антиклыҡ дәүеренә барып тоташа. Варварҙар һөжүмдәре менән бәйләнгән үҫеш булмаған дәүерҙән һуң, ҡырым медицинаһы XIII быуат аҙағында тергеҙелгән, Феодосия ҡала больницаһы асылған#История лечебного дела в Феодосии|больницы святого Иоанна в Феодосии]]. Ҡырым медицинаһының ысын үҫеше XIX быуаттың икенсе яртыһынан, Феликс Де Серр Сак күле батҡағының, тау итәгендәге урмандар һәм Көньяҡ яры климатының туберкулёз дауалаусы сифаттарын асҡас, башланған. Йәшәү кимәле үҫкән һайын эпидемиялар һирәгәйгән, тағун (чума) ҡырым ярҙарын ташлап киткән. Яңы тарих заманы башланғас, малярия сирен резко сикләү мөмкин булған, Ҡырым, һауыҡтырыу-профилактик һәм санатор-курорт учреждениелары эшләгән, йәшәү өсөн комфорт һәм хәүефһеҙ, урын булып танылған.

Туризм һәм ял итеү

[[Файл:Koktebel - beach.jpg|thumb Коктебель [[Файл:Boardwalk at Yalta Ukraine (3943047709).jpg|thumb|Ялта

Ҡырымдың курорт булараҡ үҫеш башы XIX быуаттың икенсе яртыһына тура килә. Транспорт бәйләнеше үҫеше менән Рәсәй империяһының Үҙәк губерналарының халҡына диңгеҙ курорттарына барып етеү еңелләшкән. Быуат рубежында йәйге резиденциялар: дача, вилла һәм һарайҙар төҙөү бумы күҙәтелгән. Беҙҙең көндәргә саҡлы һаҡланып ҡалған был биналар ҡырым ҡалаларының характерлы бер һыҙаты булып тора.

Ҡырым туризмының яңы, күп кеше йәлеп итерлек туризм этабы ленин декреттары менән бәйләнгән; Ҡырым, йөҙәр мең турист ҡабул итеп, «Бөтөн Союз һауыҡтырыусыһы» тигән почётлы исемгә лайыҡ булды. 1991 йылдан һуң курорт специализацияһы резко үҙгәргән, был ваҡытта санаторий дауалауынан бигерәк предпочитается пляж һәм әүҙем ялға өҫтөнлөк бирелә башлаған. Айырым ҡағиҙә буйынса ойошторолмаған туристар һан буйынса санаторийҙарҙа ял итеүселәрҙән байтаҡҡа күберәк тура килә.

Билдәле курорт райондары:

  • Ҡырымдың Көньяҡ яры — Ялта ҡала советы һәм Алушта ҡала советы регионы.
  • Көнбайыш яр буйы — Евпатория-Сак регионы.
  • Көньяҡ-Көнсығыш яр буйы — Феодосия ҡала советы һәм Судак ҡала советы регионы.

Ҡырым тауҙарын һәм урман биләмәләрен дәүләт һаҡлай. Ярымутрау территорияһында түбәндәге ҡурсаулыҡтар һәм заказниктар ойошторолған: Ҡырым тәбиғәт ҡурсаулығы, Ялта тау-урман тәбиғәт ҡурсаулығы, Мартьян морон тәбиғәт ҡурсаулығы, Ҡарадағ тәбиғәт ҡурсаулығы, Казантип тәбиғәт ҡурсаулығы һ.б.

Спорт

XIX быуатҡа Ҡырымда таулы туризм үҫешә башлаған. Рәсәйҙең башҡа урындарынан күпкә алдараҡ футбол популярлаша. 1920-се йылдарҙа көньяҡ-көнсығыш Ҡырым совет планеризмының тыуған еренә әйләнгән. Ҡырымда Иван Масимович Поддубный исеме менән бәйле грек-рим көрәш традициялары, һәм шахмат спорты үҫешкән. XIX быуат башында елкәнле спорт һәм дайвинг үҫеш алды. Шоссела велоспорт популяр. Ярымутрауҙың климаты һәм рельефы, велосипед командаларын йыйып, күнекмәләр (тренировка) үткәреү өсөн уңайлы.

  1. Crimea (ингл.). The Columbia Encyclopedia, 6th ed. (2015). Дата обращения: ғинуар 2016.
  2. Disputed Territories // The Territories of the Russian Federation 2015 / Europa Publications. — Routledge, 2015. — P. 307. — 346 p. — (Europa territories of the world series). — ISBN 1317445139, ISBN 9781317445135.
  3. Brian Glyn Williams /The Ethnogenesis of the Crimean Tatars. An Historical Reinterpretation /Journal of the Royal Asiatic Society (Third Series) / Volume 11 / Issue 03 / November 2001, pp 329–348. «With the collapse of the Armenian kingdom in Eastern Anatolia under the eleventh-century assaults of the Seljuk Turks, Armenian migrants began to arrive on the shores of the Crimean peninsula seeking refuge. By the 1400s two thirds of the great Genoese emporium on the Crimea's southern coast, Kaffa, for example, were Armenian and the Crimean peninsula was known in various sources from the period as Armenia Maritime or Armenia Magna. Armenian settlers in the Crimea built monasteries, tilled the soil and prospered under Italian rule and, in the process, became an important ethnic component of the south Crimean shore».
  4. Edward Allworth, The Tatars of Crimea: Return to the Homeland : Studies and Documents, Duke University Press, 1998, pp. 5-7.
  5. A. D. (Alfred Denis) Godley. Herodotus. Cambridge. Harvard University Press. vol. 2, 1921, p. 221.
  6. Александр Радьевич Андреев А. Р. История Крыма: Краткое описание прошлого Крымского полуострова.
  7. Изучение береговой зоны Крыма | Русское географическое общество
  8. http://www.green.crimea.edu/publik/doc/analiz.pdf 2014 йыл 26 октябрь архивланған.
  9. Горная энциклопедия. М.:"Советская энциклопедия", 1984—1991. Ст. «Украинская Советская Социалистическая Республика»
  10. Деградация береговой линии в результате воздействия природных и антропогенных факторов // EthnoWork Этнография и краеведение 2014 йыл 17 май архивланған.
  11. Украина оценивает ресурсы сланцевого газа на шельфе Крыма в $40 млрд. ИТАР-ТАСС, 14.04.2014
  12. Згуровская Л. Крым. Рассказы о растениях и животных. — Симферополь: Бизнес-информ, 1996. — С. 7.
  13. Атлас по географии Крыма (пояснительные таблицы к карте «Растительность») // под редакцией Саприной В. И. — С. 7.
  14. Переписи населения Российской Империи, СССР
  15. Всеукраїнського перепису населення 2001
  16. 16,0 16,1 Рәсәй империяһында 1897 йылғы беренсе дөйөм халыҡ иҫәбен алыу . Распределение населения по родному языку и уездам 50 губерний Европейской России — Таврическая губерния — без Бердянского, Днепровского и Мелитопольского уездов (севернее Крымского полуострова), но с Севастопольским градоначальством
  17. ru.wikipedia.org. 3 июня 2015 года прошла перепись населения в Крымском федеральном округе РФ. Руководитель Росстата Александр Суринов в Ялте представил основные итоги прошедшей в Крыму переписи. В Крымском федеральном округе переписано 2 млн 284,8 тыс постоянных жителей, из них 83% проживает в Республике Крым и 17% — в городе федерального значения Севастополе
  18. Максидов Анатолий Ахмедович. Исторические и генеалогические связи адыгов с народами Причерноморья
  19. Бартоломей Английский. О свойствах вещей //Матузова В. И. Указ.соч. — С. 85
  20. Пирожников А. И. История 10-го пехотного Новоингерманладского полка. Тула, 1913. 436 с разд. паг.; 60 л. ил.; 4 л. карт
  21. Вячеслав Зарубин. Голод 1921—1923 гг. в Крыму (по сводкам ЧК/ГПУ)
  22. 22,0 22,1 51-я армия (боевой путь).
  23. Сайт РККА. 106-я стрелковая дивизия.
  24. Сайт РККА. 32-я кавалерийская Смоленская Краснознамённая, ордена Суворова дивизия.
  25. Сайт Механизированные корпуса РККА. 3-я Крымская мотострелковая дивизия, с 10.10.41 — 172 стрелковая дивизия (II).
  26. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 30 июня 1945 30 «О преобразовании Крымской АССР в Крымскую область в составе РСФСР»
  27. Закон РСФСР от 25 июня 1946 г.25 Об упразднении Чечено-Ингушской АССР и о преобразовании Крымской АССР в Крымскую область
  28. Gwendolyn Sasse. The Crimea Question: Identity, Transition, and Conflict. — Harvard: Harvard Ukrainian Research Institute, 2007. — 384 pp. (Harvard Series in Ukrainian Studies, Book 74). — P. 152
  29. Куртиев Р. И., Когоношвили К. К. Этнический термин «татар» и этнос «крымские татары». / Сквозь века: народы Крыма. Вып. 1 // Ред. Н. Николаенко. — Симферополь: Академия гуманитарных наук, 1995.
  30. Баранова В. В. Тюркоязычные греки Приазовья. — 2007 г.
  31. Самойлович А. К вопросу о наследниках хазар и их культуры // Еврейская старина. — Л., 1924. — Т. XI.
  32. Артамонов М. И. История хазар. — Л., 1962. — С. 447.
  33. Ҡалып:IAU
  34. Ҡалып:Книга:Словарь имён малых планет
  35. Ҡалып:IAU
  36. Ҡалып:Книга:Словарь имён малых планет