Башҡорт орнаменты
Башҡорт орнаменты — әйберҙәрҙе, ҡоралды, туҡыманан эшләнгән әйберҙәрҙе, интерьерҙы биҙәү өсөн ҡулланылған, геометрик, үҫемлек йәиһә зооморф элементтарҙы ҡабатлау һәм сиратлаштырыуға нигеҙләнгән нағыш-биҙәктәр.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт орнаментында башҡорттарҙың, халыҡтарҙың күпселегенә хас булған, йәшәйештең өс ритмлы булыуы тураһындағы боронғо ҡараштар сағылыш тапҡан.
Кешенең тасуирлау эшмәкәрлегенең иң боронғо формаһы булараҡ, башҡорттарҙа орнамент яйлап ҡына барлыҡҡа килгән. Тәүге һүрәтләүҙәр ябай ғына булған: сей балсыҡҡа сыймаҡланған йәиһә батырып индерелгән кескенә ботаҡ, ҡабырсаҡ ярсығы. Ваҡыт үтеү менән һүрәттәр ҡатмарлашҡан һәм уйланылған, төҙөк композициялы, символик йөкмәткеле була барған.
Башҡорт орнаменты геометрик, кәкре һыҙыҡлы үҫемлек биҙәкле. Ғәҙәттә биҙәктәр ағасҡа, тирегә, металға, туҡымаға төшөрөлгән.
Орнамент
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт орнаменты симметриялы һәм кешеләрҙең ысынбарлыҡты ҡабул итеүен сағылдыра. Ул үҙенең эсенә ҡапма-ҡаршы күренештәрҙе йыйған: көн — төн, йәшәү — үлем, яҡтылыҡ - ҡараңғылыҡ, ир башланғысы — ҡатын-ҡыҙ башланғысы, һул — уң һ.б. Ҡапма-ҡаршы ҡуйыу бер-береһенә ҡаршы торған фигураларҙың симметрияһы ярҙамында күрһәтелә. Композицияның бер бөтөнлөгөн һаҡлар өсөн орнаменттың үҙәк элементы булдырыла.
Орнаменттың төп элементы - ҡатын-ҡыҙ фигураһы, ағас йәки символик ромб һүрәте. Ҡатын-ҡыҙ фигураһы ерҙәге бар булған нәмәнең алиһәһе образын символаштыра, ағас — тормош ағасын, ромб ♦ — һөрөнтө ер символын.
Орнамент элементтары йөкмәткегә, асыл мәғәнәһенә эйә: ҡусҡар ¥ — бөгәрләнеп торған тәкә мөгөҙө символы һәм үләндәр символы, соляр билдә ֔֕ — түңәрәк, нурҙар менән уратылған түңәрәк төрөндәге ҡояш һүрәтләнеше, йөрәккәй ♥ — ҡунаҡсыллыҡты аңлата.
Башҡорт орнаментында башҡорттар тарихының ислам диненә саҡлы осорҙағы күҙаллауҙары сағыла.
Орнамент менән кейемдәрҙең яғалары, уйымдары, ҡаптырмалары, ең һәм итәк ситтәре биҙәлгән. Орнаментлы сиктәр боҙомға бирешмәй тип иҫәпләнгән. Өй элементтары орнамент менән биҙәлһә, яуыз ендәр унда үтә алмай тип һаналған. Ҡапҡалар, тәҙрә ҡапҡастары, йөҙлөктәре, ҡыйыҡ ситтәре биҙәлгән. Орнамент формаһы, өсмөйөш һәм ромб, түңәрәк күҙҙең символик һынланышы: өсмөйөш - профилде, ромб — фасты аңлата. Өсмөйөш формаһы үҙ сиратында насар йоғонтоларҙан һаҡлау сараһы булған.
Орнаменталь комплекстар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт биҙәү-ҡулланма сәнғәтендә үтәлеш алымдарына бәйләнгән төп 6 орнаменталь комплекс айырып күрһәтелә.
- Бордюр йәки сәскә биҙәк (розетка) формаһындағы ҡатмарлы орнаменталь биҙәктәр составына өсмөйөш, квадрат һәм тура мөйөш, зигзаг, крест (тәре) ×, ромб, түңәрәк Ο, өйөрмәле сәскә биҙәк күренешендәге ябай геометрик фигуралар инә.
- Бетеү, хәситәләрҙә (амулет) ишелмә (спираль) биҙәктәр, мөгөҙ һәм йөрәк һынланышлы фигуралар, йүгереүсе тулҡындар ≈ , веер төҙөлөшлө ләлә сәскәһенә оҡшаған үҫемлек биҙәге (пальметта), өсмөйөштәр һынландырыла.
- Кейемдәрҙәге тамбур (күҙҙәр сылбыр кеүек теҙелеп бара) сигеүе орнаментында үҫемлек сығышлы биҙәктәр файҙаланыла.
- Ҡатмарлы күпмөйөштәр, һигеҙ саталы йондоҙҙар, киртләсле ромбтар, сығынты тармаҡлы күпмөйөштәр, ҡуш мөгөҙгә оҡшаған кәкерсәктәр ҡатмарлы сәскә биҙәктәргә һәм селтәрҙәргә берләштергәндә файҙаланыла.
- Ҡоштарға, йәнлектәргә һәм ағастарға, һигеҙ саталы йондоҙҙарға, һәнәккә, тырнаҡҡа һәм V-ға оҡшаған фигуралы бордюр биҙәктәрҙән торған геральдик композициялар.
- Туҡыусылыҡта, иҫәпле һәм юллы (йөйлө) ҡайыуҙа квадраттар, ромбтар, кеше һынын стилләштереп һынландырыу, һигеҙ саталы сәскә биҙәктәр, X-ҡа оҡшаған фигуралар файҙаланыла[1].
Нағыш орнаменты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нағышҡа үҫемлек биҙәге хас. Өҫтөнлөклө төҫтәр гаммаһы — ҡыҙыл, һары һәм йәшел төҫтәр. Төҫтәрҙең контрастлы сиратланышы ҡулланыла. Орнаменттың ишелмә (спираль) биҙәктәре - туҡыма киҫәктәренән эшләнгән аппликацияларҙа һәм «ҡыя селтәр» ҡайыуында, туҡыусылыҡта һәм контурһыҙ нағыш һалыуҙа - ромблы һәм х-лы орнамент файҙаланыла.
Нағышлауҙа түбәндәге алымдар файҙаланыла: орнамент элементтары бордюр, сәскә биҙәк (розетка) йәки тотош селтәр итеп урынлаштырыла.
Шулай уҡ уҡығыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Авижанская С. А., Бикбулатов Н. В., Кузеев Р. Г. Декоративно-прикладное искусство башкир. Уфа, 1964.
- Башкиры: Этническая история и традиционная культура. Уфа: Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 2002.
- Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 1. А-Б. 2005. — 624 с.; ISBN 5-88185-053-X. т. 2. В-Ж. 2006. −624 с. ISBN 5-88185-062-9.; т. 3. З-К. 2007. −672 с. ISBN 978-5-88185-064-7.; т. 4. Л-О. 2008. −672 с. ISBN 978-5-88185-068-5.; т. 5. П-С. 2009. −576 с. ISBN 978-5-88185-072-2.; т. 6. Советы нар. хозяйства. -У. 2010. −544 с. ISBN 978-5-88185-071-5; т. 7. Ф-Я. 2011. −624 с.. науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.
- Башкирский орнамент // Очерки по культуре народов Башкортостана. Учебное пособие по курсу «История, литература и культура Башкортостана» / Сост. Бенин В. Л. — Уфа : Китап, 1998. — С. 51 — 57.
- К вопросу о финно-угорском компоненте в башкирском орнаменте // Тез. докл. региональной конф. «Проблемы взаимодействия национальных культур». — Астрахань: Изд-во Астраханского пед. института, 1995. — Ч. 1 : Межэтнические общения в полиэтническом регионе. — С. 44- 46.
- О параллелях в вышивке северных удмуртов и башкир: Материалы межд. конф. «Христианизация Коми края и её роль в развитии государственности и культуры». В 2-х тт. — Сыктывкар, 1996. — С. 199—204.
- Казбулатова Г. Х. Историческая память и символика костюма // Ватандаш. — 2005. — № 3. — ISSN 1683-3554.
- Мажитов Н. А. Якутская загадка для археолога Южного Урала // Ватандаш. — 2013. — № 5. — ISSN 1683-3554.
- Руденко С. И. Башкиры: Историко-этнографические очерки. — Уфа: Китап, 2006.
- Шитова С. Н. Башкирская народная одежда. — Уфа: Китап, 1995.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Викимилектә Башҡорт орнаменты темаһы буйынса медиафайлдар бар.
- http://www.hnh.ru/culture/2011-01-12-7
- http://lib.a-grande.ru/ornament.php 2016 йыл 20 март архивланған.
- Бикбулатов Н. В., Фархутдинова Г. Г. Орнамент башкирский.// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 451—452. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.