Эстәлеккә күсергә

Урғалы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Урғалы
рус. Ургалы
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Балаҡатай районы

Ауыл биләмәһе

Урғалы ауыл Советы (Балаҡатай районы)

Координаталар

55°32′48″ с. ш. 59°30′05″ в. д.HGЯO

Элекке исеме

Урғалы станцияһы ауылы

Халҡы

1672[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 210 834 001

ОКТМО коды

80 610 434 101

ГКГН номеры

0221227

Урғалы (Рәсәй)
Урғалы
Урғалы
Урғалы (Башҡортостан Республикаһы)
Урғалы

Урғалы (рус. Ургала) — Башҡортостандың Балаҡатай районындағы ауыл. Урғалы ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1672 кеше[2]. Почта индексы — 452570, ОКАТО коды — 80210834001.

Тимер юл станцияһы ауылы Урғалы Әй бассейнына ҡараған Оло Урғыла йылғаһы буйында, район үҙәге Яңы Балаҡатай ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 52 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Урғалы ауылы 1911 йылда Златоуст өйәҙе территорияһында Көнбайыш Урал (хәҙер — Көньяҡ Урал) тимер юлының Бирҙәүеш-Дружинин участкаһын төҙөгәндә Урғалы станцияһы ҡасабаһы булараҡ барлыҡҡа килә. Сәнәғәт үҙәге Уралды ТрансСебер тимер юл магистрале менән тоташтырыу маҡсатында, Бирҙәүештән Наҙы-Петровск йүнәлешендә 19101919 йылдарҙа төҙөлә[4].

Биләмә берәмектәренә инеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1920 1-се Әйле улус Советы (1918 й.), Яҫауыл (Есаулово) ауыл Советы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы РСФСР
1926 Яҫауыл ауыл Советы (1923 йылдан) Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Яҫауыл ауыл Советы Балаҡатай районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Яҫауыл ауыл Советы Балаҡатай районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Урғалы ауыл советы Балаҡатай районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XX быуаттағы һәм хәҙерге үҫеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1920 йылда Урғалы ҡасабаһындғы 35 йортта 154 кеше, ә Яҫауыл ауылындағы 109 йортта 566 кеше йәшәгән.

XX быуаттың 70-се йылдары башында 1837 йылда 6-сы Башҡорт кантоны башҡорттары нигеҙ һалған Яҫауыл ауылы Урғалыға ҡушыла. 2005 йылдан башлап хәҙерге статусына, ә 2007 йылдан — хәҙерге Урғалы атамаһына эйә.

Ауыл халҡы Урғалы магистраль газ торбаларының линия-етештереү идаралығында эшләй[5].

Әлеге ваҡытта Урғалы ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют, участка дауаханаһы, Мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[6].

Урғалы ауылында башҡорттар, урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 154+566
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 321
1959 йыл 15 ғинуар 1024
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 1512 718 794 47,5 % 52,5 %
2002 йыл 9 октябрь 1736 843 893 48,6 % 51,4 %
2010 йыл 14 октябрь 1672 807 865 48,3 % 51,7 %

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Урғалы ауылында 19801990 йылдарҙа төҙөлгән «Газпром трансгаз Өфө» яуаплығы сикләнғән йәмғиәткә ҡараған юл етештереү идаралығы (ЛПУ (рус.)) урынлашҡан. Идаралыҡ Төмән өлкәһенә барған нефть һәм газ үткәргес торбаларҙы хеҙмәтләндерә[7].

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Яҫауылдан, Урғалынан һәм башҡа тирә-яҡтағы ауылдарҙан 418 кеше фронтҡа китә, 271 кеше һәләк була. Яҡташ яугирҙарға һәйкәл 1991 йылда ҡуйылған[8].

  • Яр урамы (рус.  Береговая (улица)
  • Газсылар урамы (рус.  Газовиков (улица)
  • Киров урамы (рус.  Кирова (улица)
  • Х. Ғайсин урамы (рус.  Х. Гайсина (улица)
  • Тыныслыҡ урамы (рус.  Мира (улица)
  • Рәсәй урамы (рус.  Российская (улица)
  • Уҡытыусылар урамы (рус.  Учителей (улица)
  • Туғай урамы (рус.  Луговая (улица)
  • Виктор Тиунов урамы (рус.  Виктора Тиунова (улица)
  • Мәжит Ғафури урамы (рус.  Мажита Гафури (улица)
  • Ишморатов исемендәге урамы (рус.  имени Ишмуратова (улица)
  • Ленин урамы (рус.  Ленина (улица)
  • С. Юлаев урамы (рус.  С. Юлаева (улица)
  • Ҡояшлы урамы (рус.  Солнечная (улица)
  • Еңеү урамы (рус.  (улица)
  • Гагарин урамы (рус.  Гагарина (улица)[9]
Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Урғалы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 568. — ISBN 978-5-295-04683-4. 568 б.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 568. — ISBN 978-5-295-04683-4. 568 б.
  6. Урғалы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. Село Ургала 2021 йыл 6 март архивланған.
  8. Село Ургала 2021 йыл 6 март архивланған.
  9. Карта д. Ургалы. Улица