Алтынбаев Рәнис Рәйес улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Алтынбаев Рәнис Рәйес улы
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 18 август 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (43 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Белорет районы, Инйәр ауылы
Һөнәр төрө ғалим, дәүләт хеҙмәткәре, педагог, йырсы, йәмәғәт эшмәкәре
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә филология фәндәре кандидаты[d]

Алтынбаев Рәнис Рәйес улы (18 август 1976 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим, ҡурайсы-педагог, йырсы. 2011 йылдан Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары. Филология фәндәре кандидаты (2013). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2019).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәнис Рәйес улы Алтынбаев 1976 йылдың 18 авгусында Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Белорет районы Инйәр эшселәр ҡасабаһында (2004 йылдың 17 декабренән Инйәр ауылы) тыуған.

1994 −1995 уҡыу йылында ошо уҡ райондың Шығай ауылы мәктәбендә музыка уҡытыусыһы булып эшләй.

1995 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтына[1]уҡырға инә һәм уны «ҡурай класы уҡытыусыһы» һәм «халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле етәксеһе» һөнәрҙәре буйынса 2000 йылда тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының Республика халыҡ ижады үҙәгендә әйҙәүсе белгес булып дауам итә. Артабан Үҙәктең милләт— һәм төбәк—ара бәйләнештәр бүлеге етәксеһе була.

2007 йылда Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры итеп тәғәйенләнә.

2008 йылда ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай һәм «юрист» һөнәренә эйә була.

2011 йылдың июненән Рәнис Алтынбаев Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә һәм бөгөнгө көндә лә шунда эшләй[2].

2019 йылдың мартында Рәнис Алтынбаевҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде[3].

Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2013 йылда Ҡазан ҡалаһында ҡатай башҡорттары ижадын өйрәнеүгә арналаған «Фольклор башкир-катайцев (эпическое, лирическое и обрядовое творчество)» тигән темаға диссертация[4] яҡлай һәм «филология фәндәре кандидаты» тигән ғилми дәрәжә ала.

Гәзит һәм журналдарҙа баҫылған мәҡәләләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рәнис Алтынбаев. Ҡатай башҡорттары фольклоры. «Ағиҙел» журналы, 2012, № 8[5].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәнис Алтынбаев — әүҙем йәмәғәтсе. 2002 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнаша. 2010 йылда III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (Конгресы) делегаты итеп һайлана[6].

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шағир, йырҙар ижад итеүсе[7] һәм һәүәҫкәр йырсы[8] булараҡ, Рәнис Алтынбаев һуңғы йылдарҙа төрлө быуын тамашасылары араһында киң билдәлелек яулай бара[9].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2019).
  • «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге хеҙмәттәре өсөн» билдәһе (2003)
  • Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почёт грамоталары.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]