Нурғәлин Зиннур Әхмәҙиә улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Нурғәлин Зиннур Әхмәҙиә улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 4 октябрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (90 йәш)
Тыуған урыны СССР, Әбйәлил районы, Ташбулат ауылы[1]
Һөнәр төрө ғалим, журналист, педагог
Биләгән вазифаһы ректор[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Уҡыу йорто Силәбе дәүләт педагогия университеты[d]
Ғилми исем академик[d] һәм профессор[d]
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре кандидаты[d] һәм филология фәндәре докторы[d][1]
Эш урыны Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Нурғәлин Зиннур Әхмәҙиә улы (4 октябрь 1928 йыл) — әҙәбиәт белгесе, театр тәнҡитсеһе, публицист, юғары мәктәп етәксеһе һәм уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (2002), тарих фәндәре кандидаты (1968), филология фәндәре докторы (1984), профессор (1985). 1962 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1978 йылдан — Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1978). Ким Әхмәтйәнов исемендәге премия лауреаты (2003). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2018).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Зиннур Әхмәҙиә улы Нурғәлин[2] 1928 йылдын 4 октябрендә Башҡорт АССР-ының Тамъян-Ҡатай кантоны[3]Ташбулат ауылында тыуған.

1942 йылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай, 1944 йылға тиклем колхозда эшләй. Темәс педагогия училищеһында белем ала.

Артабан өс институт тамамлай — 1953 йылда Силәбе педагогия институтын, 1959 йылда — Өфө ҡалаһында Юғары партия мәктәбен, 1968 йылда — КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһын. Бында тарих фәндәре буйынса кандидатлыҡҡа эйә була. Ә 1982 йылда Ҡаҙахстан Фәндәр Академияһынын Сәнғәт институтында докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1944—1953 йылдарҙа тыуған Әбйәлил районы ауылдары мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. 1952 йылдан КПСС ағзаһы.

1953—1955 һәм 1959—1965 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзитендә хеҙмәт һала: 1953—1955 йылдарҙа хәбәрсе, әҙәби хеҙмәткәр, 1960 йылдан — бүлек мөдире, 1962 йылдан — баш мөхәррир урынбаҫары була.

1968 йылдан — Өфө дәүләт сәнғәт институтында марксизм-ленинизм кафедраһы мөдире, 1988 йылдан алып 2000 йылға тиклем — ректоры була. 2000 йылдан — философия һәм тарих кафедраһы, 2010 йылдан — гуманитар һәм социаль фәндәр кафедраһы мөдире.

Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғалим 200-гә яҡын ғилми хеҙмәт авторы. Ул әҙәбиәт тарихының теоретик аспекттарын, башҡорт музыка сәнғәте үҫешен, башҡорт сәнғәтенең Евразиялағы башҡа этномәҙәниәттәр менән бәйләнешен өйрәнә. Күп кенә хеҙмәттәре Ғабдулла Амантайҙың ғилми эшмәкәрлеген, XIX быуаттың 30-сы йылдарында республика Яҙыусылар союзының әҙәби тормошон яҡтырта. Хәҙерге башҡорт әҙәби теленә, театрға арналған хеҙмәттәре лә бар.

Зиннур Нурғәлин ҡыҙыҡһынған өлкә — башҡорт әҙәбиәте тарихының теоретик аспекттары, башҡорт традицион музыка сәнғәте үҫеше, башҡорт мәҙәниәтенен Евразия этномәҙәниәттәре менән үҙ-ара мөнәсәбәте. Ул Ғабдулла Амантай фәнни һәм ижади эшмәкәрлеген, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының ХХ быуаттың 30-сы йылдарындағы эшен өйрәнә. Ғалим театр тәнҡитсеһе булараҡ та киң билдәле.

Унын тәҡдиме менән Өфө дәүләт сәнғәт институтында башҡорт музыканттарын әҙерләй башлайҙар. Зиннур Әхмәҙиә улы — өс академия: Ижтимағи фәндәр, Халыҡ-ара төрөк һәм Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (һуңғыһының почетлы академигы).

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рәсәй Мәҙәниәт фондынын Башҡортостан филиалы Президиумы рәйесе (1991—2012).
  • Башҡортостан Республикаһының Фольклор фонды рәйесе (1992—2000).
  • Халыҡ-ара Төрки академияһынын вице-президенты (1997 йылдан алып).

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

100-ҙән артыҡ фәнни хеҙмәт һәм 9 монографияға тупланған әҙәби-тәнҡит мәҡәләләре авторы, шул иҫәптән төп хеҙмәттәре:

  • Герой һәм заман. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1975.
  • Идея берҙәмлеге юлында. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1975.
  • Интернационалистическая по духу. Уфа: Башкирское книжное издательство, 1984.  (рус.)
  • Культурное строительство в Башкирской АССР. 1917—1941 гг.: Сборник документов и материалов / Ответственный редактор. Уфа: Башкирское книжное издательство, 1986.  (рус.)
  • Билдәлелек яктыhында. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992.
  • Ағиҙел ҡайҙан башлана? Өфө: Китап, 1997.
  • Ваҡыттың өҙөлмәҫ бәйләнеше. Өфө: Китап, 1999.
  • Дәүерҙәр һулышы. Өфө: Китап, 2003.
  • Горизонты за горизонт. Уфа: Гилем, 2008.  (рус.)
  • Хәҡиҡәт бәхәстә тыуа. Өфө: Китап, 2008.
  • Госуда рственный язык — дух Отчизны. Уфа: Гилем, 2008.  (рус.)
  • Башкирский язык: от государственного к литературному. Уфа: Гилем, 2013.  (рус.)
  • Дәүләт теле: цивилизациялы һәм милли беришлек. Өфө: Китап, 2013.
  • Театрҙын шинмәҫ шишмәһе. Сәхнә күрке — туған тел. Өфө, 2013.
  • Рәсәй һәм Көнсығыш: филология һәм философия. Өфө, 2014.
  • Башкортостан — зеркало Евразии. Уфа: Гилем, 2014.  (рус.)
  • Три диалекта башкирского языка. Уфа: Гилем, 2015.  (рус.)

Ғалим ваҡытлы матбуғатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәнни-популяр һәм башҡа мәҡәләләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Быуаттарға торошло мираҫ. «Башҡортостан» гәзите, 2018, 8 июнь[4].
  • Дәүләт теле – ил тотҡаһы. «Башҡортостан» гәзите, 2018, 31 ғинуар[5].

Уға арналған материалдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Салауат Юлаев ордены (2018)[8][9].
  • Ким Әхмәтйәнов исемендәге премия лауреаты (2003).
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1978).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Башкирская энциклопедияБашкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. Башҡортостан Республикаһынын фәндәр акдемияһы- Нурғалин Зиннур Әхмәҙиә улы. Тәүге сығанаҡтан архивланған 5 февраль 2013. 21 ғинуар 2013 тикшерелгән.
  3. хәҙер Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы
  4. «Башҡортостан» гәзите, 8 июнь 2018 йыл (Тикшерелгән 1 октябрь 2018)
  5. «Башҡортостан» гәзите, 2018, 31 ғинуар (Тикшерелгән 1 октябрь 2018)
  6. «Башҡортостан» гәзите, 2018, 2 октябрь (Тикшерелгән 2 октябрь 2018)
  7. «Йәшлек» гәзите, 2015, 16 октябрь (Тикшерелгән 6 октябрь 2018)
  8. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров дәүләт наградаларын тапшырҙы. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 26 декабрь 2018 йыл
  9. СПИСОК награждённых государственными наградами Российской Федерации и Республики Башкортостан (Тикшерелгән 27 декабрь 2018)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)  (Тикшерелгән 30 сентябрь 2018)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)  (Тикшерелгән 30 сентябрь 2018) }
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.  (Тикшерелгән 30 сентябрь 2018)
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)  (Тикшерелгән 30 сентябрь 2018)