Эстәлеккә күсергә

Торатау (конгресс-холл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Конгресс-холл (Өфө) битенән йүнәлтелде)
Иҫтәлекле урын
Конгресс-холл
Торатау конгресс-холы
Ил Башҡортостан
Ҡала Өфө, Зәки Вәлиди урамы, 2
Нигеҙләнгән 2007 йыл

«Торатау» конгресс-холы, быға тиклем Башҡортостан Республикаһының Конгресс-холы тип атала, объекттың төҙөлөш барышындағы атамаһы — «Халыҡтар дуҫлығы йорто»[1] — Өфөнөң үҙәгендәге, Ағиҙел ярындағы иҫтәлекле урын. Архитекторҙары: Киоказу Араи һәм Ришат Муллагилдин (Салауат Юлаев исемендәге премия[2][3][4].

Заказсы — Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы. Генераль подрядсы: БНЗС тресы. Төҙөлөш осоро: октябрь, 2005 — октябрь, 2007.

«Торатау» конгресс-холы бинаһы «Урал батыр» башҡорт эпосының төп геройы Урал батырҙың ҡатыны — тылсымлы аҡҡош Һомай ҡаурыйы менән ассоциациялана. Конгресс-холл архитектураһы заманса милли архитектураны формалаштырыу өсөн башҡорт мәҙәниәтенең киңлек, форма яһаусы, колористик прототиптарын ҡулланыу менән характерлана. Бындай стилдең кәүҙәләнеше булып Ағиҙел йылғаһына ҡараған башҡорт орнаменты менән биҙәлгән быяла фасады тора (оҙонлоғо 179 м, майҙаны 2377 м²).

Конгресс-холлдың дөйөм майҙаны 36 000 м² тәшкил итә. Бында 774 урынлыҡ концерт залы, ике конференц-зал (94 урынлыҡ бәләкәй һәм 22 урынлыҡ овал), музей-күргәҙмә комплексы, милли аш-һыу рестораны (120 урынлыҡ), ҡышҡы баҡса, сауҙа үҙәге (1000 кешегә иҫәпләнгән), 230 урынлыҡ ер аҫты автомобиль туҡталҡаһы инә. Фонтан бар, ул ҡурай сәскәһе рәүешендәге ике ҡалаҡтан тора, улар йылға менән өс һыу ағымы менән тоташтырылған.

Бинаның фасады янында Салауат Юлаев аллеяһында Башҡортостанда иң ҙур фонтан комплексы урынлашҡан. Фонтандар үҙ-ара тоташҡан ике ҡурай сәскәһен хәтерләтә.

Халыҡ-ара саралар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2015 йылдың июлендә Конгресс-холда ШОС һәм БРИКС[5] дәүләттәре башлыҡтарының төп осрашыуҙары үтте. Конгресс-холл эргәһендә мең кешегә иҫәпләнгән матбуғат үҙәге эшләне.

  1. Конгресс-холл
  2. УКАЗ Президента РБ от 27.09.2008 N УП-532 «О ПРИСУЖДЕНИИ ГОСУДАРСТВЕННЫХ ПРЕМИЙ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН ИМЕНИ САЛАВАТА ЮЛАЕВА 2008 ГОДА В ОБЛАСТИ ЛИТЕРАТУРЫ, ИСКУССТВА И АРХИТЕКТУРЫ»
  3. Официальная публикация в СМИ: «Республика Башкортостан», № 189 (26673), 30.09.2008,"Ведомости Государственного Собрания — Курултая, Президента и Правительства Республики Башкортостан", 05.11.2008, № 21 (291), ст. 1240
  4. Республика Башкортостан//ОФИЦИАЛЬНО: Указ Президента Республики Башкортостан. О присуждении Государственных премий Республики Башкортостан имени Салавата Юлаева 2008 года в обл … 2015 йыл 23 ғинуар архивланған.
  5. [1] 2015 йыл 13 июль архивланған.