18 август
Перейти к навигации
Перейти к поиску
18 август | |
![]() |
18 август — григориан стиле буйынса йылдың 230-сы (кәбисә йылында 231-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 135 көн ҡала.
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Болгария: Изге Иоанн Рыльский көнө.
Рәсәй: Географтар көнө.
Әзербайжан: Сик һаҡсылары көнө.
Ҡаҙағстан: Сик һаҡсылары көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1586: Өфө ҡала статусын ала. Тарихи Башҡортостан территорияһында Өфө өйәҙе ойошторола.
- 1682: 10 йәшлек Пётр I Бөйөк Рәсәй Батшаһы итеп иғлан ителә.
- 1782: Санкт-Петербургта Пётр I-гә «Баҡыр һыбайлы» һәйкәле асыла.
- 1845: Рәсәй География йәмғиәте ойошторола.
- 1900: Рәсәй империяһы инженеры Константин Перский дөйөм ҡулланылышҡа «телевидение» һүҙен тәҡдим итә.
- 1955: Башҡортостан уҡытыусыларының I съезы эш башлай.
- 1994: Башҡортостан һәм Абхазия араһында «Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеү»гә ҡул ҡуйыла.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Басманов Гавриил Иванович (1920—1.03.1945), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, уҡсылар ротаһы элемтәсе-радисы, рядовой. Советтар Союзы Геройы (1943).
- Рождественский Александр Петрович (1920—12.12.2007), ғалим-геолог, йәмәғәтсе. 1952 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Геология институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1954 йылдан сектор мөдире, 1968—2007 йылдарҙа лаборатория мөдире, баш ғилми хеҙмәткәр; бер үк ваҡытта 1961—1974 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты, 1971—1973 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы. 1965—1992 йылдарҙа СССР География йәмғиәтенең Башҡортостан филиалы рәйесе. Геология минералогия фәндәре докторы (1967), профессор (1976). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980). Рус география йәмғиәтенең почётлы ағзаһы (1980). Сығышы менән хәҙерге Һарытау өлкәһенең Арҡаҙаҡ ҡалаһынан.
- Мушкина Светлана Леонидовна (1950), хеҙмәт ветераны, тележурналист. 1978 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2003). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Шилов Сергей Леонидович (1955), ғалим-хирург. 1979 йылдан Златоуст ҡалаһының «Булат» производство берекмәһенең медик-санитария бүлеге, 1997 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы табибы, бер үк ваҡытта 2000 йылдан БДМУ уҡытыусыһы, 2014 йылдан Өфөләге 43-сө поликлиника табибы. Медицина фәндәре докторы (2008). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әхәтов Искәндәр Шәүкәт улы (1956), Рәсәй ғалимы, физик-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2002). Физика-математика фәндәре докторы (1991), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001), Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1985).
- Алтынбаев Рәнис Рәйес улы (1976), дәүләт, мәҙәниәт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим, ҡурайсы-педагог, йырсы. 2011 йылдан Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары.Филология фәндәре кандидаты (2013). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2019).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хисамова Рәмзиә Ислам ҡыҙы (1947), СССР һәм Рәсәй театр актёры. 1969 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Горбушина Нәфисә Муллайән ҡыҙы (1923), хеҙмәт ветераны, 1956—1974 йылдарҙа Өфөләге «Мир» тегеү фабрикаһының (аҙаҡ фирмаһының) тегеүсе-моторисы, смена мастеры һәм өлкән мастеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Яңы Һынташ ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Трахтенберг Орест Владимирович (1889— 23.05.1959), ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1939—1959 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Философия институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфөлә эвакуацияла булғанда (1943—1945) К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы, 1944 йылдан — марксизм-ленинизм кафедраһы мөдире. Философия фәндәре докторы (1939). РСФСР‑ҙың Педагогия фәндәре академияһы академигы (1947). Сталин премияһы лауреаты (1943). Сығышы менән Санкт-Петербург ҡалаһынан.
- Ҡолсонбаев Фәрит Кинйәбай улы (1949), хужалыҡ эшмәкәре. 1993—1999 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, 2001—2003 йылдарҙа — хакимиәт башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Ҡәҙербаев Фуат Моталип улы (1949), ғалим-тау инженеры, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, педагог. 1985—2000 йылдарҙа Нефтекама быраулау идаралығы начальнигы, 2000—2019 йылдарҙа — Нефтекама нефть колледжы директоры. Техник фәндәр кандидаты (1993). Нефтекаманың ике саҡырылыш (1984—1992) ҡала Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (1997) һәм Рәсәй Федерацияһының почётлы (2004) нефтсеһе, Башҡортостандың мәғариф отличнигы (2004). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районы Билән ауылынан.
- Рөстәм Хәмитов (1954), Башҡортостан Республикаһының икенсе Президенты. 2015—2018 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы.
- Хәлитов Динар Дидар улы (1959), архитектор, дәүләт эшмәкәре. 2017 йылдан Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған архитекторы (2004). Рәсәйҙең почётлы архитекторы (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1750: Антонио Сальери, Австрия композиторы, дирижёр һәм педагог.
- 1810: Жюль-Жозеф Перро, Франция бейеүсеһе, балетмейстер.
- 1815: Александр Миддендорф, Рәсәй империяһының тәбиғәт фәндәре белгесе, сәйәхәтсе, Петербург Фәндәр академияһы ағзаһы.
- 1830: Франц Иосиф I, дәүләт эшмәкәре, 1848—1916 йылдарҙа Австрия императоры һәм 1867—1916 йылдарҙа Венгрия короле, Беренсе донъя һуғышын башлаусы.
- 1890: Вальтер Функ, Германия журналисы, иҡтисадсы.
- 1925: Брайан Олдисс, Англияның фантаст яҙыусыһы.
- 1940: Дмитрий Китаенко, дирижёр һәм педагог, СССР-ҙың халыҡ артисы (1984).
- 1945: Винс Мелоуни, Австралия музыканты, «Bee Gees» төркөмөнең элекке гитарисы.
- 1945: Владимир Мигуля, СССР композиторы, йырсы.
- 1950: Деннис Эллиотт, Британия музыканты, скульптор, «Foreigner» төркөмөнең элекке барабансыһы.
- 1980: Эстебан Матиас Камбьяссо Дело, Аргентина футболсыһы, милли йыйылма команданың ярым һаҡсыһы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]