Эстәлеккә күсергә

Сурхандаръя

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сурхандарья
Характеристика
Оҙонлоғо 175 км
Бассейн 13 500 км²
Һыу сығымы 65,8 м³/с
Һыу ағымы
Инеше ҡушылған йылғалар: Тупалаңдарья менән Ҡаратағ
 · Координаталар 38°18′41″ с. ш. 68°00′42″ в. д.HGЯO
Тамағы Амударья
 · Координаталар 37°12′17″ с. ш. 67°18′39″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Амударья → Большое Аральское море

Ил Үзбәкстан Үзбәкстан
Регион Сурхандаръя өлкәһе
Сурхандаръя (Үзбәкстан)
Точка
Точка
— инеше, — тамағы

Сурхандаръя — Үзбәкстандағы йылға, Амударъя йылғаһының уң ҡушылдығы.

Сурхандаръя үҙәнендәге Зәки Вәлиди юлы төшкән Гузар. Боронғо кәшәнә. Тарихи ҡомартҡы. 2000
Үзбәкстан. Гузар. Башҡортостан сығышлы ғаилә, был ҡалаға яҡташтарҙың күпселеге газ магистрале үткәреү өсөн килеп тороп ҡалған.

Ғәҙәттә йылғаның атамаһын тажик йәки фарсы теленән алынған тип аңлаталар — (таж. сурх — ҡыҙыл, даръя — йылға)[1].

Шулай уҡ төркмәндәрҙең сурх, сурхи тигән ырыуынан булыу ихтималы бар[2]

Сурхандаръя ике йылға — Тупалаңдарья (Тупалаң) һәм Ҡаратағ — ҡушылыуҙан барлыҡҡа килгән. Ул йылғалар Гиссәр һыртынан ағып төшә. Сурхандаръяның оҙонлоғо 175 км тәшкил итә (Ҡаратағ башынан иҫәпләһәң — 287 км), бассейнының майҙаны 13 500 км². Ташҡан ваҡыты июндән август айына тиклем, яуым-төшөмдән тулылана. Тамағында һыу 6 км аралыҡта (Мангузар ауыҙы) уртаса 65,8 м³/с күләме тулылығында. Был йылғала Көньяҡ Сурхан һыуһаҡлағысы төҙөлгән.

Йылға үҙәнендә арыҡтар менән һуғарып юғары сортлы мамыҡ үҫтерәләр. Һыуҙы күпләп ҡулланыу һөҙөмтәһендә йылғаның түбән ағымына, тамағына табан ныҡ минералләшә һәм 1 г/л күрһәткесенә барып баҫа. Көньяҡ Сурхан һыуһаҡлағысы бассейнында дөйөм алғанда — 6 ГЭС, дөйөм ҡеүәте 2,3 млн кВт-ҡа етә. Йылға Денау, Джаркурган, Термез ҡалаларын һыу менән тәьмин итә.

Был йылға үҙәне бөйөк башҡорт шәхесе Зәки Вәлиди эҙҙәрен дә һаҡлай.

1913 йылда Зәки Вәлиди Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең ағзаһы итеп һайлана. Шул йылда профессор Н. Ф. Катанов тәҡдиме буйынса Зәки Төркөстандың Фирғәнә өлкәһенә ғилми командировкаға ебәрелә. Киләһе йылына ул Бохара ханлығына юллана һәм Санкт-Петербургта Рәсәй Фәндәр академияһының Рәсәй императоры археология һәм тарих йәмғиәтендә Төркөстанға ғилми сәйәхәттәре тураһында доклад менән сығыш яһай. Уңышлы сығыш яһап, ул Урта Азияла ғилми эҙләнеүҙәрҙе дауам итергә рөхсәт һорай. Әммә бының өсөн финанс булмай сыға[3]. Шуға ҡарамаҫтан, йәш ғалимға В. В. Бартольдтың тел ярҙамы менән Рәсәй Урта һәм Шәрҡи Азияны өйрәнеү комитеты һәм Император Фәндәр академияһы юлға сығырға рөхсәт бирә. 1914 йылдың 23 июнендә ул Бохаранан Шәхрисәбз ҡалаһы аша аша Сурхандаръя үҙәнендәге ҡалаларға йүнәлә, Гузар, Байсун һәм башҡа ҡалаларҙа боронғо ҡулъяҙмалар эҙләй. Артабан Ҡаршы ҡалаһына юл тота. Был сәфәренән Зәки Вәлиди ҡиммәтле табыш — Ҡаршы ҡалаһында боронғо Ҡөрьән тәфсире, барлығы 23 ҡулъяҙма табып, бер нисә китап һатып алып ҡайта[4].

Ҡыҙыл китапҡа ингән үҫемлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сурхандаръя өлкәһендә Үзбәкстандың Ҡыҙыл китабына ингән үҫемлектәр арта бара*[5]

Ябай гранат
Анна Акантолимоны
Сәсеү шпажнгы
Эдуард рябчигы


  1. Поспелов Е.М. Географические названия мира: Топонимический словарь. — М., 1998.
  2. Сурхандаръя [1]
  3. Салихов А. Г. Научная деятельность А. Валидова в России. — Уфа: Гилем, 2001, С.100-103.
  4. Салихов А. Г. Научная деятельность А. Валидова в России. — Уфа: Гилем, 2001, С.103-105.
  5. Красная книга Республики Узбекистан : Редкие и исчезающие виды растений и животных : в 2 т.. — 3-е изд. — Ташкент : Chinor ENK, 2009. — Т. 1 : Растения и грибы / У.П. Пратов. — 356 с.
  • [ Сурхандарья] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  • ВОДНЫЕ АРТЕРИИ УЗБЕКИСТАНА[2]