Эстәлеккә күсергә

Атарша

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Село
Атарша
башҡ. Атарша
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Балаҡатай районы

Ауыл биләмәһе

Атарша

Координаталар

55°37′08″ с. ш. 59°00′30″ в. д.HGЯO

Элекке исеме

совхоздың Атарша фермаһы ауылы

Халҡы

375[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452572

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 210 802 001

ОКТМО коды

80 610 402 101

ГКГН номеры

0221225

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Атарша (Рәсәй)
Атарша
Атарша
Атарша (Башҡортостан Республикаһы)
Атарша

Атарша (рус. Атарша) — Башҡортостандың Балаҡатай районындағы ауыл. Атарша ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 375 кеше[2]. Почта индексы — 452572, ОКАТО коды — 80210802001.

  • Район үҙәгенә тиклем (Яңы Балаҡатай): 14 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Үңкерҙе): 50 км[3]

Атарша ауылы Әй йылғаһы бассейнына ҡараған Тарша йылғаһы буйында, район үҙәге Яңы Балаҡатай ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 14 километр һәм Үңкерҙе (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа 50 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[4].

Атарша ауылының исеме урын-ер атамаһына бәйле. Был ауылдың иртә тарихы буйынса мәғлүмәт юҡ дәрәжәһендә.

Атарша ауылы XIX быуаттың 80-се йылдарында барлыҡҡа килгән тип һанарға була. 1895 йылда бындағы 16 йортта 94 кеше йәшәгән.

1905 йылда Атарша ауылындағы 22 йортта 119 кеше йәшәгән. 1920 йылда уҙғарылған йәниҫәп был ауылды урап үткән[5].

1933 йылда XX быуат башында күпме кеше булһа, шул уҡ һан үҙгәрмәйсә һаҡланған. Әсфәндиәровтың Башҡортостан ауылдарына бағышланған хеҙмәтендә «ауыл юғалған» тип яҙылған[6].

Атарша ауылы XX быуаттың 30‑сы йылдарында Алағуз совхозының Атарша фермаһы ауылы булараҡ ойошторола.

2007 йылдың 10 сентябренә тиклем Балаҡатай районы Алағуз совхозының Атарша фермаһы ауылы тип йөрөтөлгән[7].

2005 йылдан хәҙерге статусына, 2007 йылдан хәҙерге атамаһына эйә.

Атарша ауылында башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 119
1959 йыл 15 ғинуар 368
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 479 222 257 46,3 % 53,7 %
2002 йыл 9 октябрь 404 207 197 51,2 % 48,8 %
2010 йыл 14 октябрь 375 187 188 49,9 % 50,1 %

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Әлеге ваҡытта Атарша ауылында төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана бар[8].

  • Яр урамы (рус.  Береговая (улица)
  • Йылға аръяғы урамы (рус.  Заречная (улица)
  • Тыныслыҡ урамы (рус.  Мира (улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодёжная (улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)[9]
Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

  • Әй, Тарша йылғаһы

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  4. Атарша // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 568. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 568. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  7. Правительство Российской Федерации. Постановление от 10 сентября 2007 г. N 572 2008 йыл 4 июнь архивланған.
  8. Атарша // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  9. Карта села Атарша. Улицы