Апут

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Село
Апутово
башҡ. Апут
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Балаҡатай районы

Ауыл биләмәһе

Үтәш ауыл Советы

Координаталар

55°41′51″ с. ш. 59°01′53″ в. д.HGЯO

Халҡы

274[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452580

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 210 837 002

ОКТМО коды

80 610 437 106

ГКГН номеры

0521629

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Апутово (Рәсәй)
Апутово
Апутово
Апут (Башҡортостан Республикаһы)
Апутово

Апут (рус. Апутово) — Башҡортостандың Балаҡатай районындағы ауыл. Үтәш ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 274 кеше[2]. Почта индексы — 452580, ОКАТО коды — 80210837002.


Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Апут ауылы Әй йылғаһы бассейнына ҡараған Оло Ыйыҡ ҡушылдығы Сакалдым йылғаһы буйында, район үҙәге Яңы Балаҡатай ауылынан көнсығышҡа табан киломтер һәм Үңкерҙе (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 31 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Апут ауылына Себер даруғаһы Балаҡатай улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә 1776 йылда нигеҙ һалған. Тәүге төпләнеүсе старшина Апут Күтсемов/Ҡотомов исеме менән аталған.

1795 йылда Апут ауылынағы 18 йортта 67 кеше, 1865 йылда 33 йортта — 179 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған[4][5].

Ауылда 1-се һанлы Яңы Балаҡатай урта мәктәбенең филиалы — Апут башланғыс мәктәбе, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар[6].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Апут ауылында башҡорттар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 337
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 366
1959 йыл 15 ғинуар 400
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 333 154 179 46,2 % 53,8 %
2002 йыл 9 октябрь 328 173 155 52,7 % 47,3 %
2010 йыл 14 октябрь 274 135 139 49,3 % 50,7 %

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Вәхитов Нәғим Әбдрәзәҡ улы (1925, Үтәш ауылы -) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан[7]

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Нәғим Вәхитов урамы (рус.  Нагима Вахитова (улица)
  • Салауат Юлаев урамы (рус.  Салавата Юлаева (улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодёжная (улица)
  • Йылға аръяғы урамы (рус.  Заречная (улица)[8]

Тирә-яҡ мөхит[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

  • Әй, Сакалдым йылғаһы

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]