Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Заһир Исмәғилев исемендәге
Өфө дәүләт сәнғәт институты[1].
Элекке исеме

Өфө дәүләт сәнғәт академияһы[1]

Асылған йылы

1968

Ректор

Әсфәндиәрова Әминә Ибраһим ҡыҙы

Урынлашыуы

Өфө, Рәсәй Рәсәй

Юридик адресы

Ленин урамы, 14

Сайт

http://ufaart.ru

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты — 1968 йылда асыла, 2003 йылда уға «академия» — Юғары һөнәри белем биреү федераль дәүләт учреждениеһы — статусы бирелә. Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының 2015 йылдың 8 декабрендәге бойороғона ярашлы академия үҙенең тарихи исемен кире ҡайтарҙы һәм 2016 йылдан «Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты» тигән атама йөрөтә[1].

Үҙендә консерваторияны, театраль һәм художество вуздарын берләштергән, Башҡортостан өсөн уникаль уҡыу йорто. Шул уҡ ваҡытта академия — Көнсығыш һәм Көнбайыш Европа тенденциялары берләштерелгән, ә Башҡортостан Республикаһының үҙенсәлекле милли мәҙәниәте академик традициялар менән байытылған, Рәсәйҙең төп юғары уҡыу йорттарының береһе.

Сәнғәт институтының биш факультетында 20 кафедра педагогтары 12 һөнәр һәм 19 юғары һөнәри белем буйынса белгестәр әҙерләй. Тәүге йылдарҙан алып бөгөнгә тиклем юғары уҡыу йорто 4000-дән ашыу юғары квалификациялы сәнғәт өлкәһе белгесе әҙерләп сығарҙы.

Институтта 119 штатлы уҡытыусынан — 3 академик, 4 фән докторы, 28 кандидат, 20 профессор, 42 доцент, 3 дәүләт премияһы лауреаты, 12 халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, 47 кеше Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының почетлы исеменә лайыҡ булған.

Өфө дәүләт сәнғәт институты структураһында ике концерт залы, күсмә видеоаппаратура, видеокассеталар, күргәҙмә әсбаптары, иллюстрациялы баҫмалар, методик материалдар менән йыһазландырылған уҡыу аудиториялары, дирижерлыҡ итеү буйынса күнекмәләр өсөн махсус кластар, фольклор кабинеты бар, һирәк осрай торған музыка ҡоралдары коллекцияһы музейы, тауыш яҙыу лабораторияһы, компьютер, аудио-видеотехника менән йыһазландырылған музыка тыңлау класы, спорт һәм тренажер залдары бар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]