Әсфәндиәрова Әминә Ибраһим ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әминә Ибраһим ҡыҙы Әсфәндиәрова
Тыуған көнө:

27 июль 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (58 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Ғилми өлкәһе:

Сәнғәт

Эшләгән урыны:

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты

Ғилми дәрәжәһе:

сәнғәт фәндәре кандидаты

Ғилми исеме:

профессор

Уҡыу йорто:

Өфө дәүләт сәнғәт институты

Ғилми етәксеһе:

профессор Л. Н. Шәймөхәмәтова

Билдәләлек алған:

Заһир Исмағилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты ректоры (2013 йылдан)

Награда һәм премиялары


Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2008)

Әсфәндиәрова Әминә Ибраһим ҡыҙы (27 июль 1961 йыл) — сәнғәт белгесе, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты ректоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2008).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әминә Ибраһим ҡыҙы Әсфәндиәрова 1961 йылдың 27 июлендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.

1985 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған артисы доцент С. Г. Хәмиҙуллина класы буйынса Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. 1995 йылда стажировканы Ҡаҙан дәүләт консерваторияһында Рәсәй Федерацияһы һәм Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы Э. К. Әхмәтова класы буйынса үтә.

«Интонационная лексика образов пасторали в тематизме фортепианных сонат Й.Гайдна» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын 2003 йылда Новосибирск дәүләт консерваторияһының диссертацион советында яҡлай (етәксеһе проф. Л. Н. Шәймөхәмәтова).

Эш урыны: 1985 йылдан алып Өфө дәүләт сәнғәт институтында концертмейстер булып эшләй, 1993 йылдан — махсус фортепиано кафедраһында, 2001 йылдан алып 2003 йылға тиклем — Өфө дәүләт академия институтының Музыкаль семантика лабораторияһы дәғүәсеһе, 2003 йылдан — музыка фәне һәм вокал — хор сәнғәте факультеты деканы, 2007 йылдан — академияның уҡыу — уҡытыу һәм тәрбиә эше буйынса проректоры.

2013 йылдан — Заһир Исмағилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты ректоры.

Әсфәндиәрова Әминә Ибраһим ҡыҙы республика музыкаль конкурстарҙың баһалама ағзаһы була: З. Исмәғилев исемендәге, Н. Сабитов исемендәге (Өфө, 1998, 2000, 2002, 2004 йылдар), ДМШ уҡытыусыларының конкурс-фестивале, цифрлы фортепианола уйнаусы йәш башҡарыусылар конкурсы (Өфө, 2004, 2005), В. Тиманова исемендәге конкурс (2005).

Өфө дәүләт сәнғәт институтында, Өфө сәнғәт училищеһында, Башҡорт дәүләт филармонияһында, Октябрьский, Учалы, Ишембай, Салауат, Быҙаулыҡ ҡалаларында концерттар менән сығыш яһаны.

Әсфәндиәрова Әминә Ибраһим ҡыҙы — фән кандидаты, профессор.

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2008)
  • Халыҡ мәғарифы алдынғыһы

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]