Балаҡатай районы
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Статус | |||
Урынлашҡан урыны | |||
Берләштерә |
14 ауыл советы | ||
Административ үҙәк |
Яңы Балаҡатай ауылы | ||
Барлыҡҡа килеүе |
1930 | ||
Муниципаль район башлығы |
Мехоношин Павел Иванович | ||
Муниципаль район Советы рәйесе |
Ҡәйүмов Нәғим Харис улы | ||
Халҡы (2010) |
21 277 | ||
Майҙаны |
3037 км² (15 урын) | ||
Ваҡыт бүлкәте | |||
Автомобиль номерҙары коды |
02, 102 | ||
Балаҡатай районы (рус. Белокатайский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Республиканың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Силәбе һәм Свердловск өлкәләре менән сиктәш урынлашҡан. 1930 йылда Иҫке-Балаҡатай районы ойошторолған, 1933 йылда хәҙерге исеме бирелгән. Майҙаны — 3037 км². Район үҙәге — Яңы Балаҡатай ауылы, Өфөнән 341 км, иң яҡын тимер юл станцияһы Үңкерҙенән (Силәбе өлкәһе) 35 км.
Халҡы — 22,6 мең (2010) кеше (1970 — 27,5 мең; 1979 — 24,9 мең; 1989 — 22,1 мең; 1995 — 23,0 мең кеше). Халыҡтың уртаса тығыҙлығы 1 км²-ға 8 кеше. Күпселек урыҫтар һәм башҡорттар йәшәй. Районда барлығы 46 ауыл. Кешеләрҙең күбеһе (1989 халыҡ иҫәбен алыу буйынса) Яңы Балаҡатай (5,3 мең), Ҡарлыхан (1,7 мең), Урғалы (1,5 мең), Ямаш (1,2 мең) ауылдарында көн итә.
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Район территорияһы Ҡариҙел менән Әй йылғаларының түбәнге ағымы араһында ята. Диңгеҙ кимәленән 300—400 метр өҫтә. Ул ерҙәр йылға туғайҙары, ҡулауыҡтар менән ныҡ ҡына бүлгеләнгән. Көнсығыш яғын Уралдың көнбайыш битләүендәге алғы һырттар теҙмәһе (Масҡары арҡа, Ҡарауылтау, Һараяҡ, Аҡҡашҡа һ. б.) биләй. Орографик факторҙар тәьҫире арҡаһында яуым-төшөм күләме 550—600 мм-ға барып етә, йылы ваҡыт 90—100 көндән артмай.
Һоро һәм ҡарағусҡыл һоро урман тупрағы, ә көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә һоро һәм ҡарағусҡыл һоро тау-урман тупрағы өҫтөнлөк итә. Райондың 46,8% ерен ҡатнаш урмандар алып тора. Ҡондоҙ, шәшке, ҡама, ҡырағай йәнлек һәм ҡош-ҡорттоң башҡа һунар-промысла төрҙәрен һаҡлау маҡсатында Ҡарлыхан менән Балаҡатай заказниктары ойошторолған.
Районда ҡомташ (Яңы Балаҡатай), кирбес балсығы (Атарша), ҡом, ҡомло ҡырсынташ кеүек материалдар ҡатнашмаһы, агрономик рудалар: эзбизташ, күл эзбизе, торф туфы (Аҡсаған) ятҡылыҡтары табылған. Уларҙың бер ни тиклем өлөшө урындағы ихтыяж өсөн ҡулланыла.
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
|
Иҡтисад[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауыл хужалығы ерҙәре майҙаны 124,7 мең га (район територияһының 41,1%), шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 84,2 мең га, сабынлыҡ — 17,2, көтөүлек — 23,3 мең га. Ауыл хужалығы малсылыҡ һәм игенселек буйынса махсуслашҡан, сусҡасылыҡ үҫешкән, Балаҡатай май-сыр комбинатыты — Районда ауыл хужалығы сеймалын эшкәртеүсе берҙән-бер предприятие. Урман ресурстары Ҡарлыхан леспромхозы, Урғалы һәм Ҡаҙыр ағас әҙерләү участкалары тарафынан файҙаланыла.
Урғалы ауылында «Газпром трансгаз Өфө» яуаплығы сикләнғән йәмғиәтенең юл етештереү идаралығы (ЛПУ)урынлашҡан. Идаралыҡ Төмән өлкәһенән барған нефть һәм газ торбаларзы хеҙмәтләндерә.
Транспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Районды транспорт менән хеҙмәтләндереүҙә ике тимер юл станцияһы: Үңкерҙе (район территорияһынан ситтә) һәм Урғалы (район территорияһында) ҡатнаша. Үңкерҙенән Яңы Балаҡатай ауылынана автомобиль юлы бара. Яңы Балаҡатай—Үрге Ҡыйғы һәм Яңы Балаҡатай—Ҡарлыхан—Оло Устьикин автомобиль юлдары районды республика әһәмиәтендәге Өфө—Бөрө—Сулея—Һатҡы, Мәсәғүт—Красноуфимск автомобиль магистралдәре менән тоташтыра. Урғалы тимер юл станцияһында «Уренгой—Силәбе—Петровск» газ үткәргесенең газ ҡыуҙырыу станцияһы урынлашҡан. Яңы Балаҡатайҙа аэропорт эшләй.
Социаль-мәҙәни өлкә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Районда 38 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 12 урта мәктәп; 1 музыка мәктәбе, 1 ПУ, 21 дөйөм китапхана, 42 клуб учреждениеһы, үҙәк район, 3 участка дауаханаһы бар.
Урыҫ һәм башҡорт телдәрендә «Новый Белокатай» — «Яны Балакатай» гәзите сыға.
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Горбунов Фёдор Михайлович (16.3.1928—6.03.2003), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1960—1986 йылдарҙа К. Е. Ворошилов исемендәге колхозы рәйесе. Ленин (1957), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1973) ордендары кавалеры. Ләүәле ауылынан[11].
- Нафиҡова Фәриҙә Низам ҡыҙы (20.08.1958), хеҙмәт ветераны, 1976—2015 йылдарҙа Калинин исемендәге колхоздың машина менән һыйыр һауыу операторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2001). Әбсәләм ауылынан[12].
- Пантелеев Михаил Максимович (11.10.1938), журналист, СССР Журналистар союзы ағзаһы. 1965—1998 йылдарҙа «Новая жизнь» район гәзите хеҙмәткәре, мөхәррир урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән Силәбе өлкәһе Наҙы-Петровск районы Савалда ауылынан[13].
- Сәмситова Луиза Хәмзә ҡыҙы (14.02.1973), ғалим-тел белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2015). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2010). Фән һәм техника өлкәһендәге республика йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2007). Әшәй ауылынан. (Тикшерелеү көнө: 7 апрель 2021)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ перепись населения СССР 1939 года
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
- ↑ перепись населения СССР 1959 года
- ↑ перепись населения СССР 1970 года
- ↑ перепись населения СССР 1979 года
- ↑ перепись населения СССР 1989 года
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- ↑ Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
- ↑ Башҡортостан энциклопедияһы — Горбунов Фёдор Михайлович 2016 йыл 5 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 9 март 2018)
- ↑ Белокатайский район история и современность.pdf / Историко-краеведческое издание. / Автор-составитель В. А. Ощепков. — Уфа : Издательство «Диалог», 2004. — 476 с. — ISBN 5-94524-028-1. Известные люди Белокатайского района: НАФИКОВА ФАРИДА НИЗАМОВНА — заслуженный работник сельского хозяйства Республики Башкортостан. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 апрель 2021)
- ↑ Белокатайский район история и современность.pdf / Историко-краеведческое издание. / Автор-составитель В. А. Ощепков. — Уфа : Издательство «Диалог», 2004. — 476 с. — ISBN 5-94524-028-1. Известные люди Белокатайского района: ПАНТЕЛЕЕВ МИХАИЛ МАКСИМОВИЧ (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 апрель 2021)
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Белокатайский район история и современность.pdf / Историко-краеведческое издание. / Автор-составитель В. А. Ощепков. — Уфа : Издательство «Диалог», 2004. — 476 с. — ISBN 5-94524-028-1. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 апрель 2021)
- В Карлыханово поют, а в Емаше слышно... (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 апрель 2021)
- История православных и старообрядческих храмов и молитвенных домов Уфимской губернии Белокатайский район (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 апрель 2021)
- Из истории Белокатайского района и с. Карлыханово (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 апрель 2021)
- Здесь отчизна моя... (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 апрель 2021)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Балаҡатай районы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 29 ғинуар 2021)
- Администрация муниципального района Белокатайский район Республики Башкортостан. Официальный сайт 2021 йыл 2 февраль архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 ғинуар 2021)
- Белокатайский портал 2012 йыл 18 ғинуар архивланған.
- Белокатайский район: история и современность / Историко-краеведческое издание. / Автор-составитель В. А. Ощепков. — Уфа : Издательство «Диалог», 2004. — 476 с. — ISBN 5-94524-028-1. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 ғинуар 2021)