Бохара
Ҡала | |
Бохара үзб. Buxoro / Бухоро | |
Ил | |
---|---|
Статус |
өлкәнең идари үҙәге |
Координаталар | |
Эске бүленеш |
3 ҡала, 8 район |
Нигеҙләнгән | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
500 |
Майҙаны |
39,4 км² |
Бейеклеге |
225±1 м м |
Климат тибы |
континенталь |
Рәсми теле | |
Халҡы |
272 500 кеше (2014) |
Милли состав | |
Конфессиональ составы |
мосолмандар, ғисабадтар, атеисттар һ. б. |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+998 365 |
Почта индексы |
712000—712200, 150100 — центральный Главпочтамт |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
20 (старого образца 1998—2008) |
Рәсми сайт | |
бүләктәр | |
Бохара (үзб. Buxoro / Бухоро) — Үзбәкстан ҡалаһы. Бохара өлкәһенең идари үҙәге.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Б.э.т. 1-се мең йыллыҡта барлыҡҡа килгән. Соғд телендә — Нумижкат. Тәүге тапҡыр ҡытай йылъяҙмаларында 5-се быуатта телгә алына.
Бохараға 2500 йыл самаһы. Уның барлыҡҡа килеүе тураһында легендалар һәи риүйәттәр күп. Берәүһендә Сиявуш батша улы Бохараға килгән дә Афрасиаб батша ҡыҙына өйләнгән һәм шунда Арк тип аталған нығытма төҙөгән.
Ҡала биләмәһендә мәҙәни ҡатлам 20 метрҙан ашыу: шул тәрәнлектә археологтар йорт-бина ҡалдыҡтары, һауыт-һаба һәм тәңкәләр, эш ҡоралдары һәм биҙәүестәр тапҡан. Улар б.э.т. V быуатҡа ҡарай.
Ҡаланың атамаһы төрлө быуаттарҙа, төрлө халыҡтарҙа төрлөсә исемләнгән. Ҡаланы төрлө дәүләттәр, мәҫәлән, төркиҙәр менән ғәрәптәр, яулап алып та торған.
Бохараның үҙәге — Арк нығытмаһы, унда хакимдар һәм уларҙың яҡындары йәшәгән. Нығытма тышында сауҙа-кәсеп биҫтәләре барлыҡҡа килгән, йәшәр урындар төҙөлгән. Был өлөш «шәһристан» тип аталған. Ҡала аша «Бөйөк Ебәк юлы» үткән. Бохарала 60 каруанһарай төҙөлгән, унда Һиндостандан, Ҡытайҙан, Персиянан һәм башҡа илдәрҙән сауҙагәрҙәр урынлаша торған булған.
Борон Бохара һәм уның тирәләре ҙур ҡәлғә менән уратып алынған булған.
Ислам дине таралыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]VII быуатта Бохараны ғәрәптәр баҫып ала һәм Ислам дине тарала башлай. Шул мәлдән мәсеттәр, манаралар, мәҙрәсәләр төҙөлә башлай.
Ҡала сәмәниҙәр дәүләтенә ингән осорҙа сәскә ата, был осорҙа Исмәғил Сәмәни хакимлыҡ итә (892—907), уның мавзолейы һаманғаса ҡаланы биҙәп тора.
X быуатта Бохара юғары мәҙәниәт үҙәгенә әйләнә. Бында бар донъяға танылған яҙыусылар, рәссамдар, ғалимдар эшләй: тарихсы Нәршаһи, шағирҙар Рудаки, Дәҡиҡи, табип, математик, энциклопедист Ибн Сина (Авиценна) һәм башҡалар.
Төрки Караханиҙар династияһы осоронда Арыҫлан хан (1102—1130) Бохара архитектураһы шедеврҙарының береһе — Ҡәлән мәсетен төҙөтә. Күпмелер ваҡыт бында шағир һәм ғалим Ғүмәр Хәйәм дә эшләп киткән.
XII быуатта Бохара оазисы Урта Азияла суфыйсылыҡ үҙәгенә әүерелә.
XIII быуатта Бохара Хорезмшаһтар дәүләтенә инә.
Монгол яуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1220 йылда Бохараны Сыңғыҙхан ғәскәре баҫып ала. Улар ҡаланы талай, аманаттар, әсирҙәр алып китә.
1238 йылда баш күтәреү рәхимһеҙ баҫтырыла.
1273 йылда ҡаланы сыңғыҙи Абаҡ хан башкиҫәрҙәре ҡаланы яндыра һәм талай. XIV быуатта Бохара һәм уның тирәһендә суфыйсылыҡ тәриҡәттәре көсәйә, уларҙың иң билдәлеһе — Баһауетдин Нәҡшбәнд.
XIV-XV быуаттарҙа Бохара тимериҙәр империяһына инә.
Был осорҙа баш ҡала Сәмәрҡәндкә күсә.
XVI—XX быуаттарҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәйбәниҙәр осоронда, Ғөбәйҙулла хан (1487—1540) хакимлыҡ иткәндә Бохара яңынан Бохара ханлығының баш ҡалаһына әүерелә. Был осорҙа Бохарала тиҫтәләрсә мәҙрәсә-мәсеттәр, каруанһарайҙар, сауҙа сатырҙары төҙөлә. Иң сәскә атҡан сағы — шәйбәни Абдулла хан II (1557—1598) осро.
1740 йылда ҡала фарсы шаһы — Нәдир шаһ ҡулына күсә.
1756 йылда Бохара ханлығы Бохара әмирлеге тип атала.
1868 йылда Бохара әмирлеге Рәсәй империяһына вассаллыҡ бәйлелегенә эләгә һәм уның протектораты статусы ала.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр 1910 йылда ҡалала 150 меңәл кеше йәшәгән тип раҫлай.Ҡалала 364 мәсет, 2 синагога, 50-нән ашыу баҙар булған.
Совет осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1920 йылдың 2 сентябрендә РККА өс көн утҡа тотоп, Бохараны ала. Әмир Сәйет Әлим-хан Афғанстанға ҡаса. Бохара әмирлеге юҡҡа сыға.
1938 йылдың 15 ғинуарынан Үзбәкстандың Бохара өлкәһе үҙәге.
- Бохара-Урал газ магистрален төҙөү
Газлиҙа (Үзбәк ССР-ы) табылған газды СССР-ҙың Европа һәм Көнсығыш өлөшөнә ебәреү өсөн газ үткәргес трассалар төҙөү үткән быуаттың 50 — 60-сы йылдарындағы ғәйәт ҙур эшкә әүерелә. 1961 йылда Бохара-Урал газ үткәргесе һалына башлай. Бик ҡатмарлы шарттарҙа ул Ҡараҡом, Ҡыҙылҡом сүлдәре, йырҙаһын үҙгәртеп торған Амударъя йылғаһы аша үтеп, Уралға килеп етә. Йылылыҡ биреү ҡеүәте буйынса өс ГЭС-ҡа торорлоҡ була ул[2].
Бохара-Урал газ магистрален һалыуҙа Башҡортостан йәштәре лә ҡатнаша. «Бохара-Урал» тигән йыр Башҡортостан радиоһы аша яңғырап тора[3]
Яҙыусы Тимерғәли Килмөхәмәтов «Газ генералы» тигән мәҡәләһендә хеҙмәт ветераны Фәнис Исхаҡовтың ошо магистралдә эшләгән осорон да һүрәтләй. Егет институтты тамамлағас, 1963 йылда ғаиләһе менән күсеп килеп, Бохара — Урал газ үткәргесе төҙөлөшөндә инженер, ремонт-тергеҙеү хеҙмәте начальнигы булып эшләй.1966 йылда Фәнис Исхаҡовты Бохара — Урал газ үткәргесенең Талдыҡ район идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр[4]
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2014 йылдың 1 ғинуарына 272,5 мең кеше йәшәгән[5].
- 1841 — 60—70 мең[6];
- 1911—100 мең[7]
- 1917—100 меңдән ашыу;
- 1939 — 59 мең;
- 1959 — 69 мең;
- 1970—112 мең;
- 1985—200 мең;
- 2014—272,5 мең.
Рәсми мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, үзбәктәр — 52 %, 24 % — тажиктар,6 % — һарттар ,6 % — урыҫтар, 5 % — төркмәндәр, 3 % — татарҙар, 1 % — корейҙар, 1 % — украиндар, башҡалар — 2 %[8].
Күпселек — мосолмандар, шулай уҡ нәсраниҙар һәм йәһүдиҙәр бар.
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вәлитов Раил Бәкер улы (18.01.1940), ғалим-химик-технолог, юғары мәктәп эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), техник фәндәре докторы (1973), профессор (1976). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984) һәм атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1981). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1985).
Башҡорттар менән бәйләнештәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бик күп башҡорт дин әһелдәре дини белемде Бохарала алған.
XIX быуат баштарына тиклем башҡорт шәкерттәренең күбеһе Бохара, Мысыр яҡтарына ғилем артынан юлланһа, быуаттың урталарында уларҙың байтағы мәктәп-мәҙрәсәләр хужаһы булып китә, һәм сит-ят яҡтарҙан килгән зыялылар ҙа уҡытыу эшенә йәлеп ителә. Р. Фәхретдиновтың «Аҫар» белешмәһендә алыҫ илдәрҙән килеп уҡытыусылар хаҡында ла мәғлүмәттәр бар. Мәҫәлән, Һибәтулла Салиховтың остазы — Вәлетдин бин Хәсән әл-Бағдади, Бағдад-Һиндостан-Хөрәсән-Бохара, Яйыҡ аша килеп, Ырымбур Ҡарғалыһында урынлаша һәм дәрестәр бирә башлай[9]
1913 йылда Зәки Вәлиди Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең ағзаһы итеп һайлана. Бер йылдан ул Бохара ханлығында тарихи эҙләнеүҙәр үткәрә һәм Санкт-Петербургта Рәсәй Фәндәр академияһының Рәсәй императоры археология һәм тарих йәмғиәтендә эш сәфәре тураһында телмәр менән сығыш яһай.[10]. Йәш ғалим Рәсәй Урта һәм Шәрҡи Азияны өйрәнеү комитеты һәм Император Фәндәр академияһы рөхсәте менән юлға сыға. 1914 йылдың 23 июнендә ул Бохаранан Шәһрисәбез ҡалаһы аша Сурхандаръя үҙәнендәге ҡалаларға йүнәлә, боронғо ҡулъяҙмалар, ҡомартҡылар эҙләй. Инде кире ҡайтып барғанда, 1914 йылдың 16 июлендә, Ҡаршы ҡалаһында туҡтай һәм ҡиммәтле табышҡа юлыға. Баҙарҙа бер һатыусының ниндәйҙер ҡулъяҙмалараға төрөп дарыу һатыуын күреп, ҡағыҙҙы һатып ала. Ҡулъяҙма боронғо Ҡөрьән тәфсире булып сыға. Вәлиди Ҡаршынан 1914 йылдың 23 июлендә яңынан Бохараға йүнәлә. Бохара әмирлегендә Зәки Вәлиди барлығы 23 ҡулъяҙма табып, бер нисә китап һатып алып ҡайта.
В. В. Бартольд ҡулъяҙманы XI быуаттан алда яҙылған тип фекер белдерә. А. К. Боровков XII—XIII быуаттарҙыҡы тип һанай. Шулай ҙа Тәбәриҙең төркисә тәфсиренән алынған тип фараз иткәндә, ул X быуат аҙағына ҡарауы ихтимал[11].
Зәки Вәлиди 1917 йылғы инҡилабтан һуң үзбәк сәйәсмәндәре менән дә бәйләнеш тота. Улар араһында Бохара хажиҙары нәҫеленән сыҡҡан бай кеше, миллионер, сауҙа эше менән төрлө илдәрҙә йөрөгән, төрлө даирәләр менән аралашҡан Фәйзулла Хужаев. Уның фамилиялашы Усман Хужаев һәм Фәйзулла Хужаевтар Мәскәүгә барышлай Ырымбур станцияһында Дутов офицерҙары ҡулына төшә, уларҙы ҡыҙылдар шпионы тип төрмәгә ултыртып ҡуялар. Төрмәнән һәм үлемдән уларҙы Ә.Вәлиди ҡотҡарып ҡала[12]
Бохара ханлығына илсе булып та барған башҡорт кешеһе — ул Өфө өйәҙе башҡорто Мәҡсүт мулла Юнысов.
Ш. Мәржәни менән Р. Фәхретдиновтың хеҙмәттәрендә телгә алынған Ҡазан өйәҙенең Ура ауылынан Юныс ахундың улы Мәҡсүттең, Бохара ханлығына Рәсәй илсеһе Ф. Беневениҙың курьеры, урыҫ тотҡондарын азат итеү буйынса ҡарағалпаҡтар менән һөйләшеү алып барған Өфө өйәҙе башҡорто Мәҡсүт мулла Юнысовтың бер үк шәхес булыуы нигеҙләнә[13]
Башҡорттар менән һарттар бәйләнеше әлегәсә һаҡланып ҡалған «һарт» тигән атамаларҙан күренә. «Һарт-Науруз ауылы» тигән риүәйәттә ошо асыҡ сағыла. Риүәйәттең башланған өлөшөндә Бохара яғынан «ҡайтҡан» кешеләр хаҡында былай тиелә: «Элек Кәлсер исемле бер ҡарт Бохара яғынан ҡайтҡан кешеләргә ошо ерҙәрҙән урын күрһәткән. Был кешеләрҙең ҡарт-ҡоролары үҙ-ара һәр саҡ һарт телендә һөйләшер булғандар. Шуға күрә уларҙы „һарт“ тип йөрөткәндәр»[14].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Новые автомобильные номера Узбекистана. Справочник Узбекистана—Золотые Страницы
- ↑ А. П. Моисеев
- ↑ Галина Григоренко. Стройка минувшего лета
- ↑ [1](недоступная ссылка)Т. Килмөхәмәтов. Газ «генералы»(недоступная ссылка)
- ↑ Статистический буклет «О населении языком цифр» 2014 йыл 14 октябрь архивланған.
- ↑ Н. В. Ханыков. Описание Бухарского ханства. — СПб., 1843.
- ↑ Логофет Д. Н. Бухарское ханство под русским протекторатом — СПб., 1911. т.2, стр.186
- ↑ Viloyat haqida - Shahar va tumanlar . Архивировано 7 апрель 2014 года. 2014 йыл 7 апрель архивланған.
- ↑ Зәйтүнә Шәрипова. Мәғрифәт усағының яҡтыһы
- ↑ Салихов А. Г. Научная деятельность А. Валидова в России. — Уфа: Гилем, 2001, С.100-103.
- ↑ Салихов А. Г. Научная деятельность А. Валидова в России. — Уфа: Гилем, 2001, С.103-105.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы
- ↑ Бохараны гиҙгән башҡорт(недоступная ссылка)
- ↑ Баҫма башҡорт халыҡ ижады, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн файҙалы ҡулланма буласаҡ [2](недоступная ссылка)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вольф В. Это и есть счастье // Урал. следопыт. 1963. № 1
- Ткаченко Е. Труба тебе, Аденауэр! / Е. Ткаченко, Б. Телешов. Ч., 1963
- Лопоян Г. С. Великая магистраль. Свердловск, 1964
- Матусяк В. Стальной меридиан // Координаты подвига. Ч., 1968
- Шнейвайс Р. Трасса дружбы // Урал — земля дружбы. Ч., 1982.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Из Стамбула в Ташкент: Фотопленки Поля Надара (1890). Часть 10. Бухара
- Галина Григоренко. Стройка минувшего лета [3]
- Т. Килмөхәмәтов. Газ «генералы» [4](недоступная ссылка)