Бикбулатов Наил Вәли улы
Бикбулатов Наил Вәли улы | |
Файл:Бикбулатов.jpg | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Этбай ауылы |
Вафат көнө | |
Вафат урыны | |
Ил |
СССР |
Ғилми даирәһе |
этнология, сәнғәт |
Эшләгән урыны |
СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты |
Ғилми дәрәжәһе |
тарих фәндәре кандидаты |
Ғилми етәксеһе |
Р. Г. Кузеев |
Ниндәй өлкәлә танылған |
туғанлыҡ системаһын өйрәнеүсе |
Бикбулатов Наил Вәли улы (14 февраль 1931 йыл — 18 апрель 1996 йыл) — башҡорт ғалимы, этнограф, тарих фәндәре кандидаты (1965).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Наил Вәли улы Бикбулатов 1931 йылдың 14 февралендә Башҡорт АССР-ының Арғаяш районы (хәҙерге Силәбе өлкәһе Арғаяш районы) Этбай ауылында тыуған.
- 1951 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай.
- 1951—1957 йылдарҙа Балаҡатай районы Яңыбай ауыл мәктәбендә уҡыта.
- 1957 йылдан ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй. 1965 йылда «тарих фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай.
- 1971 йылдан алып институтта өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1978—1993 йылдарҙа бүлек мөдире була.
1996 йылда Өфөлә вафат була. Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Яңы Субыл ауылында ерләнгән.
Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Наил Бикбулатовтың фәнни тикшеренеүҙәре башҡорт халҡының социаль институттарын: XVIII—XX быуаттарҙағы башҡорттарҙың ижтимағи һәм ғаилә-никах мөнәсәбәттәрен, туғанлыҡ, йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен, биҙәү-ҡулланма сәнғәтен өйрәнеүгә, башҡорттарҙың этногенезы һәм «башҡорт» этнонимының килеп сығышы проблемаларына арналған. Ул — Волга-Урал төйәгенә, Урта Азияға, Таулы Алтайға һәм башҡа төбәктәргә 40-тан ашыу этнографик экспедиция ойошторо һәм күбеһенең етәксеһе була. Ғалим 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Археология һәм этнография музейының этнографик фототекаһын (12 меңдән ашыу берәмек) төҙөүселәрҙең береһе.
Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
(рус.)
- (совм. с С.А. Авижанской, Р.Г. Кузеевым) Декоративно-приклад. искусство башкир. Уфа, 1964. 259 с.;
- совм. с С. Авижанской, Р. Кузеевым) Народное искусство башкир: Альбом. Уфа, 1968. 109 с.;
- Башкирский аул: Очерк общественной и культурной жизни. Уфа, 1969. 214 с.;
- (совм. с Р.Г. Кузеевым и С.Н. Шитовой) Декоративное творчество башкир. народа. Уфа, 1979. 226 с.;
- Система земледелия башкир в XIX — нач. XX в.; Пахот. орудия башкир в XIX — нач. XX в. // Хозяйство и культура башкир в XIX — нач. XX в. М., 1979. С. 45–61;
- Башкирская система родства. М., 1981. 124 с.;
- (совм. с Ф.Ф. Фатыховой) Становление и развитие этнографической науки // В научном поиске: к 50-летию Ин-та истории, языка и литературы. Уфа, 1982;
- Шариат и обычай в наследовании и разделе имущества у башкир // Исследования по исторической этнографии Башкирии. Уфа, 1984. С. 29–46;
- Этноним башкорт // Башкир. этнонимия. Уфа, 1987. С. 29–48; (совм. с В.В. Пименовым) Башкиры // Народы мира: историко-этнограф. справочник. М.,1988. С.93;
- Башкиры // Семейный быт народов СССР. М., 1990; С. 199–211;
- (совм. с Ф.Ф. Фатыховой). Семейный быт башкир. XIX–XX вв. М., 1991. 189 с.;
- Урбанизация населения Башкирии // Вопросы этнографии городского населения Башкортостана. Уфа, 1992. С. 17–36;
- Башкиры: крат. этноистор. справочник. Уфа, 1995. 35 с.;
- (совм. с Р.М. Юсуповым, С.Н. Шитовой, Ф.Ф. Фатыховой) Башкиры. Этнич. история и традиц. культура. Уфа, 2002.247 с.;
Ғалим тураһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Романов В. Его называли романтиком науки (К 85-летию со дня рождения ученого-этнографа Наиля Бикбулатова). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 14 февраль[1].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 14 февраль (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2016)
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кузеев Р.Г. Памяти друга — Н.В.Бикбулатова // Взаимодействие культур народов Урала: Сб. ст. Уфа, 1999. С.259—260.
- Кузеев Р.Г. Путь длиною в жизнь // Известия Башкирии. 1991. 21 февраля. С. 2.
- Отд. этнологии // Ин-т истории, языка и литературы: Время, открытия, люди. Уфа, 2007. С. 60–69.
- Петров И.Г. Вклад Н.В.Бикбулатова в создание музея археологии и этнографии // Народы Урало-Поволжья: история, культура, этничность. Материалы межрегиональной научно-практической конференции. Уфа, 2003. С.342—346.
- Хусаинова Г.Т. Бикбулатов Н.В. // Башкортостан: Крат. энциклопедия. Уфа, 1996. С. 178–179;
- Этнография и антропология в Башкортостане: Сб., посвящён. 70-летию Н.В. Бикбулатова. Уфа, 2001. 170 с.;
- Янгузин Р.З. Бикбулатов Н.В. // Этнография башкир. Уфа, 2002. С. 140–158;
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бикбулатов Наил Вәли улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- 14 февралдә тыуғандар
- 1931 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Арғаяш районында тыуғандар
- 18 апрелдә вафат булғандар
- 1996 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Тарих фәндәре кандидаттары
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Башҡортостан этнографтары
- Башҡортостан тарихы буйынса белгестәр
- Силәбе өлкәһе башҡорттары
- Шәхестәр:ТТӘИ