Нәҡшбәндиә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нәҡшбәндиә
ғәр. الطريقة النقشبندية

Бохара янындағы Б. Нәҡшбәнд мавзолейы
Башҡа исемдәре:

Нәҡшбандиә тәриҡәте

Дин:

ислам

Ағым:

сөнниселек

Нигеҙләнгән:

XIV быуат

Нигеҙләүсе:

Баһаутдин Нәҡшбәнд

Илдәр:

Урта Азия, Һиндостан, Төркиә, Балкан, Ғәрәбстан

Төбәктәр

Волга-Урал, Төньяҡ Кавказ

Нигеҙләүселәр

Ғәләүетдин Аттар, Ғөбәйҙулла Шаши

Нәҡшбәндиә (ғәр. الطريقة النقشبندية‎, фарс. نقشبندی) — суфыйҙар тәриҡәте.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Етәкселәренең береһе Баһаутдин Нәҡшбәнд (1318—1389) исеме менән аталған. Урта Азия хәнифәттәре араһында барлыҡҡа килә. Төп идеяһы — шәхес азатлығы, йәмғиәт тормошонда ҡатнашыу, һөнәр, игенселек һәм сауҙа менән шөғөлләнеү.

Уның юлы 10 мәҡәмдән тора, унан барған тәриҡәттең 11 принцибына (тәүбәгә килеү, сабырлыҡ, уяулыҡ, тын алышты көйләү һ. б.) таянырға тейеш. Тәүге өс принциптары Баһаутдин Нәҡшбәнд менән, ә ҡалғандары Ғәбделхалиҡ әл-Гидждувани менән төҙөлә[1].

Нәҡшбәндиә йолаһының нигеҙен тын зекер (Алла исемен, ҡысҡырып әйтеүҙән айырмалы, эстән ҡабатлап тороу) һәм сөхбә (остаз менән мөриттең юғары рухи кимәлдәге даими әңгәмәләре) тәшкил итә. XV быуат алып — мосолман донъяһында иң киң таралған тәриҡәттәрҙең береһе. Урал-Волга буйы төбәгендә башҡорттар араһында нәҡшбәндиә таралыу алған тармаҡтары: мөджәддидиә (XVIII быуаттан алып) һәм хәлидиә (XIX быуаттың 2‑се яртыһы). XIX быуаттың 70-се йылдарынан алып З. Х. Рәсүлев тәриҡәттең рухи остазы була, уның эшмәкәрлегенең беренсе йылында 7 меңдән ашыу кеше (башлыса Урал аръяғы башҡорттары) нәҡшбәндиә мөритенә әүерелә; ул урындағы мосолмандарға ҡысҡырып зекер әйтеүҙе, Мәүлит байрамын билдәләүҙе, тиҫбе тартыуҙы һ.б. индерә.

Башҡортостанда Вәлидовтар, Ғ. Ғ. Ҡорбанғәлиев, М. Ғ. Ҡорбанғәлиев, Х. Һатлыҡов һ. б. Нәҡшбәндиә тәриҡәтендә була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Акимушкин О. Ф. Накшбандийа // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 186—187.
  • Али-заде, А. А. Накшбендиты (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.
  • Янгузин А. Р. Духовный мир суфиев. — Уфа, 2007.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]